Шәкәр кукурузы: өлгөләр араһындағы айырма
128 юл: | 128 юл: | ||
== Иҫкәрмәләр == |
== Иҫкәрмәләр == |
||
{{иҫкәрмәләр}} |
{{иҫкәрмәләр}} |
||
== Әҙәбиәт == |
|||
* {{ВТ-ЭСБЕ|Кукуруза, маис|[[Бекетов, Андрей Николаевич (ботаник)|Бекетов А. Н.]], }} |
|||
* {{ВТ-ЭСБЕ|Маис|[[Клюсс, Георгий Александрович|Клюсс Г. А.]], }} |
|||
* {{книга |
|||
|автор = [[Бернардино де Саагун]], [[Куприенко, Сергей Анатольевич|Куприенко С.А.]] |
|||
|заглавие = Общая история о делах Новой Испании. Книги X-XI: Познания астеков в медицине и ботанике |
|||
|ссылка = http://kuprienko.info/bernardino-de-saagun-s-a-kuprienko-obshhaya-istoriya-o-delah-novoj-ispanii-knigi-x-xi-poznaniya-astekov-v-meditsine-i-botanike/ |
|||
|ответственный = Ред. и пер. С. А. Куприенко. |
|||
|место = К. |
|||
|издательство = Видавець Купрієнко С.А. |
|||
|год = 2013 |
|||
|том = |
|||
|страницы = |
|||
|страниц = 218 |
|||
|серия = Месоамерика. Источники. История. Человек |
|||
|isbn = 978-617-7085-07-1 |
|||
|ref = Саагун |
|||
}} |
|||
* {{книга|автор=|заглавие=Всё о лекарственных растениях на ваших грядках|ссылка=|место=СПб|ответственный=Под ред. Раделова С. Ю|издательство=ООО «СЗКЭО»|год=2010|страницы=29—33|страниц=224|isbn=978-5-9603-0124-4}} |
|||
* {{книга|автор=Румянцева Е. Е., Жоголев Д. А.|заглавие=Китайская кухня|ссылка=|место=М|ответственный= |издательство=Мир книги|год=2000|страницы=|страниц=|isbn=}} |
|||
* {{книга|автор=Похлёбкин В. В. |заглавие= Национальные кухни наших народов |ссылка=|место=М|ответственный= |издательство=Центрполиграф|год=1999|страницы=|страниц=639|isbn=5-227-00462-5}} |
|||
* {{книга|автор=Букасов С. М. |заглавие= Возделываемые растения Мексики, Гватемалы и Колумбии |ссылка=|место=Л.|ответственный= |издательство=Ин-т растениеводства ВАСХНИЛ|год=1930|страницы=109—150|страниц=470}} |
|||
[[Категория:Кукуруз|Кукуруз]] |
[[Категория:Кукуруз|Кукуруз]] |
16:18, 19 декабрь 2013 өлгөһө
Шәкәр кукурузы | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Zea mays subsp. mays L. | ||||||||||||||
|
«Köhler’s Medizinal-Pflanzen», 1887 китабынан ботаник иллюстрация
|
Шәкәр кукурузы (Zea mays йәки шәкәр кукурузы) — бөртөклөләр (Poaceae) ғаиләһенең Zea L. кукуруз (ырыу)ының берҙән бер культуралы бөртөклө иген вәкиле.
Ботаник яҙма
Кукуруз — һабағы 5-6 м ға етеп үҫә торған бер йыллыҡ бер өйлө үҫемлек. Һабағы, башҡа ҡыяҡлыларҙан айырмалы булараҡ, ҡыуыш түгел. Сәсәкләре — айырым енесле. Емешлекле башаҡсыҡтар сәкәндәргә йыйналған. Сәкән япраҡ ҡуйынтығында йыуанайған ҡыҫҡа ян бәбәктә урынлаша. Башаҡсыктар бер сәскәле, сәскә элпәләре юҡ, емешлек йомро емшәндән һәм осонда икегә айырылған оҙон ефәк һымаҡ бағанасыҡтан тора. Һеркәсле башаҡсыҡтар ике сәскәле, һәр сәскә өс һеркәсле. Башаҡсыҡтар һабаҡ осонда урынлашҡан эре йәйенке һеперткеләргә йыйылған. Уларҙы ел һеркәләндерә.
Игелеү тарихы
Шәкәр кукурузы Үҙәк һәм Көньяҡ Американан сыҡҡан; тыуған ерендә ул — 3—5 мең йылдарҙан бирле игелә торған үҫемлек[1]. Башҡа фекер буйынса, бынан 8000 йыл элек Мексикалағы Бальсас үҙәнлеге индеецтары иҫ китмәле бер үҫемлекте йорт тирәләрендә үҫтерә башлайҙар. Шулай итеп, маис (кукуруз) был кешеләрҙе аусылыҡ менән көн күреүсе күсмә тормоштан ултыраҡ тормошҡа әйләндерә[2]. Х. Колумб һ.б. диңгеҙселәр ярҙамы менән кукуруз Европала пәйҙа була: башта Испанияға, шунан һуң Англияға, Португалияға, Францияға, Италияға килеп инә. Европанан иһә Һиндостанға, Ҡытай, Индонезияға «сығып китә». Йөҙ йыл да уҙмай, флораның әлеге иҫ китмәле вәкиле бөтөн донъяға тарала. Ер йөҙендәге иң боронғо культураларҙың берһе булған шәкәр кукурузы ауыл хужалығына нигеҙ һала. Кукуруз игә башлау менән, уның «тирәһендә» башҡа төрлө һөнәрселектәр ҙә тыуа һәм үҫә, һөҙөмтәлә, цивилизация барлыҡҡа килә. Һис икеләнеүһеҙ әйтергә мөмкин: Америка ҡитғаһының барлыҡ боронғо цивилизацияларының да сәскә атыуы кукурузға бәйле. Индеецтар уларҙан 200 төрҙән артыҡ тәғәм әҙерләй белгәндәр. Ҡыҙҙырғандар ҙа, бешергәндәр ҙә, япрағынан һут һәм шараб яһағандар, сәскә һеркәһен сумса эслеге итеп файҙаланғандар. Япрағы шулай уҡ түбә ябыуға, кәүҫәһе стена яһауға, ә ҡалдыҡтары усаҡ яғыуға киткән.
Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙа игелеү тарихы
Безҙең ил халҡы өсөн кукуруз Хрущев исеме менән бәйле. Ләкин ул Рәсәйҙә XVII быуатта уҡ үҫтерелгән. Уны Ҡырымда, Кавказда һәм Украинаның көньяғында үҫтергәндәр. Империяның көньяк ҡалаларында кукуруз урамдарҙа ла һатылған: асыҡ һауала ҙур ҡаҙандарҙа йәш сәкәндәрҙе бешереп һата торған булгандар. Хакимиәткә коммунистар килгәс, был культураға иғтибар кәмегән. Бары 1959 йылда, совет башлығы Никита Хрущев АҠШ-ҡа барып ҡайтҡандан һуң ғына уға иғтибар уяна.
Аҙыҡ-түлек булараҡ һәм иҡтисади әһәмиәте
Кукуруздың әһәмиәте бик ҙур, ул ҡиммәтле бөртөклө аҙык һәм тереклек аҙығы культураһы. Һабағы һәм япраҡтарынан ҡағыҙ, линолеум, вискоза, яһалма бөкө яһайҙар. Ярмаларынан май һығалар, крахмал алалар, емешлек бағанасыҡтары медицинала ҡулланыла.[3] Был культура башлыса аҙыҡ-түлек етештереүҙә ҡалланыла, бынан тыш мал өсөн фураж була ала. Шулай уҡ кукуруздан юғары сифатлы спирт һәм яғыулыҡ-майлау материалдары ла яһайҙар.
