Ишбулат (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Ишбулат (исем) — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишбулат башҡорт, ғәрәп, фарсы телдәренән — иш + булат.[1]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишбулатов Хажиәхмәт Исхаҡ улы (16 март 1851 йыл — 1921 йыл) — Рәсәй империяһы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы осороноң хәрби эшмәкәре. Генерал-лейтенант (1918). Беренсе бөтә донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.
Ишбулатов Нәғим Хажғәле улы (10 август 1928 йыл — 7 февраль 2006 йыл) — башҡорт тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980).
Ишбулатов Рәхим Усман улы (7 апрель 1911 йыл — 18 июнь 1967 йыл) — рәссам, 1939 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1961).
Ишбулатов Мөнир Сибәғәт улы (19 ғинуар 1935 йыл — 23 октябрь 2010 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, яҙыусы. 1994 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы
Ишбулатов Ғәйнулла Ғөбәйҙулла улы (9 сентябрь 1903 йыл — 1975 йыл) — уҡытыусы, мәғариф эшмәкәре, журналист. Дәреслектәр һәм синыфтан тыш уҡыу китаптары авторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1955).
Ишбулатов Рөстәм Хажиәхмәт улы (документтарҙа рус. Ижбулатов Рустем Ахметович; 29 октябрь 1905 йыл — 18 апрель 1938 йыл) — хәрби хеҙмәткәр. 1934 йылдан Ҡара диңгеҙ флотының һыу аҫты кәмәләре дивизионы командиры, 3-сө ранг капитаны. Сәйәси золом ҡорбаны.
Туҡтамыш Ишбулатов (1730—?) — Уложенная комиссия (1767—1768) депутаты.
Атаһының исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙы (16 май 1960 йыл) — телетапшырыуҙар алып барыусы, 1993 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының телевидение студияһы дикторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017)
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишбулат (күл) (йәки Икбулат) — Свердловск өлкәһенең Дегтярск ҡалаһы ситендәге күл, Урта Уралдың көнбайыш битләүендә урынлашҡан.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |