Бишауыл-Уңғар
Ауыл | |
Бишауыл-Уңғар | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Бишауыл-Уңғар ауылы Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан. Һәүәләй ауыл советына ҡарай. Урыҫса — Бишаул-Унгарово. Район үҙәге Ҡырмыҫҡалы ауылынан 15 саҡрым, Һәүәләй ауылынан 4 саҡрым алыҫлыҡта. Ҡарламан тимер юл станцияһы 2 саҡрым алыҫлыҡта. Почта индексы — 450315, ОКАТО коды — 80235855002. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 573 кеше[1]. Башлыса башҡорттар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға нигеҙ һалыусылар — Табын ҡәбиләһенә ҡараған башҡорттар. Ауыл тураһында билдәле тәүге яҙма мәғлүмәттәр 1648 йыл менән билдәләнә.
XVIII быуатта Бишауыл-Унгар ауылы Бишаул тип атала. Бер документта Таймаҫ Муҡшығоров һәм Сирмеш Кайтанов телгә алына.
1795 йылдағы V ревизия мәғлүмәттәре буйынса Уңгар ауылында 75 йортта 172 ир-ат һәм 189 ҡатын-ҡыҙ була. 21 йылдан аҫаба башҡорттар — 227, ә керҙәштәр 10 ир-ат иҫәпләнә. VIII ревизия (1834 йыл) ваҡытында 299 ир-егет, 320 ҡатын-ҡыҙ булған. 1917—1920 йылдарҙағы билдәле ваҡиғаларҙан һуң ҡатын-ҡыҙҙар файҙаһына енестәр нисбәтенең ҡырҡа үҙгәреүен 1920 йылда күҙәтәбеҙ, ул ваҡытта 219 йортта 506 ир-егет һәм 574 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән.
1866—1919 йылдарҙа Бишауыл-Уңгар ауылы шул уҡ исемдәге улыстың үҙәге була. Ул ваҡытта улыҫтың 14 ауылы булған. 1906 йылда уларҙа 9225 кеше йәшәгән 1703 йорт була. Һуңынан улар бөтәһе лә Өфө кантонының яңынан ойошторолған Ҡырмыҫҡалы улусына инә.
Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. 1843 йылда 648 ат, 392 эре мөгөҙлө мал, 123 һарыҡ, 593 кешегә 188 кәзә. Йәйгеһен йәйләүгә сығалар. Шул саҡта уҡ улар 520 бот ужым һәм 3240 бот яҙғы иген сәскән. 7 һыу тирмәне, 1 тимерлеге булған. Ауыл халҡының 388 умартаһы һәм 300 солоғо иҫәпләнгән. XIX быуат аҙағында 3 икмәк магазины, 2 аҙыҡ-түлек магазины була.
XIX быуат һуңында ауылда 2 мәсет, 2 мәҙрәсә булған.
Бишауыл халҡының Пугачев ихтилалында ҡатнашыуы тураһында каратель майор Пекарскийҙан сыҡҡан документ раҫлай[2].
1866 | Бишауыл-Уңғар улусы | Өфө губернаһы | |
1919 | Ҡырмыҫҡалы улусы | Өфө кантоны | Өфө губернаһы |
1922 | Ҡырмыҫҡалы улусы | Стәрлетамаҡ кантоны | БАССР |
1923 | Ҡырмыҫҡалы улусы | Өфө кантоны | БАССР |
1930 | Бишауыл-Уңғар ауыл советы | Ҡырмыҫҡалы районы | БАССР |
1992 | Ҡырмыҫҡалы районы | Башҡортостан Республикаһы |
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Милли составы
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса төп милләт — башҡорттар (99 %)
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 573 | 272 | 301 | 47,5 | 52,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тал урамы (рус. Вербовая (улица))
- Гагарин урамы (рус. Гагарина (улица))
- Ленин урамы (рус. Ленина (улица))
- Донъя урамы (рус. Мира (улица))
- Яңы урамы (рус. Новая (улица))
- Күл урамы (рус. Озерная (улица))
- Ерек урамы (рус. Ольховая (улица))
- Ҡарағай урамы (рус. Сосновая (улица))
- Титов урамы (рус. Титова (улица))
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
- Шоссе урамы (рус. Шоссейная (улица))
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Азат — Йомран-Табын улусы башҡорто. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачёв полковнигы.
- Иҫәнғол Иҫәкәев (1785—?), хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Кинйәбулат Ҡаныҡаев (1788—?), хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Низамов Рәшит Зыяфетдин улы (1935—2018), яҙыусы.
- Санъяров Фәнзил Бүләк улы (17.02.1953), ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1999), доцент. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Сәйфулла Усманов (1783—?), хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Башҡортостан. 8 октябрь 2021, Шәхесен данлай белгән халыҡ — мәңгелек[4]
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан. Байрамда — татлы табын. 9 февраль 2019 йыл[2]
- Аманат. 28 апрель 2020 йыл, Ҡырмыҫҡалы районынан килгән һүрәттәр[3]
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 27 июнь 2017 йыл «Рәсәй-Башҡортостан» каналБесәнселәр йыры
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 177—178. 2022 йыл 10 апрель архивланған.
- ↑ «Башҡортостан 450» сайтын ҡарағыҙ 2008 йыл 10 апрель архивланған.
- ↑ [1]
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.