Ҡатнашыусы:Регион102/Башҡортостандың иҫтәлекле урындары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыларыРеспублика биләмәһендәге тарихи һәм иҫтәлекле урындар. Бындайҙар иҫәбенә мәмерйәләр, файҙалы ҡаҙылмалар сығанағы, геологик асыҡ урындар, шарлауыҡтар, ҡаялар, оҙаҡ йәшәгән ағастар, һирәк осрай торған борондан һаҡланған ағаслыҡтар, урмандар, күлдәр, шишмәләр, йырындар һәм башҡалар инә. Улар һәр районда тиерлек бар.

Шарлауыҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исем Урын Тасуирлама Рәсәм
1 Атыш шарлауығы Архангел районы Ләмәҙ йылғаһының уң ярында Атыш шарлауығы бар. Уның бейеклеге 4 метрҙан ашыу, киңлеге 6 метрға етә. Ә тәрәнлеге 10 метрҙан ашыу. Бындай шарлауыҡ — Башҡортостанда бик һирәк осрай торған тәбиғи һәйкәл. Кавказда осраған шарлауыҡтарҙан үҙенең текә бағана яһауы менән айырылып тора.
Атыш (шарлауыҡ).jpg
2 Ғәҙелша шарлауығы Баймаҡ районы Ғәҙелша шарлауығы Ирәндек тауы битендә урынлашҡан. Һикәлтәле шарлауыҡ. Иң бейеге 12 метр. Ҡалған икеһенең бейеклектәре 7-шәр метр.
Hadelsha autumn lo.jpg
3 Күк-Ҡарауыҡ шарлауығы Ишембай районы Башҡортостандың Ишембай районы Маҡар ауылынан 7 км ситтә урынлашҡан шарлауыҡ. Шарлауыҡ 10-12 м торған бер нисә һикәлтәнән тора. Тирә яғындағы тауҙа йүкә, ерек, ҡарама, ҡайын ағастарынан торған урман үҫә.
Кук-караук-водопад.jpg
4 Күперле шарлауығы Мәләүез районы Башҡортостандың Мәләүез районында Нөгөш йылғаһы үҙенендәге «Башҡортостан» милли паркы биләмәһендә шарлауыҡ. һәм ямғырлы көндәрҙә һыу юлы тағы йәнләнә һәм 10 метрлы бейек ҡаянан аҫҡа тәгәрәй.
Водопад Куперля.jpg
5 Шарлама Дәүләкән районы Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында Башҡортостандың Дәүләкән районында шул уҡ исемле шишмәләге шарлауыҡ. Һыу 12 метр бейеклектән төшә.
Водопад Шарлама.jpg

Тауҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исем Урын Тасуирлама Рәсәм
1 Ирәндек Баймаҡ районы Көньяҡ-көнсығыш Башҡортостандағы тау арҡаһы. Оҙонлоғо — 135 км. Иң юғары нөктәһе — Көҙгөнташ тауы (бейеклеге 987 м). Ирәндек тауы порфирит, диабаз, известняк кеүек тау тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән. Төньяҡ өлөшөндә — урман менән ҡапланған тайга, көньяғында — бүтәгә-ҡылған үләнле дала.
Irendyk.jpg
2 Ямантау Белорет районы Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәһе. Абсолют бейеклеге 1640 метр. Ямантауҙың итәктәрендә үҙенсәлекле үҫемлектәр бар. Уларҙы Башҡортостанда үҫкән һәр төрлө ағас, үләндәрҙең иң әрһеҙҙәре тип атарға мөмкин. Сөнки Ямантауҙа бик көслө дауылдар була. Ҡайһы саҡ татош урмандарҙы аҡтарып таглай. 1962 йылдағы көслө дауыл тау итәгендә үҫкән уҫаҡ урманының 80 процентын юө иткән. Тау башында һәр саҡ ел булғанлыҡтан, бөжәктәр юҡ кимәлендә. Уларҙы елһеҙ ваҡытта ғына осратырға мөмкин. Тауға күтәрелә барған һайын ағастар ҙа, ҡоштар ҙа, бөжәктәр ҙә, үҫемлектәр ҙә төрлөләнә бара.
3 Ирәмәл Белорет районы Көньяҡ Уралда, Башҡортостандың Белорет районының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан иң бейеҡ һәм күркәм тауҙарҙың береһе.
Mount Iremel.jpg
4 Егәлгә Башҡортостан, Силәбе өлкәһе Йүрүҙән йылғаһының һул ярында урынлашҡан Көньяҡ Уралдың тау һырты, Тағанай-Ямантау һыҙатында урынлашҡан Көньяҡ Уралдың иң бейек һәм һуҙылған тау һырты.
Zigalga.jpg

Мәмерйәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исем Урын Тасуирлама Рәсәм
1 Аҫҡын боҙ мәмерйәһе Архангел районы Кесе Асҡын йылғаһында Архангелдән көньяҡтараҡ Асҡын мәмерйәһе бар. Мәмерйәлә һәр саҡ һыуыҡ. Унда боҙ сталагмиттар бар. Мәмерйәнең «Ҙур зал» тип аталған бүлмәһендә 17 боҙ сталагмит үҫкән. Ҡайһы берҙәренең диаметры 2,8 метрға, бейеклеге 8—11 метр. Залдың оҙонлоғо 104 метр, иңе — 62 метр.
Аскинская-леденая-пещера.jpg
2 Ҡорманай мәмерйәһе Ауырғазы районы Ауырғазы йылғаһының яр буйында урынлашкан. Был тәбиғи һәйкәлде Ҡорманай мәмерйәләре тип йөрөтәләр. Был мәмерйәләр академик экспедициялар өсөн бынан 250 йыл элек үк билдәле булған. Ошоғаса фән өсөн әһәмиәтен юғалтмаған һәм һаман да тикшерелә. Мәмерйәләге күлдең һыуын ауыл халҡы сәй өсөн кереп ала. Тағы ла Бишҡайын мәмерйәһе бар. Ҡояш бик ныҡ ҡыҙҙырған ерҙә урынлашҡан, тәрәнлеге биш кенә метр. Ә һәр саҡ боҙ һалҡынлығын һаҡлай. Шуның өсөн серле мәмерйә тәбиғәт һәйкәле исемлегенә керә.
3 Һоро күмер Ауырғазы районы Өсҡатлы соҡоро. Был тәбиғәт ҡомартҡыһы геологтар өсөн бик әһәмиәтле. Уның төбөндә табылған һоро күмерҙә боронғо үҫемлек эҙҙәре табылған. Һоро күмерҙең сәнәғәт яғынан әһәмиәте бик аҙ. Ә ер тарихын яҡшы һаҡлаған.
4 Ҡыҙылъяр мәмерйәһе Белорет районы Оло Инйәрҙең уң яғында урынлашҡан. Мәмерйәнең эсендә тәрәнлеге 13 метр булған ҡоҙоҡ бар. Күлдәр бик күп. Мәмерйәнең оҙонлоғо 100 метрға етә һәм күл менән тамамланып ҡуя.
5 Шүлгәнташ мәмерйәһе Бөрйән районы Башҡортостандың Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Шүлгән-Таш ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Ул Көньяҡ Уралда бурташ, гипс, доломит кеүек тау тоҡомдарынан торған мәмерйәләрҙең иң ҙурҙарының, иң матурҙарының береһе, тәутормош сәнғәте ҡомартҡыһы.
Shulgantash.jpg
6 Ҡотоҡ-Сумған Мәләүез районы «Башҡортостан» Милли паркы биләмәһендә урынлашҡан мәмерйә, тәбиғәт ҡомартҡыһы. Тәрәнлеге 116 м.
Сумган-Кутук.jpg

Ҡаялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исем Урын Тасуирлама Рәсәм
1 Ар ташы Белорет районы Был ҡая янында туристик база бар. Белорет ҡалаһынан 20 саҡырым алыҫлыҡта. Ерҙең боронғо тарихы, үткән быуаттарҙағы йөҙө менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн дә, геологтар өсөн дә бында йәнең теләгән асыштар алырға була.
2 Кәлимосҡан ҡаяһы Ишембай районы Был ҡая Салауат Юлаев мәмерйәһе менән берлектә 1985 йылда тәбиғәт ҡоартҡаһы тип иғлан ителде. Был мәмейәлә Салауат Юлаев бер ҡасанда булмаған, был урында «Салауат Юлаев» фильмы төшөрөлгән.
Kalimoskan rock.jpg

Урмандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исем Урын Тасуирлама Рәсәм
1 Ҡарағайлыҡ Баҡалы районы Баҡалы ауылынан 5—6 саҡырым алыҫлыҡта биш гектар майҙанды биләгән ҡарағайлыҡ бар. Уны 1812 йылда ултыртҡандар. Был ҡарағайҙарҙың буйы 30 метрҙан ашыу. Унан башҡа йәшерәк ҡарағайлыҡтар байтаҡ. Ҡарағайлыҡта шифалы үҫемлектәр бик күп. Ҡайһы бер урындарында ҡырҡлап төр үҫемлек осратырға мөмкин.
2 Ҡарағайлыҡ Бәләбәй районы Шулай уҡ район биләмәһендә 1899 йылда ултыртылған ҡарағайлыҡ бар. Һәр төрлө үҫемлектәр үҫә.
3 Себер кедрҙары урманы Белорет районы Белорет ҡалаһынан алты саҡырым алыҫлыҡта. Ул 1906 йылда ултыртылған. Ике гектар майҙанды биләй. Йыл һайын сәтләүек бирә.
4 Ҡарағай урманы Бишбүләк районы Кожай-Мaксимовка ауылы эргәһендә боронғо ҡарағай урманы һаҡлана. Бында ике йөҙҙән ашыу боронғо ҡарағай үҫә. Уларға хәҙер 190—195 йыл. Бейеклектәре 25—30 метр тирәһе.

Ағастар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исем Урын Тасуирлама Рәсәм
1 420 йәшлек ҡарағай Бәләбәй районы Жуковка ауылы эргәһендә 420 йәшлек ҡарағай бар. Йыуанлығы 4 метрҙан ашыу, буйы 30 метрҙан бейегерәк. Ауыл халҡы һөйләүенә ҡарағанда, уның оҙонлоғо әлегегә ҡарағанда ике тапҡырға оҙонораҡ булған. Йәшен атҡан вағытта һынған.

Күлдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исем Урын Тасуирлама Рәсәм
2 Асылыкүл Дәүләкән районы Башҡортостандағы иң ҙур күл. Тәрәнлеге иһә — 5,1 метр. Уның буйы — 8, киңлеге — 5 км. Күл урыны бурташ, гипс кеүек тау тоҡомдарының уйылыуынан Бәләбәй ҡалҡыулығының киң уйпатлығында хасил булған.
Аслыкуль2.JPG
1 Талҡаҫ күле Баймаҡ районы Күл сөсө һыулы, тектоник сығышлы, уйымы тау араларының тарайған төбө. Ирәндек һыртының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. Түбә ҡасабаһынан 4 саҡырымда көньяҡ-көнсығышта ята. Аҫҡы ярында Иҫән ауылы бар.
RUS-02-BM Isyanovo and lake Talkas.jpg

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исем Урын Тасуирлама Рәсәм
1 Асы минераль сығанаҡтары Белорет районы Сығанаҡтарҙа төрлө минераль ҡатнашмалар бар. Быуыны һыҙлаған, хәрәкәтһеҙ ҡалған, нерв ауырыуҙарынан дауаланырға кешеләр килә.
RUS-02-BK Assy.jpg
1 Ҡыҙыл шишмә Нуриман районы Башҡортостандың Нуриман районындағы шишмә, дебит (һыу миҡдары буйынса) донъяла, Францияның Фонтен де Воклюз шишмәһенән ҡалышып, икенсе урында тора. Һыуы гидрокарбонатлы кальцийға бай. Һыу температураһы йыл әйләнәһенә бер төрлө — 5-6 Сº. Ҡышын шишмә һәм уның янындағы күл туңмай.
Озеро Красный Ключ.JPG

Йылғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исем Урын Тасуирлама Рәсәм
1 Инйәр Белорет, Архангел райондары Башҡортостандың Белорет һәм Архангел райондары аша аға. Оҙонлоғо — 307 километр.
Inzer river 2.jpg
2 Нөгөш Белорет, Бөрйән, Мәләүез райондары Башҡортостандағы йылға, Башланған урыны Белорет районы. Белорет, Бөрйән, Мәләүез райондары аша аға. Мәләүез районында Ағиҙел йылғаһына уң яҡтан ҡушыла.
Nugush River in Meleuzovsky District.jpg
3 Һаҡмар Башҡортостан, Ырымбур өлкәһе Башҡортостандың Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Ырымбур өлкәһе аша аға. Оҙонлоғо 760 км.
Top view of Sakmara.jpg

һыуһаҡлағыстар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исем Урын Тасуирлама Рәсәм
1 Йомағужа һыуһаҡлағысы Күгәрсен районы Ағиҙел йылғаһанда һыуһаҡлағыс, Йомағужа ГЭСы өсөн һыу туплай. Күгәрсен районында урынлашҡан. Һыуһаҡлығыстың быуаһы оҙонлоғона 605 м, бейеклегенә 65 м. Һыуҙың үрге һәм түбәнге кимәле 63 м-ға айырыла. Быуалағы дөйөм һыу йөҙө майҙаны — 35,6 кв.км.
Yumaguzino Reservoir.jpg
2 Нөгөш һыуһаҡлағысы Мәләүез районы Нөгөш йылғаһындағы һыуһаҡлағыс (Ағиҙел йылғаһы бассейны).
Nugush4.jpg