Хурамшин Ямалетдин Хурамша улы
Хурамшин Ямалетдин Хурамша улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1877 |
Тыуған урыны | Ҡаран ауылы, Бүздәк волосы[d], Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 19 декабрь 1937 |
Вафат булған урыны | Томск, Новосибирск өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] |
Ямалетдин Хурамша улы Хурамшин (1877 йыл −1937 йыл) — Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының I саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Конституцион демократ. 1914 йылда Петербург мосолмандар съезы эшендә ҡатнаша.
Милләте буйынса: I Думы депутаттары тураһындағы белешмәлә башҡорт тип яҙыла[1][2], ә НКВД-ның тәфтиш материалдарында һәм Томск өлкәһенең Хәтер китабында — татар[3][4][5][6].
Ҡаран ауылы муллаһы. Бер нисә мосолман мәктәбендә ҡануниәт уҡытыусыһы. Депутатлыҡҡа тиклем — Бәләбәй ҡалаһы ахуны[7]. Беренсе донъя һуғышы осоронда полк муллаһы вазифаһын башҡара[8] .
«Дин тәғлимәте уҡытыусыларының исемлегенә» ярашлы, Томскиҙың Ҡыҙыл мәсетендә Ямалетдин Хурамшин 1924 йылдан мулла вазифаһын биләй. 1926 йылдың 27 ноябрендә Ҡыҙыл мәсеттәге мосолмандар съезында Хурамшин үҙенең Өфөлә Бөтә Рәсәй мосолмандары съезына сәйәхәте, Мәккәгә хаж ҡылған һигеҙ совет хажийының тәьҫораттары тураһында һөйләй[8].
Уҡыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Килем ауыл мәҙрәсәһендә уҡый.
Мулла вазифаһына Бәләбәй ҡала училищеһында имтихан тапшыра.
1917 йылдан һуң яҙмышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уның яҙмышы совет Рәсәйендә билдәһеҙ була. Барлыҡ белешмәләр тиерлек вафат булыу датаһына һорау билдәһе ҡуя.
НКВД архивтарынан баҫтырылған мәғлүмәттәр уның тормош юлын асып бирә. Томск өлкәһенең Хәтер китабында Хурамшин тураһында түбәндәгеләр яҙыла:
Родился в 1873 г., Уфимская губ., Белебеевский уезд, д. Караново; татарин; образование среднее; б/п; артель им. А.Бабаева, дежурный охраны. Проживал: Узбекистан, Ташкент.
Арестован 28 сентября 1937 г.
Приговорен: 8 декабря 1937 г., обв.: к-р военно-троцкистская организация.
Приговор: расстрел Расстрелян 19 декабря 1937 г. Реабилитирован 7 апреля 1959 г.
Хурамшин ғүмере ахырында Ташкентта йәшәй, бында ул репрессияларҙан ҡасып килә. Бабаев исемендәге артелдә һаҡ дежурныйы булып эшләй. 1937 йылдың 28 сентябрендә 64 йәшендә Ғәскәри ойошма мосолман йәшерен ойошмаһы эше буйынса ҡулға алына. Уға ойошманың Томск ячейкаһы менән етәкселек итеү ғәйебе тағыла[8]. "НКВД-ның Томск ҡала бүлексәһенең Я. Хурамшинды милли баш күтәреүселәр ойошмаһында торғаны өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу тураһында ҡарары»:
Я, РОМАНОВ — нач. 3 отд. Томского ГО НКВД Управления Государственной Безопасности УНКВД по Запсибкраю, рассмотрев следственный материал по делу № 12812 и приняв во внимание, что гр. Хурамшин Ямалетдин, 1873 г. рождения, уроженец деревни Карановой, быв. Билибейского уезда, быв. Уфимской губернии, б/п, по национальности татарин, имеет среднее образование, в прошлом сын торговца — мулла, член государственной думы. В 1930 г. арестовывался органами ОГПУ-НКВД по ст. 58-10 УК, проживает в г. Ташкенте.Достаточно изобличается в том, что является членом к-р националистической военно-повстанческой организации, активно участвует в к-р деятельности этой организации, направленной на формирование вооруженных отрядов для борьбы с советской властью и поднятие восстания в момент действия Японии и Германии против СССР с целью свержения советской власти и установления военной диктатуры, выражающей интересы татарской буржуазии.
ПОСТАНОВИЛ: гр. ХУРАМШИНА привлечь в качестве обвиняемого по ст. 58-2-6-9-10-11 УК РСФСР, мерой пресечения способов уклонения от следствия и суда избрать содержание под стражей в местах заключения, подведомствен, органам НКВД.
Нач. 3-го отд. Томского ГО НКВД
Хурамшинды этап менән башта Новосибирскиға ебәрәләр, һуңынан, 4 декабрҙә, НКВД-ның Томск ҡала бүлексәһе ҡарамағына күсерәләр.
Дәүләт Думаһының элекке депутаты Ямалетдин Хурамшин 1937 йылдың 19 декабрендә язалана[8]. 1959 йылдың 7 апрелендә аҡлана.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бойович М. М. Наши депутаты. Государственная дума 1го созыва. Москва. 1906. Издание т-ва Сытина И. Д.
- ↑ Государственное собрание — Курултай Республики Башкортостан: Музей
- ↑ Книга памяти. Жертвы коммунистического террора в СССР
- ↑ Жертвы политического террора в СССР
- ↑ Повстанец Я. Хурамшин 2011 йыл 7 июнь архивланған./
- ↑ Книга памяти Томской области 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Общественная жизнь уезда 2010 йыл 13 декабрь архивланған.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 Гаскери Уешма. Пантюркистское государство в Сибири под протекторатом Японии | История и современность | Новости |
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хурамшин Ямалетдин Хурамша улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 1877 йылда тыуғандар
- Бәләбәй өйәҙендә тыуғандар
- 19 декабрҙә вафат булғандар
- 1937 йылда вафат булғандар
- Новосибирск өлкәһендә вафат булғандар
- Өфө губернаһынан Рәсәй империяһы Дәүләт думаһы депутаттары
- Шәхестәр:Рәсәй империяһында ислам
- СССР-ҙа атылғандар
- СССР-ҙа репрессияланғандар
- Рәсәй империяһының беренсе саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзалары
- Ислам сәйәсмәндәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфө губернаһында тыуғандар