Эстәлеккә күсергә

Болотников Пётр Григорьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Пётр Григорьевич Болотников битенән йүнәлтелде)
Болотников Пётр Григорьевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 март 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1]
Тыуған урыны Мордовия Республикаһы, Рәсәй[1]
Вафат булған көнө 20 декабрь 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1] (83 йәш)
Вафат булған урыны Краснослободск[d], Мордовия Республикаһы, Рәсәй[2]
Мәскәү, Рәсәй[1]
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө легкоатлет-стайер, тренер, еңел атлет
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1965
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Масса 64 килограмм[1]
Спорт төрө Еңел атлетика
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1964[d], Летние Олимпийские игры 1960[d], Летние Олимпийские игры 1956[d] һәм Чемпионат Европы по лёгкой атлетике 1962[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 173 сантиметр[1]
 Болотников Пётр Григорьевич Викимилектә

Болотников Пётр Григорьевич (8 март 1930 йыл — 20 декабрь 2013 йыл) — СССР спортсыһы, оҙон дистанцияға йүгереүсе. 1960 йылғы олимпия чемпионы, 10 000 метрлыҡ дистанцияла донъя экс-рекордсмены[3], СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1960). Ленин (1960), Халыҡтар Дуҫлығы (1985), Почёт (1995) һәм III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры (1999); Мордовияның почетлы гражданы.

Пётр Григорьевич Болотников 1930 йылдың 8 мартында Урта Волга крайының Мордва автономиялы өлкәһенең[4] Зиновкин ауылында тыуған.

20 йәшендә армияла ярыштарҙа тәүге тапҡыр ҡатнашып, 3 километрлыҡ кроссты 9.16, 2 ваҡыт эсендә йүгереп үтә (рекорд дивизияһы). Армияға тиклем гимнастика менән шөғөлләнә, шуның арҡаһында физик әҙерлектең яҡшы базаһын ала, унһыҙ, үҙе әйтеүе буйынса, көслө стайер була алмаҫ ине

Тренерҙар мәктәбен һәм Физик культура институтын тамамлай. Еңел атлетика буйынса «Спартактың» өлкән тренеры (1965—1985). 1960 йылда Римдағы Олимпия уйындарында 10000 м йүгереү буйынса еңә.

5000 һәм 10000 м дистанцияла һәм 5 км кросста ун өс тапҡыр СССР чемпионы (1957—1962, 1964). 10000 м (1962) дистанцияла Европа Чемпионы, 10000 м дистанцияла донъя рекордсыһы (1960—1963)

Петр Болотниковтың Римда үткән Олимпия уйындарындағы был еңеүенән һуң бер ниндәй ҙә совет йәки рәсәй йүгереүселәре стайер дистанцияла (1500 м һәм унан да оҙонораҡҡа) алтын йондоҙ яулай алмай.

1962 йылдан КПСС ағзаһы. 1990—1992 йылдарҙа ДСО «Спартак» Үҙәк советын етәкләй, почетлы президиум ағзаһы һәм «Спартак» спорт йәмғиәтенең почетлы рәисе (1996), Рәсәй Үҙәк клубы «Шиповка юных» рәйесе, (1995), «Хеҙмәт» гәзите һәм «Мәскәү -Лужники» Кубогы (1992) призына үткәрелгән ярыштарҙа төп судья була. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, П .Болотников Йондоҙло ҡаласыҡта  Юрий Гагарин иҫтәлегенә традицион уҙыш парадын асыу буйынса етәкселек итә[5].

Саранскта традиция буйынса Болотников Петр призына халыҡ-ара йүгереү ярышы үтә.

Петр Болотников 2013 йылдың 20 декабрендә вафат була[6]. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнә.

Ярыштарҙа сығыш яһауы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Халыҡ -ара ярыштар
Дата Ярыштар Ҡала Урын Дистанция Һөҙөмтә
1956 Йәйге Олимпия уйындары Мельбурн 9 5 000 м[en] 14.22,4
16 10 000 м[en] [7]
1957 Студент

уйындары

Мәскәү I 10 000 м[en] 29.14,6
1960 Йәйге Олимпия уйындары Рим I 10 000 м[en] 28.32,2
1962 Бөтә донъя йәштәр фестивале[fi] Хельсинки I 5000 м[en] 13.56,6
Европа

чемпионаты

Белград III 5000 м[en] 14.02,6
I 10 000 м[en] 28.54,0
1964 Йәйге Олимпия уйындары Токио 25 10 000 м[en] 30.52,8
СССР чемпионаты
Йыл Дистанция Һөҙөмтә Дата Ҡала Урын
1954 марафон 2:41.12 18 июль Мәскәү 18
1956 5000 м 14.12,6 5—16 август Мәскәү III
10000 м 5 август 4
1957 5000 м 13.58,0 2 сентябрь Мәскәү II
10000 м 29.09,8 31 август I
кросс 8 км 24.09,6 27 октябрь II
1958 5000 м 13.58,8 19 июль Таллин I
10000 м 29.06,8 28 октябрь Тбилиси I
кросс 5 км 14.26,4 11 май Мәскәү I
1959 5000 м 13.52,8 14 август Мәскәү I
10000 м 29.03,0 9 август I
1960 5000 м 13.55,8 18 июль Мәскәү I
10000 м 29.16,6 16 июль I
кросс 8 км 25.03,0 30 октябрь Харьков II
1961 5000 м 14.08,8 39 августа Тбилиси I
10000 м 29.24,8 I
1962 5000 м 13.56,0 13 август Мәскәү I
10000 м 28.18,2 11 август I
кросс 5 км 23 февраль Мукачево 33
1964 10000 м 28.39,6 27 сентябрь Киев I
1965 5000 м 13.58,0 917 октябрь Алма-Ата II
10000 м 29.06,4 14 октябрь III

Бөтә союз (донъя ярыштары түгел)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Болотников П. Г. Последний круг. — М.: «Молодая гвардия», 1975. — 208 с. — (Спорт и личность).
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Olympedia (ингл.) — 2006.
  2. Pyotr Grigoryevich Bolotnikov // выгрузка данных FreebaseGoogle.
  3. Пётр Болотников О беге, о друзьях, о себе // Лёгкая атлетика : журнал. — М., 2010. — № 3. — С. 14—17.
  4. Хәҙер Мордва Республикаһының Краснослободский районы
  5. http://www.mosreg.ru/userdata/1277991996.pdf(недоступная ссылка)
  6. Скончался олимпийский чемпион-1960 Петр Болотников
  7. Результат не зафиксирован
  • Болотников Пётр Григорьевич — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
  • Болотников Пётр Григорьевич // Олимпийская энциклопедия / Павлов С. П.. — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 415 с.