Күп мәғәнәлелекте тәртипләү

Фәйзулла

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Фәйзуллабашҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәйзулла — «фәйез» һәм «улла» ҡушып яһалған мосолман мосолман ир балалар исеме[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәйзулла Аҡтаев (Фәйзулла Ильяс улы Төкәев; 1787—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 14-се Башҡорт атлы полкының поход есауылы. (1834 йылға ҡарай фамилияһын Аҡтаев тип үҙгәртә).

Фәйзулла Хәзи улы Әһлетдинов (15 март 1915 йыл — 29 октябрь 1988 йыл) — Хәсән күле янындағы 1938 йылғы совет‑япон ҡораллы бәрелешендә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, сержант. Советтар Союзы Геройы (1943).

Фәйзулла Вәли улы Солтанов (15 октябрь 1922 йыл — 24 ноябрь 1992 йыл) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1967—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе. РСФСР Юғары Советының һәм БАССР-ҙың 7-11 саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1982), Ҡыҙыл Йондоҙ (1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.

Фәйзулла Бикбов (1908 йыл — ?) — башҡорт журналисы, патриот шағир.

Фәйзулла Хизбулла улы Бәхтейәров (6 ноябрь 1932 йыл — 1 декабрь 1998 йыл) — театр актёры, 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1983).

Фәйзулла (Фазыл) Фәттәх улы Һәйетҡолов (рус. Саиткулов Файзулла (Фазул) Фаттахович) (1908 йыл — 16 ғинуар 1973 йыл). 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Фәйзулла Зәйнулла улы Зәйнуллин 10 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты.

Фамилияларҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәйзуллина Резеда Мансаф ҡыҙы (16 ғинуар 1956 йыл) — ғалим-педиатр, аллерголог-иммунолог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010). Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2013). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2017).

Фәйзуллин Рәфғәт Шакирйән улы (3 август 1904 йыл — 5 сентябрь 1983 йыл) — башҡорт театр актёры, режиссёр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1964). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955) кавалеры.

Фәйзуллина Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы (10 июнь 1924 йыл — 6 апрель 1987 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1954—1979 йылдарҙа Баймаҡ районы «Ҡыҙыл Октябрь» колхозы һауынсыһы. РСФСР-ҙың 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының иң яҡшы һауынсыһы (1963). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Фәйзуллина Зөһрә Хәдит ҡыҙы (29 июль 1946 йыл — 27 октябрь 2020 йыл) — педагог, журналист, шағир. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премиялар лауреаты.

Топонимдарҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәйзулла (Баймаҡ районы)(рус. Файзуллино) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.

Фәйзулла (Благовещен районы) (рус. Файзуллинское) — Башҡортостандың Благовещен районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