Эстәлеккә күсергә

Байғусҡар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тиргәмеш (Хәйбулла районы) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Байғусҡар
Байгускарово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Хайбулла

Ауыл советы

Татыр-Үҙәк

Координаталар

51°55′27″ с. ш. 57°58′54″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Тиргәмеш

Ауыл с

2005

Халҡы

544[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453810

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 255 823 001

ОКТМО коды

80 655 435 106

ГКГН номеры

0666890

Байғусҡар (Рәсәй)
Байғусҡар
Байғусҡар
Байғусҡар (Башҡортостан Республикаһы)
Байғусҡар

Байғусҡар (икенсе атамаһы Тиргәмеш; рус. Байгускарово) — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 544 кеше булған[2]. Почта индексы — 453810, ОКАТО коды — 80255823001.

  • Район үҙәгенә тиклем (Аҡъяр): 28 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сара): 86 км

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 544 268 276 49,3 50,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

1816 йылда Һаҡмар йылғаһы үҙәнендәге Аҡназар ауылы халҡы яңы Ҡускар ауылына нигеҙ һалған. Ауыл Ырымбур өйәҙенең 9-сы башҡорт кантоны сержанты Һағынбай Күҫәков ҡарамағында булған.

Беренсе күсеп ултырыусыларҙың исемдәре билдәле: Һағынбай Күҫәков, уның улы Ишкилде 1799 йылғы, Иҙелбай Күҫәков 1754 йылғы улы Ғүмероҙон менән, Байғусҡар Йәғәфәр улы Мағашев (ауыл уның исеме менән атлған), 1749 йылға йорт сотнигы.

Уның атаһы Мағаш Пугачев ихтилалында ҡатнашыусы. Байғускарҙың улдары: Йәнгилде 1782 йылда тыуған, Ғәли 1789 йылғы, Йосоп 1790 йылда тыуған, Яҡуп 1794 йылда тыуған. Аралбай Дәүләтбаев 1765 йылда указлы мулла булған. Уның улдары: Ғәбделғәни, Ғәбделнасир, Әхмәт; Ҡыҙы Гөлзифа;Юламан һәм Ғөбәйҙулла Дәүләтбаевтар; Ишмөхәмәт Аллағолов, уның улы Йәнүҙәк 1812 йылғы Ватан һуғышында һәләк була; шулай уҡ Нураевтар, Баҡтыбаевтар, Үҙәнбаевтар, Солтангужиндар, Туснәковтар, Тулҡыбаевтар, Юлдашбаевтар. Ҡуҫҡар ауылы халҡы тағы өс ауылға нигеҙ һала: Хәйбулла, Ҡаръян һәм Байғусҡар. Ә Ҡусҡар ауылы хәҙер бөткән. [4]

«Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.» тигән китапта ошондай яҙма бар: Орский өйәҙе, 2-се стан, No 774 дер. Байгучкарова (Дергамыш, Байкачкарова), Дергамыш йылғаһы эргәһендә, иҫке һыҙыҡлы тракттың уң яғынан һәм Орскиҙан Верхнеуралға тиклем һул почта тракты араһында урынлашҡан. Өйәҙ ҡаласығынан алыҫлығы — 152 верста, стан фатирына тиклем 52 верста, ихаталар һаны — 48, халыҡ һаны: ирҙәр 116 кеше, ҡатын-ҡыҙҙар 120 кеше. Ауылда мәсет бар.[5]

  • Гагарин урамы, (рус. улица Гагарина)
  • Тиргәмеш урамы, (рус. улица Дергамыш)
  • Зәки Вәлиди урамы, (рус. улица Заки Валиди)
  • Йәштәр урамы, (рус. улица Молодежная)
  • Йылға буйы урамы, (рус. улица Речная)
  • Салауат Юлаев урамы, (рус. улица Салавата Юлаева)
  • Шайморатов урамы, (рус. улица Шаймуратова)
  • Юбилей урамы, (рус. улица Юбилейная)[6]