Эстәлеккә күсергә

Мөшәрәкә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мөшәрәкә (ғәр. مشاركة‎; рус. Мушарака) — инвесторҙар өлөшләтә аҡса һалған һәм һәр ҡатнашыусының пай күләменә ярашлы алынған килемде йәки зыянды үҙ-ара бүлешкән берлектәге өлөшсө предприятие[1]

Инвесторҙарҙың береһе булып ислам банкы сығыш яһай ала.

Мөдәрәбә (ғәр. مضاربة‎; рус. Мудараба) — мөшәрәкәгә оҡшаш берлектә өлөш һалып эшләгән предприятие, унда иһә инвесторҙарҙың береһе — мотлаҡ ислам банкыһы. Тап ул «мөдәрәбә» берлектәге предприятиеһына финанс средстволары һала; башҡа инвесторҙар иһә үҙ хеҙмәтен һәм белемен генә тотона (мөшәрәкәлә бөтә инвесторҙар финанс средстволары һала).

Алынған табышты, мөшәрәкәләге кеүек үк, инвесторҙар пайҙарға ярашлы бүлешә, әммә мөдәрәбәләге финанс юғалтыуҙарҙын банк ҡына күтәрә (рибалы кредиттан айырмалы, ислам банкыһы предприятиеның юғалтыныу хәүефенең бер өлөшөн үҙ өҫтөнә ала). Бынан тыш, был килешеүҙәрҙә кредит иҡтисадының нигеҙе — банк мультипликаторы эшләмәй. Коммерция банкыларынан айырмалы рәүештә, ислам банкыһы залог ярҙамы менән кредит хәүефен түбәнәйтә лә алмай. Залог һалырға мәжбүр итеүҙе ислам мәҙәниәте ғәйеп һанай.