Хаммат (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Хаммат — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Хаммат исеме осрай.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хаммат исеме башҡорттарға ғәрәптәрҙән ингән. Данлаусы, маҡтаусы, ғүмерлек мәғәнәһендә балаға ҡушылған исем[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абдуллин Азат Хаммат улы (26 июнь 1931 йыл) — Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2014), драматург, прозаик һәм публицист. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1975 йылдан — КПСС ағзаһы. Сергей Чекмарёв исемендәге премия лауреаты (1983), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984).
Ғиззәтуллин Баязит Хаммат улы (1 июль 1936 йыл — 13 ноябрь 2011 йыл) — СССР спортсыһы. Саңғы ярыштары буйынса Халыҡ-ара класында СССР спорт мастеры (1966).
Хажиев Фәнғәт Хаммат улы (27 апрель 1936 йыл) — тупраҡ белгесе, агрохимик, агроэколог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы (1991), биология фәндәре докторы (1983), профессор (1989), Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм БАССР-ҙың (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
Байымов Әхмәтғәзи Хаммат улы — (1876 йыл — 17 ноябрь 1964) — дин әһеле, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Байым ишандың бүләһе.
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хамматов Яныбай Хаммат улы (16 ғинуар 1925 йыл — 28 сентябрь 2000 йыл) — яҙыусы, дәүләт, хужалыҡ, партия һәм комсомол органдары ветераны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1994), ВЦСПС һәм СССР Яҙыусылар союзы премияһы (1974), Ким Әхмәтйәнов исемендәге (1997) һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (2001) премиялар лауреаты. Белорет районының почётлы гражданы.
Хамматов Шәрифулла Хәбибулла улы (1893 йыл-1918 йыл) — революционер. Златоуст өйәҙ халыҡ комиссариаты советының милләттәр буйынса комиссары (1918).
Хамматов Шәһит Зәйет улы (1 ғинуар 1987 йыл) — Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры (2009).
Хамматова Гүзәл Яныбай ҡыҙы (28 октябрь 1953, Өфө, БАССР) — СССР һәм Рәсәй тәржемәсеһе, уҡытыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (2008).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яныбай Хамматов исемендәге Белорет ҡалаһының башҡорт гимназияһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |