Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы
Шенжаң-Уйғыр автономиялы районы (ШУАР) (уйғ. شىنجاڭ ئۇيغۇر ئاپتونوم رايونى, Шинҗаң Уйғур аптоном райони, ҡыт. 新疆维吾尔自治区, ; ҡыҫҡаса Шенжаң ҡыт. «яңы сик») — Ҡытайҙың көнбайышындағы төбәге. Был илдең майҙаны яғынан иң ҙур территориаль-административ берәмеге.
Тарихи атамаһы — Көнсығыш Төркөстан; Ҡытай әҙәбиәтендә Синцзян (1760-сы йылдарҙан), 14-се быуатҡа ҡараған яҙмаларҙа һәм 16-17 быуаттарға ҡараған фарсы телендәге билдәле ҡулъяҙмаларҙа Уйғыриә, Уйғырстан тип аталған. Автономиялы район Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Рәсәй, Монголия, Афғанстан, Һиндостан менән сиктәш.
Халҡы — 21 813 334 человек (2010). Халыҡ, нигеҙҙә, Тарим уйһыулығында һәм Жуңғариялағы йылғалар үҙәнлектәрендә урынлашҡан Ҡашғар, Хөтән, Яркәнд, Аҡһыу, Кусар, Ғолжа ҡалалары һәм улар тирәһендәге өлкәләрҙә ғүмер итә. Мәркәзе — Өрөмсө (рус. Урумчи) ҡалаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо Ҡытай сығанаҡтарында район Сиюй (Көнбайыш йорттар) исеме менән телгә алынған.
Көнсығыш Төркөстан Бөйөк Ебәк юлында булыу сәбәпле, ул даими рәүештә ҙур дәүләттәр иғтибарын тартып торған. Б. э. 3-сө быуатында Көнсығыш Төркөстандың төньяҡ өлөшө — Жуңғария сәнби, 5-6 быуаттарҙа жужан, 6 быуаттың икенсе яртыһында төрки ҡәбиләләре идараһында була. Төрки ҡағанлығы төҙөлгәндән һуң, уға Көнсығыш Төркөстандың ҡала-дәүләттәре керә.
7-се быуатта Көнсығыш Төркөстан һәм Жуңғарияла Тан династияһы хакимлыҡҡа килгән. 7-се быуаттың 70-се йылдарында уның көньяҡ өлөшө (хәҙерге Кусар, Хөтән, Ҡарашәһәр, Ҡашҡар) тибеттар ҡулына күсә. 9-сы быуатта Уйғыр ҡағанлығы емерелгәндән һуң, Орхон һәм Селенга йылғалары бассейнында йәшәгән уйғырҙарҙың бер өлөшө был яҡҡа күсеп килә.
Уйғыр дәүләте төҙөлә һәм ул бер нисә йыл ҡараҡатайҙарҙың вассалы була. 13-сө быуаттың 10-20 йылдарынан Сыңғыҙханға буйһондоролған. 1251 йылда Көнбайыш Жуңғария һәм Ҡашҡар ерҙәре Сығатай улусына кергән. Уйғыр дәүләте лә Монгол хандары ҡулы аҫтына күскән. 1399 йылда Шеңжандың төньяҡ өлөшөндә Ойрат ханлығы барлыҡҡа килә. XVII быуат урталарында Жуңғар ханлығы барлыҡҡа килә, уны XVIII быуат уртаһында Цин империяһы яулап ала[5][6].. 1465 йылда дуглат ҡәүеменән булған Әбү Бәкер етәкселегендә үҙәге Яркәнт ҡалаһы булған ханлыҡ барлыҡҡа килгән. Һуңыраҡ Хөтән һәм Ҡашҡар виләйәттәре, 1499-1504 йылдарҙа Акһыу, Өстурфан виләйәттәре был ханлыҡ составына ингән. Яркәнт ханлығы 1678 йылға тиклем йәшәп килгән.
