Эстәлеккә күсергә

Тунис

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тунис Республикаһы битенән йүнәлтелде)
Тунис Республикаһы
الجمهورية التونسية
(әл-Джүмһүриә әт-Тунисиә)
République tunisienne
Тунистың гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Государственный гимн Тунистың
Үҙаллылыҡ датаһы 20 март, 1956Франциянан)
Рәсми тел Ғәрәп теле
Баш ҡала Тунис
Эре ҡала Тунис
Идара итеү төрө Президент республикаһы
Президент
Премьер-министр
Монсеф Марзуки[1]
Али Лараед[2]
Дәүләт дине ислам, сөннилек
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
89
163 610 км²
5,0
Халыҡ
• Һаны (2013)
• Халыҡ тығыҙлығы

10 835 873[3] чел. (79)
61,6 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2010)
  • Бер кешегә

100,3 млрд. долл. (70)
9 500 долл.
КПҮИ (2013) 0,712[4] (юғары) (94 урын)
Валюта Тунис динары
(TND, код 143)
Интернет-домен .tn
Код ISO TN
МОК коды TUN
Телефон коды +216
Сәғәт бүлкәте +1

Тунис Республикаһы — الجمهورية التونسية‎ (әл-Жүмһүриә әт-Тунисиә) — Төньяҡ Африкалағы дәүләт. Баш ҡалаһы — Тунис. Дәүләт теле — ғәрәп теле. 2010 йылғы халыҡ һанын алыу мәғлүмәттәре буйынса, илдә 10 миллиондан ашыу кеше йәшәй, территорияһы — 163 610 км². Халыҡ һаны буйынса исемлектә донъя йөҙөндә 79-сы урында, биләгән майҙаны буйынса — 91-се урында.

Унитар дәүләт, президент республикаһы. 2014 йылдың 31 декабренән президент вазифаһын Беджи Каид Эс-Себси биләй. 24 административ-территориаль берәмеге бар

Төнъяҡтан һәм көнсығыштан Урта диңгеҙгә сыға, көнбайыштан — Алжир, көньяҡ-көнсығыштан Ливия менән сикләшә. Илдең өстән бер өлөшө Атлас тауҙарының көнсығыш яғын биләй, ҡалған өлөшө саванналарҙа, башлыса сүллектәрҙә урынлашҡан.

Халҡының 98 % -ы ислам динендә.

Тотороҡло үҫешә барған иҡтисадлы аграр-индустриаль ил. ЭТП кимәле һатып алыу мөмкинлеге буйынса 2011 йылда 100,3 миллиард АҠШ доллары тәшкил итә (халҡының йән башына 9500 АҠШ доллары). Аҡса берәмеге — тунис динары.

1705 бойондороҡһоҙ Тунис дәүләте барлыҡҡа килгән, уға Хөсәйниҙәр затынан бейҙәр хакимлыҡ иткән. Улар солтанды бары тик дин башлығы итеп таныған. 18811883 йылдарҙа Франция Тунисҡа үҙ протекторатын көсләп таға, илде үҙенең колониаль империяһы биләмәһенә индерә.

Рим Карфагены харабалары(Ҡалып:Iw5)

Тәүтормош кешеләренең Тунис биләмәләрендәге иң боронғо төйәктәре 200 000 мең йылдар элек үк барлыҡҡа килгән (Келибия районы, Бон мороно).

Б.э. тиклем 6000 йылдар самаһы әүәл боҙлоҡ дәүеренән һуң (Сахара) сүллеге барлыҡҡа килгән.

Б.э. тиклем 4500 йыл элек Тунистың Гафса районында капсийҙар төйәкләнә.

Б.э. тиклем 1100 йыл элек финикиялылар Карфаген, Сус, Утика һәм Изерта ҡалаларына нигеҙ һала. Финикиялыларҙың төньяҡ Африкалағы төп ҡалаһы булып Карфаген һанала.

Карфаген б.э. тиклем 814 йылда барлыҡҡа килә. Уға финикиялыларҙың Тир ҡалаһы колонистары нигеҙ һала. Көнбайыш Урта диңгеҙ төбәктәрендә Финикия йоғонтоһо юҡҡа сыҡҡас, Карфаген уның элекке колонияларын үҙенә буйһондора. Б.э. тиклем III быуатта Боронғо Римгә каршы һуғышып яулап алған ерҙәрен юғалта һәм б.э. тиклем 146 йылда емертелә һәм уның Африкалағы провинцияһына әүерелә.

Юлий Цезарь уның урынында колония булдырырға бойороҡ бирә (үҙе вафат булғандан һуң бойомға ашырыла). Б.э. тиклем 44 йылда Финикия Карфагены харабалары өҫтөндә римлеләр яңы ҡала төҙөй һәм Юлий Цезарь хөрмәтенә Colonia Iulia Carthago тип атай. Ул бай ауыл хужалығы тауарҙары етештереүсе административ үҙәк һәм порт булараҡ сәскә ата. Карфагендың был дәүере 750 йыл дауам итә.

Рим империяһы бүлгеләнгәс бында Вандалдар һәм аландар короллеге барлыҡҡа килә (Б.э. тиклем 429—533 йй).

Артабан Төньяҡ Африканың был яғын император Юстиниан хакимлыҡ иткән Византия яулап ала. Шунан алып Карфаген Карфаген экзархатының баш ҡалаһына әүерелә. 697 йылда византия Карфагены ғәрәптәр баҫышыуына ҡаршы тора һәм яуланмай ҡала.

Өмәүиҙәр хәлифәлеге. 750 йыл.

670 йылда ғәрәптәр (Хаҡ хәлифәт) византия ҡәлғәһе урынында Төньяҡ Африка ерҙәрендә тәүге ҡалаһына нигеҙ һала (Каруан), ул транссахара сауҙаһы үҙәгенә әүерелә.

1534 йылда Сәлим I идара иткән Осман империяһы экспансияһы осоронда төрөк флотының баш командующийы Хәйр-әд-Дин Барбаросса Тунисҡа баҫып инә, әммә бер йылдан Тунис герман-рим императоры Карл V Габсбург тартып ала.

1568 йылда Ғосман империяһы (Сәлим II) корсары Кылыч Али-паша Алжирҙан ҡоро ер юлы менән ҙур булмаған ғәскәр ебәрә, Хафсидтарҙан Тунисты тартып ала. 1573 йылда Австриялы Һуан испандар ярҙамы менән Тунисты яулай, әммә 1574 йылда османдар яңынан Тунисҡа бәреп инә. Тунис Осман империяһына баш һала.

Мәгәр XVI быуаттан төрөк солтаны хакимлығының исеме генә тороп ҡала — ғәмәлдә 1612 йылда барлыҡҡа килгән Мурадиҙар затынан бойондороҡһоҙ бейҙәр илгә идара итә. 1705 йылда было бойондороҡһоҙ Тунис дәүләте барлыҡҡа килә, уға Хөсәйниҙәр тоҡомо идара итә, улар төрөк солтанын дини башлыҡ — имам итеп кенә таный. 1881—1883 йылдарҙа Франция Тунисты үҙ протекторатына тартып ала һәм үҙ колонияһына әүерелдерә. Иң билдәле бейҙәр:

  • Хөсәйен бен Али (1705 йылдан)
  • Али-бей (1759—1782)
  • Хәмүдә-паша (1782—1814)
  • Әхмәд (1837—1855)
  • Мөхәммәт әс-Садыҡ (1881)
  • Монсәф (1942—1943)
  • Мөхәммәт VIII әл-Әмин (1943—1957)

1957 йылда монархия юҡҡа сығарыла.

1960-сы йылдар башынан илдә ғәмәлдә бер партиялы режим урынлаша. Был партия Нео-Дустур, 1964 йылда Социал-демократик тигән исем ала.

1987 йылда илдә Йәсмин ихтилал була, илдең күп йылдар идара иткән Хәбиб Бургиба, (ул туҡтауһыҙ етәкселәрҙе алмаштырып тороуы менән билдәле), иҡтисади көрсөк һәм дини баҫым барған шарттарҙа төп министрҙар һәм көс ведомстволары менән һүҙ беркетеп премьер-министр Зин әл-Әбидин Бен Али уны властан бәреп төшөрә. Икенсе йылына Бургиба осорондағы иң мәғәнәһеҙ ҡарарҙарын һәм йүнәлештәрен сикле генә реформалайҙар. Ил етәкселеге бер партия системаһынан формаль рәүештә генә күп партиялылыҡ иғлан итә, шул рәүешле ауыр эҙемтәләрҙән ҡотола ала һәм идара итеүҙе ҡулдан ысҡындырмай. Ил көнбайыш сәйәсәте үткәрә башлай, һәм ислам фундаментализмы менән көрәшә.

2011 йылдың 8 февралендә Тунистағы болғаныштар (20102011) осоронда президент Бен Али илдән ҡаса[11]. Был ваҡиғаларға икенсе Йәсмин ихтилалы исеме бирәләр[12]. Ғәҙәттән тыш хәл режимы илдә 2011 йылдың ғинуарынан 2014 йылдың мартына тиклем дауам итә.[13]

2015 йылдың 18 мартында Туниста теракт эшләнә, Бардо ҡалаһының милли музейында 20-нән ашыу кеше үлтерелә.
2015 йылдың 26 июнендә Сусала «Riu Imperial Marhaba» ҡунаҡханаһы биләмәһендә теракт була. Ул Сусаның Эль-Кантави рекреацияһына инә. Ҡунаҡхана биләмәһенә ярҙағы ҡомлоҡ яғынан ҡораллы террорист килеп инә лә осраған бер кешене атып үлтерә. 38 еше һәләк була, 39 яралана.

Элекке президент Зин әл-Әбидин Бен Али вазифаһында Хабиб Бургиба хакимиәттән киткәс, 1987 йылдан була. Хәбиб Бургиба был вазифаны ил Франциянан 1956 йылда бойондороҡһоҙлоҡ алғаны бирле алмаштырылмай биләй. 1957 йылда илдә монархия юҡҡа сығарыла.

Тунис дәүләтенә нигеҙ һалған, ҡартайыуы еткән президент Хәбиб Бургиба, 1987 йылда премьер-министр вазифаһына Зин әл-Әбидин Бен Алины тәғәйенләй. Ул шуғаса хәрби министр һәм эске эштәр министры булып эшләгән була. внутренних дел. У саҡта ил конституцияһында президент ғүмерлеккә тәғәйенләнә тип яҙылған булған.

Алты аҙнанан уҡ «һарай ихтилалы» килеп сыға — Хәбиб Бургибаны, медицина тикшереүе үткәреп, юридик хоҡуҡҡа һәләтле түгел һәм президет вазифаһын башҡара алмай тип һығымта яһайҙар, һәм ошо рәүешле тыныс юл менән Йәсмин ихтилалы тип аталған түңкәрелеш тормошҡа ашырыла. Хакимиәттән киткән Хәбиб Бургиба 2000 йылға тиклем ғүмер итә һәм үҙенең тыуған ере — Монастир ҡалаһында хәҙер уның исемен йөрөткән кәшәнәгә ерләнә.

Йәнә ике йыл Зин әл-Әбидин Бен Али премьер кәнәфиендә президент вазифаһын үтәй, 1989 йылда президент итеп һайлана. Тунистың Конституцияһына үҙгәрештәр индерелә: 2002 йылда терроризмға ҡаршы көрәш һылтауы менән референдум үткәрелә, шуның һөҙөмтәһендә президент һайлау мөҙҙәте (рәттән ике тапҡыр) һәм президент булып һайланыу хоҡуғы биргән йәш цензы (70 йәшкә тиклем) тураһындағы статьялар алып ташлана.

2011 йылдың 14 ғинуарында Туниста болғаныштар башлана һәм 74 йәшлек Зин әл-Әбидин Бен Али бежал из страны в Сәғүд Ғәрәбстанына сығып ҡаса, Президент теҙгенен парламент спикерына тоттора. Шуға тиклем ул илдә ғәҙәттән тыш хәл иғлан итеп өлгөрә һәм хөкүмәтте тарата, парламентҡа ваҡытынан алда һайлау үткәрергә бойороҡ бирә. Туниста тәүлек буйы самолеттар осмай, икенсе көнөнә сит илдән килгән туристар тулыһынса ашығыс рәүештә илдән ҡайтарып ебәрелә.[14]

1959 йылда тәүге президент ваҡытында күп партиялылыҡ системаһы индерелә, донъяуи судтар ҙә, гражданлыҡ нормалары ла күп ҡатынлылыҡты тыя, ҡатын-ҡыҙға һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғы бирелә. Былар әле лә юридик көсөндә ҡала. Ике ҡатын алыу раҫланған осраҡта яза ҡаралған. Конституция буйынса президент 5 йылға һайлана. Премьер-министр һәм министрҙар кабинеты президент тарафынан һайлана. 2011 йылда әммә президент һәм премьер-министр Учредителдәр йыйылыш тарафынан һайлана. Төбәк башлыҡтары һәм урындағы үҙидара етәкселәре хөкүмәт тарафынан билдәләнә. Муниципаль һәм округ кимәлендәге етәкселәр һайлау үткәреп тәғәйенләнә.

