Эстәлеккә күсергә

Урыҫ армияһының яҙғы һөжүме (1919)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урыҫ армияһы Көнсығыш фронтының генераль һөжүме
Төп конфликт: Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Файл:ВостФронт1919.jpgКөнсығыш фронтының яҙғы һөжүме
Дата

4 мартапрель 1919 йыл

Урыны

Пермь крайы, Удмуртия, Татарстан, Башҡортостан, Рәсәйҙең Ырымбур өлкәһенең хәҙерге территориялары, Ҡаҙағстандың Көнбайыш-Ҡазағстан өлкәһе һәм Атырау өлкәһе

Нәтижә

Урыҫ армияһы 5 миллиондан артыҡ кешеһе һәм мөһим сәнәғәт һәм ауыл хужалығы ресурстары менән ҙур территорияларын баҫып ала. Урыҫ армияһының Көнсығыш фронты Ҡазан, Һамар һәм Сембер ҡалаларына сығыу, Архангельск хөкүмәте фронты менән ҡушылыу, Рәсәй Көньяғының Ҡораллы көстәре менән берләшеүгә яҡынлашыу.

Ҡаршы тороусылар

Рәсәй флагы Көнсығыш фронты Урыҫ армияһы

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РККА-ның Көнсығыш фронты

Командирҙар

Рәсәй флагы А. В. Колчак

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы С. С. Каменев
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы М. В. Фрунзе

Ҡаршы тороусы көстәр

Рәсәй флагы Себер армияһы
(51 мең кеше)
Рәсәй флагы Көнбайыш армияһы
(40 мең кеше)[К 1]
Рәсәй флагы Ырымбур айырым армияһы
(14 мең кеше)[К 2]

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 1-се армия
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 2-се армия
22 мең кеше
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 3-сө армия
27 мең кеше
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 4-се армия
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 5-се армия
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы Төркөстан армияһы

 
Көнсығыш фронт
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Иркутск (1917) Иностранная интервенция Чехословацкий корпус (Барнаул Нижнеудинск Прибайкалье) •Иркутск (1918) Казань (1) Казань (2) Сембер Сызрань и Самара Ижевск и Воткинск Пермь (1)
Урыҫ армияһының яҙғы һөжүме (Ырымбур Уральск) • Чапанная война
Көнсығыш фронтының контрһөжүме
(Боғорослан Бәләбәй Сарапул-Воткинск Өфө)Пермь (2) Златоуст Екатеринбург СиләбеЛбищенскТобол Петропавловск Уральск и Гурьев
Бөйөк Себер Боҙ походы
(ОмскНовониколаевскКрасноярск) •
Иркутск (1919)
Партизанское движение (Алтай Омское восстание Минусинск Центр.Сибирь Забайкалье) • Голодный поход Ҡарағош яуы Восстание Сапожкова Западно-Сибирское восстание

Урыҫ армияһының яҙғы һөжүме («Полёт к Волге», «Бег к Волге») — Юғары хаким адмирал А. В. Колчак армияларының РККА-ның Көнсығыш фронтына ҡаршы 1919 йылдың март — апрелендәге бер нисә йүнәлеш буйынса (Вятка һәм Һамарға) эксцентрик һөжүме.

Операция башында Көнсығыш фронтта аҡтарҙың һәм ҡыҙылдарҙың көстәре яҡынса тигеҙ. Башта аҡтарҙың тере көстә бер аҙ өҫтөнлөгө була (май башына ҡыҙылдар һанды тигеҙләй[1]), ә ҡыҙылдарға — ут ҡеүәтендә[2].

Төньяҡта генерал Гайданың 51-се Себер армияһына ҡаршы дөйөм һаны яҡынса 50 мең штык һәм ҡылысы булған ике совет дивизияһы тора (2-се һәм 3-сө, командующийҙары В. И. Шорин һәм С. А. Меженинов). Көньяҡта ҡыҙылдарҙың 1-се (командующийы Г. Д. Гай), 4-се (командующийы М. В. Фрунзе) һәм Төркөстан (командующийы Г. В. Зиновьев) дөйөм һаны менән 26 мең штык һәм ҡылысы булған 14 меңлек А. И. Дутовтың Айырым Ырымбур армияһын дала төпкөлөнә ҡыуып индерәләр. Фронтттың үҙәгендә генерал М. В. Ханжиндың 40 меңлек Көнбайыш армияһына ҡаршы Ж. К. Блюмбергтың 11 меңлек 5-се армияһы (тиҙҙән уны М. Н. Тухачевский уны алмаштыра) тора. Фронт 1400 километрға һуҙыла. Һамар — Златоуст тимер юлынан төньяҡҡа генерал — майор В. В. Голицындың Көнбайыш армияһының удар төркөмө урынлаша.

Шулай итеп, РККА-ның Көнсығыш фронтының көслө флангтары һәм көсһөҙ үҙәге булыуы сәбәпле Урыҫ армияһының Көнсығыш фронты Совет Рәсәйҙең үҙәгенә һөжүм яһарға мөмкинлек ала[3].

Ике яҡтың пландары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Себер армияһының генераль штабында һөжүм итер алдынан. Беренсе рәттә һулдан уңға: командующий Р. Гайда, А. В. Колчак, штаб начальнигы Б. П. Богословский. 1919 йылдың феврале

Юғары Главком Адмирал Колчактың ставкаһы стратегик планына ярашлы, операцияның беренсе фазаһында Пермь — Вятка һәм Һамар — Һарытау йүнәлештәрендә беренсе һөжүм башланырға тейеш була. Һөжүм ике төп көс менән ике йүнәлештә дауам итергә һәм артабан төньяҡтан, көньяҡтан һәм көнсығыштан Мәскәүгә табан үҫешергә тейеш була. Хәҙерге заман тарихсыһы А. В. Ганин фекеренсә, историографияла аҡтарҙың төп ударҙың йүнәлеше тураһындағы бәхәс бөгөнгө көнгә тиклем яуапһыҙ ҡала.

Атаман Дутов генерал А. И. Деникин армиялары менән дөйөм фронт булдырыу өсөн төп ударҙы һул флангта эшләргә тәҡдим яһай. Ырымбур армияһының хәл-торошо бик тотороҡһоҙ була, әммә Ырымбур тирәһендә төп группировканы туплау һәм уны тәьмин итеү ҡыйынлыҡтар тыуҙыра: тимер юлдан Ырымбурға Омскиҙан Һамар аша ғына барып була. Колчактың бөтә Рәсәй хакимлығын әле танымаған Деникин ғәскәрҙәре менән берләшеү ҙә көтөлмәгән һөҙөмтәләргә килтереүе бар ине. Шуның өсөн һәр кем айырым көрәшһен тигән ҡарарға киләләр. Колчак был хаҡта: «Кем беренсе Мәскәүгә инә, шул хужа була», — тип әйткән[4].

Ставка генераль һөжүмде 1919 йылдың апрель айына планлаштыра. Быға тиклем әҙерлек маневрҙары барышында ғәскәрҙәрҙе һөжүмде башлау өсөн уңайлы булған рубеждарға сығарырға, шулай уҡ декабрҙә Өфөнө юғалтҡанға тиклемге хәлде тергеҙер кәрәк була, шуға күрә төп ударҙы ваҡытлыса Өфөгә күсерәләр. Көнбайыш армияһы алдында 5-се совет армияһын ҡыйратыу, Бөрө — Өфө — Стәрлетамаҡ — Бәләбәй ҡалалары райондарын биләп алыу һәм Һамар һәм Ҡазан губерналары сиктәренә, Ыҡ йылғаһына сығыу бурысы ҡуйыла. Себер армияһы Сарапул — Вятка — Ижевск заводы районынан дошманды ҡыҫырыҡлап сығарырға тейеш була[4].

Һөжүмдең аҙаҡҡы маҡсаты — Мәскәүҙе азат итеү; ошо уҡ ваҡытта төп ҡаршылыҡты дошман Сембер һәм Һамар тирәһендә күрһәтәсәк, тип фаразлана.

Совет Көнсығыш фронты стратегияһының маҡсаты, элекке генерал Ф. Ф. Новицкий дәлилләүе һәм тарихсы һәм хәрби белгес Н. Е. Какурин раҫлауы буйынса, бер яҡтан Колчактың ҡабаттан булдырылған армияларын ҡыйратыу өсөн төп ударҙы Троицк — Силәбе йүнәлешенә ебәреп, уның һул флангын урап үтеп, дошмандың тылына сығырға, ә икенсе яҡтан — Урал һәм Ырымбур өлкәләрен баҫып алыу һәм Төркөстан менән бәйләнеш булдырыу. Совет командованиеһы, Колчак Ставкаһы кеүек, икегә айырылған йүнәлештә хәрәкәт итеүҙе күҙ уңында тота.

Ҡыҙыл командованиеһы пландарында Аша Балашовская станицаһын һәм тау араларын баҫып алыу, ә артабан ошо группировканың тылына Өфө йылғаһы һыу юлынан сығыу һәм уны һөжүмләү була.

Генераль һөжүмдең барышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Себер армияһына Пермдән Вяткаға һәм Вологдаға Төньяҡ өлкәһе ғәскәрҙәре менән берләшеү өсөн һөжүм башларға бойорола[5].

Көнбайыш армияһы Ҡаҙан һәм Сембер йүнәлешендә һөжүм башлау тураһында бойороҡ ала.

Урыҫ армияһының Юғары баш командующийы адмирал А. В. Колчак
РККА-ның Көнсығыш фронты командующийы полковник С. С. Каменев

1919 йылдың март башында адмирал Колчактың армиялары 5-се совет армияһының һул флангы һәм 2-се совет армияһының уң флангы араһында 50 — 60 километрлыҡ арауыҡ таба һәм ошо табыш аҡтарҙың артабанғы хәрәкәттәренең уңышын билдәләй: бер ай дауамында 5-се армияһының «иң яҡшы частары» көнөнә 20 — 25 саҡрымға артҡа сигенәләр[6]. Һөжүмгә күскәс, Урыҫ армияһы ғәскәрҙәре бик етеҙ хәрәкәт итеп, Волгаға яҡынлаша башлайҙар. 4 мартта Стәрлетамаҡ йүнәлешендәге Көнбайыш армияһының һөжүме иғтибарҙы ситкә йүнәлтеү өсөн эшләнә, әммә ҡыҙылдар был маневрҙы аңлап етмәйҙәр.

6 мартта уң флангтағы аҡтарҙың Себер армияһы Вятка йүнәлешендә һөжүмен башлай, әммә ҡыҙылдар яғынан көслө ҡаршылыҡҡа тап булалар. Шул уҡ ваҡытта Бөрө йүнәлешендә һөжүм иткән Көнбайыш армияһының удар группировкаһы частары шулай уҡ дошмандың ҡаршылашыуын ҙур ауырлыҡ менән еңеп сығалар[7].

Беренсе ҙур уңышҡа генерал Г. Гайда частары ирешә. 4 мартта уҡ генерал А. Н. Пепеляевтың 1-се Урта Себер корпусы Оса һәм Оханск ҡаласыҡтары араһындағы боҙло Кама йылғаһы аша сыға, ә көньяҡҡараҡ генерал Г. А. Вержбицкийҙың 3-сө Ҡөнбайыш Себер корпусы һөжүм итә. Ошо ике корпус берлектә 2-се ҡыҙыл армияһының фронтын һөжүмләй һәм 7-8 мартта ике ҡаланы ла баҫып ала.

10 мартта генерал М. В. Ханжиндың Көнбайыш армияһының һөжүме лә уңыш менән тамамлана: генерал С. Н. Войцеховскийҙың 2-се Өфө корпусы, саналарҙа көнөнә 35 саҡрым үтеп, Ҡыҙыл армияһының Көнсығыш фронтын йырып сыға һәм Өфөнән төньяҡта урынлашҡан Бөрө ҡалаһын яулай. Пепеляев һәм Вержбицкий ғәскәрҙәре тағы ла 90 саҡрымға алға шылалар, әммә сигенгән саҡта һуғышҡа һәләтлеген юғалтмаған ҡыҙылдарҙың фронтын үтә алмайҙар. Ж. К. Блюмберг хатта 26-сы һәм 27-се дивизиялары көсө менән генә булһа ла һөжүмгә күсергә маташа, әммә Ханжин генералдар Войцеховский һәм Голицын корпустары көстәре менән Өфөнән төньяҡҡа ҡыҙылдарҙың позицияларына һөжүм итә, фронтты йырып сыға һәм ҡыҙылдарҙың 5-се армияһын юҡҡа сығарыу сигенә еткерә. Артабан генерал Ханжиндың частары, Өфөнө көнбайыштан урап, көньяҡ йүнәлешендә хәрәкәт итәләр. Бер нисә көн дауамында улар, ҡыҙылдарҙың коммуникацияларын емереп һәм тәртипһеҙлек булдырып, 5-се армияның тылдарынан баралар.

Өфөгә туп-тура һөжүмгә Н. Т. Сукиндың 6-сы Урал корпусы йүнәлnтелә. 13 мартта генерал Голицындың 2-се Урал корпусы Өфөнө яулап ала, ҡыҙылдар, паникаға бирелеп, көнбайышҡа, Өфө — Һамар тимер юлынан көньяҡҡа, сигенәләр һәм сигенеү шул тиклем тиҙ бара, хатта хәрби сәнғәте закондары буйынса маневрҙарын ҡулланырға мөмкинлек булмай һәм аҡтар уларҙы ҡамап өлгөрмәй. РККА Реввоенвсоветы рәйесе Л. Д. Троцкий үҙе әсирлеккә саҡ эләкмәй ҡала[1]. Ябылған ҡулсала бик күп хәрби мөлкәт һәм припастар ҡала[7]. Ҡыҙыл частарҙың ҡайһы берҙәре тулы составта әсирлеккә эләгә, мәҫәлән, 239-сы совет полкы. 5-се армия ҡамауҙан ҡотола алһа ла, Өфө операцияһын, тотош алғанда, аҡтар грамоталы һәм уңышлы ойоштора[7].

31 мартта Ыҡ йылғаһы буйында аҡтар Сәнгеләй — Сызрань большевиктарға ҡаршы крәҫтиән ихтилалында (Сапан һуғышы) ҡатнашыусы баш күтәреүселәрен эҙәрлекләгән ВЧК карателдәре отрядын ҡулға эләктерәләр[8].

Аҡтар үҙҙәренең частарын тәртипкә килтергәнен ҡыҙылдар үҙ файҙаһына боралар һәм 1-се армияһының 6 полкын ярҙамға алып, яңы позицияларҙа нығыналар. Ҡыҙылдарҙың ошо группировкаһы Өфөгә үҙенең һөжүмен башлай. Өфөнән 35 км алыҫлыҡта барған бәрелеш бик ҡаты һәм ныҡышмалы була, күп кенә пункттар ҡулдан ҡулға күсә. Аҡтар яғына тулы составта ҡыҙылдарҙың Башҡорт кавалерия полкы күсә. Полктың күсеүе һәм Ижевск бригадаһының да килеп етеүе көрәштең нәтижәһенә ҙур йоғонто яһай. 2 апрелгә аҡтар ҡыҙылдарҙы сигенергә мәжбүр итәлә. 5 апрелдә Көнбайыш армияһы Стәрлетамаҡты яулап ала.

Көньяҡ фронтында ошо уҡ ваҡытта аҡтар Атырауға һөжүм итергә маташҡан 4-се совет армияһын ҡыйрата.

Һөжүм көньяҡ — көнбайыш, көнбайыш һәм төньяҡ — көнбайыш йүнәлештәрендә дауам итә. Иң ҙур уңышҡа аҡтар Минзәлә йүнәлешендә ирешәләр: 22 мартта был ҡала яулап алына. Әммә 1 апрелдә ҡала ҡыҙылдарға ҡалдырыла һәм алынған директива буйынса Көнбайыш армияһы частары Ыҡ йылғаһы буйы сиктәрендә позицияларҙы биләйҙәр[9].

Апрель башында Себер армияһы фронтында Пермь тимер юлдарынан көньяҡҡараҡ оҙайлы бәрелештәр бара[9].

Төньяҡ флангта Архангельск хөкүмәте ғәскәрҙәре менән 21 — 25 мартта ҡушылған Себер армияһы частары ҡыҙылдарға ҡаршы берлектәге операциялар алып бара[9].

