Низаметдин (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Низаметдин — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Низаметдин ғәрәп теленән килеп ингән ир-ат исеме. Низам (тәртип, ҡағиҙә) + дин һүҙҙәрен ҡушып яһалған. Дин ҡанундарына буйһонған, динсел кеше мәғәнәһен бирә[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаймирасов Низаметдин Нәжметдин улы (1903 йыл — 8 ғинуар 1934 йыл) — Башҡорт АССР-ы финанс халыҡ комиссары (1930—1934).
Ходжаев Низаметдин Исаметдин улы (1885 йыл — 1942 йыл) — үзбәк большевигы, Төркөстанда совет власы төҙөүҙең әүҙем ҡатнашсыһы.
Иса́мов Низаметди́н Низаметди́н улы (25 апрель 1929 йыл) — ветеринария өлкәһендә СССР һәм Рәсәй ғалимы. Ветеринар фәндәр докторы, профессор. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы радиология һәм агроэкология фәнни-тикшеренеү институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Низаметдинов Ҡазыхан Низаметдин улы (10 март 1892 йыл — 8 декабрь 1937 йыл) — батша армияһы поручигы, Башҡорт армияһы штабс-капитаны (1918—1919), полк командиры, Башҡорт команда курстары начальнигы.
Низаметдинов Салауат Әхмәҙи улы (3 март 1957 йыл — 29 июль 2013 йыл) — композитор. 1983 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (2003) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1988) лауреаты.
Низаметдинов Рәйес Йәүҙәт улы (10 октябрь 1964 йыл) — бейеүсе, балетмейстер, режиссёр-ҡуйыусы, ҡурайсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (1997).; Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (2000) һәм Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премияһы (1996) лауреаты. 50-нән ашыу бейеү авторы.
Низаметдинов Мансар Низаметдин улы — (БАССР-ҙың Мәсәғүт кантоны Ҡалмаҡол улусы Тирмән ауылында 1919 йылдың 15 апрелендә тыуған — 1978 йылдың 15 майында вафат булған, Тирмән ауылында ерләнгән) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, лейтенант. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы кавалеры.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |