Йәрмөхәмәт (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Йәрмөхәмәт — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Йәрмөхәмәт исеме бар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәрмөхәмәт фарсы телендәге йәр (дуҫ, иптәш) һәм ғәрәп телендәге мөхәмәт һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән исем[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәрмөхәмәт Хажиев (? — 3 июнь 1740 йыл) — башҡорт старшинаһы. 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе.
Арыҫланов Йәрмөхәмәт Баймөхәмәт улы (1910 йыл — 1986 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы ҡыҙылармеецы), Башкавдивизияның 35-се уҡсылар полкы кавалерисы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
Ҡунаҡов Йәрмөхәмәт Йомағужа улы (Йәрмөхәмәт Йомағужин; 1794 йыл — ?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы (3 февраль 1948 йыл) — иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998).
Йәрмөхәмәтов Зөлҡәрнәй Әнәс улы (рус. Ярмухаметов Зулкарнай Анасович; 17 ғинуар 1917 йыл — 18 июнь 1999 йыл) — уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Йәрмөхәмәтова Миңлебикә Кинйәбай ҡыҙы (1939 йыл) — малсылыҡ алдынғыһы. Архангел районы Свердлов исемендәге колхоздың элекке һауынсыһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры, Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981).
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәрмөхәмәт (рус. Ярмухаметово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.
Йәрмөхәмәт (рус. Ермухаметово) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |