Тимерғазин Ҡадир Рәхим улы
Тимерғазин Ҡадир Рәхим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 5 февраль 1913 |
Тыуған урыны | Себәкүл, Шадринск өйәҙе, Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 4 апрель 1963 (50 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Тимерғазин Ҡадир Рәхим улы (5 февраль 1913 йыл — 4 апрель 1963 йыл) — ғалим-нефтсе-геолог. Башҡорттарҙан тәүге геология-минералогия фәндәре докторы, БАССР-ҙың йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйесе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡадир Рәхим улы Тимерғәзин 1913 йылдың 5 февралендә Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе Аҡсыуаш (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Себәкүл (Аҡсабаҡ)) ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып тыуған. Бала сағынан уҡ көтөүсе, батрак була. 14 йәшендә ата-әсәһенән ҡасып китеп, Арғаяштағы интернат-мәктәпкә уҡырға инә.
1930—1935 — Ҡазан университетының геология факультетында уҡый.
1935—1937 — Университетты тамамлағас, Башнефтекомбинаттың Үҙәк фәнни-тикшеренеү лабораторияһында эксперименталь промысла геологияһы лабораторияһында геолог, петрография кабинетында петрограф булып эшләй.
1937—1941 — «Башнефть» берекмәһенең Үҙәк фәнни лабораторияһының геология кабинетында начальник.
1941—1943 — Ҡыҙыл Армия сафында: башта Монголияла Забайкальский фронт артиллерия взводы командиры, һуңыраҡ ике йыллыҡ Хәрби -юридик академияға Ашхабад ҡалаһына күсерелә.
1943—1945 — 1-се Белорус фронтының 397-се уҡсылар дивизияһында һуғыша. Белоруссия, Балтик буйын,Польшаны азат итеүҙә, Көнсығыш Германияны алыуҙа, Берлинды штурмлауҙа ҡатнаша, Америка армияһы менән Эльбалағы осрашыуҙа ҡатнаша. Орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
1945—1946 — Германияла Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1946—1947 — «Башнефть» Үҙәк фәнни- тикшеренеү интитуты директоры (уның нигеҙендә Өфө нефть эшкәртеү заводы Үҙәк лабораторияһы ҡатнашлығында Өфө нефть фәнни-тикшеренеү институты ойошторола).
1947—1950 — Өфө нефть фәнни- тикшеренеү институтының литология һәм геохимия лабораторияһы мөдире .
1949 — «Терригенные отложения девона Бавлинско-Туймазинского нефтеносного района» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1950—1951 — Өфө нефть фәнни-тикшеренеү институтының геология бүлеге начальнигы.
1951—1953 — СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тау геологияһы институты директоры
Һуңыраҡ — Тау геологияһы институтының нефть һәм газ лабораторияһы мөдире (хәҙерге Рәсәй фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге Геология институты)[1].
1958 — геология-минералогия фәндәре докторы, диссертация темаһы: «Додевонские образования Западной Башкирии и перспективы их нефтегазоносности».
1959—1963 — БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты һәм Президиум рәйесе.
1960 йылдан — профессор.
1963 — РСФСР Юғары Советы депутаты.
1963 йылдың 4 апрелендә фронтта окопта алған нефрит сиренән Мәскәүҙә вафат була .
Фәнни ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүгеләрҙән булып, Ишембай нефть ятҡылығы тау тоҡомдарының литология, карбондың коллектор сифаттарын, Көньяҡ Уралдың көнбайыш һыртындағы Нөгөш киҫелешендә ҡыҙыл төҫтәге өфө ҡатламдарының характеристикаһын бирә.
