Тәбиғәт
Тәбиғәт — йыһандағы матди тормош. Дөйөм алғанда, тәбиғи фәндәрҙең өйрәнеү һәм тикшереү объекты. Йәнле һөйләштә «тәбиғәт» һүҙе йәшәү мөхитен, кеше тәьҫиренән башҡа барлыҡҡа килгән бар тирә-яҡты аңлатыу өсөн ҡулланыла.
Хоптаун Фолс шарлауығы, Австралия | Галунггунг ҙур янартауы(вулкан) атылған ваҡытында йәшен ялтлауы, Көнбайыш Ява, 1982 йыл | 1972 йылда Аполлон-17 экипажы тарафынан төшөрөлгән Ерҙең фотоһы |
Ер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ер — әлеге ваҡытта билдәле йәшәү булған, йәнле тәбиғәте булған берҙән-бер планета. Уның тәбиғәт үҙенсәлектәре бик күп ғилми тикшеренеүҙәр предмете булып тора.
Ҡояш системаһындағы ҡояштан алып өсөнсө урында (Меркурий һәм Венеранан һуң) торған ер төркөмөндәге планета. Ул ер төркөмөндәге планеталар араһында диаметры, ауырлығы һәм тығыҙлығы буйынса, иң ҙуры.
Төп климатик үҙенсәлектәре: Ерҙең ике ҙур поляр өлкәһе, сағыштырмаса тар ике уртаса зонаһы һәм бер киң экваториаль-тропик өлкәһе бар.
Планетала яуым-төшөм микдары ҡайһы өлкәһе булыуына ҡарап киң дәирәлә айырыла һәм йылына бер нисә миллиметрҙан алып бер нисә метрға тиклем арауыҡта тибрәлә.
Ерҙең 71 % тиклем өҫкө йөҙөн донъя океаны биләй. Ҡалған өлөшө континенттарҙан һәм утрауҙарҙан тора. Кеше йәшәгән ҡоро ерҙең иң күп өлөшө төньяҡ ярымшарға тура килә.
Ерҙә быуаттар төпкөлөнән килән геологик һәм биологик әүерелештәр эҙһеҙ үтмәгән. Планетаның өҫкө йөҙө туҡтауһыҙ күсеп йөрөүсе бер нисә литосфера плиталарына бүленгән. Был хәл континенттарҙың әленән-әле ҡушылыуына һәм айырылыуына килтерә.
Ерҙең эске өлөшө ирегән мантияның ҡалын ҡатламынан һәм магнит яланы .генерациялаусы тимер ядронан тора.
Атмосфераның әлеге хәле баштағы торошонан ныҡ үҙгәреш кисергән. Был йәнле тәбиғәттең төрлө формаларының тереклек эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булып тора.
Хәҙерге торошонда шарттарҙың даимилығы, экологик тигеҙләнеш хәлендә тороуы ла — йәнле тәбиғәт эшмәкәрлеге.
Географик киңлеккә һәм башҡа факторҙарға бәйле, ерҙең төрлө нөктәләрендә климаттағы айырмалар ҙур ғына булһа ла, планатала уртаса глобаль климат етерлек дәрәжәлә тотороҡло килә (во время межледниковых периодов). Ә инде уртаса глобаль температураның 1—2 °C -ҡа үҙгәреп алыуы тарихи дәүерҙәр барышында экологик балансҡа һәм Ер географияһына ныҡ ҡына шауҡым яһап-яһап ала.
Геология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Геология — ер ҡабығының төҙөлөшө, составы, ундағы файҙалы ҡаҙылмалары тураһындағы фәндәр комплексы. Ерҙәге
материалдарҙың составын, структураһын, физик үҙсәнлектәрен, тарихын һәм динамикаһын, уларҙы барлыҡҡа килтергән, үҙгәрткән, күсергән процестарҙы өйрәнә.
Геология — минераль һәм углеводород сеймалын табыуҙа, тәбиғи афәттәрҙең, стихиялы бәлә-ҡазаларҙың эҙемтәләрен прогнозлауҙа, геотехник өлкәләрҙә иҫәп-хисабта[en] һәм үткән дәүерҙәрҙәге климат һәм мөхитте өйрәнеүҙә төп академик дисциплиналарҙың береһе.
Атмосфера, климат и погода
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Планетар экосистеманың тотороҡлоғон тотоп тороуҙа Ерҙең атмосфераһы төп факторҙарҙың береһе булып тора. Ерҙе уратып алған газдарҙың йоҡа ҡатламы планетаның тартыу көсө менән тотолоп тора. Атмосферы 78 % азоттан, 21 % кислородтан, 1 % аргондан, углекислый газдан, һыу парҙарынан һәм башҡа күп булмаған ҡушылмаларҙан тора.[1][2].
