Ҙур егерме

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(G20 битенән йүнәлтелде)
Ҙур егерме
Нигеҙләү датаһы 26 сентябрь 1999
Ҡыҫҡаса атамаһы G20
Нигеҙләүсе G7[d] һәм Пол Мартин[d]
Ағзалар һаны 20 член организации
Производная работа B20[d]
Рәсми сайт g20.org
Урынлашыу картаһы
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 549 264
 Ҙур егерме Викимилектә

Ҙур егерме (шулай уҡ G20, G-20, Егерме төркөмө; рәсми атамаһы — ингл. The Group of Twenty, major advanced and emerging economies[1]) — иҡтисадтары ныҡ үҫешкән һәм үҫешеүсән дәүләттәрҙең хөкүмәттәр һәм үҙәк банкылар башлыҡтары клубы[2].

Дөйөм алғанда, G20 донъя тулайым милли продуктының 85 процентын, донъя сауҙаһының 75 процентын (Европа Берлеге эсендәге сауҙаны ла индереп) һәм донъя халҡының өстән ике өлөшөн тәшкил итә[2]. 20 ҙур милли иҡтисадтар ҡатнаша:

Европа Берлегенең вәкилдәре — Европа комиссияһы рәйесе һәм Европа советы рәйесе[3]. Бынан тыш, ғәҙәттә G20 осрашыуҙарында төрлө халыҡ-ара ойошмаларҙың вәкилдәре була, шулар араһында Финанс тотороҡлоғо буйынса совет, Халыҡ-ара валюта фонды, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, Африка Берлеге, АСЕАН, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм Бөтә донъя банкы[2].

1990-сы йылдар аҙағындағы Азия финанс көрсөгөнә[2] һәм үҫешеүсе баҙар иҡтисады булған илдәрҙең донъя кимәлендәге иҡтисади һөйләшеүҙәрҙә һәм ҡарарҙар ҡабул итеүҙә тейешенсә күрһәтелмәүенә яуап итеп G20 булдырылған. 2008 йылғы бөтә донъя иҡтисади көрсөгөндә глобаль иҡтисад һәләкәте хәүефе барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә "ҙур ете"нән G20 форматына күсеү тиҙләтелде][4]. 2008 йылға тиклем төркөм юғары кимәлдә саммиттар уҙғарманы, уның төп эшмәкәрлек формаһы финанс министрҙары һәм үҙәк банк башлыҡтары кимәлендә йыл һайын уҙғарылған осрашыуҙар булды. Бөгөнгө көнгә G20 саммиттары халыҡ-ара финанс-иҡтисади системаға ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса хеҙмәттәшлек һәм консультациялар өсөн глобаль форум булып тора.

Тәүтарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ҙур егерме» (G20) 1990-сы йылдар аҙағында, Азия илдәрендә финанс көрсөгө башланғас, ә көнбайыштар уға нисек яуап бирергә белмәгәндә барлыҡҡа килә. Шул саҡта «Ҙур һигеҙ»ҙең финанс министрҙары финанс сәйәсәте мәсьәләләрен тикшереү өсөн илдәр даирәһен киңәйтеү башланғысы менән сығыш яһаны, унда Ҡытай һәм Һиндостан кеүек эре илдәрҙе саҡырмайынса донъялағы иҡтисади проблемаларҙы хәл итеп булмаҫ ине, күрәһең. АҠШ һәм Бөйөк Британия буласаҡ G20 ҡатнашыусыларын һайлау буйынса үҙенсәлекле кастинг ойошторҙо. 1997 йылда 33 илдән торған G33 дәүләт-ара төркөмө булдырыла, уның урынына 1999 йылдың декабрендә G22 дәүләт-ара төркөмө килә, ул бер йылдан әҙерәк йәшәй һәм уны тиҙ генә G20 алыштыра.

Шулай ҙа Берлинда ойоштороу конференцияһынан һуң 1999 йылдың декабрендә G20 тураһында ғәмәлдә онотоп бөттөләр тиерлек. 2008 йылда башланған яңы финанс көрсөгөнә тиклем саммиттар үткәрелмәне: йыл һайын финанс министрҙары һәм үҙәк банк башлыҡтарының осрашыуы төп формат булып торҙо. Донъя иҡтисадындағы хәлдең киҫкен булыуы хаҡында G20 саммиттарҙың йылына бер тапҡыр түгел, ә ашығыс кәңәшмәләр булараҡ йыйылыуы һөйләй. «Көрсөккә ҡаршы» тигән тәүге сара 2008 йылдың ноябрендә Вашингтонда үтте, киләһе — 2009 йылдың апрелендә Лондонда, ә шул уҡ йылдың сентябрендә саммит Питтсбургта уҙғарылды. Әйткәндәй, юғарыла осрашыуҙар практикала һөҙөмтәләр бирмәне, йәки "ҙур егерме"лә ҡатнашыусылар йыш ҡына бер-береһен ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлмәүендә ғәйепләне.

Ваҡыт үтеү менән иҡтисади көрсөк сәйәси кимәлгә күсте. Донъяның төрлө ҡитғаларынан илдәрҙе берләштереүсе форум "Ҙур һигеҙ"гә ҡарағанда күпкә мөһимерәк һәм баланслыраҡ, һәм ағымдағы эштәрҙе тикшереү өсөн рәсми сәфәрҙе ойоштормайынса донъя лидерҙары өсөн осрашыу мөмкинлеге бирә[5].

Конференциялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ойоштороу конференцияһы 1999 йылдың 15-16 декабрендә Берлинда үтә. Төркөм иҡтисади һәм финанс сәйәсәтенең төп мәсьәләләре буйынса үҫешеүсе илдәр менән диалог алып барыу өсөн ете алдынғы сәнәғәт үҫешкән илдең — Бөйөк Британия, Италия, Канада, АҠШ, Германия, Франция һәм Японияның финанс министрҙары инициативаһы буйынса ойошторолған.

  1. Көрсөккә ҡаршы саммит 2008 йылдың 14-15 ноябрендә Вашингтонда бөтә донъя финанс көрсөгө менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн үтте. Юғары кимәлдәге осрашыу Франция президенты Николя Саркози һәм Бөйөк Британия премьер-министры Гордон Браундың башланғысы буйынса үтте[6].
  2. Лондон саммиты 2009 йылдың 2 апрелендә Лондонда, Бөйөк Британияла үтте. Егерме төркөмөнөң был донъя финанс көрсөгөнә арналған икенсе осрашыуы. Саммиттың төп маҡсаттары: глобаль рецессияға, дефляцияға юл ҡуймау, финанс секторын нығытыу һәм протекционизмға юл ҡуймау буйынса кәрәкле эштәрҙе тикшереү, глобаль финанс һәм иҡтисади системаны көсәйтеү, донъя иҡтисадын тотороҡло үҫешкә күсереү өсөн саралар.
  3. Питтсбургтағы саммит 2009 йылдың 24-25 сентябрендә Питтсбургта, АҠШ-та үтте[7]. Төп һөҙөмтәләр: банк стандарттарын бергәләп күтәрергә, шул иҫәптән топ-менеджерҙарға нигеҙһеҙ юғары түләүҙәрҙе сикләргә вәғәҙә биреү; иҡтисади сәйәсәт өлкәһендә G20 форумында ҡатнашыусыларҙың барыһының да килешеп эш итеү системаһын булдырырға ниәтләү. Шулай уҡ 2009 йылдың 6 ноябрендә Сент-Эндрюс ҡалаһында (Шотландия) «Ҙур егерме» илдәренең финанс министрҙары осрашыуы үтте[8].
  4. Торонтолағы саммит 2010 йылдың 26-27 июнендә Торонтола (Канада) үтте[9]. Үҫешкән илдәрҙең йомғаҡлау декларацияһында бюджет дефицитын 2013 йылға ҡарай 2 тапҡырға кәметергә йөкләмә бирелде[10].
  5. Сеул саммиты 2010 йылдың 11—12 ноябрендә Сеулда (Корея Республикаһы) үтте[11].
  6. Канн саммиты 2011 йылдың 3—4 ноябрендә Каннда (Франция) үтә. G20 саммитында банктарға контролде көсәйтеү һәм донъя көрсөгөнә юл ҡуймау буйынса сараларҙы тикшереү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
  7. Мексика саммиты 2012 йылдың 18—19 июнендә Мексиканың Лос-Кабос муниципалитетында үтә.
  8. Санкт-Петербург саммиты 2013 йылдың 5-6 сентябрендә Санкт-Петербургта (Рәсәй) үтте. Осрашыу барышында лидерҙар иҡтисади үҫеште һәм финанс тотороҡлоғон тәьмин итеү, эш урындары булдырыу һәм эшһеҙлеккә ҡаршы көрәш, инвестицияларҙы дәртләндереү, күп яҡлы сауҙаны нығытыу һәм халыҡ-ара үҫешкә булышлыҡ итеү, шулай уҡ Сүриәләге һуғыш мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленде. Саммитта тикшереү барышында Ҙур егерме илдәренең күбеһе Сүриәгә ҡарата хәрби интервенцияға ҡаршы булыуын белдерҙе.
  9. Австралия саммиты 2014 йылдың 15-16 ноябрендә Брисбенда (Австралия) үтте. Хәүефһеҙлек һәм Украина көрсөгө саммиттың төп темаһы булды. «Егерме төркөмө» ҡабул иткән йомғаҡлау коммюникеһында яҡтар 2015—2016 йылдарға коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эш планын хупланы, бының өсөн яҡтар иҡтисадтың дәүләт һәм шәхси секторҙарының асыҡлығын бергәләп арттырырға һүҙ бирҙе, халыҡ-ара инфраструктура үҙәген булдырыу кәрәклеген билдәләне һәм Америка Ҡушма Штаттарын Халыҡ-ара валюта фонды реформаһына ҡамасаулауҙы туҡтатырға саҡырҙы[12].
  10. Төркиә саммиты 2015 йылдың 15-16 ноябрендә Анталья (Төркиә) ҡалаһында үтә.
  11. Ҡытай саммиты 2016 йылдың 4-5 сентябрендә Ханчжоу ҡалаһында (Ҡытай) үтә.
  12. Гамбург саммиты 2017 йылдың 7-8 июлендә Германияның Гамбург ҡалаһында үтә.
  13. Аргентина саммиты 2018 йылдың 30 ноябрендә — 1 декабрендә Буэнос-Айреста үтә.
  14. Япония саммиты 2019 йылдың 28-29 июнендә Осакала үтә.
  15. Видео саммит 2020 йылдың 26 мартында видеоконференция режимында үтә. Донъяла яңы коронавирус таралыуына бәйле хәл буйынса әңгәмә була.
  16. Сәғүд саммиты 2020 йылдың 21-22 ноябендә, коронавирус пандемияһына бәйле, видеоконференция режимында үтә.
  17. Италия саммиты 2021 йылдың 30-31 октябрендә Римдә үтә.
  18. Индонезия саммиты 2022 йылдың ноябрендә Бали утрауында үтә.

Фотогалерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Glossary (ингл.). The G20 website. G20. Дата обращения: 26 сентябрь 2014. Архивировано из оригинала 27 октябрь 2014 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 О «Группе двадцати» (G20). Сайт Большой двадцатки. Большая двадцатка. Дата обращения: 26 сентябрь 2014.(недоступная ссылка)
  3. "Группа двадцати" (G20): состав, цели и хроника встреч. РИА Новости (4 сентябрь 2013). Дата обращения: 26 сентябрь 2014.
  4. Глобальный финансово-экономический кризис — Свободная мысль 2015 йыл 21 июнь архивланған.
  5. Великолепная «двадцатка»
  6. Lex Rieffel. The G-20 Summit: What’s It All About? Brookings Institute (27 октябрь 2008). Дата обращения: 17 ноябрь 2008. Архивировано 19 март 2012 года.
  7. Офиц.сайт — www.pittsburghsummit.gov 2009 йыл 15 август архивланған.
  8. The Search Engine that Does at 2017 йыл 8 сентябрь архивланған.. // InfoWeb.net
  9. В Торонто проходит саммит "двадцатки", ИТАР-ТАСС (27 июня 2010 года).
  10. Страны G20 договорились вдвое сократить дефицит бюджета. Lenta.ru (27 июнь 2010). Дата обращения: 1 июль 2010.
  11. G20 Seoul Summit Coex.
  12. Путин о саммите G20: Наша работа завершена и завершена с успехом. LifeNews.ru (16 ноябрь 2014). Дата обращения: 17 ноябрь 2014.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Школяр Н. А. Председательство в «двадцатке»: от Мексики к России. // Международная жизнь. — 2012. — № 11

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Саммиты G-20 Ҡалып:Перевести