Эстәлеккә күсергә

Белорустар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Белорустар
Үҙ атамаһы

беларус

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 10 млн-ға яҡын (2009)
Беларусь Беларусь:
7 957 252 (2009 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу)[1]
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ:
781 000[2]
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы:
521 443 (2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу)[3]
Украина Украина:
275 763 (2001 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу)[4]

Латвия Латвия:
68 174 (2011 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу)[5]
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан:
62 694 (2012 г.)[6]
Канада Канада:
4800[2] — 50 000-70 000[7]
Польша Польша:
47 000[8]
Литва Литва:
35 900 (2010 йыл иҫәпләүҙәре)[9]

Үзбәкстан Үзбәкстан:  15 000 (2016)[10]

Австралия Австралия:
5400[2] — 12 000-20 000[11]
Эстония Эстония:
12 419 (2011 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу)[12]
Аргентина Аргентина:
3600[2]
Бөйөк Британия Бөйөк Британия:
5300[2]
Молдова Молдова:
5000 — 10 000[13]
Днестр буйы Молдава Республикаһы Днестр буйы Молдава Республикаһы:
3811 (2004 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу)[14]
Ҡырғыҙстан Ҡырғыҙстан:
1694 (2009 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу)[15]

Тел

белорус теле

Раса тибы

европеоидная раса

Белору́стар (бел. беларусы) — Көньяҡ славян халҡы, этнос, милләт. Дөйөм халыҡ иҫәбе — 10 миллион кеше. Башлыса, өҫтөнлөк алған милләт булараҡ (2009 йылда 83,7 %), Белоруссия территорияһында йәшәйҙәр. Белорустарҙың күбеһе күрше территорияларҙа: Рәсәй, Польша, Украина, Латвия менән Литвала йәшәй һәм унда әҙселекте тәшкил итә. Улар шулай уҡ, элекке СССР территорияһында ла урынлашҡан, бынан тыш, Канадаға, АҠШ-ҡа, Германияға миграцияланған. Ғәҙҙәтә, белорустарға Полесье халҡы "полещук"тарҙы индерәләр. Улар араһында Пинск польесьеһының пинчуктары үҙенсәлеклелеге менән айырылып тора[16][17][18].

Халыҡтың килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белорустарҙың килеп сығышы Юғары Поднепровье, Урта Подвинье, Юғары Понеманье территорияһында барлыҡҡа килгән. Уларҙың халыҡ булараҡ формалашыуы тураһында хронологик фекер юҡ. Ҡайһы бер тикшереүселәр Георгий Васильевич Штыхов, Михаил Александрович Ткачёв белдереүенсә, белорус этносы XIII быуатта уҡ булған, ә халыҡ булараҡ формалашыу процессы XVII—XVIII быуаттарҙа ғына башланған. Валентин Васильевич Седов белорус этник берләшмәһе XIII—XIV быуаттарҙа булдырылған тиһә, Моисей Яковлевич Гринблат XIV быуаттан XVI быуатҡа тиклем дәүерҙә тип һанай.

Белорустарҙың килеп сығышы тураһында бер нисә концепция бар:

  • «Ҡәбилә» (Евфимий Фёдорович Карский, Моисей Гринблат, Митрофан Викторович, Довнар-Запольский, Владимир Иванович Пичета) — кривичи, радимичи, дреговичи, волынян көнсығыш славян ҡәбиләләренең этник консолидацияһы[19][20];
  • «Боронғо рус» (Сергей Александрович Токарев, Пётр Николаевич Третьяков, Борис Александрович Рыбаков]], Борис Николаевич Флоря) — белорустар XII—XIII быуаттарҙа боронғо рус халҡы тарҡалыуы һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан. Икенсе фекер буйынса, берҙәм боронғо рус халҡы XVI—XVII быуаттарға тиклем үк йәшәгән[21].
  • «Балт» Валентин Васильевич Седов — балттар этник ерлек булып тора, ситтән килгән славяндар менән үҙара ассимиляция һәм ҡушылыу һөҙөмтәһендә белорус этносы барлыҡҡа килә;
  • «Фин» Иван Антонович Ласкова — белорустарҙың ата-бабалары булып, фин-уғырҙар тора.

XIX быуатта шулай уҡ поляк һәм бөйөк рус концепцияһы ла була. Уның асылы — белорустарҙың этник территорияһын боронғо поляк йәки боронғо бөйөк рус территорияһы итеп ҡарауҙа.

X быуаттың икенсе яртыһынан XIII быуаттың уртаһына тиклем хәҙерге Белоруссия территорияһында Полоцк кенәзлеге, Туров-Пинск кенәзлеге һәм Городенск кенәзлеге эре кенәзлектәр булып һанала. Ошо ваҡытта Белорус еренә христианлыҡ килә, Полоцкая менән Глубокск һәм Туровск менән Мозырск епархияларына нигеҙ һалына. Сиркәү славян теле нигеҙендә яҙма барлыҡҡа килә. XIII—XIV быуат урталарында литва һәм белорус ерҙәре Бөйөк Литва кенәзлеген булдырыуға ерлек булып тора. XIII быуат уртаһынан 1569 йылға тиклем Бөйөк Литва кенәзлеге айырым дәүләт булып һанала, ә 1569 йылда Люблин унияһынан һуң һәм XVIII быуат аҙағына тиклем ошо конфедератив дәүләттең ике өлөшөнөң береһе сифатында Речь Посполитаяға инә

Карта Речи Посполитой после Деулинского перемирия, совмещённая с картой границ современных государств
Обозначения:      Королевство Польское («Корона»)      Герцогство Пруссия, вассал Короны      Великое княжество Литовское («Литва»)      Задвинское герцогство, кондоминиум Литвы и Короны      Герцогство Курляндия и Семигалия, вассал Литвы, а с 1569 года — Речи Посполитой

XVIII быуат аҙағында өс Польша сиге, Речь Посполитой сиге һөҙөмтәһендә, белорус ерҙәре Рәсәй империяһы составына инә. Рәсәй империяһында, дәүләт булдырыусы өс яҡлы рус халҡы концепцияһына ярашлы, белорустар уның бер тармағы булараҡ ҡарала. Быны Измаил Иванович Срезневский, Николай Иванович Костомаров (шулай уҡ көнбайыш русизмды ҡарағыҙ) һәм башҡа тарихсылар, географтар, телселәр яҡлап сыға. Белорус халҡының үҙаллы булыу идеяһы беренсе тапҡыр «Гомон» халыҡсан төркөмө тарафынан тәҡдим ителә[22].

Карта распространения белорусского языка профессора Е. Ф. Карского. 1903 год.

Көнбайыш Полесье украин телен таратыу урыны булып тора. 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һәм Белорус Совет Социалистик Республикаһы дәүләтселеген булдырғандан һуң белорус халҡы тормошонда киҫкен үҙгәрештәр башлана. Йәшәү шарттары үҙгәрә, грамоталыҡ үҫә, мәктәптәрҙә белорус телен уҡыту башлана, белорус әҙәби тел нормалары барлыҡҡа килә башлай. Был үҙгәрештәргә Белорус Совет социалистик Республикаһына 1939 йылда Көнбайыш Белоруссия территорияһының ҡушылыуы ла сәбәп булып тора. 80-се йылдар аҙағында белорус телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү мәсьәләләре яңынан күтәрелә. 1991 йылдың авгусында Белорус Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларацияһы 1990 йылда конституцион акт статусы ала һәм шул арҡала бойондороҡһоҙ Белоруссия барлыҡҡа килә.

Белорус мәҙәниәтенең дөйөм бер төрлөлөгөнән уның төбәк айырмалығы формалашҡан. Алты тарихи-этнографик районды айырып ҡарарға мөмкин: Поозёрье (ландшафт)|Поозёрье (төньяҡ), Поднепровье (көнсығыш), Үҙәк Белоруссия, Неман (Понеманье) (төньяҡ-көнбайыш), Көнсығыш һәм Көнбайыш Полесье.

Белорус теленең «Тарашкевица» булараҡ киңерәк билдәле булған тәүге кодификацияһы 1918 йылда тормошҡа ашырыла. 1933 йылда белорус дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә реформа үткәрелә. Был үҙгәреш белорус орфографияһын рус орфографияһына яҡынайта, хәҙерге рәсми һәм киң таралған белорус тел нормаларын булдыра.

2009 йылғы иҫәп алыуҙар мәғлүмәте буйынса, 4 841 319 кеше (был 60,84 %) туған теле тип белорус телен күрһәтә. Бынан тыш, 1 009 935 (12,69 %) кеше был телде үҙе ирекле һөйләшкән икенсе тел тип билдәләй. Шулай итеп, 2009 йылда 5 851 254 (73,53 %) кеше үҙенең белорус телендә иркен аралашыуын белдерә. Шуға ҡарамаҫтан, 2 073 853 (26,06 %) кешенең был телдә бары тик өйҙә генә аралашыуы ла билдәле була[23]. Был күрһәткестәр 1999 йыл менән сағыштырғанда белорус теленең ҡулланылыу йәһәтенән үҫеш тенденцияһының кәмеүен күрһәтә. Иҫәп алыуҙар һөҙөмтәһенән күренеүенсә, 85,6 % белорус был телде туған теле тип һанаһа, 41,3 % ошо телдә өйҙә аралаша[24].

Белорустарға рус-белорус билингвизмы хас. Шуның менән бергә, күп кенә белорустар, башлыса эре ҡалаларҙа, күберәк рус телендә аралаша. Бында рус теле менән файҙаланыу дәрәжәһе ҙур. Мәҫәлән, 2 943 817 (37,00 %) белорус рус телен туған теле тип һанай, 1 206 439 кеше (15,16 %) рус телендә иркен аралашыуын, уны икенсе туған теле кеүек күреүен белдерә. Рус телендә иркен аралашҡан белорустарҙың суммар иҫәбе 4 150 256 кеше (52,16 %) тәшкил итә. Был өйҙә русса һөйләшеүселәр иҫәбенән 1,4 миллионға әҙерәк. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә 34 % белорустың белорус телендә иркен аралашыуы, 6 % кешенең һәр саҡта ла ошо телдә һөйләшеүе, 74 % кешенең рус теле менән файҙаланыуы асыҡланған[25]. Белорустар араһында шулай уҡ, трасянка ла киң таралған.

Белорус милли кейеме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белорус милли кейеме юғары мәҙәни ҡиммәткә эйә һәм белорус халҡының этник атрибуттарының береһе булып тора. Белорус костюмы тураһында яҙма таныҡлыҡтар байтаҡ: мәғлүмәт дөйөм тарих, тыуған яҡты өйрәнеү һәм махсус баҫмаларҙа осрай. Иоһанн Готлиб Георгиҙың «Рәсәй дәүләтендә йәшәүсе бөтә халыҡтарҙы тасуирлау» («Описание всех обитающих в Российском государстве народов») хеҙмәте юғары баһалана. Костюм тураһында мәғлүмәттәрҙе шулай уҡ Рәсәй империяһының Генераль штабы офицерҙарының XIX быуатта йыйған айырым томдарында туплаған материалдарҙа табырға мөмкин.

Бында башлыса православ дине өҫтөнлөк ала. Католик сиркәүенең мәғлүмәттәре буйынса, католиктар Белоруссия халҡының 14,5 % -ын тәшкил итә, был 1,4 миллиондан ашыу кеше тигән һүҙ[26]. Үҙәк разведка идаралығы Белоруссия халҡында католиктарҙың, протестанттарҙың, иудейҙарҙың һәм мосолмандарҙың өлөшөнөң суммар баһаһын баҫтыра 20 % на 1997 год 2015 йыл 15 октябрь архивланған.; имеются и более низкие оценки 2009 йылға Белоруссияла 4 13,19 % католиков (недоступная ссылка)католиктар, күп булмаған грек-католик общиналары һәм шулай уҡ протестанттар, баптистар, пятидесятниктар һәм башҡалар бар.

