Ҡарамалы (Аҙнаҡай районы)
Ауыл | |
Ҡарамалы татар. Карамалы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
Ҡарамалыйылға |
Халҡы |
528 человек (2002) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423301 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Ҡарамалы — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҙнаҡай районындағы ауыл. Ҡарамалы ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Стәрле йылғаһы буйында (Сарсаз бассейны), Аҙнаҡай ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарамалы (Ҡарамалыйылға) — юрмый ырыуы башҡорттарының ауылы. XIX быуат башында Әсей ауылы кешеләре тарафынан нигеҙләнә[2]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенең Юрмый улусына ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Стәрлетамаҡ (аҙаҡ Сумараҡ) улусы составына керә.
1889 йылда мәсет, 2 һыу тирмәне; ХХ быуат башында 2 бакалея кибете, 2 мәсет, 2 мәктәп теркәлгән[2][1].
1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны, 1930 йылдан —Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — Аҙнаҡай районы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда ир енесле 67 йән башҡорт; 1834 йылда — 222 башҡорт йәшәй[2].
1859 | 1889 | 1897 | 1908 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
321 | 810 | 1045 | 1084 | 1394 | 1317 | 1127 | 844 | 807 | 743 | 543 | 485 | 528 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].