Эстәлеккә күсергә

Суханов Владимир Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Владимир Павлович Суханов битенән йүнәлтелде)
Суханов Владимир Павлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 ноябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө музыка педагогы
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Музыка ҡоралы баян[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Башҡортостандың халыҡ артисы

Суханов Владимир Павлович (27 ноябрь 1948 йыл) — СССР һәм Рәсәй баянсыһы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1995), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2015) артисы. Төрлө кимәлдәге ижади конкурстар еңеүсеһе, дипломанты һәм лауреаты.

Владимир Павлович Суханов 1948 йылдың 27 ноябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. 1968 йылда — Өфө сәнғәт училищеһын (Л. К. Әхтәмованың Ахтямова баян класы), 1973 йылда — Өфө дәүләт сәнғәт институтын (В. Ф. Беляковтың баян класы, В. К. Моисееваның дирижерлыҡ класы) тамамлай. 19731974 йылдарҙа СССР Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итә.

1974 йылдан алып Өфө сәнғәт институтында уҡыта (1980 йылдан — өлкән уҡытыусы, 1990 йылдан — доцент, 1991—1994 — халыҡ инструменттары кафедраһы мөдире, 1995 — халыҡ инструменттары кафедраһы профессоры, 2006 — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыка факультеты деканы[1]). 1978 йылда Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка-педагогия институты янындағы ассистентура-стажировкаһын тамамлай (етәксеһе А. А. Сурков).

Уның уҡыусылары араһында — халыҡ-ара конкурстары лауреаттары (А. Бариев, З. Валиева, А. Ғатауллин, Л. Давлетбаев), атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре (А. Бариев, М. Остапенко), атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (Р. Сәғитов).

Башҡарыу оҫталығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1975 йылдан —  Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы һәм концертмейстеры. Монголия, Дания, Финляндия, Германия, Перу, Шри-Ланка, Мальдив Республикаһы, Греция, Франция, Италия, Мысыр, Мальта, Израиль, Төркиә, Кипрҙа гастролдәрҙә була. Сыуашстанда, Татарстанда, Силәбе өлкәһендә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаларында, шулай уҡ халыҡ-ара Аксаков байрамдарында, «Уралдың музыкаль мәрйене» фестивалдәрендә (Түбәнге Тагил) ҡатнашшты. 2004—2007 йылдарҙа концерт төркөмдәре Астана, Мәскәү, Санкт-Петербург, Кемерово, Һарытау, Ырымбур, Силәбе, Париж, Истанбул ҡалаларында сығыш яһаны.

Рәжәп Шайхетдинов менән берлектә (1975 йылдан — дуэт; 1988—1994 йылдарҙа — трио — В. Суханов, Р. Шайхетдинов, В. Башенев; 1996 йылдан — Өфө баянсылар триоһы — В. Суханов, О. Мельников, Р. Шайхетдинов). 1978 йылдан «Родные напевы» ансамбле солисы булып тора. Өфө дәүләт сәнғәт институтының рус халыҡ инструменттары оркестрының солисы булараҡ һәм «Забава» ансамбле, «Тагильские гармоники» оркестры, Стәрлетамаҡ филармонияһының рус халыҡ инструменттары оркестры менән сығыштар яһаны.

20 фәнни-методик эштәре авторы (төҙөү, инструментовка, музыкаль редакция, тезистар), шул иҫәптән:

  • Класс ансамбля: Программа для учащихся ССМШ приУГИИ / Сост. В. П. Суханов. — Уфа, 1987.
  • Гутовский Т. Органная прелюдия и фуга / Переложение В. П. Суханова // Баян в концертном зале. — М.: Сов. композитор, 1991. — Вып.5.
  • Башкирские мелодии и наигрыши: Баян. Играют студенты УГИИ / Сост. Р. Г. Рахимова, муз. ред. В. П. Суханова, метод. комментарии Р. Г. Сагадеевой. — Уфа: Узорица, 1995.
  • Популярные башкирские мелодии: Переложение для 2-х баянов / Сост., муз. ред. В. П. Суханов. — Уфа, 1995.
  • Башкирская музыка для баяна: Хрестоматия для учащихся 1-3 кл. ДМШ / Сост. В. П. Суханов, Р. Ю. Шайхутдинов, муз. ред. В. А. Башенев. — Уфа: РУМЦ МК РБ, 1996.
  • Концертмейстерский класс: Программа / Сост. В. П. Суханов, В. Г. Морозов. — Уфа: УГИИ, 2002.
  • Программа по классу ансамбля для студентов УГАИ / В. Башенев, В. Морозов, В. Суханов. — Уфа: УГАИ, 2003.
  • Технические требования для учащихся ССМШ-лицея по специальности (баян, аккордеон) / В. Суханов, В. Морозов, Н. Махней. — Уфа: УГАИ, 2003.
  • Концертный этюд: Сочинение; Избранные пьесы и обработки для баяна: Хрестоматия пед. репертуара. — Уфа: РУМЦ МК и НП РБ, 2004.
  • Мокроусов Б. Одинокая гармонь(обработка): Хрестоматия по концертмейстерскому классу. — Уфа: РУМЦ МК и НП РБ, 2004.

«Мелодия» фирмаһы Редик Фасхитдинов менән дуэтта концертмейстер сифатында 3 пластинка яҙҙырта (1988, 1989). 3 диск сығарыла: «Иҙрис Ғәзиев йырлай», дискыларҙа 9 татар халыҡ йырҙары Владимир Суханов аккомпанементы аҫтында һәм уның эшкәртеүендә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Волга буйы йәш баянсылары конкурсы дипломанты
  • Паницкий И. Я. (Саратов, 1973) ижадына бағышланған конкурс-фестиваленең 2-се премия лауреаты
  • «Дни гармоники» Халыҡ—ара конкурсының 4-се премияһы (Клингенталь, ГДР, 1975)
  • Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы дипломы — «Иң яҡшы аккомпанемент өсөн» (ҡурай — баян дуэт составында).
  1. Баян звучал, тальянка пела, и зал в восторге замирал… BezFormata.Ru. Дата обращения: 16 декабрь 2014. 2014 йыл 16 декабрь архивланған.