  1. Предварительные итоги переписи населения Беларуси 2009 г.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Joshua Project
  3. Национальный состав населения Российской Федерации. Всероссийская перепись населения 2010 года. Дата обращения: 16 декабрь 2011.(недоступная ссылка)
  4. Всеукраїнський перепис населення 2001. Русская версия. Результаты. Национальность и родной язык. Архивировано 22 август 2011 года.
  5.  (латыш.) Population Census 2011 — Key Indicators
  6. Агентство Республики Казахстан по статистике. Численность населения Республики Казахстан по отдельным этносам на 1 января 2012 года.
  7. Multicultural Canada. Migration, Arrival, and Settlement 2010 йыл 7 декабрь архивланған.
  8. 2011 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе буйынса Польшала (был иҫәп алыуҙарҙа тәүге тапҡыр бер респондентҡа ике милләт күрһәтеү мөмкинлеге бирелә) 31 мең халыҡ иҫәпләнә. Уларҙың барыһы ла башҡа бер милләтте лә түгел, ә бары тик белорус милләтен генә күрһәтә. 6 мең кеше ике милләт араһынан белорус милләтен беренсе, тағы 10 мең кеше икенсе итеп күрһәткән. 16 мең кеше белорус милләтен мөмкин булған ике миллоәт араһынан беренсеһе йәки икеснесһе итеп күрһә, 15 мең кеше поляк милләтен күрһәтә(см. результаты Национальной переписи населения и жилищ Польши 2011 года).
  9. Департамент статистики Литвы. База статистических данных о населении Литвы. 2016 йыл 20 декабрь архивланған.
  10. Uzbekistan.
  11. «Ancestry by Birthplace of Parent(s)» Australia: 2001 Census. 2001.
  12. REL 2011: В Эстонии проживают представители 192 национальностей 2016 йыл 14 ноябрь архивланған.
  13. По переписи 1989 г. в Молдавской ССР (включая Приднестровье) было 19 608 белорусов.(Демоскоп Национальный состав МССР 1989 г.)
  14. Днестр буйы юридик яҡтан Молдавияның өлөшө булып һанала, ә ысынбарлыҡта бары тик өлөшләтә танылған ике дәүләт: Көньяҡ Осетия менән Абхазия тарафынан ғына бойондороҡһоҙ дәүләт тип һанала. 2004 йылдың 5-12 октябрендәге Молдова Республикаһы халҡы иҫәбен алыу Днестр буйы халҡын иҫәпкә алмай ғына үткәрелә. 2004 йылдың 11-18 ноябрендә Днестр буйы Молдова Республикаһында үҙаллы халыҡ иҫәбен алыу ойошторола ([http://www.demoscope.ru/weekly/2005/0213/panorm01.php#2 Демоскоп. 2004 йылдағы Днестр буйы Молдова Республикаһының халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре)
  15. Ҡырғыҙ Республикаһының статистика комитеты. Халыҡтың милли составы 2013 йыл 13 ноябрь архивланған.
  16. Белорусское Полесье 2015 йыл 12 февраль архивланған. // Литературная Россия, № 16, 2006.
  17. Пинчуки // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  18. Этническая структура населения Брестской области (к вопросу о «скрытых» этносах) // Гістарычная брама, № 2-3 (12-13), 1999.
  19. Носевич В. В. Белорусы: становление этноса и «национальная идея»
  20. Белорусы // Кругосвет
  21. Борис Николаевич Флоря]] О некоторых особенностях развития этнического самосознания восточных славян в эпоху Средневековья — Раннего Нового времени // Россия-Украина: история взаимоотношений / Отв. ред. А. И. Миллер, В. Ф. Репринцев, М., 1997. С. 9-27
  22. Носевич В. Л. Белорусы: становление этноса и «национальная идея» // Белоруссия и Россия: общества и государства. — М.: Права человека, 1998. — С. 11—30.
  23. Предварительные результаты переписи 2009 года. Население отдельных национальностей по полу, возрасту, состоянию в браке, образованию, источникам средств к существованию, лингвистическим признакам.
  24. РАСПРЕДЕЛЕНИЕ НАСЕЛЕНИЯ РЕСПУБЛИКИ БЕЛАРУСЬ ПО НАЦИОНАЛЬНОСТИ И ЯЗЫКАМ В 1999 ГОДУ
  25. Социологи: Белорусы любят, но не отстаивают 2009 йыл 7 ноябрь архивланған..
  26. Состояние на 1 марта 2009 г., данные опубликованные на www.catholic.by 2011 йыл 26 август архивланған.
  • Белорусы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Белорусы // Этноатлас Красноярского края / Совет администрации Красноярского края. Управление общественных связей ; гл. ред. Р. Г. Рафиков ; редкол.: В. П. Кривоногов, Р. Д. Цокаев. — 2-е изд., перераб. и доп. — Красноярск: Платина (PLATINA), 2008. — 224 с. — ISBN 978-5-98624-092-3.
  • Бандарчык, В. К. Гісторыя беларускай этнаграфіі XIX ст. — Мн., 1964.  (белор.)
  • Белорусское Полесье. Сборник этнографических материалов, собранных М. Довнаром-Запольским. — Вып. I. Песни пинчуков. — К., 1895.
  • Белорусы // Народы России. Атлас культур и религий. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-287-00718-8.
  • Булгаковский, Д. Г. Пинчуки. Этнографический сборник. — СПб., 1890.
  • Гринблат, М. Я. Белорусы. Очерки происхождения и этнической истории. — Мн., 1968.
  • Народы Европейской части СССР. — Т. 1. — М., 1964.
  • Народы России: живописный альбом, Санкт-Петербург, типография Товарищества «Общественная Польза», 3 декабря 1877, ст. 43
  • Носевич, В. Л. Традиционная белорусская деревня в европейской перспективе. — Мн., 2004.
  • Молчанова, Л. А. Материальная культура белорусов. — Мн., 1968.
  • Россия. Полное географическое описание нашего Отечества. — Т. 9. // Под редакцией В.Семёнова. — СПб., 1905.
  • Этнаграфiя Беларусi. Энцыклапедыя.― Мн., 1989 ISBN 5-85700-014-9
Белорустарҙың килеп сығышы тураһында мәҡәләләр:
  • Гринблат, М. Я. К происхождению белорусской народности (по поводу теории субстрата) // Советская этнография. — № 5, 1968.
  • Жучкевич, В. А. К вопросу о балтийском субстрате в этногенезе белорусов // Советская этнография. — № 1, 1968.
  • Канстанцінаў, Ф. Аб паходжанні беларускага народа. — Мн., 1948.
  • Карский, Е. Ф. Белорусы. Введение к изучению языка и народной словесности. — Вильна, 1904.
  • Седов, В. В. К происхождению белорусов // Советская этнография. — № 2, 1967.
  • Третьяков, П. Н. Восточные славяне и балтийский субстрат // Советская этнография. — № 4, 1967.
  • Третьяков, П. Н. У истоков древнерусской народности. — Л., 1970.
  • Филин, Ф. П. Образование языка восточных славян. — М.-Л., 1962.
  • Филин, Ф. П. Происхождение русского, украинского и белорусского языков: Историко-диалектологический очерк. — Л., 1972.
  • Чаквін, І. У. Фарміраванне беларускай народнасці / І. У. Чаквін // Этнаграфія беларусаў : Гістарыяграфія, этнагенез, этнічная гісторыя / [В. К. Бандарчык і інш.]. — Мінск : Навука і тэхніка, 1985. — С. 43—118.
Диаспора
  • Голубева Н. А.Беларускае замежжа=Белорусское зарубежье. — Мн., 2010.