Эстәлеккә күсергә

Башҡорт халыҡ медицинаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт халыҡ медицинаһы
Булдырыусы башҡорт
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән башҡорт

Халыҡ медицинаһы — тарихи үҫеш барышында халыҡ тарафынан тупланған шифалы саралар, дауалау һәм гигиена алымдары һәм күнекмәләре тураһында эмпирик белемдәр, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау өсөн уларҙы ҡулланыу йыйылмаһы[1].

Башҡорт халыҡ медицинаһы — тарихи үҫеш барышында халыҡ тарафынан тупланған шифалы саралар, дауалау һәм гигиена алымдары һәм күнекмәләре тураһында эмпирик белемдәр, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау өсөн уларҙы ҡулланыу йыйылмаһы.

Башҡорттарҙың Халыҡ медицинаһы Башҡортостандың тәбиғәт-климат үҙенсәлектәренә, традицион хужалыҡ формаларына һәм дини инаныуҙарға бәйле булған. Халыҡ медицинаһы буйынса белем быуындан быуынға тапшырылған. Ҡағиҙә булараҡ, үлән белгестәре, быуын ултыртыусылар, кендек инәләре, имсе, ырымсылар һ. б. бағымсы йәки белемсе булып киткән. Дауалау шифалы йолалар үткәреү, арбауҙар, им-том уҡыу), доға ҡылыу менән оҙатылған. Ҡот ҡойоу йолаһына айырыуса ҙур әһәмиәт бирелгән.

Халыҡ медицинаһында яҡынса 100 төр шифалы үләндәр йәки дарыу үҫемлектәренән эшләнгән ҡайнатмалар, төнәтмәләр, һуттар ҡулланылған[2].

Хайуандарҙың үте, ат, айыу, бурһыҡ, ҡаҙ, һарыҡ һ. б. хайуандарҙың һәм ҡоштарҙың эс майы, ҡорт балы, прополис һ. б. дауалау практикаһында ҡулланылған.

Шулай уҡ төрлө минералдар, тәбиғи матдәләр: көкөрт, әсеүташ, йәшел-һәңгәр (баҡыр купорос), балсыҡ, аҡбур, ләм, кальцит, тоҙ, мәмерйә һауаһы һ. б. ярҙамында дауалау ысулдары булған. Ҡайһы бер ауырыуҙарын дауалау өсөн һөлөктәрҙе (гирудотерапия) һәм бал ҡорттары файҙаланылған. Шулай уҡ ит һәм һөт продукттарының (ҡатыҡ, ҡорот, ҡымыҙ, һөт, май, ит һурпаһы һ.б.) файҙалы үҙенсәлектәре ҡулланылған. Фитотерапевтик тәьҫирҙең төрлө төрҙәре (мунсала йылыныу, ингаляция һәм массаж яһау, ләм менән дауалау, тоҙло күлдәрҙә һыу инеү, тәнде ыуыу, урау, припарктар һ.б.) ҡулланылған. Халыҡ көйө (оҙон көй, ҡыҫҡа көй һ.б.) һаулыҡҡа яҡшы йоғонто яһай, тип иҫәпләнгән.

Шулай уҡ ҡатыҡ, ҡорот, ҡымыҙ, һөт, май, ит һурпаһы һ. б. ит һәм һөт продукттарының файҙалы үҙенсәлектәре ҡулланылған.

Физиотерапевтик тәьҫирҙең төрлө төрҙәре: мунсала йылыныу, ингаляция һәм массаж яһау, ләм менән дауалау, тоҙло күлдәрҙә һыу инеү, тәнде ыуыу, урау, боҫлама (припарка) ҡулланылған. Башҡорт халҡы тыуҙырған оҙон көйлө, ҡыҫҡа көйлө йырҙар ҙа һаулыҡҡа яҡшы йоғонто яһай, тип иҫәпләнгән[3].

Башҡорт Халыҡ медицинаһы тураһында мәғлүмәттәр И. И. Георги, И. И. Лепёхин, Д. П. Никольский, П. С. Паллас хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡан.

Халыҡ медицинаһына билдәле булған шифалы тәбиғәт факторҙары Республиканың «Красноусол», «Яҡтыкүл» һәм «Янғантау» кеүек шифахана-курорт учреждениеларында ҡулланыла[4].

Ҡот ҡойоу

  • Ғүмәров В. З. Башҡорт халыҡ медицинаһы. Өфө, 1991
  • Никольский Д. П. Башкиры: этнограф. и санитарно-антрополог. исслед. СПб., 1899.
  1. НАРОДНАЯ МЕДИЦИНА
  2. Народная медицина у башкир
  3. НАРОДНАЯ МЕДИЦИНА
  4. Ғүмәров В. З. Башҡорт халыҡ медицинаһы. Өфө, 1991