Аборт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
"Аборт" бите бында йүнәтелә.
Медицина аборты
Human fetus 10 weeks - therapeutic abortion.jpg
8 аҙналыҡ Эмбрион
МКБ-10 Ҡалып:ICD10 Ҡалып:ICD10 Ҡалып:ICD10 Ҡалып:ICD10 Ҡалып:ICD10 Ҡалып:ICD10 Ҡалып:ICD10 Ҡалып:ICD10 Ҡалып:ICD10 Ҡалып:ICD10
МКБ-9 635635 636636
MeSH CE04.520.050 CE04.520.050

Аборт (яһалма аборт, лат. abortus — «бала төшөү») — йөклөлөктө яһалма өҙөү. Хәҙерге медицина стандарттарына ярашлы, аборт , ғәҙәттә,ғоманға 20 аҙна тулырҙан алда, ә ваҡыты билдәле булмаһа, ул 400 г-ға етмәҫ элек яһала[1].

Медицина күҙенән[үҙгәртергә]

Хәүефле һәм хәүефһеҙ аборттар[үҙгәртергә]

Хәүефле һәм хәүефһеҙ аборттар була[2]. Хәүефһеҙ аборт квалификациялы белгес (врача, акушерка, шәфҡәт туташы) ҡатнашлығында, тикшерелгән һәм рөхсәт ителгән ысулдар менән, ярашлы медицина учреждениеһында яһала. Медицина белеме булмаған, йә әҙерлеге етмәгән кеше, йә ҡатын үҙе, шулай уҡ санитария шарттары үтәлмәгән урында эшләүе хәүефле аборт булып һанала.

Хәүефле аборттар донъяла йылына 70 меңләп ҡатындың үлеменә, 5 млн. инвалидлыҡҡа килтерә[3]. Хәүефһеҙ аборттар ваҡытында ҡатмарлашыуҙар күпкә әҙерәк. Рәсәйҙә хирургик аборт дилатации һәм кюретаж (ҡырыу) ысулы менән эшләнә, врачтарҙың әйтеүе буйынса,был иң хәүефһеҙ ысул булып һанала[4].

Түлһеҙлектең абортҡа бәйлелеген раҫлаған ышанырлыҡ статистика мәғлүмәттәре юҡ. Фәнни тикшеренеүҙәр беренсе триместрҙа эшләнгән аборттар һуңғараҡ эшләнгәндәренән хәүефһеҙерәк булыуын да раҫламай[5].

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]

Ҡалып:Кеше хоҡуҡтары