Төнгәк
Ауыл | |||||
Төнгәк | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Милли состав | |||||
Этнохороним |
төңгөктәр, төңгөкләр | ||||
Телефон коды | 34261 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
59, 81, 159 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
ГКГН номеры | |||||
Төнгәк (Төнгүк, Чат, Төндөк[1]; рус. Тюндюк) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Төнгәк ауыл биләмәһенең административ үҙәге. Почта индексы — 618161, ОКАТО коды — 57204804001.
Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 12 км көньяҡтараҡ урынлашҡан.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 669 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 317 ир һәм 352 ҡатын[2]. 2005 йылда ауылда 751 кеше йәшәгән[3].
Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи сығанаҡтар буйынса Төнгәк — моноэтник башҡорт ауылы[4]. Революцияға тиклем үткәрелгән һәр бер ревизияла ауыл халҡы үҙен башҡорт милләте вәкилдәре итеп танытҡан[4]. 1816 йылда ауылдың 42 йортонда 266 кеше, 1834 йылда 50 йортта 323 кеше, ә 1859 йылда 61 йортта 510 кеше иҫәпләнгән[4].
Төнгүк халҡы 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында актив ҡатнаша. Ауыл муллаһы Сурағол Миңлебай улы ихтилал етәкселәренең береһе була[4].
Ауылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, көмөш миҙал кавалеры Ғөбәйҙулла Ҡансурин йәшәгән, һуғышта ул 20-се башҡорт полкында хеҙмәт иткән[4].
1845 йылдан алып ауылдың йәмиғ мәсете эргәһендә мосолман мәктәбе эшләп килгән, 1868 йылда мәктәптә 40 малай һәм 20 ҡыҙ белем алған[4].
Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
Башкиры д. Тюндюково по VIII ревизии 1834 г. |
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сурағол Миңлебаев — 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе[5].
- Ғөбәйҙулла Ҡансурин — 20-се Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры.
- Кузаева Дамира Нәзмийән ҡыҙы — Татар АССР-ның халыҡ артисы, Татар АССР-ның Ғ.Тукай исемендәге Дәүләт приемияһы лауреаты.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 365. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ Численность и размещение населения Пермского края . Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
- ↑ Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района» . Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009, 615 бит
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009, 615 стр.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йосопов Р. М., Черных А. В., Шитова С. Н. Пермь башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.