Демократик конституцион берекмә партияһы (ДКБ) (1988 йылға тиклем — Социалистик Дустур Партия, унан да элгәре — Яңы Дустур) Тунис үҙаллы дәүләт булараҡ бойондороҡһоҙлоҡ алғаны бирле 25 йыл дауамында берҙән-бер легаль партия булып тора. 2011 йылдағы протестар арҡаһында партия тыйыла. Ваҡытлы Учредителдәр йыйылышында барлыҡҡа килгән иң эре партиялар — урта йүнәлешле Ислами тергеҙеү партияһы, донъяуи Республика өсөн Конгресы, Азатлыҡ, ғәҙеллек һәм үҫеш өсөн халыҡ петицияһы (Әл-Әридә).

Халыҡ вәкилдәре Ассамблеяһы

Халыҡ вәкилдәре Ассамбеляһы — бер палаталы парламент, унда 217 урын. Депутаттар 5 йылға һайлана. Парламент Бардо һарайында эшләй (күрше бинала Бардо музейы). Ул илдең баш ҡалаһы Тунистан йыраҡ түгел Бардо ҡалаһында урынлашҡан.

2011 йылдың 23 октябрендә ваҡытлы Учредителдәр йыйылышына һайлау үткәрелә. 217 урындың 89-ын урта йүнәлешле Тунис Ислами тергеҙеү партияһы яулай, Республика өсөн Конгресы — 29, Азатлыҡ, ғәҙеллек һәм үҫеш өсөн халыҡ петицияһы (Әл-Әридә)) — 26.

2014 йылдың 26 октябрендә президет Бен Али бәреп төшөрөлгәндән алып беренсе тапҡыр парламент һайлауы үткәрелә, Тунистың яңы Конституцияһы ҡабул ителә.[15][16]. Ил граждандары 217 депутат һайлай[17]. Иң күп урынды (83) төп донъяуи партия «Нидаа Тунис» яулай, ә иң ҙур ислами партия «Ән-Нәхдә» — 68 урын алыуға өлгәшә.


Тунистың иң түбән ере — Әл-Гәрсә (диңгеҙ кимәленән 17 м түбәнерәк), ә иң бейеге — Шамби тауы (1544 м). Майҙаны буйынса ул Мәғрибтә иң бәләкәй ил.

Тунистың климаты — төньяҡта урта диңгеҙ субтропигы, яр буйында, көньяҡта һәм эске райондарҙа — тропик сүллектәре. Ғинуарҙа уртаса температура +10 °C — төньяҡта һәм +21 °C — көньяҡта, июлдә +26 °C нтөньяҡта һәм +33 °C — көньяҡта. Яуым-төшөм- көньяҡта 100 мм, таулы райондарҙа 1500 мм-ға тиклем, ҡайһы бер сүлле райондарҙа йылдар буйы ла яумай. Яр буйында эҫелек диңгеҙҙән килгән бриз арҡаһында бер аҙ һүрелгәндәй тойола, ғәмәлдә был улай түгел. Сүлле райондарҙа төндә хатта яҙын һәм көҙөн ҡырауҙар төшкөләй, шул уҡ ваҡытта көндөҙ температура +25…+27 °C етә. Был илгә иң яҡшыһы сентябрь-ноябрь һәм март-июнь айҙарында килеү.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тунистың 24 вилайәте бар, уларҙың башында губернаторҙар тора. Вилайәттәр 264 округҡа (делегацияға) бүленгән. Губернаторҙарҙы республика президенты тәғәйенләй.

Аграр-индустриаль ил, иҡтисад нигеҙен ауыл хужалығы тәшкил итә. Милли табыш килтереүҙә туризм икенсе урында тора, өсөнсөлә — еңел сәнәғәт, башлыса текстиль етештереү.Зәйтүн һәм уның майын экспортлау буйынса Тунис донъяла дүртенсе урынды биләй. Илдә 50 млн-дан ашыу зәйтүн ағасы иҫәпләнә. Тунис донъяның зәйтүн етештереү күләменең 10%-ын тәьмин итә. Әммә башҡа төр ауыл хужалығы тауарҙарын Тунис әҙ етештерә һәм ситтән һатып алырға мәжбүр. Фосфорит ятҡылыҡтарының иң эреләрендә дәүләт компаниялары эш алып бара. Нефть сығарыу 5 млн тонна тәшкил итә, был илдең эске ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә һәм 40 % самаһы экспорт табышы бирә.

Һорауламалар халыҡтың яртыһы тиерлек үҙҙәрен урта синыфҡа индереүен күрһәтә. Дәүләт тарафынан билдәләнгән минималь эш хаҡы айына 270 динар (130 долл. самаһы).

Нефть һәм газ тармаҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тунистың нефть сығарыусы тармағы күрше Алжирҙыҡына ҡарағанда ҡайтышыраҡ үҫешкән. 2006 йылда раҫланған мәғлүмәттәр буйынса Туниста нефть ятҡылыҡтары — яҡынса 308 млн баррель. BP Statistical Energy Survey раҫлауынса, Тунис 2007 йылда уртаса 97600 баррель сей нефть сығарған, был донъя күләмендә 0,11 % тәшкил итә һәм 2006 йылға ҡарағанда 40,1 %-ҡа үҫкән.

Оҙайлы ваҡыт нефть Тунистың экспорт табышының төп сығанағы булып тора (1999 йылда илдә 250 мең тонна самаһы сей нефть сығарылған). 1980-се йылдар ахырында был роль текстиль һәм аҙыҡ-түлек етештереүгә күсә.[18].

Сәнәғәт министрлығы Тунистың нефть сәнәғәтен көйләп тора. L’Enterprise Tunisienne d’Activites Petrolieres (ETAP) — дәүләт нефть компанияһы, ә Société Nationale de Distribution du Pètrole (SNDP) — милли маркетинг дистрибьютор компанияһы булып тора[19].

Туниста «Бритиш Газ» — иң ҙур сит ил инвесторы. Miskar төбәгендә газ сығарыу буйынса акцияларҙың 100 % — уныҡы. Был күләм илдәге тәүлек ихтыяждың 80%-ын тәшкил итә.[18].

Сфакс станцияһында килгән поезд SNCFT

Илдә һигеҙ халыҡ-ара аэропорт, барлығы — 29 (на 2013 год).[20] Илдең иң эре аэропорттары: Энфида, Тунис-Карфаген халыҡ-ара аэропорт, Хәбиб Бургиба исемен йөрөткән Монастир ҡалаһы аэропорты һ.б.

SNCFT компанияһы идара иткән Тунис тимер юлдары селтәренең оҙонлоғо (франц. Société Nationale des Chemins de Fer Tunisiens), 1900 км-ҙан оҙонораҡ, шуларҙан киң колеялыһы (1435 мм) — 473 км[21] 1674 км — 1000 мм киңлек колеялы.

Халыҡ-ара йөк ташыу диңгеҙ транспорты менән башҡарыла. Илдең төп порттары: Хальҡ-әл-Үәд, Сфакс, Бизерта, Сехира, Сус[21].

Тунистың демографик күрһәткестәре

Халҡының 98 проценты — мосолман, нбер аҙ католиктар бар. Шулай уҡ Тунистың Джерба утрауында йәһүдтәр йәмәғәте йәшәй.

Халыҡ һаны — 10,6 млн кеше (2010 й.). Һуңғы йылдарҙа Туниста тыуым һаны ҡырҡа кәмей. 2010 йылда дөйөм тыуым коэффициенты буйынса бер ҡатынға 1,71 бала тура килә. Был ғәрәп илдәре араһында иң түбән күрһәткес.

Илдәге 97 % халыҡ — ғәрәп. Мәгәр бер аҙ (1 %) бербер ҙа йәшәй. Улар башлыса Джерба утрауында һәм Матмата, Татавин, Гафса төбәгендә йәшәй. Тунис берберҙары нефус тигән ырыуҙан булып, бербер теленең Шелха тигән шиүәһендә һөйләшә. Илдә черкестар ҙа бар (яҡ. 1,5 %). Башлыса улар мысыр мәмлүктәренән ҡалған, бер аҙы һуғыштарҙан һуң Кавказдан күскән.

Иҫерткес эсемлектәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәҙәттә мосолмандар иҫерткес ҡулланмай, мәгәр Туниста был мәсьәләгә бармаҡ аша ҡараусандар. Илдә шәкәрһеҙ (сухие) һәм әҙ шәкәрле шараптар (столовые) етештерелә. Громбалия ҡалаһында үҙәк майҙанда йөҙөм тәлгәше рәүешендәге һәйкәл ҡуйылған. Был ҡалала һәр сентябрь шарап фестивале үткәрелә. Туниста берҙән-бер милли һыра бренды — «Celtia» етештерелә. ных напитков Тунисатың милли эсемлектәре иҫәбенә «Tibarin» хөрмә ликеры, цитрус ликеры «Cedratine» һәм инжир араҡыһы «Boukha» инә. Шәкәрһеҙ ҡыҙыл «Magon» шарабына ихтыяж юғары. .

Байрамдар һәм даталар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 14 ғинуар — Революция көнө
  • 20 март — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө
  • 21 март — Йәштәр көнө
  • 9 апрель — Шәһиттәрҙе хәтерләү көнө
  • 1 май — Хеҙмәт байрамы
  • 25 июль — Республика иғлан итеү көнө
  • 13 август — Ҡатын-ҡыҙҙар көнө
  1. Новым президентом Туниса избран Монсеф Марзуки, Лента.ру (12 декабря 2011). 13 декабрь 2011 тикшерелгән.
  2. Назначен новый премьер-министр Туниса | Vesti.az | Главные новости Азербайджана | Новости Азербайджана. Дата обращения: 16 март 2013. Архивировано 21 март 2013 года. 2013 йыл 24 февраль архивланған.
  3. Census.gov. Country Rank. Countries and Areas Ranked by Population: 2013. U.S. Department of Commerce (2013). Дата обращения: 9 май 2013. Архивировано 9 май 2013 года.
  4. Human Development Report 2013 (ингл.). United Nations Development Programme (2013). Архивировано 13 август 2013 года. 2013 йыл 18 август архивланған.
  5. http://www.worldtimezone.com/time/wtzresult.php?CiID=6761
  6. 6,0 6,1 http://dateandtime.info/country.php?code=TN
  7. https://www.timeanddate.com/time/change/tunisia
  8. https://www.horlogeparlante.com/history-english.html?city=2464470
  9. https://www.timeanddate.com/news/time/tunisia-cancels-dst-2009.html
  10. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/africa
  11. Президент Туниса низложен
  12. Тунис: «Жасминовая революция» и что будет дальше?
  13. В Тунисе отменили режим ЧП, рассчитывая на большой турпоток — Туристические новости от Турпрома 2016 йыл 4 март архивланған.
  14. Российских туристов вывезут из Туниса 16 января, РосБизнесКонсалтинг (15 ғинуар 2011). 16 ғинуар 2011 тикшерелгән. 2011 йыл 18 ғинуар архивланған.
  15. В Тунисе в воскресенье проходят парламентские выборы. Euronews (26 октябрь 2014). Дата обращения: 26 октябрь 2014. 2016 йыл 8 октябрь архивланған.
  16. Первые после принятия новой конституции выборы состоятся в Тунисе. Федеральное агентство новостей (26 октябрь 2014). Дата обращения: 26 октябрь 2014. 2016 йыл 10 март архивланған.
  17. Tunisia begins landmark election race. Al Arabiya (4 октябрь 2014). Дата обращения: 26 октябрь 2014.
  18. 18,0 18,1 Тунис 2011 йыл 23 ғинуар архивланған.
  19. Oil and Gas in Tunisia — Overview 2006 йыл 13 май архивланған.
  20. The World Factbook 2012 йыл 16 октябрь архивланған.
  21. 21,0 21,1 Большая советская энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 26. Тихорецк — Ульяново. 1977. 624 стр., илл.; 46 л. илл. и карт.

Ҡалып:Африканский союз Ҡалып:Agadir

Ҡалып:Заморская экспансия Франции Ҡалып:Франкоязычные страны Ҡалып:Союз арабского Магриба