Эстәлеккә күсергә

Әмин (Уй районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әмин
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Аминевское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Аминевское сельское поселение[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 894 кеше (2002)[2],
830 кеше (2010)[3]
Почта индексы 456481
Карта

Әмин (рус. Ами́нево) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Уй районындағы ауыл. Әмин ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Ауыл аша Уй йылғаһы аға. Яҡындағы торамалар: Ҡоҙаш ауылы һәм Вишнёвка ҡасабаһы. Уй районы үҙәге Уй ауылына тиклем 25 км.

Нигеҙ һалынған яҡынса датаһы — 1746—1747 йылдар. Тәүҙә күсеп килеп ултырыусылар Бәғәрәк һәм Синара йылға буйҙарына яҡын урынлашҡан. Күскенселәрҙең башында Әмин Ибраһимов торған, ауыл уның исеме менән аталған.

1930 йылда «Ҡыҙыл юл» колхозы ойошторола.

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2010[5]
894830

Бөтә рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылда ауылдағы халыҡ һаны 830 кеше тәшкил иткән (408 ир-егет һәм 422 ҡатын-ҡыҙ).

Ауыл 7 урам һәм 7 тыҡрыҡтан тора[6].