Ер шарында бөгөн кукуруз бойҙайҙан ҡала иң күп игелә торған культура. АҠШ-та йыл һайын 300 миллион тонна кукуруз орлоғо йыйып алына, Ҡытайҙа – 145, ә Рәсәйҙә барлығы 3 миллион тонна ғына. Әлбиттә, Америкала моның 85 проценты мал-тыуарға ашатыла, һәм шуға да ундағы малдарҙың итенең йомшаҡлығы, һутлығы менән айырылып тора. Дөйөм алғанда, кукуруз ете төргә бүленә: шуның бишеһе техник культураға инә – ул малдарға ашатыу, ярма, крахмал, май яһау өсөн тотонола, ә ике төрө ашау өсөн китә. Һәр американлы йылына 1,5 килограмм кукуруз орлоғо ашай. Шәкәрле сортын сей килеш һәм консервлап ашайҙар, ә ярыла торган сортынан попкорн яһайҙар.[4]
|
|
Аҙыҡ булараҡ туҡлыҡлыҡ ҡиммәте
кукуруз орлоғо 100 г аҙыҡтың туҡлыҡлыҡ ҡиммәте | ||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Энергетик ҡиммәте 86 ккал 360 кДж | ||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||
Сығанаҡ: USDA Nutrient Database |
Һулдан уңға:ир сәскәлеге, ҡатын-ҡыҙ сәскәлеге, сәкәне, 'Fraise' сорты орлоҡтары
|
Сәләмәтлек өсөн файҙаһы
Кукурузды ысын мәғәнәһендә сәләмәтлекте ҡайғыртыусы тип атарға мөмкин.. Ул – йөрәк һәм ҡан әйләнеше системаһына бик тә кәрәкле К витаминының иң яҡшы сығанактарының береһе. Был үҫемлектең тағын бер ыңғай яғы – унда Е витаминының күп булыуы. Был витамин – организмдың ҡартайуын тотҡарлаусы. Кукурузда нервы системаһының алыштырғыһыҙ ярҙамсылары булган В төркөмө витаминнары ла, иммунитетты көсәйтеүсе С витамины ла, һөйәк һәм тештәрҙең ныҡлығын тәьмин итеүесе Д витамины ла, шулай уҡ тимер, йөрәкте һаҡлаусы һәм матдәләр алмашыныуын нормалләштереүсе калий һәм магний ҙа бар. Таҙартылмаған кукуруз майы аппетитты түбәнәйтә һәм ябыҡтырыусы күп диеталарҙа файҙаланыла. Кукуруз ҡыҙҙырылған, майлы ризыҡ һәм спиртлы эсемлектәрҙең организмга китергән зыянын кәметергә ярҙам итә. «Баҫыуҙар батшаһы» бауыр һәм үт ҡыуығы эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, шуға күрә уны холецистит һәм гепатиттарҙы булдырмаҫҡа ярҙам итеүсе туҡланыу рационына индерәләр. Ваҡланған орлоғо яраларҙы төҙәтергә ярҙам итә, уны дерматиттарҙы (тән боҙолоуы) дауалауҙа ла ҡулланалар. Ә кукуруз сәсе исә (рыльца) һейҙек, үт ҡыуҙырғыс һәм ҡан туҡтатҡыс, һейҙек һәм үт ҡыуығындағы таштарҙы иретеүсе һәм ағыулануға ҡаршы сара һанала.[5]
Ауырыуҙары
Диабротика – кукуруз культураһына бик ҙур зыян китереүсе ҡоротҡос. Ҡуңғыҙҙың личинкалары тәүҙә кукуруздың тамырҙарын зарарлый, үҫеп етеп ҡуңғыҙға әйләнгәс, үҫемлектең япраҡ һәм кәсәнен кимерергә керешә. Һөҙөмтәлә кукуруз сәкәндәре орлоҡ бирер дәрәжәлә үҫеп етә алмай. Россельхознадзор идараһы белгестәре әйтеүенсә, диабротикаға ҡаршы бик көслө пестицидтар ярҙамында ғына көрәшеп була.[6]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Мәүлүдова Л.Г., Ботаника: Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр системаһы: Юғары уҡыу йорттары өсен дәреслек бит404
- ↑ «Ҡырҙар батшаһы»
- ↑ Мәүлүдова Л.Г., Ботаника: Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр системаһы: Юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслек бит404
- ↑ «Ялан батшаһы»
- ↑ «Кырлар патшасы»
- ↑ Диабротика – кукуруз культураһына бик ҙур зыян килтерүсе ҡоротҡос.
Әҙәбиәт
- Бекетов А. Н.,. Кукуруза, маис // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Клюсс Г. А.,. Маис // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Бернардино де Саагун, Куприенко С.А. Общая история о делах Новой Испании. Книги X-XI: Познания астеков в медицине и ботанике / Ред. и пер. С. А. Куприенко.. — К.: Видавець Купрієнко С.А., 2013. — 218 с. — (Месоамерика. Источники. История. Человек). — ISBN 978-617-7085-07-1.
- Всё о лекарственных растениях на ваших грядках / Под ред. Раделова С. Ю. — СПб: ООО «СЗКЭО», 2010. — С. 29—33. — 224 с. — ISBN 978-5-9603-0124-4.
- Румянцева Е. Е., Жоголев Д. А. Китайская кухня. — М: Мир книги, 2000.
- Похлёбкин В. В. Национальные кухни наших народов. — М: Центрполиграф, 1999. — 639 с. — ISBN 5-227-00462-5.
- Букасов С. М. Возделываемые растения Мексики, Гватемалы и Колумбии. — Л.: Ин-т растениеводства ВАСХНИЛ, 1930. — С. 109—150. — 470 с.