Ҡадәриҙәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡәҙәриҙәр битенән йүнәлтелде)
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ҡадәриҙәр, ҡәҙәрилек (ғәр. القدرية‎; قدر‎ — «яҙмыш, тәҡдир, күрәсәк»; рус. Кадари́ты, кадари́зм — ислам ағымдарының береһенә ингән, кеше үҙ уйҙарында һәм эштәрендә ирекле, һәм Аллаһ унда ҡатнашмай тигән фекерҙә тороусылар (ҡадәр). Башҡорт теленә ҡадәр һүҙе "ҡәҙәр" булып ингән [1]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡәҙәрилек тәғлимәте Ираҡта VII быуатта барлыҡҡа килә. Тәғлимәт элекке нәсраниҙар тарафынан нигеҙләнгән, һәм уның оппоненттары ҡәҙәрилек мәсихселәрҙең идеялары нигеҙендә килеп сыҡҡан тип раҫлай. Ҡәҙәрилектең тәүге идеологтары — Мәбәд әл-Жухани (699—700 йәки 703-04 йылдарҙа үлтерелә) һәм Ғәйлән әд-Димәшки (742 тирәһендә үлтерелә). Беренсеһен хәлифә наместнигы Хәжәж ибн Йософ, икенсеһен Хишам Ғәбдел-Мәлик хәлифә осоронда язалап үлтерәләр. Өмәүиҙәр идара иткән осорҙа ҡәҙәрилек хәлифәлектә киң таралған[2].

Ҡәҙәриҙәр кешенең абсолют ихтыяр азатлығы яҡлы булалар. Ҡәҙәриҙәр фекеренсә Аллаһ кешенең ни ҡылырын алдан белмәй. Уларҙың концепцияһында кеше үҙ ғәмәленең ижадсыһы булып тора (халиҡ). Ҡәҙәриҙәргә мөғтәзилиҙәр ҙә индерелә.


« Имам әл-Бөүәйтый (رحمه الله) шулай тигән:

سَأَلْتُ الشَّافِعِيَّ: أُصَلِّي خَلْفَ الرَّافِضِيِّ؟ قَالَ: لاَ تُصَلِّ خَلْفَ الرَّافِضِيِّ، وَلاَ القَدَرِيِّ، وَلاَ المُرْجِئِ. قُلْتُ: صِفْهُمْ لَنَا. قَالَ: مَنْ قَالَ: الإِيمَانُ قَوْلٌ، فَهُوَ مُرْجِئٌ، وَمَنْ قَالَ: إِنَّ أَبَا بَكْرٍ وَعُمَرَ لَيْسَا بِإِمَامَيْنِ، فَهُوَ رَافِضِيٌّ، وَمَنْ جَعَلَ المَشِيئَةَ إِلَى نَفْسِهِ، فَهُوَ قَدَرِيٌّ Мин әш-Шәфиғиҙән «Рафиҙиҙың артында тороп намаҙ ҡылһам буламы?» тип һораным. Ул: «Рафиҙиҙың, һәм дә ҡәҙәри менән мөржиьҙең артында тороп намаҙ ҡылма», – тине. Мин: «Уларҙы миңә ҡылыҡһырлап бирсе!» – тинем. Ул шулай тине: «Кем иман – ул әйтелгән һүҙ генә, ти, шул мөржиьи. Кем Әбү Бәкер һәм Ғүмәр имамдар түгел, ти, шул рафиҙи. Кем үҙ ихтыярын Аллаһ ихтыярынан алда ҡуйған, шул ҡәҙәри»[3].

»

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит;751-се бит.
  2. Али-заде, 2007
  3. Имам Шәмсетдин әҙ-Ҙәһәбиҙең «Сийәр әғләм ән-нүбәлә» (ғәрәп. سير أعلام النبلاء) тигән китабынан. X том, 31-се бит (10/31)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде, А. А. Кадариты // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Ибрагим Т. К., А. В. Сагадеев. Ал-Кадарийа // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 125. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Кадариты // Исламская энциклопедия.
  • Крымский А. Е. Кадариты // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Шейх Абу Адам ан-Наруиджи Шесть вопросов о предопределении / Даруль-Фикр. Ру