Милли составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2000 йылға | ||
---|---|---|
Халыҡ | Һаны | %-тарҙа |
уйғырҙар | 8 345 622 | 45,21 |
ҡытайҙар | 7 489 919 | 40,58 |
ҡаҙаҡтар | 1 245 023 | 6,74 |
дунғандар | 839 837 | 4,55 |
ҡырғыҙҙар | 158 775 | 0,86 |
монголдар һәм ҡалмыҡтар, дунсян, даурҙар | 194 891 | 1,14 |
«тажиктар» | 39 493 | 0,21 |
сибо | 34 566 | 0,19 |
манчжурҙар | 19 493 | 0,11 |
туцзя | 15 787 | 0,086 |
үзбәктәр | 12 096 | 0,066 |
урыҫтар | 8 935 | 0,048 |
мяо | 7 006 | 0,038 |
тибеттар | 6 153 | 0,033 |
чжуандар | 5 642 | 0,031 |
татарҙар | 4 501 | 0,024 |
саларҙар | 3 762 | 0,020 |
Сәнәғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нефть эшкәртеү, металлургия, машиналар эшләү, химия, текстиль сәнәғәте оҫтаханалары бар. Төҙөлөш материалдары эшләп сығарыла. Кәсепселек үҫеш алған: ебәк келәм туҡыу, металл, күндән төрлө әйберҙәр әҙерләп сығарыу, ҡағыҙ аҡса эшләп сығарыу менән шөғөлләнәләр.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мурзаев Э. М., Природа Синьцзяна и формирование пустынь Центральной Азии, М., 1966;
- Описание Чжуньгарии и Восточного Туркестана в древнем и нынешнем состоянии, пер. с кит. [Н. Я. Бичурина], ч. 1, СПБ, 1829;
- Риттер К., Землеведение Азии, пер. и крит. замечания В. Григорьева, т. 5, в. 2, СПБ, 1873;
- Бартольд В., Туркестан в эпоху монгольского нашествия, ч. 1—2, СПБ, 1898—1900;
- Думан Л. И., Аграрная политика цинского (маньчжурского) правительства в Синьцзяне в конце XVIII в., М., 1936;
- Тихонов Д. И., Хозяйство и общественный строй уйгурского государства. X—XIV вв., М., 1966;
- Кузнецов В. С., Экономическая политика цинского правительства в Синьцзяне…, М., 1973;
- Яковлев А. Г., Аграрные отношения и аграрная реформа в провинции Синьцзян (1949—1953),
- «Уч. зап. института востоковедения АН СССР», 1955, т. II, с. 220—62;
- Дьяконова Н. В., Культурное наследие национальных меньшинств Синьцзяна, в кн.: Труды Государственного Эрмитажа, т. 2, М. — Л., 1958;
- Всеобщая история искусств, т. 2, кн. 2, М., 1961.
- Госманов М. Ябылмаган китап яки чәчелгән орлыклар. — Казан: Татар. кит. нәшр., 1996. — 206 бит.
- Дубровская Д. В. Судьба Синьцзяна. Обретение Китаем «Новой границы» в конце XIX в. М.: Институт востоковедения РАН, 1998.- 202 с.
- Обухов В. Г., Потерянное Беловодье. История Русского Синьцзяна., М., 2012
- Harrigan, Anthony. Sinkiang: A Sino-Soviet Trouble Spot? // Military Review. — May 1963. — Vol. 43 — No. 5. (военно-географическая характеристика района)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ (unspecified title) — 2021.
- ↑ 国务院第七次全国人口普查领导小组办公室 中国人口普查分县资料—2020 (ҡыт.) — 北京市: 中国统计出版社, 2022. — 983 с. — ISBN 978-7-5037-9772-9
- ↑ https://data.stats.gov.cn/english/easyquery.htm?cn=C01
- ↑ http://www.gov.cn/test/2013-04/07/content_2371589.htm
- ↑ Гибель Джунгарского государства 2019 йыл 30 май архивланған.. История Казахстана
- ↑ Гибель Джунгарского ханства . Дата обращения: 7 март 2017. Архивировано из оригинала 9 сентябрь 2017 года.. Казах.ру
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы Викимилектә | |
Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы Викияңылыҡтарҙа | |
Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы Викигид |
- Ҡалып:Xzqh
- Синьцзянский информационный Интернет-центр . Архивировано из оригинала 6 июль 2005 года. 2005 йыл 6 июль архивланған.
- И. Плескачевская. Китайский Туркестан . Архивировано из оригинала 14 октябрь 2007 года. 2007 йыл 14 октябрь архивланған.
- Волынец Алексей «Синьцзян против Китая. Мусульманское восстание забирает у империи Цин весь Восточный Туркестан»
- Волынец Алексей "Китай без Синьцзяна: «зубы, не прикрытые губами». Повстанцы-мусульмане вооружаются револьверами, а империя Цин готовится вернуть «Новую границу»
- Александр Собянин. Уйгурский сепаратизм становится общей проблемой России и Китая . Архивировано из оригинала 26 июнь 2008 года. 2008 йыл 26 июнь архивланған.
- «Караван Азия», полная информация о городе Урумчи и по провинции Синьцзян на форуме соотечественников 2019 йыл 9 август архивланған.
- П.Аптекарь ОТ ЖЕЛТОРОСИИ ДО ВОСТОЧНО-ТУРКЕСТАНСКОЙ РЕСПУБЛИКИ 2016 йыл 4 март архивланған.
- Постановление Политбюро ЦК ВКП(б) № 5 от 15 апреля 1934 года «О Синьцзяне» 2017 йыл 11 март архивланған.
- Танковый бросок на Памир. Из Подмосковья в Китай через Кант в Киргизии
- Роль белогвардейских военных подразделений в подавлении мусульманского восстания в Синьцзяне впервой половине 30х гг. XX в. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
- Англосоветское соперничествов Синьцзяне в 1918—1928 гг. Архивировано из оригинала 26 октябрь 2011 года. 2011 йыл 26 октябрь архивланған.
- Специальная операция НКВД в Синьцзяне . Архивировано из оригинала 28 февраль 2010 года. 2010 йыл 28 февраль архивланған.
- Список 15 КПП, через которые иностранец может попасть в Синьцзян . Архивировано из оригинала 7 март 2009 года. 2009 йыл 7 март архивланған.
- Общий атлас Синьцзяна
- Национальный состав СУАР 1941