Тунис (ҡала)
Ҡала | |
Тунис تونس | |
Ил | |
---|---|
Виләйәт | |
Координаталар | |
Бейеклеге |
4 м |
Климат тибы | |
Халҡы |
1 200 000 кеше (2008) |
Тығыҙлығы |
3426 кеше/км² |
Этнохороним |
тунистар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды | 71 |
Һанлы танытмалар | |
Рәсми сайт |
commune-tunis.gov.tn |
Туни́с[1][2] (ғәр. تونس, франц. Tunis) — Тунис Республикаһының һәм Тунис провинцияһының баш ҡалаһы. Халҡы 1 200 000 кеше (2008), ҡала яны халҡы менән бергә — 3 980 500.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Урта диңгеҙҙең Тунис ҡултығы ярында, Тунис күле аръяғында урынлашҡан. Радес һәм Хальк-эль-Уэд (Ла-Гулет) порттары менән канал һәм тимер юлы аша тоташҡан. Ҡала яр буйы тигеҙлеге һәм уны уратып торған түбәләр буйлап һуҙылған. Замансараҡ ҡаралтылар (колониаль һәм унан һуңғы замандағы) уртаһында иҫке ҡала — Әл-Мәҙинә урынлашҡан. Ҡала янындағы Карфаген (Картаж) да Тунисҡа инә. Туристар күпләп Боронғо Рим заманы ҡалаһы Карфаген емеректәрен ҡарарға, шулай уҡ Сиди-Бу-Саид, Эль-Марса, Ля-Гуллет ҡаласыҡтарына килә.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туниста башлыса йәй, Урта диңгеҙҙәгесә, эҫе һәм ҡоро, ә ҡыш — йылы һәм ямғырлы тора.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 15,7 | 16,5 | 18,1 | 20,7 | 24,9 | 29 | 32,6 | 32,7 | 29,7 | 25,2 | 20,5 | 16,7 | 23,52 |
Уртаса температура, °C | 11,5 | 12 | 13,2 | 15,6 | 19,3 | 23,2 | 26,3 | 26,8 | 24,4 | 20,4 | 15,9 | 12,5 | 18,4 |
Уртаса минимум, °C | 7,2 | 7,4 | 8,3 | 10,4 | 13,7 | 17,3 | 20 | 20,8 | 19 | 15,5 | 11,3 | 8,2 | 13,3 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 59 | 57 | 47 | 38 | 23 | 10 | 3 | 7 | 33 | 66 | 56 | 67 | 466 |
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала тураһында б. э. т. 814 йылда тәүгә телгә алына, ә һаҡланып ҡалған ҡаралтыларҙың иң иҫкеһе XIII—XV быуаттарға ҡарай[3].
2011 йылдағы ғәрәп яҙында ҡалала комендант сәғәте индерелә[4].
Иҡтисади торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала илдең иҡтисади үҙәге булып һанала. Ҡалала һәм ҡала янында химия, төҙөлөш, текстиль һәм аҙыҡ-түлек етештереү промышленносе үҫешкән.
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланы Тунис-Карфаген халыҡ-ара аэропорты хеҙмәтләндерә. Баш ҡала илдең башҡа ҡалалары менән Тунис тимер юлы һәм автотрасса аша тоташҡан. Ҡалала диңгеҙ порты, тимер юлы вокзалы, бер нисә автовокзал бар. Ҡала араһында йөрөгән ҡыҙыл-буйлы маршрут таксиҙары (луаждар) өсөн вокзалдар ҙа бар.
1985 йылдан заманса тиҙ йөрөшлө Тунис трамвайы ла йөрөй. Француз телендә ҡаланың трамвай селтәре «Métro» тип атала. Трамвайҙарҙан тыш ҡала һәм ҡала яны маршруты буйынса ҡала яны поездары бар. Шулай уҡ ҡала буйлап автобустар, күк-буйлы маршрут таксиҙары (луаждар) йөрөп тора.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антонио Корпора (1909—2004) — италиялы рәссам.
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тунис һәм түбәндәге ҡалалар араһында туғандашлыҡ булдырылған[5]:
- Амман, Иордания
- Джидда, Сауд Ғәрәбстаны
- Доха, Катар
- Кёльн, Германия
- Әл-Күвәйт, Күвәйт
- Лиссабон, Португалия
- Марсель, Франция
- Маскат, Оман
- Монреаль, Канада
- Мәскәү, Рәсәй
- Париж, Франция
- Прага, Чехия
- Рабат, Марокко
- Рим, Италия
- Истанбул, Төркиә
- Рио-де-Жанейро, Бразилия
- Сантьяго, Чили
- Стокгольм, Швеция
- Ташкент, Үзбәкстан
- Триполи, Ливия
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Городецкая И. Л., Левашов Е. А. Тунис // Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 294. — 363 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-016914-0.
- ↑ Проверка слова: Тунис . Грамота.ру. — ударение. Дата обращения: 27 май 2013. Архивировано 28 май 2013 года.
- ↑ Тунис (город) / Энциклопедия туризма Кирилла и Мефодия. 2008.
- ↑ В столице Туниса введен комендантский час
- ↑ Coopération internationale (фр.). commune-tunis.gov.tn. — Coopération et jumelage. Дата обращения: 22 февраль 2014. Архивировано 22 февраль 2014 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.