Садриҙар
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Садриҙар, Борһаниҙар (Садр-и-йыһан — йыһан бағанаһы; рус. Садры, Бурханиды)[1]) — 12 быуат — 13 быуат башындағы Бохараның үҙ ҡулында рухи һәм донъяуи власты берләштергән Борһан ырыуы феодаль хакимдары титулы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был титулға беренсе булып ислам тәриҡәтенең ҡанун белгесе — фаҡиһ хәнифи Әбделғәзиз ибн Ғүмәр эйә була, ул сәлжүк солтаны Санъяр тарафынан Бохараның рәйесе (хакимы) итеп тәғәйенләнгән була. Һуңыраҡ садриҙар ҡараханиҙарға буйһоноуға эләгә, әммә, ҡала халҡының байҙары ярҙамына таянып, улар яйлап бынан ҡотолалар. Бохара садриҙарынан мираҫ булып рәйестәр династияһы, үҙ ер биләмәләрен һәм хатта монгол ябырылыуынан һуң да ҙур власын һаҡлап ҡала. Садриҙар ҙур ваҡыф ерҙәрен үҙ контроле аҫтында тотҡан, үҙ ерҙәре, сауҙа кәсептәре булған, каруан сауҙаһы алып барған. Садриҙарға ҡаршы халыҡ ихтилалын 13 быуат башында Санъяр-Мәлик етәкләй.
Дәүләт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVI быуат аҙағында Садри — юғары дин юлбашсыһы, юғары дин вәкиллеге етәксеһе.
XVII быуаттан XIX быуатҡа тиклем Урта Азия ханлыҡтарында Садр йәки «Садр-үл-судур» — "Диван-әл-Садорат"та юғары дин вәкиллеген (присутствиены) етәкләй һәм Диванбәк етәкләгән граждандар суды ултырыштарында ҡатнаша. (Диван (farsı دیوان) — ҡайһы бер ислам дәүләтендә юғары башҡарма, закондар сығарыу һәм баш хакимиәт органы, шулай уҡ был орган етәксеһе титулы). Садриҙар сығарған ҡарарҙар Диванбәктәр тарафынан раҫланырға тейеш була, һәм шаһ указы менән раҫланғандан һуң ҡулланыуға тәҡдим ителә.[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бухара — Жемчужина Востока, 1997, с. 44—45
- ↑ Словарь-Садр-ул-судур . Дата обращения: 29 июнь 2015. Архивировано 10 июль 2015 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бухара — Жемчужина Востока / Отв. ред. Азизходжаев А.. — Т. : Шарк, 1997. — 255 p.