Апрель башынан аҡ армияларҙың һөжүме 5 йүнәлештә алып барыла: Минзәлә, Бөгөлмә, Бәләбәй, Быҙаулыҡ һәм Ырымбур. Ҡыҙылдарҙың 5-се армияһы тәртипһеҙ рәүештә, күп юғалтыуҙар аша, әсирлеккә эләккән һәм төрлө яҡҡа ҡасып ҡотолғандар менән, сигенә[9]. Аҡтар яғына ҡыҙылармеецтар бөтөн подразделениелары менән күсәләр. Тулы составта, мәҫәлән, бер ниндәй һуғышһыҙ 10-сы Мәскәү полкы бирелә. Ошо уҡ ваҡытта әсирҙәр үҙ ирке менән Аҡ армияға инергә ынтылалар[10].

Стәрлетамаҡты алғандан һуң Урыҫ армияһы төп колонна менән көньяҡҡа табан, Ырымбур йүнәлешендә, хәрәкәт итә. 22 апрелдә ғәскәрҙәр Һайылмыш йылғаһына сығалар һәм Ырымбур — Мәскәү тимер юлын ҡыйып, йылға аша сығырға йыйыналар. 25 апрелдә аҡтар Ырымбурҙан көньяҡҡа һәм төньяҡ — көньяҡҡа 25 саҡрым алыҫлыҡта туҡтайҙар. Ғәскәрҙең икенсе өлөшө көньяҡ — көнбайыш йүнәлешендә — Быҙаулыҡҡа хәрәкәтен башлай. Был ғәскәрҙәр ҙур ауырлыҡтар менән ташҡан Дим йылғаһы аша сығалар һәм үҙенең хәрәкәтен ваҡытлыса туҡтатып торалар[9].

Аҡтарҙың Себер һәм Көнбайыш армиялары ҡыҙылдарҙың 2-се һәм 5-се армияларын ҡыйрата. 5 апрелдә Көнбайыш армияһы ҡабаттан Минзәләне яулай. 7 апрелдә уның полктары Бәләбәйҙе ала, ә 14 апреллдә Боғоросланды алыу өсөн һуғышҡа инә, Боғорослан 15 апрелдә баҫып алына. 13 апрелдә Бөгөлмә лә алына. 21 апрелдә Ханжин ғәскәрҙәре хәҙерге ваҡыттағы Яр Саллы районында Кама йылғаһына сығалар, трофей итеп 18 пароходты һәм 47 баржаны ҡулдарына төшөрәләр. Ҡыҙыл Чистополе хәүеф аҫтында ҡала, бынан ҡурҡҡан В. И. Ленин, 26 апрелдә Мәскәүҙән Көнсығыш фронтының Реввонсоветы ағзаһы С. И. Гусевҡа (Я. Д. Драбкинға) телеграмма һуға:

Надо принять экстренные меры помощи Чистополю. Достаточно ли внимательно отнеслись Вы к этому? Все ли возможности исчерпали? Телеграфируйте.[11]

телеграмма ебәрелгән көнө ҡаланы Ханжин алған була[11], Ҡазанға ла реаль хәүеф янай[12]. Каманың уң яҡ яры «аҡ» тулыһынса була.

10 апрелдә генерал Ханжин армияһының уңыштары совет командованиеһын «Көньяҡ төркөмө» тип исемләнгән ҡыҙыл Көнсығыш фронты сиктәрендә яңы ҡеүәтле ғәскәри берләшмәһен төҙөргә мәжбүр итә, берләшмә менән етәкселек итеү өсөн М. В. Фрунзе тәғәйенләнә, штаб начальнигы — Новицкий Фёдор Фёдорович[6].

Себер армияһы апрель башынан үҙенең һөжүмен көсәйтә. 8 апрелдә Воткин заводы яулана, ә 11 апрелдә — Сарапул, бында аҡтар пленға 2½ мең ҡыҙылармеецты төшөрә. 13 апрелдә Ижевск заводы алына һәм хәрби ғәмәлдәр Алабуға һәм Мамадыш яғына ауа. Кама инешенә десант менән аҡ флотилия ебәрелә. Ғәскәрҙәр артабан үҙенең хәрәкәтен Вятка һәм Котлас йүнәлешендә башлайҙар[1].

Көньяҡ йүнәлештә Ырымбур казактары һәм Урал казактары һөжүм башлай. Ырымбурҙар 10 апрелдә ҡабаттан Орск ҡалаһын алалар, ә Урал казактары 17 апрелдә Лбищенскты яулайҙар,Уральск баш ҡалаһын ҡамап, Һамар һәм Һарытау губерналарына хәрби рейдтар башлайҙар[8].

