Эстәлеккә күсергә

Шәкәр кукурузы

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәкәр кукурузы
Шәкәр кукурузы
Сәскә атыусы үҫемлек
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Бер өлөшлөләр
Тәртип: Ҡыяҡ сәскәлеләр
Ғаилә: Ҡыяҡлылар
Ырыу: Кукуруз
Төр: Шәкәр кукурузы
Латинса исеме
Zea mays subsp. mays L.
ITIS 524870
NCBI 381124
Zea mays 'Ottofile giallo Tortonese'

Ҡәғбә бойҙайы[1] йәки Шәкәр кукурузы (лат. Zea mays) — бөртөклөләр (Poaceae) ғаиләһенең Zea L. кукуруз ырыуының берҙән бер культуралы бөртөклө иген вәкиле.

Кукуруз — һабағы 5—6 метрға етеп үҫә торған бер йыллыҡ бер өйлө үҫемлек. Һабағы, башҡа ҡыяҡлыларҙан айырмалы булараҡ, ҡыуыш түгел. Сәсәкләре — айырым енесле. Емешлекле башаҡсыҡтар сәкәндәргә йыйналған. Сәкән япраҡ ҡуйынтығында йыуанайған ҡыҫҡа ян бәбәктә урынлаша. Башаҡсыктар бер сәскәле, сәскә элпәләре юҡ, емешлек йомро емшәндән һәм осонда икегә айырылған оҙон ефәк һымаҡ бағанасыҡтан тора. Һеркәсле башаҡсыҡтар ике сәскәле, һәр сәскә өс һеркәсле. Башаҡсыҡтар һабаҡ осонда урынлашҡан эре йәйенке һеперткеләргә йыйылған. Уларҙы ел һеркәләндерә.

Шәкәр кукурузы Үҙәк һәм Көньяҡ Американан сыҡҡан; тыуған ерендә ул — 3—5 мең йылдарҙан бирле игелә торған үҫемлек[2]. Башҡа фекер буйынса, бынан 8000 йыл элек Мексикалағы Бальсас үҙәнлеге индейҙары иҫ китмәле бер үҫемлекте йорт тирәләрендә үҫтерә башлайҙар. Шулай итеп, маис (кукуруз) был кешеләрҙе аусылыҡ менән көн күреүсе күсмә тормоштан ултыраҡ тормошҡа әйләндерә[3]. Х. Колумб һ.б. диңгеҙселәр ярҙамы менән кукуруз Европала пәйҙа була: башта Испанияға, шунан һуң Англияға, Португалияға, Францияға, Италияға килеп инә. Европанан иһә Һиндостанға, Ҡытай, Индонезияға «сығып китә». Йөҙ йыл да уҙмай, флораның әлеге иҫ китмәле вәкиле бөтөн донъяға тарала. Ер йөҙендәге иң боронғо культураларҙың берһе булған шәкәр кукурузы ауыл хужалығына нигеҙ һала. Кукуруз игә башлау менән, уның «тирәһендә» башҡа төрлө һөнәрселектәр ҙә тыуа һәм үҫә, һөҙөмтәлә, цивилизация барлыҡҡа килә. Һис икеләнеүһеҙ әйтергә мөмкин: Америка ҡитғаһының барлыҡ боронғо цивилизацияларының да сәскә атыуы кукурузға бәйле. Индейҙар уларҙан 200 төрҙән артыҡ тәғәм әҙерләй белгәндәр. Ҡыҙҙырғандар ҙа, бешергәндәр ҙә, япрағынан һут һәм шараб яһағандар, сәскә һеркәһен сумса эслеге итеп файҙаланғандар. Япрағы шулай уҡ түбә ябыуға, кәүҫәһе стена яһауға, ә ҡалдыҡтары усаҡ яғыуға киткән.

Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙа игелеү тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Безҙең ил халҡы өсөн кукуруз Хрущёв исеме менән бәйле. Ләкин ул Рәсәйҙә XVII быуатта уҡ үҫтерелгән. Уны Ҡырымда, Кавказда һәм Украинаның көньяғында үҫтергәндәр. Империяның көньяк ҡалаларында кукуруз урамдарҙа ла һатылған: асыҡ һауала ҙур ҡаҙандарҙа йәш сәкәндәрҙе бешереп һата торған булгандар. Хакимиәткә коммунистар килгәс, был культураға иғтибар кәмегән. Бары 1959 йылда, совет башлығы Никита Хрущёв АҠШ-ҡа барып ҡайтҡандан һуң ғына уға иғтибар уяна.

Аҙыҡ-түлек булараҡ һәм иҡтисади әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кукуруздың әһәмиәте бик ҙур, ул ҡиммәтле бөртөклө аҙык һәм тереклек аҙығы культураһы. Һабағы һәм япраҡтарынан ҡағыҙ, линолеум, вискоза, яһалма бөкө яһайҙар. Ярмаларынан май һығалар, крахмал алалар, емешлек бағанасыҡтары медицинала ҡулланыла.[4] Был культура башлыса аҙыҡ-түлек етештереүҙә ҡалланыла, бынан тыш мал өсөн фураж була ала. Шулай уҡ кукуруздан юғары сифатлы спирт һәм яғыулыҡ-майлау материалдары ла яһайҙар.

Ер шарында бөгөн кукуруз бойҙайҙан ҡала иң күп игелә торған культура. АҠШ-та йыл һайын 300 миллион тонна кукуруз орлоғо йыйып алына, Ҡытайҙа — 145, ә Рәсәйҙә барлығы 3 миллион тонна ғына. Әлбиттә, Америкала моның 85 проценты мал-тыуарға ашатыла, һәм шуға да ундағы малдарҙың итенең йомшаҡлығы, һутлығы менән айырылып тора. Дөйөм алғанда, кукуруз ете төргә бүленә: шуның бишеһе техник культураға инә — ул малдарға ашатыу, ярма, крахмал, май яһау өсөн тотонола, ә ике төрө ашау өсөн китә. Һәр американлы йылына 1,5 килограмм кукуруз орлоғо ашай. Шәкәрле сортын сей килеш һәм консервлап ашайҙар, ә ярыла торган сортынан попкорн яһайҙар.[5]

Донъяла йыллыҡ кукуруз етештереү

күләме (мең тонна)

1965 226 544
1970 265 831
1975 341 661
1980 396 623
1985 485 527
1990 483 343
1995 517 329
2000 592 472
2005 713 458
2006 706 656
2007 789 641
2008 826 718
2009 818 823
Кукуруз етештереүсе төп 15 ил (мең тонна)
Сығанак: БМО аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы
Ил 1985 1995 2005 2009
АҠШ флагы АҠШ 225453 187969 282261 333011
Ҡытай Халыҡ Республикаһы Ҡытай 64102 112361 139498 164107
Бразилия Бразилия 22018 36267 35113 51232
Мексика флагы Мексика 14103 18352 19338 20142
Индонезия флагы Индонезия 4329 8245 12523 17629
Ер Һиндостан 6643 9534 14709 16680
Франция флагы Франция 12409 12739 13687 15288
Аргентина Аргентина 11900 11404 20482 13121
Көньяҡ Африка Республикаһы КАР 8444 4866 11715 12050
Украина Украина н/д 3391 7166 10486
Канада флагы Канада 6969 7270 9332 9561
Румыния 11903 9923 10388 7973
Италия флагы Италия 6356 8454 10427 7877
Венгрия Венгрия 6817 4649 9050 7528
Нигерия Нигерия 1826 6931 5957 7338

Аҙыҡ булараҡ туҡлыҡлыҡ ҡиммәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
кукуруз орлоғо
100 г аҙыҡтың туҡлыҡлыҡ ҡиммәте
Энергетик ҡиммәте 86 ккал 360 кДж
Аҡһымдар3,2 г
Майҙар1,2 г
Углеводтар19 г
дисахаридтар3,2 г 

Ретинол (A витамины)10 мкг
Тиамин (B1)0.2 мг
Ниацин (B3)1.7 мг
Фолацин (B9)46 мкг
Аскорбин кислотаһы (С витамины)7 мг

Тимер0.5 мг
Магний37 мг
Калий270 мг

Сығанаҡ: USDA Nutrient Database
Һулдан уңға:ир сәскәлеге, ҡатын-ҡыҙ сәскәлеге, сәкәне, 'Fraise' сорты орлоҡтары

Сәләмәтлек өсөн файҙаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кукурузды ысын мәғәнәһендә сәләмәтлекте ҡайғыртыусы тип атарға мөмкин. Ул — йөрәк һәм ҡан әйләнеше системаһына бик тә кәрәкле К витаминының иң яҡшы сығанактарының береһе. Был үҫемлектең тағын бер ыңғай яғы — унда Е витаминының күп булыуы. Был витамин — организмдың ҡартайуын тотҡарлаусы. Кукурузда нервы системаһының алыштырғыһыҙ ярҙамсылары булған В төркөмө витаминдары ла, иммунитетты көсәйтеүсе С витамины ла, һөйәк һәм тештәрҙең ныҡлығын тәьмин итеүесе Д витамины ла, шулай уҡ тимер, йөрәкте һаҡлаусы һәм матдәләр алмашыныуын нормалләштереүсе калий һәм магний ҙа бар. Таҙартылмаған кукуруз майы аппетитты түбәнәйтә һәм ябыҡтырыусы күп диеталарҙа файҙаланыла. Кукуруз ҡыҙҙырылған, майлы ризыҡ һәм спиртлы эсемлектәрҙең организмға китергән зыянын кәметергә ярҙам итә. «Баҫыуҙар батшаһы» бауыр һәм үт ҡыуығы эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, шуға күрә уны холецистит һәм гепатиттарҙы булдырмаҫҡа ярҙам итеүсе туҡланыу рационына индерәләр. Ваҡланған орлоғо яраларҙы төҙәтергә ярҙам итә, уны дерматиттарҙы (тән боҙолоуы) дауалауҙа ла ҡулланалар. Ә кукуруз сәсе исә (рыльца) һейҙек, үт ҡыуҙырғыс һәм ҡан туҡтатҡыс, һейҙек һәм үт ҡыуығындағы таштарҙы иретеүсе һәм ағыулануға ҡаршы сара һанала.[6]

Diabrotica

Диабротика — кукуруз культураһына бик ҙур зыян китереүсе ҡоротҡос. Ҡуңыҙҙың личинкалары тәүҙә кукуруздың тамырҙарын зарарлый, үҫеп етеп ҡуңыҙға әйләнгәс, үҫемлектең япраҡ һәм кәсәнен кимерергә керешә. Һөҙөмтәлә кукуруз сәкәндәре орлоҡ бирер дәрәжәгә үҫеп етә алмай. Россельхознадзор идараһы белгестәре әйтеүенсә, диабротикаға ҡаршы бик көслө пестицидтар ярҙамында ғына көрәшеп була.[7]