Өҫкә күтәрелгән һайын атмосфера баҫымы кәмей бара. 19—20 км бейеклектә баҫымдың кәмеүе һыуҙың һәм организмдағы туҡыма шыйыҡлығың ҡайнауына килтерә. Кеше физиологияһы өсөн «йыһан» 15—19 км бейеклектә үк башлана.
Ерҙең атмосфераһында 11 -ҙән алып 50 км тирәһе бейеклектә (тропик киңлектәрҙә 25—30 км, уртаса киңлектәрҙә 20—25, в поляр киңлектәрҙә 15—20 км бейеклектә) озон (O3) ҡатламы бар. Озон ҡатламы бар тереклекте үлемесле ультрафиолет (УФ) нурҙарҙан һаҡлап тороусы ҡалҡан булып тора. Атмосфера шулай уҡ төнөн йылылыҡты һаҡлай, температура тирбәлеүҙәрен кәметә.
Планетар климатҡа төрлө факторҙар йоғонто яһай: океандағы ағымдар, ер өҫтөнөң ҡайтарыу һәләте, сағылдырыу һәләте (лат. albus, альбе́до — «белый»), парник газдары, ҡояштың яҡтыртыу дәрәжәһе, планетаның орбитаһындағы үҙгәрештәр һәм башҡалар . Ғалимдарҙың фекеренсә, Ер үҙ тарихында боҙлоҡ дәүерҙәрен дә үҙ эсенә алып, климаттың әллә күпме ҡырҡа үҙгәрештәренә дусар була.
Айырым төбәктәрҙең климаты иң беренсе нәүбәттә төбәктең ҡайҙа урынлашыуына, ниндәй киңлектәрҙе үҙ эсенә алыуына бәйле. Ҡайһы бер төбәктәр экваториаль климаттан башлап көньяҡ һәм төньяҡ ҡотоптарға тиклем барып етәләр. Климат шулай уҡ, миҙгелгә бәйле. Ә миҙгел ер күсәренең орбита яҫылығына ҡарата торошона (ауышлыҡ) бәйле. Ауышлыҡ һөҙөмтәһендә йыл әйләнәһендә планетаның төрлө урындарына, өҫкө йөҙөнә ҡоящ энергияһы тигеҙ төшмәй. Ер орбита буйлап күскән ыңғайына миҙгелдәр алмашына бара. Ниндәй ваҡытты алһаң да, төньяҡ һәм көньяҡ ярымшарҙарҙа ҡапма-ҡаршы миҙгел булып сыға.
Көн торошо күренештәре тотошлай тиерлек атмосфераның (тропосферала) түбәнге өлөшөндә бара һәм йылылыҡты таратыуҙың, бүлеүҙең конвектив системаһы (ағым) булып тора. Океан ағымдары климат яһаусы мөһим фактор булып тора. Бигерәк тә, ҡеүәтле термохалин һыу аҫты циркуляцияһы йылылыҡ энергияһын экватор зоналарынан алып ҡотопҡа тиклем тарата. Был ағымдар уртаса зонаның йәйе менән ҡышы араһындағы температура айырмаларын йомшартыу эшен атҡаралар. Әгәр ошо йылылыҡ энергияһын океан һәм атмосфера ағымдары таратмаһа, тропикахла күпкә эҫерәк һәм ҡотоптарҙа тағы ла һалҡыныраҡ булыр ине.
Көн торошо ыңғай ҙа, кире лә эҙемтәләрҙә килтерергә мөмкин. Торнадо, дауыл, циклон кеүек экстремаль күренештәр ҡеүәттәре менән әллә күпме ҡыйралыштарға килтерә алалар.
Үҫемлектәр донъяһы миҙгелдәрҙәге көн торошона, уның күп йылдарға һуҙылған ҡырҡа үҙгәрештәренә ныҡ бәйле. Ә Үҫемлектәр донъяһындағы үҙгәрештәр үлән менән туҡланыусы хайуандар тормошонда ла үҙгәрештәргә килтерә.
Көн торошо хаотик система. Мәхиттәге ҙур булмаған үҙгәрештәр ҙә көн торошон үҙгәртә ала. Шуға һауа торошон бер нисә көнгә генә алдан күҙаллап, алдан әйтеп була Әлеге ваҡытта бөтә донъя буйынса ике процесс бара: уртаса температура арта бара һәм төбәктәрҙәге климат күҙгә күренеп үҙгәрә.
Ерҙә һыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыу—водород һәм кислородтан торған химик берләшмә. Ерҙәге бөтә йәшәү формаларының да тереклеге өсөн мотлаҡ булған матдә[3] булып тора.
Ғәҙәттә һыу терминын уның шыйыҡ хәленә ҡарата ҡулланабыҙ. Әммә һыуҙың ҡаты хәле лә (боҙ) һәм газ —һыу пары хәле лә була.
Һыу Ерҙең 71 % -ҡа тиклем өҫкө йөҙөн биләп тора. Был майҙандың күп өлөшө океандарға һәм башҡа эре һыу ятҡылыҡтарана тура килә[4].
Бынан тыш яҡынса 1,6 % һыу ер аҫтарында һыу йөрөмәле горизонттарҙа һәм около 0,001 % тирәһе һауала пар һәм болоттар, шулай уҡ, яуым-төшөмдәр[5] хәлендә була.
Океандарҙа ер өҫтө һыуҙарының 97 % -ы тупланған. Боҙлоҡтарға һәм поляр боҙҙарға (полярные шапки) ᐨ 2,4 %, йылға, күл һәм быуаларға — ҡалған 0,6 %. тура килә. Тағын күпмелер һыу тере организмдарҙа һәм кеше етештергән продукцияларҙа.
Океандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ерҙең барлыҡ тиерлек тоҙло һыуҙары океандарҙа тупланған. Океан — гидросфераның төп компоненты. Ерҙең был һыу даръяһын айырым океандарға бүлеү йәшәп килһә лә, улар бөтәһе бергә бәйле бер глобаль тоҙло һыу массивы — Донъя океанын йәки глобаль океанды тәшкил итә[6][7].
Ер өҫтөнөң 71 % тирәһе майҙанын (361 млн км²) Донъя океаны биләй . Донъя океанының күп өлөшөндә тәрәнлек 3000 м-ҙы ашып китә. Ә һыуҙың уртаса тоҙлолоғо меңгә 35 өлөш тәшкил итә (ppt), йәғни 3,5 %.
Океандарҙың төп сиктәре булып континенттар, төрлө архипелагтар тора. Ерҙә ошондай океандарҙы (ҙурлығы кәмеү тәртибендә): Тымыҡ океан, Атлантик океан, Һинд океаны, Көньяҡ океан һәм Төньяҡ боҙло океан.
Донъя океанының ҡоро ер йәки һыу аҫты рельефы менән уратып алынған өлөштәрен диңгеҙҙәр, ҡултыҡтар, бухталар тип атайҙар.
Шулай уҡ, Ерҙә Донъя океаны менән тоташмаған һәм майҙаны бәләкәйерәк булған ябыҡ тоҙло һыу ятҡылыҡтары бар. Мәҫәлән, Арал диңгеҙе һәм Ҙур Тоҙло күл.
Күлдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күл — тәбиғи йәки кеше тарафынан яһалма ҡоорлған һыу ятҡылығы, гидросфера компоненттарының береһе. Диңгеҙ (океан) менән бәйләнеше юҡ.[8].
Ерҙә һыу ятҡылығы Донъя океаны менән тоташмаған осраҡта ғына күл тип атала. Шулай уҡ, күл йылға һыуҙары менән туйына һәм быуынан ҙурыраҡ һәм тәрәнерәк булып тора. Тәбиғи күлдәр ғәҙәттә таулы райондарҙа, риф зоналарында, боҙлоҡ менән бәйле зоналарҙа урынлашҡан. Башҡа күлдәр ағым булмаған (тоҡон) йәки оло йылғалар ағымына бәйле урындарҙағы осрай.
Ер шарының боҙлоҡ дәүеренән ҡалған, урыны хаотик структуралы дренажға бәйле күлдәре лә бар.
Ваҡыттың геологик масштабы эсендә күлдәр ваҡытлы ғына йәшәй. Сөнки күлдәрҙең яйлап ултырма тоҡом менән күмелеп юҡҡа сығыуы ҡүҙәтеләсәк.
Быуалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Быуа— торғон (томроҡ) һыу ятҡылығы. Тәбиғи йәки яһалма сығышлы була. Ҙурлығы буйынса күлдән ҡалыша.
.Яһалма быуалар булып торалар: матурлыҡ, биҙәү өсөн эшләнгән һыу баҡсалары(водные сады[en]), коммерсия маҡсатынан балыҡ үрсетеү өсөн эшләнгән быуалар (рыбные пруды[en]), йылылыҡ һаҡлау өсөн ҡояш быуалары (солнечные пруды[en]).
Йылғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға— тәбиғи һыу ағымы (водоток). Үҙе һалып алған тәбиғи йырҙаһы буйынса аға. Ер өҫтөнән һәм аҫтынан килгән һыу ағымдары иҫәбенә туйынып, тулыланып тора. Ғәҙәттә йылға һыуын океанға, диңгеҙгә, күлгә ҡоя йәки икенсе бер йылғаға ҡушыла. Ҡайһы бер осраҡтарҙа комлоҡтар араһында, йәиһә һаҙлыҡтарҙа юғала. Шулай уҡ, бер ниндәй һыу ятҡылығына ла барып етмәй ҡорорға ла мөмкин. Шишмә, ҡылымыҡ , родник, инеш кесе йылғалар булып тора.
Йылға — гидрологик циклдың бер өлөшө. Йылғаларҙа һыу ғәҙәттә яуым-төшөмдәрҙән, ер өҫтө ағымдарынан тәбиғи боҙлоҡтар һәм ҡар япмаһы иреүенән, ер аҫты һыуҙарынан һәм шишмәләрҙән йыйыла.
Экосистемалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Экосистема — тере организмдар бергәлегенән (биоценоз) һәм уларҙың йәшәү мөхитенән торған биологик система (биотоп). Экосистема эсендә үҙ-ара бәйләнештәр системаһы йәшәй, матдә һәм энергия алмашыныуы бар. Экосистемалар үҙ-ара бәйләнештә булған төрлө абиотик и биотик компоненттарҙан тора[10].Экосистеманың структураһы һәм составы уратып алған мөхиттәге төрлө факторҙары йыйылмаһы, улар араһындығы бәйләнештәр системаһы менән билдәләнә. Был факторҙарҙың үҙгәреп тороуы экосистемала динамик үҙгәрештәрҙе барлыҡҡа килтерә. Тупраҡ, атмосфера, ҡояш нурҙары, һыу һәм тере организмдар экосистеманың иң мөһим компоненттары булып тора. .
.Экосистема сиктәрендә төрҙәр аҙыҡ сылбыры менән бәйләнгән һәм бер-береһенән мохтаж булып торалар. Шулай уҡ үҙ-ара һәм мөхит менән матдәләр һәм энергия менән алмашалар.
Экосистеманан кесерәк элемент микроэкосистема тип атала. Микросистемаға миҫал булып унда тереклек иткән организмдары менән бергә ағас төпһәһе йәки таш һәм уның аҫтындағы тереклек була ала. Макроэкосистемға бассейны менән бергә барлыҡ экорегионды миҫалға килтереп була[11].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ильин В. В., Калинкин А. Л. Природа науки. — М., 1985.
- Природа / Месяц С. В. // Полупроводники — Пустыня. — М. : Большая российская энциклопедия, 2015. — С. 519—520. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 27). — ISBN 978-5-85270-364-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Природа Викиһүҙлектә | |
Природа Викиөҙөмтәлә | |
Природа Викимилектә | |
Природа Викияңылыҡтарҙа |
- Всемирный фонд дикой природы 2006 йыл 1 сентябрь архивланған.
- Программа ООН по окружающей среде
- Гиперболический рост в живой природе и обществе
- Грани Жизни — живая природа
- Природные чудеса России
- ↑ Ideal Gases under Constant Volume, Constant Pressure, Constant Temperature, & Adiabatic Conditions (недоступная ссылка — история). NASA. Дата обращения: 7 ғинуар 2007. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ Pelletier, Jon D. Natural variability of atmospheric temperatures and geomagnetic intensity over a wide range of time scales (инг.) // Proceedings of the National Academy of Sciences of the United States of America : journal. — 2002. — Т. 99. — № 90001. — С. 2546—2553. — DOI:10.1073/pnas.022582599 — — PMID 11875208.
- ↑ Water for Life . Un.org (22 март 2005). Дата обращения: 14 май 2011. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ CIA- The world fact book . Central Intelligence Agency. Дата обращения: 20 декабрь 2008. 2010 йыл 5 ғинуар архивланған.
- ↑ Water Vapor in the Climate System 2007 йыл 20 март архивланған., Special Report, [AGU], December 1995 (linked 4/2007). Vital Water 2008 йыл 20 февраль архивланған. UNEP.
- ↑ Ocean 2011 йыл 26 ғинуар архивланған. The Columbia Encyclopedia. 2002. New York: Columbia University Press
- ↑ Distribution of land and water on the planet 2012 йыл 16 февраль архивланған. UN Atlas of the Oceans
- ↑ Спиридонов А. Четырёхъязычный энциклопедический словарь терминов по физической географии. — М.: Советская энциклопедия, 1980. — С. 296. — 703 с.
- ↑ Adams, C.E. The fish community of Loch Lomond, Scotland : its history and rapidly changing status (инг.) // Hydrobiologia (инг.)баш. : journal. — 1994. — Т. 290. — № 1—3. — С. 91—102. — DOI:10.1007/BF00008956
- ↑ Pidwirny, Michael Introduction to the Biosphere: Introduction to the Ecosystem Concept . Fundamentals of Physical Geography (2nd Edition) (2006). Дата обращения: 28 сентябрь 2006. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ Bailey, Robert G. Identifying Ecoregion Boundaries // Environmental Management. — 2004. — Т. 34. — № Supplement 1. — С. S14. — DOI:10.1007/s00267-003-0163-6 — PMID 15883869.