Эстәлеккә күсергә

Ғиззәтулла (исем)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғиззәтулла

Ғиззәтулла — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Ғиззәтулла исеме бар.

Ғиззәтулла — башҡорттарға һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән таралған исем. Хоҙаның даны, көсө тигәнде аңлата[1].

Ғиззәтуллин Рөстәм Хәниф улы (16 сентябрь 1974 йыл) — йырсы, композитор, продюсер. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2016), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021).

Ғиззәтуллин Ринат Сәхи улы (19 март 1949 йыл) — ғалим-зоотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2005). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).

Ғиззәтуллин Ибраһим Ғәзизулла улы (15 сентябрь 1918 йыл — 13 май 1992 йыл) — башҡорт прозаигы, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. III дәрәжә Дан (1943), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1985) ордендары, хәрби миҙалдар менән наградланған, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988) һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1968). Республикала ғына түгел, элекке Советтар Союзында ла «Башҡорт Маресьевы» исеме аҫтында киң билдәлелек алған ҡаһарман шәхес.

Ғиззәтуллин Абдулла Ғөбәйҙулла улы (5 май 1904 йыл — 15 март 1945 йыл) — Совет һалдаты. Гвардия сержанты. Үҙәк фронттың 61-се армияһы составындағы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 1941 йылдың декабрендә Өфө ҡалаһында формалашҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 7-се гвардия кавалерия корпусы 60-сы гвардия кавалерия полкының отделение командиры, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған 78 яугиренең береһе.

Ғиззәтуллин Фәйзи Карам улы (рус. Гизатуллин Файзи Карамович; 18 март 1959 йыл) — спортсы, ғалим-хоҡуҡ белгесе. Тимераяҡта шыуыу спорты буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983). Юридик фәндәр кандидаты.

Ғиззәтуллин Рим Рифғәт улы (2 ноябрь 1958 йыл) — химик. Техник фәндәр докторы (2004).

Ғиззәтуллин Баязит Хаммат улы (1 июль 1936 йыл — 13 ноябрь 2011 йыл) — совет спортсыһы.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