Эстәлеккә күсергә

Башҡорт ҡатынына һәйкәл (Һамар өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт ҡатынына һәйкәл. Кесе Малышевка. Һамар өлкәһе.

Башҡорт ҡатынына һәйкәл - Һамар өлкәһе Кенәле (Кинель) районының Кесе Малышевка ауылы янында башҡорт ҡатынына бағышлап ҡуйылған һәйкәл.

Һәйкәлдәге таҡтаташ

Кесе Малышевка XVII быуат аҙағында барлыҡҡа килгән. Ауыл исеме Малышевтар фамилияһы менән бәйле. Риүәйәттәргә ҡарағанда, Тамбов губернаһының Малышев фамилиялы крәҫтиәндәре, хөкүмәт рөхсәте менән, ошо урындарға күсенергә рөхсәт алған. Ауыл халҡын, күсенгән ерҙәренә бәйле, тамбовтар тип тә йөрөтәлр. Ауылдың иһә «Башкирка» тигән ҡушаматы ла бар. Баҡһаң, ауылдың хәҙер сусҡа фермаһы торған яғындағы осонда башҡорттар һәм казактар араһында бәрелештәр булып торған. Башҡорттар күпләп үлтерелгән булған, әлегә хәтле ауыл һөрөнтө ерҙәрендә уларҙың һөйәктәре табылып тора, тип яҙа ошо ауыл ҡатыны [1]

Ауылдың исеме бер бәрелеш менән бәйле. Башҡорттар үҙ ерҙәренә урыҫтар килеп урынлашыуы, ерҙәре тартып алыныуы менән килешә алмаған, шуға күрә ауылдарға һөжүм итеп торған. Красная Самарка тип аталған ауылдың казактары бер мәл башҡорттарҙың отрядын ҡамап алған, барыһын да үлтергән. Башлыҡтары бик ҡаты алышҡан, уны һуңғы итеп тотҡандар. Риүәйәттәр бәйән итеүенсә, уны үлтерергә теләп, башлығын тартып алғас, оҙон толомдар килеп төшкән - ул ҡатын кеше булып сыҡҡан. Бер фараз буйынса, уны тере ҡалдырғандар һәм ошо ерҙә үҙе үлгәнсә йәшәргә рөхсәт иткәндәр.

Ул мәйеттәрҙе йыйып, ерләргә тейеш булған. Бәрелеш көҙөн булған, ул ҡыш етеп, ер туңғанса ырыуҙаштарын ерләгән.

Ерҙе соҡоп, ул үҙенә землянка эшләп алған да, ҡалған ғүмерен үҙенең ғәскәренә доғалар уҡып үткәргән, бер ҡайҙа ла китмәгән [2]

ХХ быуатта Кесе Малышевка янында ошонда йәшәгән кешеләр был ҡаһарман башҡорт ҡатынына бағышлап, һәйкәл ҡуйғандар.

XVIII быуатта Урта Волга буйында бәрелештәр сәбәбе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихсы Александра Горохов былай тип яҙа: Уралды һәм Себерҙе Рәсәйгә ҡушыу башҡорт мәсәьәләһен хәл итеү менән тығыҙ бәйле булған.

Башҡорттар үҙ ирке менән Рәсәйгә инеүе тураһындағы Иван Грозный һәм башҡорттар араһындағы килешеүҙең төп нөсхәләре һаҡланмаған. Мәгәр, Х1Х быуат башына тиклем ырыу башлыҡтары шәжәрәләрен ныҡлы һаҡлағандар, сөнки улар ер биләмәләрен раҫлаған документ булып торған. Улар буйынса башҡорттарға ере, дине, теле, үҙ ғәскәре, хакимиәте булыу хоҡуғы бирелгән. Башҡорттар яһаҡ түләргә һәм ғәскәрнә кешеләр бирергә тейеш булған. Рәсәй тарафынан башҡорттарҙы ситтән килгәндәрҙән һаҡлау йөкләмәһе алынған.

Башҡорттар менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәр 1649 йылғы «Соборное Уложение»ла яҡтыртыла. Унда: «…бояром, околничим, и думным людям, и стольникам, и стряпчим и дворяном московским и из городов дворяном и детям боярским и всяких чинов русским людям поместным всяких земель не покупать и не менять и в заклад, и сдачею и в наём на многие годы не имать.» тип яҙылған һәм Уложение талаптарын боҙған өсөн ҡаты яҙалар ҡаралған булған. 1650 йылдарҙа Кама аръяғы сик һыҙаты билдәләнә. Һыҙатты төҙөү башҡорт ерҙәре буйлап үтә. Шул арҡала башҡорттар ризаһыҙлыҡ күрһәтә. Батша иһә баҫып алыусыларҙан яҡламау ғына түгел, хатта казактар ярҙамында баш күтәреүҙәрҙе баҫтыра. Әммә махсус указ менән «Соборное Уложение»ла ҡаралған тыйыуҙар яңыртыла һәм ер мәсьәләләре буйынса бәхәстәрҙе хәл итергә вәғәҙә бирелә [3].

YouTube сайтында Видео Монумент в Малой Малышевке

  • ГОРОД НА РЕКЕ САМАРА[3]
  1. Ахтареева Лилия Борисовна Малая Малышевка [1] 2018 йыл 11 август архивланған.
  2. Курапов С.В. Альманах «Мы - башкиры» - Самара 2007 г.
  3. Башкирка [2]