Башҡортостандың Туймазы районындағы пермь осоро ташкүмер һәм девон ҡатламдарының комплекслы (төрлө яҡлап) тикшерә. Был эштәрҙең һөҙөмтәһендә: нефть һәм газ ятҡылыҡтарында эҙләнеү-разведка эштәренең эффекты арта, Башҡортостан нефть табыу буйынса СССР-ҙа беренсе урынға сыға.[2]. Ул девондың терриген ҡатламының үҫеү майҙанында скважиналар быраулауҙы тәҡдм итә. Туймазы, Баулы, Шкапов, Серафимовка нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. 70 фәнни хеҙмәт авторы.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- « Почёт билдәһе» ордены, дважды, в 1948 и 1957 годах,
- «Ватан һуғышы» ордены, II дәрәжә,1945
- «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены,29.12.1944
- « Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы,
- « Берлинды алған өсөн» миҙалы,
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы,
- «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы,
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (6 июнь, 1957) — геология фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тимергазин К. Р. Очерки по истории башкирской нефти. Уфа: Башгосиздат, 1956
- Тимергазин К. Р. Додевонские образования западной Башкирии и перспективы их нефтегазоносности. — Уфа: Горно-геол. ин-т БФАН СССР, 1959. 331 с.
- Стратиграфическая схема досреднедевонских отложений Волго-Уральской нефтяной провинции: проект унифицированной схемы, под ред. К. Р. Тимергазина, Уфа: Изд. БФАН СССР, 1959, 21 c.
- Тимергазин К. Р. Башкирская нефть, история и перспективы её развития. — Уфа: Башкнигоиздат, 1959, 111 с. (на башк. языке)
- Древние отложения Западной Башкирии, отв. редактор К. Р. Тимергазин, Мск.: Изд. АН СССР, 1960, 119 с.
- Тимергазин К. Р. Избранные труды. Книга 1: «Терригенные отложения девона Бавлинско-Туймазинского нефтеносного района». — Уфа: Гилем, 2000. 184 c. ISBN 5-7501-0188-6
- Тимергазин К. Р. Избранные труды. Книга 2. «Додевонские образования Западной Башкирии и перспективы их нефтегазоносности».- Уфа: Гилем, 2006
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профессор К. Р. Тимергазин в воспоминаниях современников, Сост., отв. ред., авт. вступ. ст. Р. Г. Кузеев, Уфа: Башк. кн. изд-во, 1984, 152 с. ил. 3000 экз.
- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. (билдәһеҙ). — издательство «Китап». — 1999. — С. 52. — ISBN 5-295-02294-3..
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Институт геологии УНЦ РАН: К 50-летию Института: исторический обзор 2007 йыл 5 сентябрь архивланған.
- ↑ Шарова Е. «Ая Тимергазина: Отец жёг свечу жизни с двух концов. В феврале профессору Тимергазину исполнилось бы 95 лет.» Газета «Республика Башкортостан» № 23, 5 февраля 2008 года 2018 йыл 21 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тимерғазин Ҡадир Рәхим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2021)
- М. А. Камалетдинов, «Первопроходец нефтегазовой геологии и основоположник академической науки в Башкортостане», в «Геологическая служба и горное дело Башкортостана на рубеже веков: Материалы Республиканской научно-практической конференции», Уфа, 13-14 октября 2000 года. — Уфа: Тау, 2000, сс. 68-80
- Подвиг геолога Тимергазина
- Основоположник. Так можно назвать выдающегося учёного Кадыра Рахимовича Тимергазина(недоступная ссылка)
- Из поколения первопроходцев. Такие учёные, как Кадыр Тимергазин, принесли Башкирии славу нефтеносной республики 2014 йыл 13 декабрь архивланған.
- Ая Тимергазина: Отец жёг свечу жизни с двух концов 2018 йыл 21 октябрь архивланған.
- В Уфе открыта мемориальная доска, посвященная первооткрывателю нефтяных богатств республики Кадыру Тимергазину
- Первый геолог Башкортостана 2014 йыл 13 декабрь архивланған.
- 5 февралдә тыуғандар
- 1913 йылда тыуғандар
- Пермь губернаһында тыуғандар
- 4 апрелдә вафат булғандар
- 1963 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Ҡазан университетын тамамлаусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- Википедия:Статьи с некорректным использованием шаблонов:Книга (указан неверный код языка)
- Башҡортостан ғалимдары
- Силәбе өлкәһе башҡорттары
- Геология-минералогия фәндәре докторҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- БАССР Юғары Советы Рәйестәре
- РСФСР Юғары Советы депутаттары
- Ҡоншаҡ районында тыуғандар