Болотников Пётр Григорьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Болотников Пётр Григорьевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 8 март 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Урта Волга крайы[d], Мордовская автономная область[d], Краснослободский район[d]
Вафат булған көнө 20 декабрь 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Мордовия Республикаһы, Краснослободск[d][1]
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө легкоатлет-cтайер, тренер, еңел атлет
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Әүҙемлек осороноң башы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 199: Функция для отображения свойства не найдена.
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1965
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ауырлығы 64 Килограмм
Спорт төрө Еңел атлетика
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1964[d], Летние Олимпийские игры 1960[d], Летние Олимпийские игры 1956[d] һәм Чемпионат Европы по лёгкой атлетике 1962[d]
Буйы 173 сантиметр

Болотников Пётр Григорьевич (8 март 1930 йыл — 20 декабрь 2013 йыл) — совет спортсыһы, оҙон дистанцияға йүгереүсе. 1960 йылғы олимпия чемпионы, 10 000 метрлыҡ дистанцияла донъя экс-рекордсмены[2], СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1960). Ленин (1960), Халыҡтар Дуҫлығы (1985), Почёт (1995) һәм III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры (1999); Мордовияның почетлы гражданы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пётр Григорьевич Болотников 1930 йылдың 8 мартында Урта Волга крайының Мордва автономиялы өлкәһенең[3] Зиновкин ауылында тыуған.

20 йәшендә армияла ярыштарҙа тәүге тапҡыр ҡатнашып, 3 километрлыҡ кроссты 9.16, 2 ваҡыт эсендә йүгереп үтә (рекорд дивизияһы). Армияға тиклем гимнастика менән шөғөлләнә, шуның арҡаһында физик әҙерлектең яҡшы базаһын ала, унһыҙ, үҙе әйтеүе буйынса, көслө стайер була алмаҫ ине

Тренерҙар мәктәбен һәм Физик культура институтын тамамлай. Еңел атлетика буйынса «Спартактың» өлкән тренеры (1965—1985). 1960 йылда Римдағы Олимпия уйындарында 10000 м йүгереү буйынса еңә.

5000 һәм 10000 м дистанцияла һәм 5 км кросста ун өс тапҡыр СССР чемпионы (1957—1962, 1964). 10000 м (1962) дистанцияла Европа Чемпионы, 10000 м дистанцияла донъя рекордсыһы (1960—1963)

Петр Болотниковтың Римда үткән Олимпия уйындарындағы был еңеүенән һуң бер ниндәй ҙә совет йәки рәсәй йүгереүселәре стайер дистанцияла (1500 м һәм унан да оҙонораҡҡа) алтын йондоҙ яулай алмай.

1962 йылдан КПСС ағзаһы. 1990—1992 йылдарҙа ДСО «Спартак» Үҙәк советын етәкләй, почетлы президиум ағзаһы һәм «Спартак» спорт йәмғиәтенең почетлы рәисе (1996), Рәсәй Үҙәк клубы «Шиповка юных» рәйесе, (1995), «Хеҙмәт» гәзите һәм «Мәскәү -Лужники» Кубогы (1992) призына үткәрелгән ярыштарҙа төп судья була. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, П .Болотников Йондоҙло ҡаласыҡта  Юрий Гагарин иҫтәлегенә традицион уҙыш парадын асыу буйынса етәкселек итә[4].

Саранскта традиция буйынса Болотников Петр призына халыҡ-ара йүгереү ярышы үтә.

Петр Болотников 2013 йылдың 20 декабрендә вафат була[5]. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнә.

Ярыштарҙа сығыш яһауы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ -ара ярыштар
Дата Ярыштар Ҡала Урын Дистанция Һөҙөмтә
1956 Йәйге Олимпия уйындары Мельбурн 9 5 000 м[en] 14.22,4
16 10 000 м[en] [6]
1957 Студент

уйындары

Мәскәү I 10 000 м[en] 29.14,6
1960 Йәйге Олимпия уйындары Рим I 10 000 м[en] 28.32,2
1962 Бөтә донъя йәштәр фестивале[fi] Хельсинки I 5000 м[en] 13.56,6
Европа

чемпионаты

Белград III 5000 м[en] 14.02,6
I 10 000 м[en] 28.54,0
1964 Йәйге Олимпия уйындары Токио 25 10 000 м[en] 30.52,8
СССР чемпионаты
Йыл Дистанция Һөҙөмтә Дата Ҡала Урын
1954 марафон 2:41.12 18 июль Мәскәү 18
1956 5000 м 14.12,6 5—16 август Мәскәү III
10000 м 5 август 4
1957 5000 м 13.58,0 2 сентябрь Мәскәү II
10000 м 29.09,8 31 август I
кросс 8 км 24.09,6 27 октябрь II
1958 5000 м 13.58,8 19 июль Таллин I
10000 м 29.06,8 28 октябрь Тбилиси I
кросс 5 км 14.26,4 11 май Мәскәү I
1959 5000 м 13.52,8 14 август Мәскәү I
10000 м 29.03,0 9 август I
1960 5000 м 13.55,8 18 июль Мәскәү I
10000 м 29.16,6 16 июль I
кросс 8 км 25.03,0 30 октябрь Харьков II
1961 5000 м 14.08,8 39 августа Тбилиси I
10000 м 29.24,8 I
1962 5000 м 13.56,0 13 август Мәскәү I
10000 м 28.18,2 11 август I
кросс 5 км 23 февраль Мукачево 33
1964 10000 м 28.39,6 27 сентябрь Киев I
1965 5000 м 13.58,0 917 октябрь Алма-Ата II
10000 м 29.06,4 14 октябрь III

Рекордтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә союз (донъя ярыштары түгел)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Болотников П. Г. Последний круг. — М.: «Молодая гвардия», 1975. — 208 с. — (Спорт и личность).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. выгрузка данных FreebaseGoogle.
  2. Пётр Болотников О беге, о друзьях, о себе // Лёгкая атлетика : журнал. — М., 2010. — № 3. — С. 14—17.
  3. Хәҙер Мордва Республикаһының Краснослободский районы
  4. http://www.mosreg.ru/userdata/1277991996.pdf
  5. Скончался олимпийский чемпион-1960 Петр Болотников
  6. Результат не зафиксирован

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Болотников Пётр Григорьевич — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
  • Болотников Пётр Григорьевич // Олимпийская энциклопедия / Павлов С. П.. — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 415 с.