Сәйетҡол (Күгәрсен районы)
Сәйетҡол | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Яңы Петровка ауыл Советы (Күгәрсен районы)[1] |
Административ-территориаль берәмек | Яңы Петровка ауыл Советы (Күгәрсен районы) |
Халыҡ һаны |
236 кеше (2002)[2], 220 кеше (2009)[2], 193 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 453342 |
Сәйетҡол (рус. Саиткулово) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 193 кеше булған[4]. Почта индексы — 453342, ОКАТО коды — 80238860005.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 89 % тәшкил итә[5].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1900 йыл | 337 | ||||
1920 йыл 26 август | 348 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 431 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 449 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 209 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 236 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 193 | 89 | 104 | 46,1 | 53,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 15 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Петровка): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 80 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйетҡол ауылы XVIII быуат аҙағында 22 ихатанан тора, уларҙың һәр береһендә 6,1 кеше йәшәй. 64 йылдан һуң 88 йорт хужалығының һәр береһендә 5,2 кеше йәшәй. Ихатала халыҡ һаны кәмей бара ине. 1920 йылда 1 ихатала уртаса 4,8 кеше була.
VII ревизия материалдарына ярашлы, тәүге төпләнеүсенең улы йорт старшинаһы 67 йәшлек Әбделсәләм Сәйетҡолов билдәле. Әбделсәләмдең улы 1790 йылда зауряд-яҫауыл булып хеҙмәт итә. 1859 йылдың X ревизияһында улдарының һәм ейәндәренең исемдәре яҙылған. 1859 йылғы ревизия уның улдарының һәм ейәндәренең исемдәрен теркәгән. Сәйетбатталдың өлкән улы Шаһингәрәйҙең (48 йәш) улдары Хисаметдин, Низаметдин, Шәмсетдин, Ғималетдин булған. Икенсе улы, 44 йәшлек Тимербулат, указлы мулла булып хеҙмәт итә. Уның улы — 11 йәшлек Шәһиғәле. Сәйетбатталдың өсөнсө улы — 40 йәшлек Зәйнәғәбдин. Уның 7 йәшлек улы Мөхәмәтсабир була.
1842 йылда 383 кешегә 1072 бот яҙғы иген сәселә.
1855—1863 йылдарҙа Сәйетҡол ауылында 2-се Башҡорт кантоны штаб-фатиры урынлашҡан була. 1858 йылда бында урыҫ-башҡорт мәктәбе асыла. Һуңғы ике йылда ошондай уҡ мәктәптәр Ырымбур өйәҙенең Иҫәнғол, Силәбе өйәҙенең Мәтәл ауылдарында барлыҡҡа килә. 1862 йылда Башҡорт ғәскәрендә 27 урыҫ-башҡорт мәктәбе эшләй, унда ябай ғаиләләрҙән 466 бала, бай ғаиләләрҙән 32 кеше уҡый. 1869 йылда Сәйетҡол ауылында башҡорт ҡыҙҙарын рус грамотаһына, йәшелсәлеккә һәм йорт хужалығына уҡытыу буйынса мәктәп асыла. Сәйетҡол ауылы 1866 йылдан алып ауыл йәмғиәте үҙәге була, уға, бынан тыш, Яҡшембәт, Мораҙым, Муса, Бикеш ауылдары инә.
Күрәһең, 1754 йылда завод хужалары Твердышев менән Мясниковҡа мәғдәнле урындарҙы һатыуҙа ҡатнашҡан абруйлы башкир Сәйетҡол Ҡыҙылбаевтың исемен йөрөтә[7].
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 27 сентябрь 2021, Шәхестәрен ҡәҙерләгән халыҡтың ҡеүәте артыр[8]
- 12 февраль 2019. Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталовтың ғилми мираҫы[9]
- 4 июль 2019, Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, рухташтар һәм йәндәштәр![10]
Видеофильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күгәрсен районы Сәйетҡол ауылында Аҡбуҙат балалар баҡсаһы[11]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Камалова Лира Шәрип ҡыҙы (7.11.1935), педагогик хеҙмәт ветераны. 1960 йылдан Хәйбулла районы Бүребай урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1964 йылдан директор урынбаҫары, 1971 йылдан — директоры; 1985 йылдан Өфөнөң 20-се урта мәктәбе директоры, 1987 йылдан — Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтының тәрбиә эше кабинеты мөдире, 1993—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Квалификация күтәреү һәм һөнәри йәһәттән яңынан әҙерләү институты методисы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978).
- Мәжитов Хәсән Барлыбай улы (18.10.1923), педагог, мәғариф һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1972 йылдарҙа Күгәрсен районы мәғариф бүлеге мөдире. Ике Почёт Билдәһе ордены кавалеры. РСФСР һәм БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Райондың һәм Мораҡ ауылының почётлы гражданы[12].
- Сәйетбатталов Ғәлей Ғәлей улы (17.12.1928—31.07.2010), башҡорт теле белгесе, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1991), филология фәндәре докторы (1969), профессор (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988) һәм мәғариф отличнигы (1988), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). Жәлил Кейекбаев исемендәге (1995) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге (2018, үлгәндән һуң) премиялар лауреаты.
- Шәмиғол хәлфә (1868 йыл — 1958 йыл)[13][14]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 148. 2022 йыл 10 апрель архивланған.
- ↑ Башҡортостан. [1]
- ↑ Ватандаш. [2]
- ↑ Мораҙым. [3]
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ Муниципальный район Кугарчинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане. Мазитов Хасан Барлыбаевич 2019 йыл 10 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 октябрь 2018)
- ↑ Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 4 — 9-сы биттәр
- ↑ Ейәнсура таңдары 14 ноябрь 2019, Бындай ҡөҙрәтле халыҡ табиптары хәҙер бармы?[4]
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2020)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәйетҡол (Күгәрсен районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2020)
- Саиткулово на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2020)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |