Болгария иҡтисады
Болгария иҡтисады | |
Дәүләт | Болгария |
---|---|
Урын | Болгария |
Номиналь ЭТП | 56 831 518 294,44 $[1] |
Номинальный ВВП на душу населения | 8228 $[2] |
ВВП (ППС) | 148 227 624 522 Халыҡ-ара доллар[3] |
ППС ВВП на душу населения | 20 948,097 Халыҡ-ара доллар[4] |
Темп роста реального ВВП | 3,4 процент[5] |
Суммарные запасы | 28 375 830 876 $[6] |
Кеше үҫеше индексы | 0,824 |
Эшһеҙлек кимәле | 4 процент[7] |
Инфляция кимәле | 1,9 процент[8] |
Болгария иҡтисады Викимилектә |
Болгария — ауыл хужалығы үҫешкән индустриаль ил. Болгария иҡтисады ҙур дәүләт һәм шәхси секторҙарҙан торған ирекле баҙар принциптарында эшләй. Бөтә донъя банкыһы категориялауы буйынса Болгария юғары уртаса килемле, сәнәғәте үҫешкән ил булып иҫәпләнә [1]. 2000-№се йылдар башында уның иҡтисады тиҙ үҫешә. Йән башына тулайым баһа буйынса 2014 йылда 5,833 евро тура килә.
2001 йылдан башлап Болгария туранан-тура сит ил инвестицияларын ылыҡтыра. 2007—2010 йылдарҙағы финанс кризисының барышында, уның иҡтисадында 5,5 тапҡырға кәмеү күҙәтелһә, 2009 йылда уның үҫеш кимәле тиҙ арала тергеҙелә һәм 2014 йылда, башҡа Балҡан илдәре менән сағыштырып ҡарағанда, 1,7 тиклем күтәрелә [2]. Илдең валютаһы лев (күплек һанда левалар) һаны 1 евроға 1,95583 лев тәшкил итә [3]. Был баҙар валюта курсы түгел, ә ирекле рәүештә, нигеҙһеҙ (валюта советы-board currency, халыҡ-ара валюта фонды ярҙамы менән) ҡуйылған Көнсығыш Европала иң тотороҡло валюталарҙың береһе булып тора. [4]. Иң көслө иҡтисад секторҙары — энергетика, тау сәнәғәте, металлургия, машиналар эшләү, ауыл хужалығы һәм туризм. Төп сәнәғәт тауарҙары экспорты — кейемдәр, тимер һәм ҡорос, яғыулыҡ һәм машиналар [5] 2016 йыл 1 октябрь архивланған.. Европа һәм донъя баҙарында конкуренция һәм етештереүсәнлеге түбән булыу, шуның өсөн финанслау етерлек булмауы, иҡтисади үҫеш өлкәһендә аныҡ сәйәсәттең булмауы, сит ил инвестицияларын индереүгә һәм иҡтисади үҫеште етди арттырырға тотҡарлыҡ булып ҡала. XX быуат аҙағында Болгарияла, башҡа күп кенә илдәрҙәге кеүек, халыҡҡа хеҙмәт итеү сфераһы өҫтөнлөк итә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғосман империяһы власы аҫтында иҡтисади үҫеше (1396—1878)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Болгар батшалығы төрөк баҫып алыуы арҡаһында бөлгөнлөккә төшөрөлә һәм йөҙҙәрсә мең болғар кешеһе иһәләк була. 1450 йылда ғына илдәге хәл яйға һалына[9].
Болгар батшалығы ерҙәрендә Румелия бейләрбейлеге (баш ҡалаһы Әдирнә (һуңыраҡ Софияға күсерелә) барлыҡҡа килә һәм ил менән төрөк чиновниктары идара итә. Бөтә ер төрөк милке тип иғлан ителә, шул уҡ ваҡытта биләмә ерҙәрҙең бер өлөшөн төрөк феодалдары — сипаһтар ала. XV—XVI быуаттарҙа ерҙең өстән бер өлөшө солтандың шәхси милкенә күсә «солтан һасы»)[10]. Бынан тыш, вакуф ерҙәре мосолман руханиҙары ерҙәренә әйләнә.
Феодаль рента түләүҙән тыш, дәүләт крәҫтиәндәре ҡаҙнаға һалым түләргә тейеш була.
14 йәштән өлкән йәштәге христиан халҡы 14 йыл буйына өҫтәмә һалым — «джизг» түләргә тейеш була, бынан тыш, 1395—1705 йылдарҙа, «һалым ҡан» менән түләнгән, йәғни малайҙарҙы (стамбулға), хәрби хеҙмәткә, яңысарлыҡҡа ебәргәндәр.
ХVI быуаттың икенсе яртыһында илдә тауар-аҡса мөнәсәбәттәре башланып китә.
XVIII быуат аҙағында ауыл хужалығы продукцияһы сит илдәргә (шул иҫәптән, Франция һәм Англияға) сығарыла башлай, шунлыҡтан илдә оброк («кесим») һәм издольщина барлыҡҡа килә.
XIХ быуаттың беренсе яртыһында Болгарияла металл эшкәртеү һәм туҡыу мануфактуралары барлыҡҡа килә.
1830-сы йылдарҙа ауыл хужалығында реформа үткәреү һөҙөмтәһендә ер эшкәртеүҙә хәрби-лен системаһы июҡҡа сығарыла.
1834 йылда Сливен ҡалаһында сауҙагәр Д. Железяковтың беренсе буҫтау фабрикаһы асыла[11].
1850 йылда Виден округындағы крәҫтиән ихтилалынан һуң төрөк алпауыттарының ерҙәрен крәҫтиәндәргә һатып алыу мөмкинлеге бирелгән.
Ҡырым һуғышынан һуң Болгарияла капиталистик мөнәсәбәттәр үҫә башлай, 1856 йылғы Париж тыныслыҡ конференцияһы шарттарына ярашлы, Ғосман империяһына көнбайыш илдәренән тауарҙар килтерелә. Был осорҙа Болгария иҡтисады колониаль характер ала[12]. Импорт тауарҙары сауҙа үҫешенә булышлыҡ итә, ләкин ил һөнәрселәренең материаль хәлен насарайта.
1856 йылда Чукурово ауылы янында һоро күмер сығара башлайҙар[13].
1858 йылда крәҫтиәндәрҙең ер биләү хоҡуғы рәсми рәүештә закон тарафынан раҫлана.
1867 йылдан алып вакуф ерҙәрен мираҫҡа тапшырыу рөхсәт ителә.
1878 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса, Болгарияла 43 тирмән һәм 19 ваҡ сәнәғәт предприятиелары була.
Болгар батшалығы иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рус-төрөк һуғышынан һуң, Болгария Ғосман империяһы ҡулы аҫтынан азат ителгәс, ерҙе болгар крәҫтиәндәренә яңынан бүлеп бирәләр. 1878 йылдан һуң производствоны цехтарға бүлеп ойоштороу ғәмәлдән сығарыла, туҡыма, күн, аҙыҡ-түлек һәм керамика сәнәғәте үҫешә башлай.
Болгария менән Көнсығыш Румелия араһында 1885—1886 йылдарҙа таможня сиктәре бөтөрөлгәс, илдең иҡтисады нығый һәм үҫә: 1885—1894 йылдарҙа 87 фабрика һәм сәнәғәт предприятиялары барлыҡҡа килә.
1894 йылда сәнәғәтте үҫтереү тураһында закон ҡабул ителә, 1895—1899 йылдарҙа тағы ла 36 етештереү предприятиялары асыла. Шуға ҡарамаҫтан, XX быуат башында Болгария сәнәғәте түбән дәрәжәлә була, унда барлығы бер нисә генә эре предприятие (Софиялағы арсеналдар, Бургастағы судоверфь, София, Руса һәм Бургастағы тимер юл деполары) һәм бер аҙ ваҡ ярым кустарь предприятиелар була.
Ошо ваҡытта ауыл хужалығында кооперация процесы башланып китә, 1907 йылда илдә 400 крәҫтиән кооперативтары була.
1911 йылда илдә 345 сәнәғәт предприятияһы иҫәптә тора. XX быуат башында Болгария иҡтисадына сит ил капиталы инә башлай, бигерәк тә австрия, француз һәм немец капиталы: 1905 йылда сит илдәрҙең 75 сәнәғәт предприятиеһы, 1911 йылда — 172 предприятие (35 % химия сәнәғәте, 71 % таш күмер сәнәғәте һәм 96 % электроэнергетика сәнәғәте предприятиелары) була.
1912 йылдың 10(23) октябрендә Балкан һуғышы башланғас, Болгария хөкүмәте банкноттарҙы ирекле рәүештә алтын тәңкәләргә алмаштырыуҙы туҡтата.
1914 йылдың 12 июлендә Германияның «Дисконто Гезельшафт» банк концерны Болгарияға 500 млн франк күләмендә займ бирә, уның шарттары буйынса Болгария алынған 100 млн франкты Германия һәм Австро-Венгрия предприятиеларына хәрби заказ бирергә тейеш була; кредиторҙар Михайлово — Хасково — Лагос тимер юлын төҙөргә хоҡуҡ ала, шулай уҡ Перниктағы һәм Бобов-долялағы таш күмер шахталарын бушлай эксплуатациялау хоҡуғына эйә була. Ғөмүмән әйткәндә, иҫке займдарҙы һәм яңы займдарҙың проценттарын түләгәндән һәм яңы заказдарҙы урынлаштырғандан һуң, ҡаҙнаға 50 млн франк тирәһе (займ суммаһының барлығы 10 %) инә[14]. Һөҙөмтәлә иҡтисадҡа Германияның йоғонтоһы ныҡ көсәйә.
1915 йылдың 3 сентябрендә Болгария һәм Төркиә хөкүмәттәре вәкилдәре сиктәрҙе төҙәтеү буйынса килешеүҙе парафирлай һәм 1915 йылдың 6 сентябрендә килешеүгә ҡул ҡуялар, шуның арҡаһында Төркиә Болгарияға Свиленград — Дедеагач тимер юлы үткән Көнбайыш Фракияның Димотика районын бирә[15].
1915 йылдың 1 (14) октябрендә Болгария Беренсе бөтә донъя һуғышында Үҙәк илдәр яғында һуғыша башлай. Һуғыш барышында Болгария үҙенең территорияһын киңәйтә: болгар ғәскәрҙәре баҫып алған Сербия территорияһындағы Морава йылғаһынан көнсығышҡа табан Поморавье генерал-губернаторлығы, ә Вардар Македонияһы ерҙәрендә — Македония генерал-губернаторлығы барлыҡҡа килә. 1916 йылдың 1 апрелендә Болгария Австро-Венгрия менән Косово и Метохияла ваҡытлыса оккупация зоналарын сикләү тураһында килешеүгә ҡул ҡуя[16].
Әммә һуғыштың оҙаҡҡа һуҙылыуы илдең иҡтисадын насарлата. Болгарияның барлыҡ сәнәғәт предприятиеларының 20 % хәрби заказдар үтәү менән шөғөлләнә[17]. Немецтар һәм австриялылар Болгариянан төрлө тауарҙар, ауыл хужалығы продукцияһы(ашлыҡ, тире, йөн һәм башҡалар) һәм сей малдар сығара, ә улар өсөн хаҡы түбәнәйгән ҡағыҙ аҡса түләйҙәр, болгар хәрби хакимиәте аҫтындағы Сербия территорияларында туранан-тура реквизиция үткәрәләр. Болгария хөкүмәте немецтарға Елисейно ҡасабаһы янында урынлашҡан «Плакалница» баҡыр рудниктарын бирергә мәжбүр була. Унан тыш Ниш — Скопле һәм Ниш — София тимер юлдары ла немец контроле аҫтына бирелә[18].
1915 йылдың декабрендә Радославов хөкүмәте немец ҡағыҙ маркаларын түләү ысулы итеп алыуҙы рәсми рәүештә рөхсәт итә.
1916 йылдың башында Германия һәм Австро-Венгрия «Көнсығышта сауҙа операциялары алып барыу буйынса берләшкән йәмғиәт» төҙөй, (артабан ул «Германия-Австро-Венгрия сауҙа йәмғиәте» тип атала), был йәмғиәткә Болгарияла һатып-алыу эшләргә монополия хоҡуғы бирелә.
1918 йылдың башында Германия Болгарияға финанс ярҙамы күрһәтеүҙе туҡтата[19].
Беренсе бөтә донъя һуғышында еңелеү Болгарияның иҡтисад хәлен насарайта. 1917 йыл аҙағында һәм 1918 йылда Пловдивта, Сливенда һәм Габровола аслыҡ фетнәләре үтә.
1919 йылдың 28 июнендә Версаль тыныслыҡ договоры төҙөлә. Уның һөҙөмтәһендә Германия Болгария менән элек төҙөлгән сауҙа һәм иҡтисад килешеүҙәрен ғәмәлдән сығара[20]. 1919 йылдың 27 ноябрендә Нёйи килешеүе төҙөлә. Шуның һөҙөмтәһендә Болгария байтаҡ территорияларын юғалта һәм Антанта илдәренә репарация түләргә бурыслы була.
1920 йылда премьер-министр А. Стамболийский иҡтисади реформалар үткәрә башлай:
- 1920 йылдың 28 майында хеҙмәт бурысы тураһындағы закон ҡабул ителә.
- 1920 йылдың 6-8 июлендә прогрессив килем һалымы тураһындағы закон ҡабул ителә.
- 1921 йылдың 25 июнендә хеҙмәт алып барыу өсөн ер милеге биреү тураһындағы закон ҡабул ителә. Уның буйынса милектәге ерҙең максималь күләме 30 гектар тәшкил итә.
1923 йылдың июнендә һәм сентябрендә илдә крәҫтиәндәр ихтилалы үтә.
1923 йылда Антанта илдәре Болгарияның репарация түләрлек булмауын асыҡлай, шунлыҡтан киләсәк 50 йыл буйына, 1983 йылға тиклем, Болгария уларға 550 млн алтын франк түләргә, артабан репарацияның ҡалған 1700 млн алтын франкын түләргә бурыслы тип табыла. Репарация түләүҙең күләме артыҡ ҙур була(1925—1926 финанс йылында ул дәүләт бюджетының 17,4 % тәшкил итә)[21].
1924 йылда Орхание ҡалаһында беренсе автомобиль сәнәғәте предприятиеһы барлыҡҡа килә, унда итальян «фиат» машинаһы шассийына ҡуйылған ваҡ сериялы автомашиналар йыйыу башлана[22].
1925—1926 йылдарҙа Божуришта беренсе авиазавод — ДАР (Държавна аеропланна работилница) төҙөлә.
Артабан 1920-1930-сы йылдар һәм 1929-1933 йылдарҙағы бөтә донъя иҡтисади кризисы илдең иҡтисади хәлен тағы ла нығыраҡ ҡатмарландыра.
1920-1930-сы йылдарҙа Германия менән сәйәсәт һәм сауҙа-иҡтисад бәйләнештәре үҫешә, был бигерәк тә 1934 йылдың 19 майындағы хәрби түңкәрелештән һуң ныҡ көсәйеп китә[23].
1934 йылдың аҙағында Болгария импортында Германияның өлөшө 40,5 % һәм экспортында 42,7 % тәшкил итә[24].
1938 йылдың 31 июлендә Салоникиҙа килешеү төҙөлә, уның шарттары һөҙөмтәһендә 1938 йылдың 1 авгусынан Болгарияға армия арттырыуҙы тыйыу туҡтатыла. Артабан Болгария хөкүмәте хәрби сығымдарҙы арттыра һәм хәрби сәнәғәтте үҫтерә башлай.
1938 йылда Ловеч ҡалаһында авиазавод төҙөргә ҡарар итәләр, 1939 йылда поляк инженерҙары менән берлектә ДФС (Държавната самолетна фабрика) авиазаводын төҙөй башлайҙар. Завод 1941 йылда сафҡа инә.
1939 йылда Болгария артта ҡалған ауыл хужалыҡлы, түбән сәнәғәтле ил була(ауыл хужалығында ерҙәре 10 гектар тәшкил иткән ваҡ ер биләүселәре милли килемдең 65 % бирә)[25]. Ауыл һәм урман хужалығында эшкә яраҡлы кешеләрҙең 79,8 % , ә сәнәғәттә — 8,2 % ғына эшләй. Шул уҡ ваҡытта сәнәғәт предприятиеларының 79 % — еңел сәнәғәт (аҙыҡ, тәмәке һәм туҡыма тештереү) предприятиелары.
1939 йылда Болгария иҡтисадындағы Германияның өлөшө 65,5 % импорт күләмен һәм 67,8 % экспорт күләмен тәшкил итә, немец концерндары цинк, ҡара ҡурғаш һәм башҡа төҫлө металдар сығарыуҙы үҙ контроле аҫтында тота[26], Болгарияла Германияның «Тодт», «Герман Геринг», «И. Г. Фарбениндустри», «AEG», «Siemens», «Балкантабак», «Реемстма» концерндары һәм банкылары эшләй, уларға күп болгар предприятиеларының акциялары ҡарай[27]. Немецтәрҙең «Dresdner Bank» банкыһы Болгария сауҙа банкыһын йота[28]. Илдең иҡтисадында тотҡан өлөшө буйынса Италия икенсе урында тора (1939 йылда Болгария импортында Италия импорты 6,8 % һәм экспортында Италия экспорты 6,1 % тәшкил итә).[29].
1940 йылдың 5 ғинуарында Болгария хөкүмәте СССР менән саҙа итеү тураһында килешеү төҙөй, ләкин был иҡтисади хеҙмәттәшлек оҙайлы булмай (Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бөтөнләй туҡтап ҡала).
1940 йылда Болгарияның хәрби министрлығы янында граждандарҙы мобилизациялау дирекцияһы ойошторола. Ул 1942—1943 йылдарға иҡтисадтың үҫеш планын төҙөй: ауыл хужалығын арттырыу, химик сәнәғәтте һәм ситнтетик каучук эшләү предприятиеларын төҙөүҙе күҙаллай[30].
1941 йылдың 24 апрелендә Болгарияның сит ил эштәре министры Иван Попов һәм немец дипломаты Карл Клодиус Германия менән Болгария араһында йәшерен килешеү («договор Клодиус — Попов»)төҙөшә, уның буйынса Өсөнсө Рейх Болгария файҙалы ҡаҙылмаларын табыуға һәм эшкәртеүгә хоҡуҡ ала, ә Болгария Югославияның Өсөнсө Рейх алдындағы бурысын түләргә һәм Болгариялағы немец ғәскәрҙәрен тотоуға сығымдар сығарырға тейеш була[31].
- 1939—1944 йылдарҙа илдәге ситләтелгән һалымдар 2,4 тапҡырға, тура һалымдар — 5 тапҡырға арта, шуның һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән инфляция арҡаһында халыҡтың күпселегенең матди хәле насарая;
- Германияға аҙыҡ һәм башҡа тауарҙар сығарылыу арҡаһында Болгарияның иҡтисадына ҙур зыян килтерелә, был зыян 1941 йылда 7,4 млрд лев; 1942 йылдың аҙағында — 13,4 млрд лев; 1943 йылдың аҙағында — 20,3 млрд лев; 1944 йылдың сентябрендә — 28,2 млрд лев тәшкил итә.
Немецтарға Болгарияның тышҡы бурысы 1944 йылда 70 млрд лев тәшкил итә[32].
Болгария Халыҡ Республикаһының иҡтисады (1946—1990)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1944 йылдың октябрендә 3-сө Украин фронты Болгарияға сәсеү кампанияһынүткәреү өсөн 595 тонна яғыулыҡ һәм нефть продукттары[33](300 тонна кәрәсин, 200 тонна газолин, 80 тонна бензин һәм 15 тонна машина майы) бирә[34]. Бынан тыш, Русалағы пароходлыҡҡа бер нисә карап бирә, ә 3-сө Украин фронты һалдаттары тимер юлдарҙы һәм күперҙәрҙе тергеҙеүҙә ҡатнаша[35].
1945 йылдың ғинуарында СССР Болгарияның сауҙа флотына 2065 тонна яғыулыҡ һәм сей мал етешмәгәнлектән ябылыу хәленә төшкән туҡыу предприятиеларына 800 тонна мамыҡ бирә.
1945 йылдың 14 мартында Болгария менән СССР араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында беренсе тапҡыр килешеү төҙөлә. Уның буйынса СССР Болгарияға мамыҡ, нефть продукттары, металл, металл изделиелары һәм ауыл хужалығы ҡоралдары ебәрә. 1945 йылдың аҙағына тиклем генә Болгария СССР-ҙан 104,3 мең тонна яғыулыҡ һәм нефть продукттары , 45 мең тонна металл, 11,8 мең тонна химикаттар, 22 мең тонн медикаменттар, 30 830 берәмек ауыл хужалығы машиналары һәм инвентарҙары, 200 электр моторҙары ала.
- бынан тыш, совет хәрбиҙәре 1945 йылдың апрель-май айҙарында Болгарияға яҙғы сәсеү кампанияһын үткәрергә ярҙам итәләр — 1945 йылдың май айында ғына улар 15 мең гектар ерҙе һөрә һәм 4540 гектарында сәсеү эштәре алып бара[36].
1946 йылдың яҙында Болгария хөкүмәте АҠШ-ҡа 10 млн доллар кредит һорап мөрәжәғәт итә, ләкин АҠШ хөкүмәте «сәйәсәт хәлдәрен иҫәпкә алып һәм Болгарияның финанс хәленең насарлығын күҙ алдында тотоп» Болгарияға кредит биреүҙән баш тарта[37].
1946 йылдың авгусында СССР Болгария халыҡ банкыһына 500 мең долларҙы пароходтар алыу өсөн бирә.
1946 йылдың 15 сентябрендә Болгария Халыҡ Республикаһы барлыҡҡа килә, уның нигеҙе (башҡа социалистик илдәрҙәге кеүек үк) планлы хужалыҡ итеүгә ҡорола.
Ер халыҡҡа бушлай бирелмәй, ә алпауыттарҙан һәм хәлле крәҫтиәндәрҙән конфискацияланған ерҙәр халыҡҡа льготалы хаҡҡа һатыла, ер фондының күп өлөшө шәхси милектә ҡалдырыла.
- 1944 йылдың 15 сентябрендә Өсөнсө Рейхҡа ҡараған милек(дөйөм капиталы 2 млрд лев торған 159 предприятие һәм фирмалар) националлаштырыла[38]. Һуңғараҡ хәрби енәйәтселәр һәм коллаборационистарҙан конфискацияланған 146 предприятие ла быға өҫтәлә[39].
- 1947 йылдың 24 декабрендә 93 % сәнәғәт предприятиелары һәм шахталар хөкүмәт милкенә күсерелә (шәхси милектә 5 % сәнәғәт предприятиелары, кооператив милектә — 2 % сәнәғәт предприятиеһы ҡала), шулай уҡ сәнәғәт инфраструктуралы объекттар: тимер юлдар, почта, радио, телеграф, телефон һәм электростанциялар ҙа — хөкүмәткә тапшырыла (элек иҡтисадтың 6 % ғына дәүләт секторына ҡараған була);
- 1947 йылдың 26 декабрендә банкылар барыһы ла националлаштырыла ;
Барлыҡ шәхси предприятиеларҙа эшселәр контроле ойошторола һәм ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙҙарға бер тиң кимәлдә эш хаҡы түләү ҡарала.
1946 йылда сәнәғәт продукцияһын етештереү күләме 1939 йылдыҡынан 15,2 % күберәк була. 1947 йылда аҡса реформаһы үткәрелә, тик шулай ҙа кустарь һәм кооператив предприятиелар һаҡланып ҡала.
1-се ике йыллыҡ тергеҙеү һәм үҫеш планы(1947—1948)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1947 йылдың башында һуғыштан һуңғы ике йыллыҡ тергеҙеү һәм үҫеш планы төҙөлә һәм ул 1947 йылдың 1 апрелендә ҡабул ителә. Һөҙөмтәлә 1948 йыл аҙағында сәнәғәт продукцияһының күләме 1939 йылға ҡарата 715 % арттырыла.
1947 йылда СССР һәм Болгария сауҙа килешеүе төҙөй һәм шуға ярашлы СССР Болгарияға 5 млн доллар кредит бирә.
1948 йылдың 16 ғинуарында Болгария менән Румыния араһында, дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара ярҙам итешеү тураһында килешеү төҙөлә[40].
1948 йылдың 18 мартында Болгария менән СССР араһында дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара ярҙам тураһында килешеү төҙөлә.
1948 йылдың 23 апрелендә Болгария менән Чехословакия араһында дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара ярҙам тураһында килешеү төҙөлә.
1948 йылдың 29 майында Болгария һәм Польша араһында дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара ярҙам тураһында килешеү төҙөлә.
1948 йылдың 16 июлендә Болгария һәм Венгрия араһында дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара ярҙам тураһында килешеү төҙөлә.
Халыҡ хужалығын үҫтереүҙең 1-се биш йыллыҡ планы (1949—1953)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1949 йылдың 25 ғинуарында Болгария Үҙ-ара иҡтисади ярҙам (СЭВ) ойошмаһын төҙөүселәрҙең береһе була. Был Болгария Халыҡ Республикаһы иҡтисадын артабан үҫтерергә булышлыҡ итә.
1949 йылда хөкүмәт тарафынан халыҡ хужалығын артабан үҫтереү тураһында биш йыллыҡ план ҡабул ителә (1949—1953). План буйынса индустриализацияны йылдам темптар менән үҫтереү, электрификация үткәреү һәм ауыр сәнәғәтте үҫтереү ҡарала.
- 1948—1952 йылдарҙа Чехословакия СР-ы ярҙамы менән 15 электростанция, рудник һәм «Медет» баҡыр сығанағы янында байыҡтырыу фабрикаһы төҙөлә; ГДР ярҙамы менән бер нисә целлюлоза-ҡағыҙ комбинаты сафҡа индерелә.
1949—1952 йылдарҙа илдә 700 сәнәғәт предприятиеһы сафҡа индерелә. Биш йыллыҡ план үтәлеү һөҙөмтәһендә Болгария аграр илдән индустриаль-аграр илгә әйләнә.
Ауыл хужалығында кооперативтар секторы үҫешә, унда 1952 йылда 50 % крәҫтиән хужалығы тора.
1951 йылдан алып виноградтың сәнәғәт сорттары үҫтерелә башлай[41].
Халыҡ хужалығын үҫтереүҙең 2-се биш йыллыҡ планы (1953—1957)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл хужалығында кооператив секторҙы үҫтереү дауам итә: 1957 йылдың аҙағында хеҙмәт кооперативтарында крәҫтиәндәрҙең 86,5 % (996 мең.) хужалығы тора. 1958 йылда кооперативтар төҙөү процесы тамамлана, был саҡта крәҫтиәндәрҙең 92 % кооперативта тора.
Халыҡ хужалығын үҫтереүҙең 3-сө биш йыллыҡ планы (1958—1962)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1959 йылдың мартында «Халыҡ хужалығын үҫтереү темптарын тиҙләтеү» тураһында план ҡабул ителә. Был осорҙа ауыл хужалығында хеҙмәт коллективтарын эреләтеү процесы башлана.
1960 йылдың аҙағында СССР Болгарияға Кремиково металлург комбинатын һәм «Марица-Восток» ТЭЦ-ын төҙөү өсөн 650 млн һум оҙайлы кредит бирә.
СССР ярҙамы менән илдә аҙыҡ сәнәғәте барлыҡҡа килә, уның продукцияһы (тәмәке, йәшелсә һәм фрукт консервылары) экспортҡа, шул иҫәптән СССР-ға сығарыла.
Илдә электроэнергетика үҫешә, тау йылғаларында ГЭС-тар төҙөлә. Родоп тауҙарында төҫлө металдар бай сығанағы табыла. Уның базаһында төҫлө металлургия барлыҡҡа килә. Шулай ҙа илдә индустриализацияның нигеҙе булған тмашиналар төҙөү тармағы булмай. Аҙыҡ, тау эшкәртеү һәм металлургия тармаҡтары өсөн машиналар СССР-ҙан алына. 1954 йылда кальцинирланған сода етештереү өсөн Девнен заводы төҙөлә.
1960 йылдың башында илде экстенсив үҫтереү үҙен аҡламай, уның иҡтисадын интенсификациялау, йәғни фәнни-техник прогресты ҡулланып темптарҙы тиҙләтеү , хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу кәрәк була.
- 1960 йылда Кремиково металлургия комбинаты төҙөлә башлай, 1963 йылда уның беренсе сираты сафҡа индерелә;
- 1960 йылдың ноябрендә Бургаста нефть химияһы комбинаты төҙөлә башлай. 1963 йылда ул сафҡа индерелә.
3-сө биш йыллыҡ планды 1961 йылда, ваҡытынан алда, үтәп сығалар.
Халыҡ хужалығын үҫтереүҙең 4-се биш йыллыҡ планы (1961—1965)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1963 йылдың 22 октябрендә Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек банкыһы төҙөлә, уны төҙөүселәр араһында Болгария ла була[42].
1960 йыл башында йәшелсәселекте үҫтереү ҡарала, помидорҙарҙың төрлө сорттары табыла. Һөҙөмтәлә 1963 йылда Болгария помидорҙан рекордлы уңыш йыя (760 мең тонна, уларҙың 240 мең тоннаһы экспортҡа сығарыла) һәм помидор тарихында тәүге тапҡыр экспорт буйынса донъяла беренсе урынды ала[43].
1960 йылда махсуслаштырылған кооператив балыҡсылыҡ үҫтерелә башлай. Русалағы ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институты ауыл хужалығын механизациялау өсөн машиналар эшләй, бойҙай, арыш, һоло һәм көнбағышты, грек сәтләүеген машиналар менән таҙартыу юлдарын таба; тәмәкене етештереүҙе механизациялай[44][45].
1960 йылдар уртаһында «Балкан» автомобилдәр йыйыу заводы «Москвич-408» совет еңел автомобилен сығарыуҙы үҙләштерә[46].
Халыҡ хужалығын үҫтереүҙең 5-се биш йыллыҡ планы (1966—1970)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1967 йылдың 6 апрелендә Польша һәм Болгария үҙ-ара ярҙам һәм хеҙмәттәшлек итеү тураһында дуҫлыҡ килешеүе төҙөй[47].
1967 йылдың 10 июлендә Болгария һәм Венгрия дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөй[48].
1967 йылдың 21 июлендә Монголия һәм Болгария араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
1967 йылда СССР менән Болгария араһында СССР-ҙан ағас импортлау тураһында килешеү төҙөлә, был Болгарияның ҡағыҙ-целлюлоза заводын сей мал менән тәьмин итеүгә килтерә. Ағас һатып алыу 1994 йылға тиклем дауам итә.
1968 йылдың 26 апрелендә Чехословакия һәм Болгария араһында үҙ-ара ярҙам һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлә[49].
1969 йыл мәғлүмәттәре буйынса, игенселектә 795 (ТКЗХ) хеҙмәт кооперативы эшләй.
1970 йылдың 10 июлендә Халыҡ-ара инвестиция банкыһы барлыҡҡа килә, Болгария банк ойоштороусыларҙың береһе булып китә[50].
1966—1970 йылдарҙа уртаса йыллыҡ милли килемдең үҫеш темпы 8,75 процент тәшкил итә.
Халыҡ хужалығын үҫтереүҙең 6-сы биш йыллыҡ планы (1971—1975)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1971—1975 йылдарҙа уртаса йыллыҡ милли килемдең үҫеш темпы 7,8 % тәшкил итә.
- 1974 йылда «Козлодуй» АЭС-ы сафҡа индерелә.
Халыҡ хужалығын үҫтереү өсөн Болгария СССР-ҙан йылына 2 %-ҡа кредиттар ала. Ҡағиҙә булараҡ, шул аҡсаға төҙөлгән предприятиеларҙың етештергән продукцияһы иҫәбенә кредиттар кире ҡайтарыла. Был илдең иҡтисади үҫешен тиҙләтә, уның техник яҡтан артта ҡалғанлығын бөтөрөргә ярҙам итә.
Юғары технологиялы электрон сәнәғәте — ИЗОТ комбинаты төҙөлә, көнбайыш өлгөләре күсермәһе булған хисаплау машиналары сериялап етештерелә, шулай уҡ «Правец» заводы төҙөлә. Шулай итеп, Болгария тиҙ арала СЭВ илдәрендә мөһим урынды биләй. 1980 йылдарҙа ИЗОТ заводында сыҡҡан магнитлы дисктар совет кешеләре тарафынан күпләп һатып алына.
Һуңғы осорҙа ике ил араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек нигеҙендә тышҡы сауҙа дауам итә. СССР Болгарияның тышҡы сауҙа партнеры булып тора.
Специализация һәм кооперирование үҫешә, шуның арҡаһында сауҙа үҫешә, машиналар эшләү йылдам арта: Болгария иҡтисады экспортының удель ауырлығы СССР-ҙа 1980-се йылдарҙа 45 % тәшкил итә. СССР-ҙың күпләп заказдар биреүе арҡаһында Болгария электротельферҙар, электрокарҙар, электрон һәм электротехник ҡорамалдарҙың ҡайһы бер төрҙәрен, ауыл хужалығы машиналарын эшләп сығара.
-ҙың һәм СЭВ-тың Болгария менән хеҙмәттәшлек итеүе илдең бигерәк тә мөһим әһәмиәткә эйә булған яғыулыҡ-энергетика һәм сей мал проблемаһын хәл итә. СССР-ҙан 50 йылдан ашыу Болгарияның тәбиғи газ һәм ағасҡа ихтыяжы тәьмин ителә, шулай уҡ таш күмер һәм электр энергияһына ижтыяжы 80 %, нефткә — 87 %, тимер мәғдәне һәм мамыҡҡа ихтыяжы тәьмин ителә. Әйткәндәй, Болгария нефть продукттарын һәм аҙыҡ-түлекте Көнбайыш илдәренә реэкспортлай .
Планлы килешеүҙәр арҡаһында СССР-ҙа Болгария интеграцион объекттар төҙөүгә күп көс түгә: Усть-Илим целлюлоза-ҡағыҙ комбинаты, Киембаево асбест тау-байыҡтырыу комбинаты, Криворог тау-байыҡтырыу комбинаты, Ырымбур газ магистраль торбалары төҙөү заводына машиналар, ҡорамалдар, материалдар, халыҡ ҡулланыу тауарҙары сығара. Был объекттар сафҡа инеү менән Болгария СССР-ҙан үҙенең пайына целлюлоза-ҡағыҙ, асбест, тимерле ферроиретмәләр һәм сей мал, тәбиғи газ 12 йыл дауамында ала.
СЭВ сәйәсәте буйынса Болгария халыҡ хужалығы СССР-ҙың халыҡ хужалығына ныҡ бәйләнгән була. 1971 йылда социалистик илдәр иҡтисади интеграция Комплекслы программаһы-СЭВ ағзалары менән хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү тураһында килешеү төҙөлә, һәм 1974 йылда СССР менән яҡынлашыу арҡаһында халыҡ хужалығы планында интеграцияланған яңы махсус бүлек барлыҡҡа килә. Бындай сәйәсәт социалистик лагерь илдәренең һәм шул иҫәптән Болгария иҡтисадын үҫтерә. Әгәр 1928 йыл (иҡтисади күтәрелеш пигы алдынан) һәм 1970 йылда (иҡтисадтың иң уңышлы эшмәкәрлеге осоро) сағыштырып ҡарағанда, Көнсығыш Европа илдәренең сәнәғәте етештергән өлөшө донъя сәнәғәтенән 6,6%-тан 8,6 %-ҡа тиклем үҫкән, шул уҡ ваҡытта Болгарияның өлөшө — 0,1%-тан 0,6 %-ҡа тиклем артҡан.
Әммә СЭВ принциптары соцлагерь илдәре иҡтисади үҫешен тотарлаҡлап килә. Төрлө илдәр иҡтисадын тигеҙләү конкуренцияны бөтөргән, тауарҙарҙы түбән хаҡҡа етештереү файҙаһыҙ була — был дефицитҡа килтерә. Сауҙа ла файҙа килтермәй башлай. План-бүлеү системаһы сауҙа әйләнешен ҡатмарлай, арзан яғыулыҡ һәм сеймал ресурстар һаҡлау технологияларын, шул иҫәптән металл һаҡлауҙы туҡтата. Һөҙөмтә булараҡ, сағыштырмаса түбән кимәлдәге тауарҙар сығарыла һәм сифатлы тауар экспорты ҡаҡшай — конкуренция түбән була. Был факторҙар, оҙайлы ваҡыт ыңғай роль уйнауға ҡарамаҫтан, һуңға табан болгар иҡтисадының тормозына әүерелә. Конкуренциялы баҙар шарттарында болгар продукцияһына һорау кәмей.
1988 йылдың 1 ғинуарында Болгария хөкүмәте «Хужалыҡ эшмәкәрлегенең ҡағиҙәләрен» ҡабул итә. Уның буйынса, предприятиеға хужалыҡ эшмәкәрлеген үҙаллы алып барыу ҡарала[51].
1988 йылда, мәғлүмәттәр буйынса, Болгария — индустриаль-аграр иҡтисадлы ил, унда дәүләт секторы өҫтөнлөк итә. Тулайым продуктта сәнәғәт өлөшө 60 %, төҙөлөштә — 10 % , ауыл һәм урман хужалығында — 12 % тәшкил итә[52]. 1988 йылда милли килем үҫеше 6,2 % була. 1988 йылда эске тулайым продукт үҫеше 2,4 % була.
1989 йылда тәүге тапҡыр милли килемдең 0,4 %-ҡа кәмеүе теркәлә.
1990-сы йылдар һәм 2000-се йылдар башындағы реформа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990 йыл башында Болгария хөкүмәте иҡтисади реформалар башлай, илдә баҙар иҡтисады барлыҡҡа килә. Хосусилаштырыу үткәрелә, кредит-финанс өлкәһе үҙгәртелә, ирекле хаҡтар ҡуйыу урынлаштырыла ҡуйҙы. 1991 йылда ауыл хужалығында «деколлективизация» үткәрелә. Был реформа һөҙөмтәһендә, көнбайыш илдәренән финанс ярҙамы алыу туҡтатыла, эшһеҙлек һәм инфляция арта[53].
1992 йылдың февралендә реституция тураһындағы закон ҡабул ителә, уның буйынса 1944 йылдың 9 сентябрендә национализацияланған ер, магазин, йорто, оҫтахана һәм ваҡ предприятиеларҙе элекке хужаларына кире ҡайтарыу хоҡуғы бирелә.
Хужалыҡ тарҡалғандан һуң, элекке социалистик дәүләттәр һәм социалистик илдәр менән бәйләнеш әҙәйә. 1990 йылда сәнәғәт етештереүе түбәнәйә. 1990 йылда СЭВ бөтөрөлөп, СССР тарҡалғас, 1991 йылда Болгария сәнәғәт етештереүе күләме 10,7 %-ҡа ҡырҡа кәмей. Халыҡтың тормош кимәле байтаҡҡа тубәнәйә. Өҫтәүенә, болгар иҡтисадының торошонда Югославия менән Ираҡҡа санкциялар индереү ныҡ негатив сағыла.
Иҡтисади үҫештең тәүге билдәләре 1990 йылдар уртаһында күренә башлай. Тулайым продукт 1994 йылда 1,4 % -ҡа һәм 1995 йылда 2,5 %-ҡа арта. Инфляция кимәле 1994 йылда 122 процент булһа, ул 1995 йылда 32,9 %-ҡа кәмей. Хөкүмәт 1995 йылдың ғинуарында үткәрергә вәғәҙә иткән хосусилаштырыу оҙаҡҡа һуҙыла.
1995 йылдан алып илдең 65 % халҡы фәҡир хәлендә йәшәй.
1996 йылдың ғинуарында хосусилаштырыуҙың тәүге этабы күпләп башлана. 1996 йылда сираттағы иҡтисад кризисы була, был инфляцияның үҫеүенә килтерә, девальвацияның күләме йылына 311 процентҡа тиклем арта һәм болгар леваһы арзаная.
Болгарияла 1996 йылда автомобилдәр етештереү туҡтатыла.
1996 йылдың декабрендә Болгария ВТО-ға инә.
1997 йылдың яҙында хосусилаштырыуҙың икенсе һәм өсөнсө этаптары үткәрелә. 1997 йылдың апрелендә үткән һайлауҙарҙа Демократик көстәр союзы еңә, ул Халыҡ-ара валюта фонды һәм Бөтә донъя банкыһы менән берлектә тулыһынса алтын валюта запасы индереүҙе тәьмин итеүсе механизм булдырыусы иҡтисад программаһын тәҡдим итә.
Хөкүмәт реформаһы программаһы түбәндәге сараларҙы үҙ эсенә ала:
- хосусилаштырыу һәм, ҡайһы бер осраҡта, дәүләт милкендә булған предприятиены бөтөрөү;
- ауыл хужалығы сәйәсәтен либералләштереү, ер һатыу баҙарын үҫтереү өсөн шарттар булдырыу;
- социаль страховкалауҙа реформа үткәреү;
- енәйәтселек һәм коррупция менән көрәште көсәйтеү.
Болгарияла 1997 йылда тулайым продукт күләме 1989 йылдың бары тик 60 процентын ғына тәшкил итә. 1997 йылда 80 процент халыҡ ярлылыҡ сигендә йәшәй.
Иван Костов етәкләгән хөкүмәттең хосусилаштырыуы һөҙөмтәһендә, хөкүмәткә ҙур зыян килтерелә. Элекке Болгария баш прокуроры Никола Филчев әйтеүенсә, 30 млрд долларлы хөкүмәт милкен хосусилаштырғанда хөкүмәт ҡаҙнаһына бары тик 3 млрд доллар ғына индерелә. Дәүләт милкен хосусилаштырғанда уларҙы һатыу хаҡы ныҡ кәметелә — мәҫәлән, Кремиково металлургия комбинатын һатып алыу хаҡы бары1 доллар ғына тора.
1998 йылдың июлендә Халыҡ-ара валюта фонды Болгария хөкүмәтенә 3 йылға 800 миллион доллар күләмендә займ бирә. Был кредит финанс баҙарын үҫтереү, социаль программаларҙы финанслау, һалым һәм аграр реформаларын үткәреү өсөн файҙаланыла.
1999 йылдың 5 июлендә милли валюта деноминациялана: яңы 1 лев 1000 иҫке левҡа алмаштырыла.
1997—2001 йылдарҙа сәнәғәттә һәм ауыл хужалығында тоталь түбәнәйеү күҙәтелә, бары тик 2002 йылда ғына илдең иҡтисади хәле яҡшыра башлай.
2002 йылда Европа комиссияһы Болгарияны баҙар иҡтисадлы ил тип таный.
2001—2006 йылдарҙа эске тулайым продукт үҫеше һәм дәүләт бюджетының профициты тотороҡло була. Был дәүләт бурысын 67,3%-тан 22,8 %-ҡа кәметергә мөмкинлек бирә.
2004 йылда (ЕС-ҡа инер алдынан) Болгарияның тулайым продукция күләме АҠШ-тың 61,6 млрд долларына етә — был 1989 йылдың тулайым продукция күләменең 95 % тәшкил итә. 2004 йыл аҙағында, Евросоюз мәғлүмәттәре буйынса, илдә уртаса эш хаҡы 80 АҠШ доллары самаһы тәшкил итә; инфляция кимәле — 2,3 %; тулайым продукт үҫеше — 4,3 % була; ярлылыҡ сигендә илдең 15-20 % халҡы йәшәй.
2007 йылдың 1 ғинуарында Болгария Европа берләшмәһенә инә.
2007 йылда иҡтисадҡа инвестиция йәлеп итеү һәм конкурентлыҡ һәләтен арттырыу маҡсатында, Болгария хөкүмәте табышҡа һалымды 10 процент итеп ҡуя — был Европала иң түбән һалым була.
2008 йылдың 1 ғинуарынан Болгарияла бөтә граждандар өсөн дә подоходный һалым10 % ҡуйыла. Был донъяла һәм Евросоюзда иң түбән ставкаларҙың береһе.
2008—2009 йылдарҙағы иҡтисади кризис
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылдың икенсе яртыһында башланған иҡтисади көрсөк донъялағы күп илдәрҙе ялмай. Көрсөк осоронда Болгария менән Эстония Евросоюз илдәре араһындағы эске ҡулланыу һәм дәүләт сығымдарын ҡыҫҡартҡан һәм иҡтисад үҫешен дәртләндереүҙе ҡулланмаған берҙән-бер ил булып тора.
2008 йылдың сентябрь аҙағында тәбиғи газға хаҡтарҙың артыуы менән бәйле өс аҙналыҡ «газ көрсөгө» башлана, Болгария, иҡтисад һәм энергетика министрлығының баһалауынса, милли иҡтисадына 197 млн лев (йәки 101 млн евро) зыян килтерелә.
«Eurostat» Евросоюз статистика агентлығы аналитиктарының 2009 йыл өсөн докладында Болгария иң «арзан» Европа илдәренең береһе тип атала, ундағы хаҡтар Европа илдәрендәге уртаса хаҡтан 49 процентҡа түбән тип табыла.
2009 йыл һөҙөмтәләре буйынса Болгарияның тулайым продукт кимәле 4,9 процентҡа, сәнәғәт етештереүе — 14 %-ҡа түбәнәйә[54].
2003—2004 йылдан алып 2010 йылға тиклемге осорҙа лаванда майының экспорт күләме яҡынса өс тапҡырға кәмей.
Инфляция кимәле илдә барған еврозонаға күсеүҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуя, хөкүмәт тарафынан планлаштырылған 2010 йылда болгар левын евроға алмаштырыу үтәлмәй ҡала.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2001 йылдан башлап, Болгария властары сит ил инвестицияларын йәлеп итеү, түбән һалымдар, сикләнгән көйләүҙәр һәм түбән эш хаҡы ҡуйыу юлы менән иҡтисади үҫеште тәьмин итергә ынтыла. Бындай сәйәсәт 2004 йылдан 2008 йылға тиклем иҡтисадты 6 %-ҡа үҫтереүгә булышлыҡ итә, тик был сәйәсәт бары глобаль иҡтисади кризис башланғансы ғына үҙен аҡлай. Глобаль кризис төрлө реформалар үткәреүҙе талап итә. Беренсенән, хөкүмәт инновациялы тикшеренүҙәр алып барырға һәм инвестициялар арттырырға тейеш һәм был өлкәлә әүҙем булырға тейеш. Икенсенән, мәғариф өлкәһендә реформа кәрәк. Өсөнсөнән, пенсия системаһын реформалаштырыу һәм һаулыҡ һаҡлау, финанс системаһының тотороҡлолоғон арттырыу кәрәк. Дүртенсенән, инфраструктураны, бигерәк тә төбәктәрҙә, нығытыу кәрәк. Бишенсенән, эшселәрҙең квалификацияһын арттырырға ярҙам итергә, хеҙмәт килешеүҙәрен һығылмалы төҙөргә кәрәк.
Түбән процент ставкаһы сит ил капиталы ағымын тәьмин итә. 2003 йылдан алып күсемһеҙ милек баҙары ныҡ үҫешә. 2003 йылдан 2007 йылға тиклем экономлы проект айырым популярлыҡ менән файҙалана, әммә 2007 йыл башында уҡ Propertylimit, Dinevi Group һәм Yoo компаниялары премиум-класс проекттарын тормошҡа ашыра башлай. Инфляцияның йыллыҡ кимәле биш йыл дауамында тотороҡһоҙ (2003—2007), ул 2,3%-тан 7,3 %-ҡа тиклем тирбәлә.
Евросоюз 2010 йылда Болгарияла ориенталь тәмәке (nicotian) үҫтереүҙе тыйыу инициативаһы менән сығыш яһай, шулай уҡ Болгария өсөн әһәмиәтле ауыл хужалығы культураһы булған майлы рауза һәм шарап яһау өсөн виноград сорттарын үҫтереүҙе лә тыя. Евросоюз регламенты Болгарияның төп кәсептәрен тотҡарлыҡлай. Был секторҙа 200 меңдән ашыу кеше эшләгән була була.
Евростат мәғлүмәттәре (ғинуар, 2015 йыл) буйынса, Болгарияла иң түбән минималь эш хаҡы — 184 евро.
Тышҡы сауҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990 йылдарҙа илдә сауҙа сәйәсәте байтаҡ үҙгәрә. Элекке СЭВ урынына EC килә, шулай ҙа Болгария Рәсәйҙән импортҡа нефть ала.
Ил башҡа Европа дәүләттәре менән интеграцияға йүнәлтелә — Болгария еврозона союзына ағзалыҡҡа инергә әҙерләнә.
Инвестициялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990 йылдар башында хосусилаштырыуҙың аҡрын темптар менән барыуы, юғары һалым һәм бюрократик кәртәләр ҡуйыу илгә инвестициялар килеүгә ныҡ ҡамасаулай. 1991 йылдан 1996 йылға тиклем сит илдәрҙән килгән инвестициялар күләме 831 миллион доллар тәшкил итә. 1997 йылда инвестициялар күләме күпкә арта.
2004 йылға тиклем Болгарияға индерелгән дөйөм инвестициялар күләме 2,5 миллиард АҠШ долларын тәшкил итә.
2004 йылда Болгарияға сит илдәрҙән 2,72 миллиард евронан ашыу (3,47 миллиард АҠШ доллары) инвестиция йәлеп ителә. 2005 йылда эре предприятиеларҙы хосусилаштырыуҙың тамамланыуы арҡаһында илдә 1,8 миллиард евроға тиклем инвестициялар күләменең кәмеүе күҙәтелә (йәғни 2,3 миллиард АҠШ доллары). Болгария Евросоюзға ҡушылғандан һуң, 2007 йылда, тағы инвестиция арта, сит ил инвестицияларының дөйөм күләме яҡынса 6 миллиард евро тәшкил итә.
511 292 евроға хөкүмәт облигацияларын алған инвесторҙар Болгария гражданлығын алыу хоҡуғына эйә була.
Статистик күрһәткестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эске тулайым продукт : 128,63 млрд доллар. (ХВФ, 2014
Йән башына эске тулайым продукт: 5833 евро. (2014)
Йән башына эске тулайым продукт : 17860,31 доллар. (ХВФ, 2014)
Сәнәғәт етештереү темпы : йылына 1,7 % (2014)
Иң бай һәм иң фәҡир йорт хужалығы араһындағы килемдәрҙең бүленеүе:
- иң ярлы 10 процент: 2,9 %
- иң бай 10 процент: 25,4 %
Килемдәрҙең ифференциацияланыуы — Джини ндексы: 0,316 (2005)
Кеше потенциалының үҫеш индексы: 0,824 (2005)
Эшһеҙлек кимәле: 10,4 % (2011), 10,7 % (2014)
Түләү балансы : 0,9 процент (2014)
Тышҡы сауҙа балансы: − 3,4 миллиард евро (2014)
Валюта резервтары: 16,6 миллиард евро (2014)
Дәүләт бурысы . Тулайым продукт % : 27,6 процент(2014)
Дәүләт мәғариф сығымдары: 4,6 % ЭТП (2004)
Дәүләт мәғариф сығымдар: тулайым продукттың 4,2 % (2005)
Хәрби сығымдар: тулайым продукттың 2,4 % (2005)
Дәүләт бурысын хеҙмәтләндереүгә сығымдар: тулайым продукттың 21,7 % (2005)
Энергия сығанағы төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ҡаҙылма яғыулыҡ: 47,8 %
- гидро: 8,1 %
- атом: 44,1 процент
- башҡа төр: 0 % (2001)
- Нефть
- сығарыу: көнөнә 3000 баррель (2005, яҡынса баһа буйынса)
- ҡулланыу: көнөнә 131 400 баррель (2005, яҡынса баһа буйынса)
- экспорт: 51 000 (2005, яҡынса баһа буйынса)
- импорт: 800 138 (2004, яҡынса баһа буйынса)
- раҫланған запастар: 2,4 миллион тонна (1 ғинуар 2006, яҡынса баһа буйынса)
- Тәбиғи газ
- сығарыу: 407 000 м³ (2005, яҡынса баһа буйынса)
- ҡулланыу: 5,179 млрд м³ (2005, яҡынса баһа буйынса)
- экспорт: 0 м³ (2005, яҡынса баһа буйынса)
- импорт: 5,8 млрд м³ (2005)
- раҫланған запастар: 5,703 млрд м³ (1 ғинуар 2006 йыл, яҡынса баһа буйынса)
- Электр энергияһы
- етештерелгән: 430 млн кВт*сәғ (1946); 45 млрд кВт*сәғ (1988); 45,7 млрд кВт*сәғ (2006)
- ҡулланыу: 37,4 млрд кВт·сәғ (2006)
- экспорт: 7,8 миллиард кВт·сәғ (2006)
- импорт: 0 кВт·сәғ (2006)
Халыҡтың килеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лев минималь эш хаҡы күләме 460 2017 йылда минималь хеҙмәт хаҡы 460 лев йәки 235 евро тәшкил итә. 01.01. 2018 йылда 510 лев йәки 260 евро тәшкил итә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ база данных Всемирного банка — Донъя банкы.
- ↑ база данных Всемирного банка — Донъя банкы.
- ↑ база данных Всемирного банка — Донъя банкы.
- ↑ база данных Всемирного банка — Донъя банкы.
- ↑ http://www.imf.org/external/datamapper/NGDP_RPCH@WEO?year=2016
- ↑ база данных Всемирного банка — Донъя банкы.
- ↑ https://www.google.ru/publicdata/explore?ds=z8o7pt6rd5uqa6_&met_y=unemployment_rate&idim=country:bg:be:ro&fdim_y=seasonality:sa&hl=ru&dl=ru
- ↑ http://www.nsi.bg/en/content/15403/%D0%BF%D1%80%D0%B5%D1%81%D1%81%D1%8A%D0%BE%D0%B1%D1%89%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D0%B5/gross-domestic-product-second-quarter-2017-flash-estimates
- ↑ Болгария // Большая Российская Энциклопедия / редколл., предс. Ю. С. Осипов. том 3. М., Научное издательство «Большая Российская Энциклопедия», 2005. стр.688-705
- ↑ Болгария // Большая Советская Энциклопедия. / под ред. А. М. Прохорова. 3-е изд. том 3. М., «Советская энциклопедия», 1970. стр.475-499
- ↑ Сливен — город текстильщиков // журнал «Болгария», № 7, 1964. стр.20-21
- ↑ Болгария // Большая Советская Энциклопедия. / редколл., гл. ред. Б. А. Введенский. 2-е изд. том 5. М., Государственное научное издательство «Большая Советская энциклопедия», 1950. стр.397-424
- ↑ Мина Чукурово — юбилейно издание. София, 1989 г.
- ↑ За балканскими фронтами Первой мировой войны / отв. ред. В. Н. Виноградов. М., издательство «Индрик», 2002. стр.79
- ↑ За балканскими фронтами Первой мировой войны / отв. ред. В. Н. Виноградов. М., издательство «Индрик», 2002. стр.186
- ↑ За балканскими фронтами Первой мировой войны / отв. ред. В. Н. Виноградов. М., издательство «Индрик», 2002. стр.242
- ↑ Мировые войны XX века: в 4-х кн. книга 1. Первая мировая война: исторический очерк / Институт всеобщей истории РАН. отв. ред. Г. Д. Шкундин. М., «Наука», 2005. стр.453
- ↑ За балканскими фронтами Первой мировой войны / отв. ред. В. Н. Виноградов. М., издательство «Индрик», 2002. стр.243-244
- ↑ За балканскими фронтами Первой мировой войны / отв. ред. В. Н. Виноградов. М., издательство «Индрик», 2002. стр.364
- ↑ Версальский мирный договор 1919 // Советская историческая энциклопедия / редколл., гл. ред. Е. М. Жуков. том 3. М., Государственное научное издательство «Советская энциклопедия», 1963. ст.364-372
- ↑ Болгария // Большая Советская Энциклопедия. / редколл., гл. ред. О. Ю. Шмидт. 1-е изд. Т.6. М., Акционерное общество «Советская Энциклопедия», 1930. ст.719
- ↑ «първите опити за българско автомобилостроене датират още от далечната 1924 г. Тогава майсторът колар Рачо Джамбов създава собствена работилница в Ботевград. Три години по-късно монтира каросерия върху шаси на „Фиат“ и започва производството на малки серии от пътнически надстройки с по 8 и 12 места.»
Таня Харизанова. Българско производство на коли възражда автомобилостроенето у нас // «Радио България», 18 ноември 2011 - ↑ В. В. Александров. Новейшая история стран Европы и Америки, 1918—1945. Учебное пособие для студентов исторических факультетов. М., «Высшая школа», 1986. стр.250-251
- ↑ Освободительная миссия советских вооружённых сил на Балканах / отв. ред. д. ист. н. А. Г. Хорьков. М., «Наука», 1989. стр.36
- ↑ Болгария // Большая энциклопедия (в 62-х тт.). / редколл., гл. ред. С. А. Кондратов. том 6. М., ТЕРРА, 2006. стр.324-337
- ↑ История Второй Мировой войны 1939—1945 (в 12 томах) / редколл., гл. ред. А. А. Гречко. том 3. М., Воениздат, 1974. стр.279
- ↑ Всемирная история / редколл., отв. ред. В. П. Курасов. том 10. М., «Мысль», 1965. стр.89
- ↑ История Второй Мировой войны 1939—1945 (в 12 томах) / редколл., гл. ред. А. А. Гречко. том 3. М., Воениздат, 1974. стр.277
- ↑ В. Коларов. Роль Болгарии в захватнических планах Гитлера // «Исторический журнал», № 9, сентябрь 1942. стр.30-39
- ↑ Краткая история Болгарии с древнейших времён до наших дней. / отв. ред. д. ист. н. Г. Г. Литаврин. М., «Наука», 1987. стр.395-396
- ↑ Спогодба Клодиус — Попов 1941 2012 йыл 15 октябрь архивланған.
- ↑ Всемирная история / редколл., отв. ред. В. П. Курасов. том 10. М., «Мысль», 1965. стр.278
- ↑ Освободительная миссия советских вооружённых сил на Балканах / отв. ред. д. ист. н. А. Г. Хорьков. М., «Наука», 1989. стр.157
- ↑ А. И. Черепанов. Поле ратное мое. М., Воениздат, 1984. стр.281
- ↑ История Второй Мировой войны 1939—1945 (в 12 томах) / редколл., гл. ред. А. А. Гречко. том 9. М., Воениздат, 1978. стр.430
- ↑ полковник М. А. Аракелян. Великий интернациональный подвиг. Краткий очерк освободительной миссии Советской Армии во второй мировой войне. М., Воениздат, 1964. стр.118
- ↑ А. В. Потехин. Дипломатия США в Восточной Европе: 1945—1950 гг. / Институт социальных и экономических проблем зарубежных стран АН СССР. Киев, «Наукова думка», 1991. стр.40
- ↑ История Второй Мировой войны 1939—1945 (в 12 томах) / редколл., гл. ред. А. А. Гречко. том 10. М., Воениздат, 1979. стр.301
- ↑ История Второй Мировой войны 1939—1945 (в 12 томах) / редколл., гл. ред. А. А. Гречко. том 9. М., Воениздат, 1978. стр.421
- ↑ Болгария // Советская историческая энциклопедия / редколл., гл. ред. Е. М. Жуков. том 2. М., Государственное научное издательство «Советская энциклопедия», 1961. ст.522-563
- ↑ академик Неделчо Неделчев. Болгария страна развитого виноградарства // журнал «Болгария», № 9, сентябрь 1966. стр.8-9
- ↑ Международный банк экономического сотрудничества // Большая Советская Энциклопедия. / под ред. А. М. Прохорова. 3-е изд. том 15. М., «Советская энциклопедия», 1974. стр.614-615
- ↑ Любен Конакчиев. К новым успехам // журнал «Болгария», № 6, 1964. стр.27
- ↑ Обо всем // журнал «Болгария», № 9, сентябрь 1966. стр.20
- ↑ Сельскохозяйственные новости // журнал «Болгария», № 5, май 1966. стр.3
- ↑ Стоян Петров. Автомобили Болгарии // «Техника за рубежом», № 2, 1969. стр.30
- ↑ Болгаро-польский договор 1967 о дружбе, сотрудничестве и взаимной помощи // Большая Советская Энциклопедия. / под ред. А. М. Прохорова. 3-е изд. том 3. М., «Советская энциклопедия», 1970. стр.501
- ↑ Болгаро-венгерский договор 1967 о дружбе, сотрудничестве и взаимной помощи // Большая Советская Энциклопедия. / под ред. А. М. Прохорова. 3-е изд. том 3. М., «Советская энциклопедия», 1970. стр.501
- ↑ Болгаро-чехословацкий договор 1967 о дружбе, сотрудничестве и взаимной помощи // Большая Советская Энциклопедия. / под ред. А. М. Прохорова. 3-е изд. том 3. М., «Советская энциклопедия», 1970. стр.502
- ↑ Международный инвестиционный банк // Большая Советская Энциклопедия. / под ред. А. М. Прохорова. 3-е изд. том 15. М., «Советская энциклопедия», 1974. стр.617
- ↑ Болгария // Ежегодник Большой Советской Энциклопедии, 1989 (вып. 33). М., «Советская энциклопедия», 1989. стр.221-224
- ↑ Болгария // Большой Энциклопедический Словарь (в 2-х тт.) / редколл., гл. ред. А. М. Прохоров. 3-е изд. Том 1. М., «Советская энциклопедия», 1991. стр.150
- ↑ «In the early 1990s Bulgaria begun a process of transition toward a more marked-oriented economy. The government initiated a program of privatized business ownership, in addition to freeing prices and restructuring credit, banking and monetary institutions. These reforms enabled Bulgaria to receive financial assistance from Western countries, although they also produced unemployment and inflation»
The New Encyclopedia Britannica. 15th edition. Micropedia. Vol.14. Chicago, 1994. p.625 - ↑ CIA — The World Factbook — Bulgaria 2016 йыл 1 октябрь архивланған. // CIA
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э. Б. Валеев. Болгария. Экономико-географическая характеристика. 2-е изд. М., 1957.
- Хр. Гандев, Н. Тодоров. Из истории развития промышленного капитализма в Болгарии в период турецкого ига // «Вопросы истории», № 5, 1957
- Икономическа география. София, 1961.
- Ж. Натан. История экономического развития Болгарии. (пер. с болг.) М., 1961.
- Икономическо райониране на НР България. София, 1963.
- Ж. Натан. История на икономическата мисъл в България. София, 1964.
- В. Д. Мозеров. Совершенствование управления промышленностью в Болгарии (1944—1968 гг.). Саранск, 1975. — 154 стр.
- Р. П. Толмачева 7.1. Экономическая история — Экономика стран социалистической системы. Деятельность СЭВ 2012 йыл 6 октябрь архивланған. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: Дашков и К, 2003. — 604 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татьяна Валева. Время собирать камни 2012 йыл 4 октябрь архивланған. // журнал «Сенатор»
- Country Focus — Bulgaria // «Finance & Development» June 2007, Volume 44, Number 2
- Taxes in Bulgaria / сайт «Accounting Competence Center — Bulgaria»
- М. Божинова, П. Пейковска, К. Жекова. Экономический потенциал Болгарии. Путеводитель инвестора. Москва, 2008, 160 с.
- П. Пейковска, А. Станева. Региональное развитие Республики Болгария. Компакт-диск. Москва, 2008.
- д/ф «Булгартабак» — телефильм АТН из цикла «Судьба гигантов» 2014 йыл 21 декабрь архивланған.