Сембер йүнәлешендә Көнсығыш фронты частары Шентала һәм Сергиевск станцияларына барып етәләр, ә 25 апрелдә Чистополде алғандан һуң 30 апрелдә 35 саҡрымға алға күсәләр, шулай итеп, Ҡаҙанға тиклем 100, ә Волгаға — 40 саҡрым ҡала[13].

Апрель уртаһында йылғалар таша башлай. Обоздар һәм артиллерия бысраҡта бата һәм һөжүм иткән частар артынан өлгөрмәй. Хатта пехота ла алға бара алмай. Ташҡын арҡаһында аҡ корпустарҙың частары тарҡала, үҙ-ара бәйләнеш юғала. Һөҙөмтәлә Урыҫ армияһы һөжүме әүҙемлеген юғалта. Ҡыҙыл ғәскәрҙәре лә ошондай уҡ хәлдә була, әммә уларға тәбиғәт оҙаҡ көтөп алған ял бирә.[14]. Үҙенең базаһына сигенеп, улар ял итергә һәм частарҙы тәртипкә килтерергә мөмкинлек алалар. Аҡтар частары ташҡындан алда өлгөрөр өсөн бик тиҙ Волгаға килеп етәләр, әммә хәл иткес мәлдә улар припасһыҙ, аҙыҡ-түлекһеҙ, артиллерияһыҙ ҡалалар һәм алдағы операциялар барышында көсһөҙләнгән булалар"[1].

Һөҙөмтәләре һәм әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1919 йылдың апрелендә Юғары хакимдың армиялары мөһим сәнәғәт һәм ауыл хужалығы ресурстары булған территорияларҙы азат итеп, Ҡаҙан (125 км ҡалған була), Һамар, Сембер тирәһенә барып сыға. Был райондарҙы баҫып алыу Көнсығыш фронтының армияларына Мәскәүгә тура юл аса ине.

Хәҙерге заман тарихсыһы Хандорин, РККА-ның командованиеһы килеп сыҡҡан хәлгә дөрөҫ баһа бирмәүен һәм аҡтарҙың стратегик ниәтен аңлай алмауын күрһәтә, ҡайһы бер совет тарихсылары ла быны билдәләп үткән (Н. Е. Какурин, Г. Х. Эйхе) [10]. Аҡтарҙың Троицк — Силәбе йүнәлешендә һөжүме большевиктарҙың Урыҫ армияһының Көнсығыш фронты тылына сығыу генераль планын юҡҡа сығара[15].

Адмирал Колчак армияларының «Полёт к Волге» исемле операцияһы замандаштарына ныҡ тәьҫир итә. Бөтә большевиктарға ҡаршы булған пресса өмөт менән йәшәй. Рәсәй хөкүмәтенең премьер — министры П. В. Вологодский 29 апрелдә «Сибирская жизнь» гәзитенә биргән интервьюһында Юғары хакимға өмөтөн бағлауын, армиялар көҙгә Мәскәүҙе алырына ышаныуын һәм Милли (Ойоштороу) йыйылышына буласаҡ һайлауҙарға әҙерлек башлауын белдерә. Колчакты төрлө яҡтарҙан уңышлы һөжүм менән ҡотлайҙар[10].

Большевиктар ҙа Аҡтар хәрәкәтенең Көнсығыштағы уңыштарына иғтибар бирә. Ленин Колчакты Совет республикаһының төп дошманы тип иғлан итә һәм «уның менән көрәштә бөтә көстө тупларға» өндәй. 1919 йылдың йәйендә совет дәүләте Колчактың башы өсөн 7 млн долларлыҡ премия тәғәйенләй[10].

Уңыштар һөҙөмтәһендә Юғары хаким һәм Юғары баш командующийы адмирал Колчактың да шәхси абруйы шаҡтай күтәрелә. Союздаштарҙан ярҙам килә башлай. Колчакты март — апрель һөжүме һөҙөмтәһе айҡанлы Франция премьер — министры Жорж Клемансо, Бөйөк Британия хәрби министры У. Черчилль, Францияның сит ил эштәре министры С. Пишон ҡотлайҙар[10]. 1919 йылдың 30 майында ВСЮР-ҙың баш командующмйы генерал А. И. Деникин 145 һанлы бойороғо менән адмирал Колчакты Урыҫ дәүләтенең Юғары хакимы булараҡ таныуын һәм уға Урыҫ армияһының Юғары баш командующийы булараҡ буйһоноуын белдерә[14]. Колчак эргәһендә Аҡ хәрәкәте тупланыу һөҙөмтәһендә Урыҫ армияһы булдырыла һәм өс төрлө киҫәктәрҙән торған Рәсәй дәүләте ойошторола[16].

Колчак үҙе 1919 йылдың сентябрендә Тубылдағы еңеүенән һуң ҡатынына яҙған хатында үҙәнең ғәскәрҙәренең яҙғы һөжүменең һөҙөмтәләре тураһында яҙа[17]:

«Не мне оценивать и не мне говорить о том, что я сделал и чего не сделал. Но я знаю одно, что я нанёс большевизму и всем тем, кто предал и продал нашу Родину, тяжкие и, вероятно, смертельные удары. Благословит ли Бог меня довести до конца это дело, не знаю, но начало конца большевиков положено всё-таки мною. Весеннее наступление, начатое мною в самых тяжёлых условиях и с огромным риском… явилось первым ударом по Советской республике, давшим возможность Деникину оправиться и начать в свою очередь разгром большевиков на Юге… На мой фронт было брошено всё, что только было возможно, и было сделано всё… чтобы создать у меня большевизм и разложить армию. И эту волну большевизма я перенёс, и эта волна была причиной отхода моих армий вглубь Сибири. Большевики уже пели мне отходную, но „известия оказались несколько преувеличенными“, и после ударов со стороны Деникина, облегчивших моё положение, я перешёл опять в наступление. А. В. Колчак. Начало октября 1919 года».

1919 йылдың яҙында аҡтарҙың Көнсығыш фронты һөжүме ысынлап та ошо айҙарҙа генерал Деникиндың ВСЮР-ҙың хәлен күпкә еңеләйтә. Үҙенә ҡыҙылдарҙың резервтарын тарттырып, Волгаға үҙенең һөжүме менән Урыҫ армияһының көнсығыш фронты ВСЮР-ға Рәсәйҙең Көньяғында большевиктарҙы ҡыйратырға мөмкинлек бирә һәм уларҙы икмәктән, күмер һәм тимерҙән мәхрүм итә[18].

  1. На 15.4.1918
  2. На 29.3.1918
  • Плотников И. Ф. Победы и поражения // Александр Васильевич Колчак. Жизнь и деятельность. — Ростов н/Д.: Феникс, 1998. — 320 с. — ISBN 5-222-00228-4.
  • Какурин Н. Е., Вацетис И. И. Гражданская война. 1918—1921. — СПб.: Издат. дом «Полигон», 2002. — ISBN 5-89173-150-9.
  • Белое движение. Поход от Тихого Дона до Тихого океана. — М.: Вече, 2007. — 378 с. — (За веру и верность). — ISBN 978-5-9533-1988-1.
  • Гагкуев Р. Г. Генерал Каппель // Каппель и каппелевцы. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: Посев, 2007. — ISBN 978-5-85824-174-4.
  • Хандорин В. Г. На полях сражений // Адмирал Колчак: правда и мифы. — Томск. — Томск. гос. ун-т, 2007. — 288 с. — ISBN 978-5-7511-1842-6.
  • Ганин А. В. Враздробь, или почему Колчак не дошёл до Волги? В незабываемом 1919-м // Родина : журнал. — 2008. — № 3. — С. 63—74.
  • Гражданская война в России: Энциклопедия катастрофы / Науч. ред. С. В. Волков. — М.: Сибирский цирюльник, 2010. — 400 с. — ISBN 978-5-903888-14-6.
  • Кручинин А. С. Адмирал Колчак: жизнь, подвиг, память. — М.: АСТ: Астрель: Полиграфиздат, 2010. — 538 + 6 с. — ISBN 978-5-17-063753-9.
  • Зырянов П. Н. Адмирал Колчак, верховный правитель России. — 4-е изд. — М.: Мол. гвардия, 2012. — С. 419. — 637 + 3 с. — (Жизнь замечательных людей; вып. 1356). — ISBN 978-5-235-03375-7.