Иманғол (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Иманғол — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ҡулланыла
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иманғол башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, башҡортса мәғәнәһе — имам + ғол[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иманғол Йосопов (1780 — ?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иманғолов Динислам Ислам улы (10 сентябрь 1924 йыл — 22 сентябрь 2014 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1951—1994 йылдарҙа Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинаты слесары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының IX саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974). Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1969).
Иманғолова Зөләйха Сәхи ҡыҙы (7 апрель 1948 йыл) — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.
Иманғолов Сулпан Ғоссам улы (1 ғинуар 1932 йыл — 9 ғинуар 2001 йыл) — башҡорт журналисы һәм сатирик шағиры, СССР Журналистар (1958) һәм Яҙыусылар (1981) союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Шәһит Хоҙайбирҙин (1996) һәм Булат Рафиҡов (2001) исемендәге премиялар лауреаты.
Иманғолов Насибулла Сәйфетдин улы (1902 — ?) — 112-се кавалерия дивизияһы яугиры , 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иманғол (Туймазы районы) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл.
Иманғол (Учалы районы) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл.
1-се Иманғол — Ырымбур өлкәһенең Октябрьский районындағы ауыл. Ете ырыу кантоны үҙәге.
2-се Иманғол — Ырымбур өлкәһенең Октябрьский районындағы ауыл.
Иманғол ауыл Советы (Учалы районы) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль берәмеге.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |