18 ғинуар
Уҡыу көйләүҙәре
18 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
18 ғинуар Викимилектә |
18 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 18-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 347 көн ҡала (кәбисә йылында 348).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Техник хеҙмәтләндереү көнө.
- АҠШ: Ҡәһүә гурмандары көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Аңлатмалы һүҙлек көнө.
- Балалар телевидениеһының тыуған көнө.
- Тунис: Революция көнө.
Төбәк байрамдары
- Башҡортостан: Хеҙмәт ветерандары көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби Һауа Көстәренең Баш командованиеһы көнө.
- Таиланд: Ҡораллы көстәр көнө.
- 1778: Англияның диңгеҙ сәйәхәтсеһе Джеймс Кук Гавай утрауҙарын аса.
- 1825: Мәскәүҙәге Ҙур театрҙың яңы бинаһы файҙаланыуға тапшырыла.
- 1925: «Новый мир» журналының беренсе һаны донъя күрә.
- 1926: СССР кинотеатрҙарында «Броненосец „Потёмкин“» фильмы күрһәтелә башлай.
- 1943: Бөйөк Ватан һуғышы барышында Ленинград блокаданан азат ителә.
- 1963: Үҙәк телевидениела Балалар өсөн программаларҙың баш редакцияһы ойошторола (СССР-ҙа (Рәсәйҙә) балалар телевидениеһының тыуған көнө).
- 1967: РСФСР Мәғариф министрлығының Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтын (бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) асыу тураһындағы бойороғона ҡул ҡуйыла.
- 1996: «Ҡандракүл» тәбиғи паркы ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлитов Раил Бәкер улы (1940), ғалим-химик-технолог. 1981 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология институты директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 1992 йылдан — институт директоры, 2005 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәре докторы (1973), профессор (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984) һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1985).
- Исхаҡов Марат Ғәйнислам улы (1940), театр артисы. 1989 йылдан «Нур» театр-студияһы (1991 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театры) актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Бүреҡаҙған ауылынан.
- Шәрәев Пётр Низами улы (1940), ғалим-биохимик. 1968—2014 йылдарҙа Ижевск медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977 йылдан —биохимия кафедраһы, 1995 йылдан — клиник биохимия һәм лаборатор диагностика кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1984), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2002), Удмурт Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Кониг ауылынан.
- Мәҡсүтов Зиләүер Хәйҙәр улы (1955), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1998 йылдан Ауырғазы районының «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2003).
- Ғүмәров Наил Әсғәт улы (1960), ғалим-механик, математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт университеты профессоры һәм 2011 йылдан — профессор консультанты, Дисперслы системаларҙың микро- һәм наномасштаблы динамикаһы үҙәге лабораторияһының ғилми етәксеһе; бер үк ваҡытта 1993 йылдан АҠШ-тың Массачусетс штаты университетында (Бостон ҡалаһы), 1994 йылдан «Arthur D. Little, Inc.» компанияһы (Кембридж ҡалаһы), 1996 йылдан «Dynaflow, Inc.» компанияһы (Фултон ҡалаһы) хеҙмәткәре, 2000 йылдан Мэриленд штаты университеты Алдынғы компьютер тикшеренеүҙәре институтының тикшеренеүсе-профессоры (Колледж Парк ҡалаһы). Физика математика фәндәре докторы (1992). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әхтәмов Камил Наэл улы (1960), ғалим-хирург, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының микрохирургия бүлеге мөдире. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлимов Сәләм (Ғәлимов Сәләм Ғәлим улы; 1911—19.07.1939), уҡытыусы, журналист, шағир, ғилми хеҙмәткәр. 1930—1933 йылдарҙа «Башҡурдистан» (хәҙерге «Башҡортостан» гәзите) хеҙмәткәре, 1937—1938 йылдарҙа Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре.
- Фән Вәлиәхмәтов (1951), йырсы, музыкант-тальянсы. 1979 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, 1995—2005 йылдарҙа Яр Саллы ҡалаһының «Энергетик» мәҙәниәт һарайының «Болғар» ансамбле солисы. Башҡортостан (2011) һәм Татарстан (2007) Республикаларының халыҡ артисы, Шаран районының почётлы гражданы (2013).
- Зарипов Ирек Фәсхетдин улы (1956—3.09.2018), хужалыҡ эшмәкәре һәм дәүләт хеҙмәткәре. 1993—2011 йылдарҙа Бөрйән районы хакимиәте башлығы; 2011—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең биләмәләр менән эшләү буйынса идаралығының етәксе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының беренсе ((1995—1999) һәм икенсе (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002). Бөрйән районының почётлы гражданы.
- Әбүбәкерова Гөлназ Әхмәт ҡыҙы (1996), Рәсәйҙең урыҫ һәм халыҡ-ара шашка буйынса махсуслашҡан спортсы-шашкасыһы. Рәсәй һәм Европа беренселегенең күп тапҡырҙар еңеүсеһе. Спорт мастерлығына кандидат. 2004 йылдан халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карманов Афанасий Георгиевич (1907—23.06.1941), хәрби хеҙмәткәр, 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған осоусы, эскадрилья командиры, капитан. Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң).
- Плиткина Екатерина Леонидовна (1927—1997), мәғариф алдынғыһы. Ҡариҙелдең 1-се урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980).
- Симонов Семён Петрович (1932—1995), педагог. 1964—1995 йылдарҙа Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк урта мәктәбе директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Солтанов Фидус Әбүбәкер улы (1932—17.07.2019), табип. 1965—2009 йылдарҙа Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Илдус ауылынан.
тулы исемлек
- Санников Геннадий Прокопьевич (1942), ветеран-тренер. 1991 йылдан Өфө мәктәптәрендә һәм урта махсус уҡыу йорттарында, 2006 йылдан — Сауҙа иҡтисад университетының Өфө филиалында физик культура уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1979—1991 йылдарҙа РСФСР һәм 1983—1986 йылдарҙа СССР үҫмер спортсылар йыйылма командаһы тренеры. Конькиҙа уҙышыу спорты буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1990) һәм республика категорияһындағы судья (1972). Рәсәйҙең физик культура һәм спорт отличнигы (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шәмсиев Фәҙит Ғимран улы (1957), мәғариф һәм муниципаль хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. 1979 йылдан Борай районы мәктәптәре директоры; 2006—2012 йылдарҙа район хакмиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Кәшкәләү ауылынан.
- Әбүбәкеров Рәмил Закир улы (1972), артист. 1999 йылдан хәҙерге Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмө солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2018). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Үтәгән ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вакуленко Иван Логинович (1878—3.04.1955), ғалим-биохимик, йәмәғәтсе. 1907 йылдан Томск университеты, 1935—1955 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1942 йылға тиклем органик химия, 1945—1953 йылдарҙа биология һәм органик химия кафедраһы мөдире. 1938—1941 йылдарҙа Бөтә Союз физиологтар, биохимиктар һәм фармакологтар йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1935), профессор (1935). РСФСР-ҙың (1947) һәм Башҡорт АССР-ының (1944) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Коллегия асессоры (1914).
- Шмарёв Алексей Тихонович (1913—2.06.1993), ғалим-нефтсе, дәүләт хеҙмәткәре. 1938—1950 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының нефть һәм газ сығарыу ойошмаларында етәксе вазифаларҙа, шул иҫәптән 1945 йылдан — «Башнефть» берекмәһе начальнигы урынбаҫары. 1950 йылдан «Татнефть» берекмәһе начальнигы, 1956 йылдан — СССР Газ сәнәғәте Баш идаралығы начальнигы, 1957 йылдан — Татарстан Халыҡ Хужалығы Советы рәйесе, 1960 йылдан — РСФСР Халыҡ Хужалығы Советы рәйесенең 1-се урынбаҫары, 1962 йылдан Урта Волга Халыҡ Хужалығы Советы рәйесе, 1965 йылдан РСФСР геология министры урынбаҫары. 1977—1993 йылдарҙа Мәскәү ғилми-тикшеренеү институттары хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1966). Татар АССР-ының атҡаҙанған (1983) һәм СССР-ҙың почётлы (1987) нефтсеһе. Сталин (1950) һәм Ленин (1962) премиялары лауреаты. Ике Ленин (1948, 1956), биш Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1950, 1963, 1968, 1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.
- Әҙелшина Рәмзилә Мөхәмәт ҡыҙы (1933—13.07.2014), театр артисы. 1969—1995 йылдарҙа Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. 1970 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Үрге Ләмәҙ ауылынан.
тулы исемлек
- Хәсәнова Гөлгөнә Шаһимарҙан ҡыҙы (1938), веттехник. 1958—1995 йылдарҙа Хәйбулла районы «Матрай» совхозы веттехнигы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районының Ялсы ауылынан.
- Кондратьева Людмила Георгиевна (1943), педагог. 1969—2001 йылдарҙа Хәйбулла районы Бүребай ауылындағы хәҙерге 1-се урта мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1992). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡорманай ауылынан.
- Ғизәтуллина Зөлхизә Шәйәхмәт ҡыҙы (1948), педагог. 1967 йылдан Сибай ҡалаһының 5-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, завучы; 1993 йылдан 13-сө башҡорт лицейы директорының уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 1997—2003 йылдарҙа Сибай педагогия колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы лауреаты (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 1-се Төрөкмән ауылынан.
- Зөлҡәрнәев Ғиззәт Хәсән улы (1953—27.11.2000), хирург. 1983—2000 йылдарҙа Баймаҡ район дауаханаһының баш табибы. Рәсәйҙең (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған табибы. Янғындан бала ҡотҡарғанда фажиғәле һәләк була. Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы (2001).
- Латыпов Вәсил Мазһар улы (1953), агроном. 1975 йылдан Асҡын районы «Дружба» совхозының баш агрономы, 1982 йылдан «Төй» совхозы директоры, 1985 йылдан — район советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 1995—2001 йылдарҙа — «Аскинскагропромхимия» берекмәһе рәйесе. 2001 йылдан — район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы (бүлеге) начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Баҙансат ауылынан.
- Хәйруллин Ғафуан Сәйет улы (1953), педагог, мәғариф, ауыл хужалығы һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1987—1997 йылдарҙа «Нуриман агропромхимия» берекмәһе рәйесе. 2002—2012 йылдарҙа (өҙөклөк менән) район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары һәм урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы (бүлеге) начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Райондың почётлы гражданы (2013). Сығышы менән Яңы Күл ауылынан.
- Хәлилов Фаяз Ғибәҙулла улы (1953), агроном, ауыл хужалығы һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. Нуриман районы ауыл хужалығы идаралығының элекке баш агрономы, район хакимиәте башлығының элекке урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Байгилде ауылынан.
- Ғәзизова Зөлфирә Кәлимулла ҡыҙы (1958), инженер. 1976—2013 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе һәм «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәте лаборанты, ҡоролма начальнигы, химия заводы баш инженерының тәбиғәтте һаҡлау буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2012). Сығышы менән ошо ҡаланан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Данилов-Чалдун Максим Николаевич (1894—2.03.1944), партия органдары хеҙмәткәре, журналист һәм яҙыусы. Беренсе донъя, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Миномет полкы парторгы, гвардия кесе лейтенанты, яу ҡырында алған ҡаты яранан госпиталдә вафат була. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Уҫылыбаш ауылынан.
- Сафуанов Мәхмүт Закуан улы (1919—4.09.2010), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, авиация полкының уҡсы-радисы, старшина. 1950 йылдан Саҡмағош районы Рәжәп, 1958—1983 йылдарҙа Шишмә районы Шишмә ауылындағы 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы һәм директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Абрай ауылынан.
тулы исемлек
- Арживитин Павел Васильевич (1924—2007), геолог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953—1993 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Геология институты лабораторияһының баш ғилми хеҙмәткәре. Геология-минералогия фәндәре кандидаты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Вахромеев Игорь Сергеевич (1924—16.01.1998), геолог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959—1998 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Геология институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Геология-минералогия фәндәре докторы (1973), профессор (1986). Сығышы менән Ярославль ҡалаһынан.
- Әхмәтов Сабит Хөсәйен улы (1934), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1961—1994 йылдарҙа Кушнаренко районының «Большевик» колхозы тракторсыһы һәм бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981), Ленин ордены кавалеры.
- Ибраһимов Наил Хәйрулла улы (1939—4.11.2018), математик-ғалим. 1984—1987 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы, кафедра мөдире. Физика‑математика фәндәре докторы (1972), профессор (1973). СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Ютазы районы Иҫке Урыссу ауылынан.
- Ишемов Ғәҙелша Лоҡман улы (1944—2018), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1960—2004 йылдарҙа Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозы механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан.
- Яҡупова Люция Рифғәт ҡыҙы (1959), химик-ғалим. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Химия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре кандидаты, доцент.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1689: Шарль де Монтескьё, Франция хоҡуҡ белгесе, яҙыусы.
- 1835: Цезарь Антонович Кюи, Рәсәй империяһы композиторы.
- 1915: Борис Раушенбах, СССР һәм Рәсәй ғалим-физигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990).
- 1925: Казбек Ғиззәт, СССР ғалим-философы, Татар АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986).
- 1925: Жиль Делёз, Франция философы.
- 1945: Хосе Луис Пералес, Испания йырсыһы, композитор.
- 1925: Жиль Вильнёв, Канада автоуҙышсыһы, «Формула-1» ярышының вице-чемпионы.