Эстәлеккә күсергә

Ураҙгилде

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Вукогурт битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Ураҙгилде
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле районы

Координаталар

56°15′17″ с. ш. 55°52′27″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 855 004

ОКТМО коды

80 650 455 106

ГКГН номеры

0661083

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ураҙгилде (Рәсәй)
Ураҙгилде
Ураҙгилде
Ураҙгилде (Башҡортостан Республикаһы)
Ураҙгилде

Ураҙгилде (рус. Уразгильды; удм. Вукогурт) — Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 471 кеше булған[1]. Почта индексы — 452838, ОКАТО коды — 80250855004.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 471 233 238 49,5 50,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек удмурттар (97 %) йәшәй[2].

Ураҙгилде ауылы урамы
  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 3 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Тәтешле): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 28 км

Үрге Тәтешле ауылынан Бармыш йылғаһы буйында бүлендек ауыл булараҡ барлыҡҡа килгән һәм XIX быуат башында үҙаллы Ураҙгилде ауылы тип аталған. 1816 йылда 58, 1834 йылда — 69 ир-ат теркәлгән. Бөтәһе лә удмурттар, ҡатламы буйынса — типтәрҙәр, дине буйынса — мәжүсиҙәр. 1859 йылда 49 хужалыҡта 343 кеше күрһәтелгән. 1870 йылда 408 кеше һәм 96 хужалыҡ була. 1920 йылда 144 ихатала 795 удмурт һәм башҡорт теркәлгән.

1842 йылда 20 йорт хужалығында (135 кеше) 70 ат, 93 һыйыр, 95 һарыҡ, 70 кәзә, 30 сусҡа иҫәпкә алынған[3].

Башҡорт энциклопедияһы 2002 йылға ҡарата ауыл халҡы «Дәмен» АХПК‑нда эшләй, ауылда төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар тигән мәғлүмәт бирә[4].