Биг-Мак

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Биг-Мак

«Биг-Мак»[1] (ингл. Big Mac) — McDonald’s компанияһы предприятиеларында тәҡдим ителгән гамбургер. Донъяла, Quarter pounder (Рәсәҙә — «Роял чизбургер») менән бер рәттән, компанияның иң билдәле продукттарының береһе.

Продукттың һүрәтләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Биг-Мак» өс телемгә бүленгән күмәстән (иң өҫкө ҡатына кунжут һибелгән), һәр береһе яҡынса 50(±10) грамм тартҡан ике кәтлиттән, бәләкәй генә сыр киҫәгенән, ике телем маринадланған ҡыярҙан, һуғандан, салат япрағынан һәм соустан тора.

Варианттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Мега Мак» (ингл. Mega Mac) йәки «Ике ҡатлы Биг-Мак» — 45,4-әр грамлы дүрт кәтлит, тағы бер сыр телеме. Ҡытайҙа, Ирландияла, Сербияла, Японияла, Төркиәлә, Малайзияла һәм Таиландта һатыла.[2] Австралияла, Яңы Зеландияла, Бөйөк Британияла һатылыуҙан туҡтаған; АҠШ менән Канадала осратырға була.
  • «Монстер Мак» — һигеҙ кәтлитле гамбургер. Элегерәк Германияла һатылған.
  • «Маккинли Мак» (ингл.  the Mckinley-Mac — из двух частей) — Аляскалағы тау исеме ҡушылған, шунда ғына һатылған.[3][4][5][6] Тағы Ҙур Биг-Мак (ингл. Bigger Big Mac, һүҙ уйнатыу) билдәле, футбол буйынса 2006 йылғы Донъя чемпионаты осорона промо-продукт.
  • Һиндостанда индустар һыйыр ите ашамағанлыҡтан, "Биг-Мак"ты «Махараджа Мак» тип атайҙар һәм һыйыр ите урынына һарыҡ ите менән эшләйҙәр; хәҙер тауыҡ ите менән дә әҙерләнә.[7][8]
  • «Мак малайы» (ингл.  Son of Mac), йәки Mini Mac, Baby Mac, — бер ҡатлаулы Биг-Мак. Элек Австралияла, Яңы Зеландияла һатылған, хәҙер «Mac Jr» атамаһы менән АҠШ-та осраштырғылай.
  • Израилдә диндарҙар ит ризыҡтары менән һөт ризыҡтарын бергә ашамай, шунлыҡтан Биг-Мактың кашрут төрө һатыла (сырһыҙ).
  • Японияла элегерәк ике кәтлиттең береһе урынына йомортҡа (Mega Egg) һәм помидор (Mega Tomato) менән эшләнгән төрҙәре була. Хәҙер ундайҙар эшләнмәй.

Махсус соус[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атамаһы 1975 йылғы реклама слоганынан алына — "Биг-Мак"ты бөтә ингредиенттары менән бергә тәүләп тәҡдим итеү (ингл.  «Two all beef patties, special sauce, lettuce, cheese, pickles, onions on a sesame seed bun»).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Биг-Мак» Пенсильвания штатындағы Питтсбург ҡалаһында бер нисә ресторанға идара иткән тәүге франчайзерҙарҙың береһе Пен Джим Деллигатти (ингл. Jim Delligatti) тарафынан уйлап сығарыла. Башта ул Big Boy ресторанындағы шундай уҡ гамбургерға конкурент ролен уйнай, ләкин тиҙҙән иҫ киткес ҙур популярлыҡ яулай, 1968 йылда АҠШ-тың бөтә штаттарында һатыла башлай.

Бөгөн Биг-Мак бөтә донъяла билдәле. The Economist журналы был гамбургерҙы төрлө илдәрҙәге тормош кимәленең күрһәткесе индексы итеп файҙалана (Биг-Мак индексы), сөнки ул күп илдәрҙә бар һәм ауыл хужалығының төп продукттарынан тора. Инглиз телле илдәрҙә бындай ҡарашты «бургерономика» тип атайҙар[9].

Аҙыҡ ҡиммәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

АҠШ-та "Биг-Мак"тың энергетик ҡиммәте — 540 ккал (2260 кДж), унда 29 грамм май, 25 грамм аҡһым бар. Австралияла гамбургер бәләкәйерәк, унда — 480 ккал (2010 кДж), 24,9 грамм май бар[10].

Төрлө илдә стандарт Биг-Мактың сағыштырма аҙыҡ ҡиммәте (көндәлек тәҡдим ителгән норманан % = %)
Ил Калориялылыҡ Углеводтар Аҡһымдар Майҙар Күҙәнәклек Тоҙ Ауырлығы Сығанаҡ
АргентинаFlag of Argentina.svg Аргентина 495 ккал 42g (14 %) 24g (32 %) 26g (47 %) 2.5g (10 %) 1083 mg (45 %) 202g .ar
АвстралияFlag of Australia.svg Австралия 480 ккал 36.2g 25.3g 24.9g 800 mg 201g .au 2006 йылдың 25 июль көнөндә архивланған.
БразилияFlag of Brazil.svg Бразилия 504 ккал 41g (14 %) 25g (33 %) 27g (49 %) 3.5g (14 %) 1023 mg (43 %) .br 2007 йылдың 20 март көнөндә архивланған.
КанадаFlag of Canada.svg Канада 540 ккал 44g (15 %) 24g 29g (45 %) 3g (12 %) 1020 mg (43 %) 209g .ca 2007 йылдың 11 декабрь көнөндә архивланған.
ХорватияFlag of Croatia.svg Хорватия 495 ккал 40g (15 %) 27g (36 %) 25g (37 %) 3g (12 %) 2300 mg (46 %) 219g .hr 2022 йылдың 9 май көнөндә архивланған.
ЧехияFlag of the Czech Republic.svg Чехия 495 ккал (25 %) 40g (15 %) 27g (36 %) 25g (37 %) 3g (12 %) 2300 mg (46 %) 219g .cz 2012 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
ДанияFlag of Denmark.svg Дания 497 ккал 43g 27.1g 24.1g 219g .dk 2007 йылдың 12 октябрь көнөндә архивланған.
ЭстонияFlag of Estonia.svg Эстония 495 ккал 40g 27g 25g 2300 mg 219g .ee(недоступная ссылка)
ФинляндияFlag of Finland.svg Финляндия 495 ккал 40g 27g 25g 3g 2300 mg 219g .fi
ФранцияFlag of France.svg Франция 492 ккал 38.9g 26.2g 25.8g 4.2g 900 mg .fr
ГерманияFlag of Germany.svg Германия 495 ккал 40g 27g 25g 3g 2300 mg 221g .de 2012 йылдың 16 июль көнөндә архивланған.
ГрецияFlag of Greece.svg Греция 490 ккал 42.5g 27g 24g 5g 2000 mg .gr 2009 йылдың 2 май көнөндә архивланған.
ГонконгFlag of Hong Kong.svg Гонконг 510 ккал 39g 25g 28g 870 mg .hk 2012 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған.
ВенгрияFlag of Hungary.svg Венгрия 495 ккал (25 %) 40g (15 %) 27g (36 %) 25g (37 %) 3g (12 %) 2300 mg (46 %) .hu(недоступная ссылка)
ИталияFlag of Italy.svg Италия 505 kcal 43g 27g 25g 4g .it(недоступная ссылка)
ЯпонияFlag of Japan.svg Япония 545 kcal 42.7g 26.1g 25.8g 2g 864 mg 216g .jp 2007 йылдың 16 ғинуар көнөндә архивланған.
МалайзияFlag of Malaysia.svg Малайзия 484 kcal 46g 26g 23g 730 mg 209g .my 2007 йылдың 4 август көнөндә архивланған.
МексикаFlag of Mexico.svg Мексика 600 kcal 50g 25g 33g 4g 1050 mg 219g .mx
НидерландыFlag of the Netherlands.svg Нидерланд 495 kcal 40g 27g 25g 3g 2300 mg .info(недоступная ссылка)
Новая ЗеландияFlag of New Zealand.svg Яңы Зеландия 464 kcal 33.9g 24g 25.4g 1020 mg 195g .nz 2008 йылдың 10 апрель көнөндә архивланған.
НорвегияFlag of Norway.svg Норвегия 495 kcal (25 %) 40g (15 %) 27g (36 %) 25g (37 %) 3g (12 %) 2300 mg (46 %) .no
ПольшаFlag of Poland.svg Польша 495 kcal 40g 27g 25g 3g 2300 mg .pl
РоссияFlag of Russia.svg Рәсәй 510 kcal 41g 27g 25g 3g 2300 mg 208g .ru 2013 йылдың 3 август көнөндә архивланған.
ЮАРFlag of South Africa.svg КАР 559 kcal 49.3g 27.7g 24.89g 4.6g 801.98 mg .za 2008 йылдың 30 октябрь көнөндә архивланған.
Республика КореяFlag of South Korea.svg Корея Республикаһы 535 kcal 46g (14 %) 27g (45 %) 29g (57 %) 750 mg (22 %) 219g .kr 2010 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған.
ШвецияFlag of Sweden.svg Швеция 495 kcal 40g 27g 25g 3g 2300 mg .info(недоступная ссылка)
ШвейцарияFlag of Switzerland.svg Швейцария 495 kcal 40g 27g 25g 3g 2300 mg .info(недоступная ссылка)
ВеликобританияFlag of the United Kingdom (3-5).svg Бөйөк Британия 493 kcal 44g 26.7g 22.9g 5.9g 2000 mg .uk 2006 йылдың 5 май көнөндә архивланған.
СШАFlag of the United States.svg АҠШ 540 kcal 45g (15 %) 25g (45 %) 29g (45 %) 3g (12 %) 1040 mg (43 %) 214g .us 2008 йылдың 10 апрель көнөндә архивланған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]