Эстәлеккә күсергә

Ҡышлауйылға

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡышлауйылға
татар. Кышлау Елга
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Ҡышлауйылға ауыл Советы[1]
Административ-территориаль берәмек Ҡышлауйылға ауыл Советы һәм Асҡын районы
Халыҡ һаны 388 кеше (2002)[2],
360 кеше (2009)[2],
345 кеше (2010)[3]
Почта индексы 452885
Карта

Ҡышлауйылға (рус. Кшлау-Елга) — Башҡортостан Республикаһының Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 345 кеше[4]. Почта индексы — 452885, ОКАТО коды — 80204837001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 345 164 181 47,5 52,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 48 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Чернушка): 58 км

Ҡышлауйылға ауылы Ҡышлау йылғаһының уң яҡ ярына урынлашҡан. Ул Төлгөҙ йылғаһына ҡоя. Төлгөҙ йылғаһы ауылдан ярты километр самаһы йыраҡлыҡта төньяҡтан үтә. Балтик диңгеҙе өҫтө менән сағыштырғанда Ҡышлауйылға ауылы 155,20 м бейеклектә урынлашҡан. Тәгәрмән тау башы вышкаһы океан өҫтө тигеҙлегенән 204 метр бейеклектә тора. 1885 йылдарға ҡәҙәр был ерҙәр ҡалын урман менән ҡапланған булған. Урманында төрлө хайуандар йәшәгән. Бигрәк тә айыуҙар менән бүреләр күп булған.
Ҡышлауйылғаһы буйына башта Иҫке Ҡаҙансы халыҡтары килеп ҡышлап урман ҡырҡып ятҡандар, йылғаны быуып, ҡара урман эсендә һалабаш (диалектта: мунсала) һалдырғандар. Һалабашты көҙ көнө сығарғандар, йылға буйында ҡыуыш яһап ҡунып ятҡандар. Йәй, көҙ көндәрендә арба менән кереп булмағанлыҡтан, һалабашты ҡар яуғас, ҡыш көнө сана менән ташығандар. Йылғаға Ҡышлау тигән исем биргәндәр. Урман ҡырҡыусылар һуңынан ғаиләләре менән күсеп килә башлағандар.

Ҡышлауйылға ауылы яҡынса XX быуаттың 1920 йылдарында барлыҡҡа килгән. Иң беренселәрҙән булып күсеп килеүсе кеше Поварис исемле булған. 1920 йылда ауыл Бөрө кантоны Тәтешле волосына ҡараған. 77 йортта 462 башҡорт йәшәгән[5].

Ауыл үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡышлауйылғаның тирә — яғында дауаланыу өсөн шифалы шишмәләр, быуалар һәм тирә — яҡҡа даны таралған «Танып» шифаханаһы урнашҡан.

Урам исеме[6]

  • Йылға аръяғы урамы (рус. улица Заречная)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Мостай Кәрим урамы (рус. улица Мустая Карима)
  • Муса Йәлил урамы (рус. улица Мусы Джалиля)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]