Эстәлеккә күсергә

Венерик ауырыуҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Енси юл менән тапшырылыусы ауырыуҙар
МКБ-10

A6464.

МКБ-9

099.9099.9

DiseasesDB

27130

MeSH

D012749

 Венерик ауырыуҙар Викимилектә

Венерик ауырыуҙар (мәхәббәт ауырыуҙары, лат. Venus (Veneris) — Венера — боронғо римлеләрҙә мәхәббәт алиһәһе) — йоғошло ауырыуҙарҙың айырым бер төркөмө, улар күбеһенсә енси юл менән күсәләр. Венерик ауырыуҙарҙы «мәхәббәт ауырыуҙары» дип тә, ҡайһы саҡ «әхлаҡ ауырыуҙары» дип тә йөртәләр, сөнки был ауырыуҙарҙың таралыуына күбеһенсә әхлаҡи тотнаҡһыҙлыҡ, осраҡлы енси бәйләнештәр һ. б. сәбәп була. Бындай ауырыуҙар менән ирҙәр ҙә, ҡатын-кыҙҙар ҙа бер үк дәрәжәлә ауырыйҙар. Башка йоғошло ауырыуҙарҙан айырмалы булараҡ, венерик ауырыуҙарҙан һуң организмда иммунитет барлыҡка килмәй, шунлыҡтан ҡабат йоҡандан һуң кеше яңынан ауырый.

Тикшеренеү тарихи

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Венерик ауырыуҙар» термины 1527 йылда француз ғалиме Жан де Бетакур тарафынан тәҡдим ителә. 20 быуатта был ауырыуҙарҙы килтереп сығарыусылар асыла. Бөтә Дөнья сәләмәтлек һаҡлау ойошмаһының Халыҡ-ара классификацияһы (1988) быйынса сифилис, гонорея, йомшаҡ шанкр (шанкроид), ҡаҫыҡ лимфогранулематозы, венерик гранулёма — классик венерик ауырыуҙар рәтенә керетелә. Енес органдарын зарарлай торған йоғошло ауырыуҙар: һейҙек-енес юлдары хламидиозы, трихомониазы, һейҙек юлдары-гениталиялар кандидозы, һейҙек-енес юлдары микоплазмозы, гениталиялар герпесы, осло башлы кондиломалар, гениталияларҙағы контагиоз моллюсктар, һейҙек юлдары — гениталиялар шигелёзы, педикулёз һәм ҡосаңҡы. Венерик ауырыуҙарҙың күп кенә билдәләре кешенең тән тиреһендә һәм лайлалы тышсаларында барлыҡка килә. Шулай итеп, венерология дерматология менән тығыҙ бәйләнгән.[1]

Статистика мәғлүмәттәре күрһәткәнсә, хәҙерге ваҡытта енси юл менән күсә торған ауырыуҙарҙың да, улар менән ауырыусыларҙың һаны ла бик тиҙ арта. Бындай ауырыуҙарҙың төрө хәҙерге ваҡытта 50-гә етә. Уларга СПИД, сифилис, гонорея, трихомоноз, хламидиоз, гениталийлар герпесы һәм башҡалар керә. Рәсәйҙә енәйәт кодексының 121 статьяһы быйынса кешеләрҙе венерик ауырыуҙар менән «бүләкләү» өсөн хөкөмгә тартыу ҡаралган.

Хәҙерге ваҡытта был ауырыуҙарға иғтибар артыу түбәндәге проблемаларға бәйләнгән:

  1. Сифилистың күпләп таралыуы эпидемия дәрәжәһенә етте.
  2. Рәсәйҙә элек булмаған енси юл менән күсә торған яңы төр ауырыуҙар (урогениталь хламидиоз, гениталийлар герпесы, микоплазмоз) барлыҡка килде.
  3. Ауырыусылар араһында йәш үҫмерҙәрҙең һаны арта бара (Мәскәү өлкәһендәге йәш үҫмерҙәр араһында бындай ауырыуҙар менән ауырыусыларҙың һаны һәр 100 мең кешегә 800 кеше туры килә).
  4. Бындай ауырыу менән ауырыусы пациенттарҙың социаль һәм матди хәле үҙгәрҙе (уларҙың финанс мөмкинлектәре артыу, ә әхлаҡ ҡағиҙәләре менән иҫәпләшмәүҙәре).
  5. Енси юл менән күсә торған ауырыуҙар нәтижәһендә тән тиреһенең бөтәлеге боҙолоу СПИД ауырыуының бик тиҙ таралыуына ла килтерергә мөмкин.
  6. Бер пациентта бер нисә төрлө йоғошло ауырыу булыу уларҙы ваҡытында һәм дөрөҫ, тиҙ дауалау мөмкинлеген кәметә.
  7. Бындай ауырыуҙар менән ауырыусыларҙы үҙ ваҡытында контрольгә алыуҙағы төрлө ауырлыҡтар (халыҡтың күсеп йөрөүе — миграция, күп кенә сит илдәргә еңел барыу мөмкинлеге һәм был ауырыуҙарҙы хөкүмәт медицина учреждениеларынән тыш дауалау мөмкинлектәре артыу һ.б.) барлыҡка килде.

Енси юл менән күсә торған ауырыуҙар таралыуҙың профилактика саралары булып, бындай ауырыуҙар менән ауырыусыларҙы актив билдәләү, балалар һәм йәш үҫмерҙәргә дөрөҫ енси тәрбия биреү, венерик ауырыуҙар, уларҙы йоҡтороу юлдары тураһында әңгәмәләр, лекцияләр үткәреү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен актив пропагандалау тора. Был ауырыуҙарҙы булдырмау һәм уларҙың таралыуын кәметеү өсөн уҡытыусылар, медиктар, тәрбиәселәр, психологтарҙың даими актив эшсәнлеге һорала.

Сифилистың икенсе осоро

Сифилис — ғөмүми инфекцион ауырыу. Был ауырыу Европала XV быуатта тарала. Уны Европаға Американан күсерелгән тип һаныйҙар. XVI быуат башында Дж. Фракастро яҙған поэманың төп геройы Сифилус исемле ауырыу сусҡа көтөүсеһе булған. Был ауырыуҙың исеме шунан килеп сыҡҡан тип һанала. Ләкин боронғо кәбиләләрҙең ҡайһы бер яҙмалары, боронғо рәсем сәнғәте һурәттәре һәм боронғо кешеләрҙең һөйәк ҡалдыҡтарында билдәләнгән үҙгәрештәр был ауырыуҙың бик боронғо замандарҙан уҡ булыуы тураһында уйларга мөмкинлек бирә.

Сифилисты килтереп сығарыусы — төҫһөҙ трепонема. Ауырыу күпселек осраҡта енси юл менән күсә. Ләкин көнкүреш юлы менән: ауырыу кешенең шәхси әйберҙәрен (стакан, ҡалаҡ, сигарет, йыуғыс, теш щеткаһы һ.б.) ҡулланғанда (көнкүреш сифилисы), ауырыу унадан балаға (тыумыштан килгән сифилис), һирәк осраҡта ҡан һалған да (гемотрансфузион сифилис) күсергә мөмкин.

Төҫһөҙ трепонема тереклеге өсөн оптималь шарттар булып, еүеш тирәлек һәм 37 °С температура тора. Ул икегә бүленеп, бик тиҙ үрсей һәм 4 төрлө формала: спираль һымаҡ, бөртөк һымаҡ, циста һәм L формаһында булырға мөмкин. Төҫһөҙ трепонеманың кислородҡа һиҙгер булыуы уның ҡан һәм лимфа тамырҙары буйлап тиҙ хәрәкәтләнүенә килтерә. Фагоцитоз ваҡытында төҫһөҙ трепонема күп ҡатлы тышса менән ҡапланып, оҙаҡ ваҡыт һаҡланырга мөмкин. Бындай вирусҡа антиесемдәр һәм антибиотиктар тәьҫир итә алмай. Ошо хәләттә улар инкубацион периодты тағы ла оҙонайыуына килтерәләр.

Сифилисты йоҡтороуға сәбәпсе булып тән тиреһендә һәм органдарҙың лайлалы тышсаларында яралар булыу тора. Шулай уҡ сифилис үбешкәндә, тешләгәндә һәм медицина персоналларының турынан-туры контакты ваҡытында ла күсәргә мөмкин. Сифилис барышында түбәндәге стадияларҙы күрһәтергә була:

  1. инкубацион;
  2. беренсел;
  3. икенсел;
  4. өсөнсөл.

Инкубацион период ауырыу йоҡандан һуң 2—5 аҙна дауам итә. Аурыуҙы ҡабат йокторғанда был период ҡыҫкара. Был ваҡыт эсендә лайлалы тышсаға эләккән төҫһөҙ трепонема бик тиҙ үрсей һәм тәндең башҡа участоктарына тарала, ләкин был ваҡытта ауырыу билдәләре булмай. Һуңынан төҫһөҙ трепонема эләккән урында ҡыҙыл төҫтә, тимгелләнеп ауыртмай торған бетсә йәки күгәрек барлыҡка килә. Уны ҡаты шанкр йәки беренсел сифилома дип атайҙар. Ул түңәрәк формала, ситтәре ҡыҙыл, ә уртасы зәңгәрләнеп, ялтырап тора. Шанкрҙың ҙурлығы энә осонан башлап 2 см һәм унан да ҙурырак булырға мөмкин. Беренсел шанкр, ҡағиҙә буларак, аҙ һанда һәм ғәҙәттә ул енес органдарында була, һирәгерәк иренәрҙә, телдә, ауыз ҡыуышлығының лайлалы тышсаһында, муйын тирәһендә осорарға мөмкин. Йәрәхәт барлыҡка килеп, бер нисә көн үткәс, якын-тирәләге лимфатик төйөндәр ныҡ ҙурая. Бер нисә аҙнанан сифилислы йәрәхәт, дауаламаһаң да, үҙенән-үҙе төҙәлә. Был осорҙа ауыртыу булмағас, сифилис йоҡҡан кеше ауырыу билдәләрен һиҙмәҫкә һәм ваҡытында врачҡа мөрәжәғәт итмәҫкә мөмкин. Сифилис йоҡтороуға әҙ генә шик булғанда ла ҡан анализы (Вассерман реакцияһына) яһарға кәрәк.

Бер нисә аҙна йәки 3—6 ай үткәндән һуң сифилистың икенсел стадияһы башлана. Был ваҡыт эсендә төҫһөҙ трепонемалар бик тиҙ үрсейҙәр һәм барлыҡ органдарға һәм туҡымаларға, ҡанға һәм лимфаға үтеп керәләр. Был осорҙа организмдың трепонемалар бүлеп сығарған ағыу менән ағыуланыуы (интоксикация) күҙәтелә. Әмма күп осраҡта сифилис менән ауырыуҙы дөрөҫ асыҡлырға ниндәй ә булһа үҙенсәлекле айырым билдәләр булмай. Ғәҙәттә ғөмүми хәлһеҙлек, кәйеф насарланыу, баш ауыртыу, мускулдар, буындар, һөйәктәр һыҙлау, температураның әҙ генә күтәрелүе күҙәтелә. Ҡайһы саҡ ауырыу кеше боны гриппҡа ҡайтарып ҡалдыра. Сифилистың икенсел стадияһына хас үҙенсәлекле берҙән бер билдә — бөтә тәндә таралған алһыу ҡыҙыл таптар. Улар ҙа тиҙ генә беленмәйҙәр, хатта күргәс тә ауырыу кеше уларҙы ниндәй ҙә булһа аҙыҡҡа аллергия тип ҡабул итергә мөмкин. Шулай ҙа был стадияла енес органдарында һәм уның тирәһендә еүешләнеп тороусы йәрәхәттәр барлыҡка килергә мөмкин.

Бындай йәрәхәттәр һәм таптар бик тә ҡурҡыныс. Был билдәләр йә юғалып, йә барлыҡка килеп 3—6 ай буйына дауам итә. Был стадияла ҡатын-кыҙҙарҙың муйынында пигментация ла булырга мөмкин. Ул дауалауға ауыр бирелә һәм 1—2 йылға тиклем һуҙылырға мөмкин. Шулай ук сәс ҡойолоп, пеләшләнеү ҙә күҙәтелергә мөмкин. Сифилистың икенсел стадияһы 2—3 йылға каҙәр дауам итергә мөмкин. Әгәр ҙә ауырыуҙы был периодта дауалай башлаһаң, барлыҡ билдәләр ҙә эҙһеҙ юҡҡа сығалар.

Сифилисның өсөнсөл стадияһы ауырыу йоҡандан һуң дауаламаһаң 3—4-се йылдарға башлана. Был стадияла төҫһөҙ трепонемалар тупланған урындарҙа туҡымалар бик ныҡ зарарлана: башта шешенеү күҙәтелә, тукымалар үлә һәм тарҡала башлай. Тукыма тарҡалған урында сифилисҡа ғына хас тирән йәрәхәт, йөй барлыҡка килә. Тукымаларҙың шулай зарарланыуы, гуммалар хасил булыу тәндең барлыҡ урындарында ла күҙәтелергә мөмкин. Гумманың ҡаты аңҡауҙа яһалыуы шундағы һөйәктең тарҡалыуына килтерә. Нәтижәлә тауыш сифилисҡа хас булғанса тыңҡышлана. Гумма танау өҫтөндә булһа, танау һөйәге тарҡалып, танау эскә батып керә. Шундый зарарланыуҙар нәтижәһендә кеше ғәрипләнеп, инвалидҡа әйләнә.

Сифилис менән ауырығанда ҡан тамырҙары, айырыуса аорта ныҡ зарарлана, аорта стенаһы үҙенең ныҡлығын, һуҙылыусанлыған юғалта һәм ҡан баҫымынан әкренләп киңәйә, һуҙыла башлай, хатта өҙөлөргә лә мөмкин. Аортаның шартлауы кешенең кинәт үлеменә килтерә. Арҡа мейеһенең һәм нервыларҙың сифилис менән зарарлануы ауыр неврологик ауырыуҙарға сәбәп була. Был осраҡта тәндең төрлө участокыларының тойоу һәләте боҙола, даими рәүештә йәки ваҡыт-ваҡыт бораулағандай йәки «кинәт семпеп алыусы» ауыртыуҙар башлана. Нерв системаһының сифилис менән зарарлануы нәтижәһендә хәрәкәт координацияһы боҙола, йөрөш тотороҡлоғо бөтә, кеше тигеҙлеген юғалта, аунаҡлап йөрөй башлай; һөйләм боҙолоу, хәтер бетөү, иҫәпләү, яҙыу, уҡыуҙың насарланыуы, аҡылдың зәғифләнә барыуы — сифилис менән ауырыусы кеше өсөн типик күренештәр.

Сифилисты беренсел һәм икенсел стадияларҙа еңел дауалап була. Ләкин үҙ-үҙеңде дауалау менән шөғөлләнмәҫкә кәрәк. Сифилисты дауалау бары тик медицина учреждениеларында ғына үткәрелергә тейеш. Сифилис менән сирләгән кеше дауалап терелгәс тә, 1 йылдан 5 йылға кәҙәр медицина учреждениеларының күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш.

Гонорея — киң таралган венерик ауырыуҙарҙың берһе, һәм ул бик күптән билдәле. Египет папирустарында һәм Боронғо Ҡытай трактаттарында гонорея тураһында мәғлүмәт бар. Боронғо быуаттың бөйөк табибы Гиппократ был ауырыуҙың «Венера ләззәтенән» булыуын әйтеп ҡалдырған. Ә сиргә был исемде (лат. gonos — орлоҡ һәм гһео — ағам) Боронғо Рим табибы Гален биргән. Гонореяны гонококк килтереп сығара. Уны 1879 йылда Альберт Нейссер асҡан. Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттары мәғлүмәттәре быйынса, Ер шарында йыл һайын 200 млн-дан артыҡ кеше гонорея менән ауырый, һәм был һан йыл һайын арта бара. Гонорея күбеһенсә енси юл менән күсә, һирәк булһа ла ауырыу әсәнән балаға һәм шәхси предметтар (еүеш таҫтамал, йыуғыс) аша ла йоғорға мөмкин.

Гонококк — кеше организмында ғына оҙаҡ йәшәй торған паразит. Улар кеше организмынан тыш бик тиҙ үләләр. 56 °С-ҡа тиклем йылытҡанда, киптергәндә, ҡояш нурҙары, төрлө антисептик препараттар тәьҫирендә улар бик тиҙ юҡҡа сығалар. Гонококк енес органдарының лайлалы тышсаһында бик тиҙ үрсей, был иһә тышсаның ялҡынһынуына сәбәп була. Ул шешә, һәм күп булып эрен бүленеп сығара башлай.

Лайлалы тышсаның зарарланған өлөшөндә эрозия башлана, ул киҫеп-киҫеп ауырта, әсетә. Һейҙек бүленеп сығыу боҙолоу нәтижәһендә ауырыу тағын да көсәйә. Гонококк ҡанда бик тиҙ үлә, шуға күрә, сифилистан айырмалы булараҡ, гонорея билдәле бер урында ғына була. Сәләмәтлеге насар булған, иммунитеты булмаған кешеләрҙә гонококк бөтә организмға таралырға мөмкин. Был осраҡта ул быуындарҙы, йөрәк мускулын, йөрәк сумкаһын зарарлай. Гонококк ағыу бүлеп сығара, шунлыҡтан гонорея менән сирлеләрҙә, зарарлаған айырым урындар булыу менән бергә, хәлһеҙлек, аппетит юғалыу, баш ауыртыу ҙа күҙәтелә.

Трихомоноз — шулай уҡ енси юл менән күсә торған йоғошло ауырыу. Венерик ауырыуҙар араһында ул иң күп таралған. Америка ғалимдәре мәғлүмәттәре быйынса Ер шарында трихомоноз менән йыл һайн 170 млн-ға яҡын кеше: ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар ауырый. Балаларҙа был ауырыу сирәк осорай. Трихомоноз нәҫел ҡалдырыуға һәләтһеҙ булыуға, йөклөлөктөң төрлө тайпылыштарына, был ауырыу менән сирле бала тыуыуға, баланың үлеменә йәки уның аҡыл зәғифлегенә килтерергә мөмкин. Һейҙек-енес органдары трихомонозын трихомонада килтереп сығара. Хәҙерге ваҡытта трихомонаданың 50 ләп төрө билдәле. Ләкин кешелә уның 3 төрө: ауыҙ ҡыуышлығы трихомонадаһы, эсәклек трихомонадаһы һәм урогениталь трихомонада осорай.

Трихомонада — бер күҙәнәкле, хәрәкәтсән организм, ҡамсылылар классына керә, һәм ул эволюция барышында кешенең енес һәм һейҙек бүлеп сығарыу системаһында йәшәргә һәм үрсеүгә яйлашҡан. Трихомоноз сирле кешенән йоға. Шулай ук трихомонадалар урын-ер һәм кейемдә — 24 сәғәт, спермала — 6 сәғәт, һейҙектә — 3 сәғәт, ә унитаз ултырғыстарында 1 сәғәткә тиклем йәшәргә һәләтле. Авыру йокторғандан һуң инкубацион период уртаса 5—15 көн дауам итә. Ауырыу киҫкенләшкәндә ялҡынһыну процессы көслө була, һәм ул күп булып эрен бүленеп сығыу, тышҡы енес органдары ҡысытыу, әсетү менән характерлана. Шулай ук һейҙек бүленеп сыҡҡанда ла киҫкен ауыртыу һиҙелә. Күпмелер ваҡыт үткәс, был билдәләр кәмей, һәм ул хроник трихомонозға әйләнә. Күп осраҡта трихомоноз трихомонада бактерияләренан ғына булмайса, уның ерлегендә хламидий, гонококк, стафилококктар ҙа үрсеп, был ауырыу тағын да ҡатлауланырға мөмкин. Был осраҡта ауырыуҙы дауалау ҡатлаулана һәм оҙаҡ ваҡыт талап итә. Дауалау курсы тамамланғандан һуң да, сирле кеше 2—3 ай табибтар күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш.

Хәҙерге ваҡытта хламидиялар тыуҙырған ауырыуҙар — енси юл менән күсә торған ауырыуҙарҙың иң күп таралғаны. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре быйынса, 1995 йылда донъяла 89 млн хламидиоз ауырыуын йоҡтороу осорағы теркәлгән (ә 1989 йылда ул 50 млн самаһы булған). АҠШта был ауырыу менән йыл һайын 3—4 млн кеше сирләүе билдәле. Рәсәйҙәге мәғлүмәттәр күп осраҡта дөрөҫлөккә туры килмәй. Шулай ҙа хламидиоз менән гонореяға ҡарағанда 2—3 тапҡыр күберәк сирләйҙәр.

Хламидиоз енси юл менән күсә, һәм ул ҡатын-ҡыҙҙарға күберәк ирҙәрҙән йоға. Был ауырыуҙың күҙ конъюнктиваһын да зарарлауы мөмкин. Ауырыу әсәнән балаға йоғоп, унда конъюнктивит булдырырға йәки үпкә ялҡынһынырға мөмкин.

Күпселек ҡатын-ҡыҙҙарҙа һәм 15—30 % ир-аттарҙа ауырыу билдәләре һиҙелмәй үтергә мөмкин. Инкубацион период 1 аҙнанан 3 аҙнаға ҡәҙәр дауам итә. Ир-аттарҙа һейҙек бүлеп сығарғанда киҫеп ауыртыу була һәм эрен бүленеп сыға. Шулай уҡ орлоҡлоҡ өҫтәмәһе (придаток яичка) ялҡынһыныуҙан ҙурайырға, кискен ауыртырға мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тышҡы енес органдары ҡысыта, әсетә, аналыҡ еңсәһенән үтә күренмәле бүлендектәр сыға, һейҙек бүленеп сығыу йыш, ауыртыуҙар менән була, аналыҡ көпшәһе һәм аналыҡтың лайлалы тышсаһы ялҡынһына. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа ла, ир-аттарҙа ла хламидиоз нәҫел ҡалдырыуға һәләтһеҙ булыуға килтерә.

Бик йыш хламидиоз менән ауырыусылар гонорея ла йоҡторған булалар. Үҙәк тире-венерология фәнни-тикшеренеү институтының 1996 йылдағы тәҡдиме буйынса «ғаилә хламидиозы» тигән термин керетелә. Сөнки ата-әсәләре хламидиоз менән ауырған ғаиләләрҙең 30—35 % ында был ауырыу балаларҙа ла осорай. Ул ауырыу әсә бала тапҡанда йәки көнкүреш предметтары (таҫтамал, йыуғыс) аша күсергә мөмкин. Күпселек балалар конъюнктивит, артрит, үпкә ялҡынһыныуы менән ауырый.

Гениталийҙар (тышҡы енес органдары) герпесы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Герпес вирусы тыуҙырған ауырыуҙар боронғо замандан уҡ билдәле. Гениталий герпесы II быуатта уҡ Рим шағиры Ювенал яҙмаларында ла тасүирланған.

Гениталийл герпесын 2 төрлө вирус: герпес I һәм герпес II вирустары килтереп сығара. Гениталий герпесы — енси юл менән һәм үбешкәндә йоға торған киң таралған ауырыу. АҠШта был сир менән 40 млн-дан артыҡ кеше ауырый, һәр йыл һайын ярты миллион кеше уны йоҡторорға мөмкин. Герпес вирусы урын-ерҙә, таҫтамалда 3 көнгә тиклем һаҡланырға мөмкин. Хәҙерге синтетик йыуыу препараттары менән эҫе һыуҙа йыуғанда герпес вирусы үлә. Ауырыу герпес вирусын йөрөтөүсө кешенән йоға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта вирус йокторған кешеләр был турала белмәйҙәр, сөнки ауырыу билдәләре һиҙелмәй. Ваҡыт-ваҡыт спермала йәки аналыҡ еңсәһе бүлендектәрендә бик күп һанда вирустар була.

Гениталий герпесының беренсе стадияһындә тән тиреһендә һәм енес органдарының лайлалы тышсаһында ауырта торған ҡыуыҡсыҡтар барлыҡка килә, һәм, берәр аҙна үткәс, улар бот, арт һын тиреләренә лә күсә. Был ҡыуыҡсыҡтар шартлайҙар, һәм улар урынында эренләп тороусы ҡыҙыл йәрәхәттәр барлыҡка килә. Был урын ҡысыта һәм әсетә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа аналыҡ еңенән, ә ир-аттарҙа һейҙек бүлеп сығарыу каналынан эрен килә. Шулай уҡ температура күтәрелә, баш ауырта, мускулдар һыҙлай, ғөмүми хәлһеҙлек, кайһы бер осраҡтарҙа яҡтылыҡтан ҡурҡыу күҙәтелә. Был билдәләр 1—2 аҙна була. 15—17 көндән ир-аттарҙа, 18—21 көндән ҡатын-ҡыҙҙарҙа йәрәхәттәр төҙәлә. Ләкин ауырыу билдәләре төрлө йышлыҡта (айға бер тапкырҙан алып, бер нисә йылға бер тапҡырға каҙәр) ҡабатланырға мөмкин. Ауыру билдәләре ҡабатланыуға стресстар һәм башҡа йоғошло ауырыуҙар ҙа килтерергә мөмкин. Ауыру йөклө ҡатындан бала ла зарарланырға мөмкин, сөнки герпес вирусы плацента аша яралғы канына үтеп керергә һәләтле. Шулай уҡ герпес вирусы ауырыу әсә бала тапҡанда ла балаға йоғорға мөмкин.

Гениталий герпесы йоҡтороу ҡурҡынысы булғанда, махсус табибтарға күренергә кәрәк. Сөнки үз ваҡытында билдәләнгән ауырыу һәм дөрөҫ дауалау саралары был ауырыуҙы тулыһынса дауаларға мөмкинлек бирә.

Ҡаҫыҡ беттәре — кешеләрҙә осорай торған паразиттарҙың беттәр төркөмөнә кереүсе бет төрө. Улар кеше тәнендә йәшәй һәм уның ҡаны менән туйына. Беттәр ике төрлө була: уларҙың бер төрлөләре баштың сәсле өлөштәрендә, ә икенселәре тәндең башҡа өлештәрендә йәшәй. Ҡаҫыҡ педикулезы булғанда беттәр ҡаҫыҡтағы, эснең аҫҡы өлөшөндәге, боттарҙағы төктәрҙә урынлашалар. Шулай уҡ ҡултыҡ аҫтындағы, күкрәктәге төктәргә, мыйыҡ, һаҡалдарға ла күсергә мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа һәм балаларҙа керпектәрҙә, ҡаштарҙа, ҡолаҡ артында ла осратырға мөмкин. Беттәр үҙҙәренең тырнаҡсыҡтары менән сәстәрҙең төптәренә йәбешәлар һәм сәс тамырҙары фолликулаһына үтеп керәләр.

Улар тән тиреһенең төҫөнә ҡарап, үҙҙәренең төҫтәрен үҙгәртергә һәләтле һәм шунлыҡтан күренмәйҙәр тийәрлек. Бет йоҡторғандан һуң инкубацион осор 7—10 көндән 4 айға каҙәр дауам итергә мөмкин. Ҡаҫыҡ беттәре ҡысытыу килтереп сығаралар. Шуға күрә тырнаған урындарҙа йәрәхәттәр барлыҡка килеп, башҡа төрлө инфекция кереү ҡурҡынысы арта.

Ҡаҫыҡ беттәре тупланған урында асыҡ зәңгәр йәки зәңгәрһыу һоро таптар барлыҡка килә. Беттәрҙе врач ҡарағанда йәки лупа ярҙамында ғына күрергә мөмкин. Шулай уҡ төктәргә береккән һеркәләр ҙә була. Бет тешләгән урындарҙа зәңгәрләнеп тороусы таптар булырға мөмкин. Ҡаҫыҡ педикулезы тәртипһеҙ енси тормош алып барыусылар араһында йышыраҡ осорай. Был ауырыу менән сирләүселәрҙең 1/з ендә сифилис, венерик ауырыуҙар ҙа була. Үҙ ваҡытында дөрөҫ дауалау һәм таҙалыҡты һаҡлау ауырыуҙы тулыһынса бөтөрөргә мөмкинлек бирә.

Ҡыҙыл таҫмаһы — пациенттар менән теләктәшлеге символы.

СПИД (синдром приобретенного иммунного дефицита) — тормошта барлыҡҡа килгән иммунитет дефициты — лимфатик системаның зарарлануы нәтижәһендә кеше организмының үҙ-үҙен һаҡлау көстәре кәмеүенә килтерә торған вируслы ауырыу. Был — XX быуат аҙағында барлыҡка килгән, барлыҡ континенттарға, илдәргә таралған ауырыу.

Иммунодефицит вирусы (ВИЧ) кешенең гендар структураһына керә, ә генетик аппаратты сит информациянаән таҙартыу проблемаһы бик ауыр. Ҡайһы бер ВИЧ йөрөтөүсөләрҙә вирус һәм уға антиесемдәр була (уларҙың һаны күбрәк).

СПИД — бик ауыр иҡтисади проблема. Фундаменталь фәнни эҙләнеүҙәр, диагностика өсөн аппаратура, дарыуҙар эшләү; ауырыуҙарҙы һәм ВИЧ йөрөтөүселәрҙе дауалау күп миллиард доллар сығымдар талап итә. Эксперттар фекере быйынса, XXI быуатта СПИД-ҡа тотолған сығым алға киткән илдәрҙең хәрби бюджетынан күберәк булырға мөмкин. Сирлеләрҙең, ВИЧ йөрөтөүселәрҙең, уларҙың балалары, тугандарының хоҡуҡтарын яҡлауу проблемаһы ла бар.

СПИД-тән һаҡланыу өсөн, уның клиникаһын, профилактика сараларын, психотерапия мөмкинлектәрен һ. б. белеү кәрәк. СПИД тураһында беренче информация 1981 йылда АҠШта барлыҡка килә. Иммунитеты көчһөҙләнгән бер нисә кешелә (гомосексуалист) пневмония һәм Капоши саркомаһы (тоташтырғыс туҡымала яман шеш) табыла. ВИЧ вирусы 1983 йылда асыла. Һайһы бер ауырыуҙарҙа икенсе төрлө вирус — ВИЧ-2 табыла. Ғалимдар фекеренсә, был вирус кешегә Африкала (Сенегал, Мали, Гвинея) йәшәүсе маймылдан эләккән.

ВИЧ кешенең иммун системаһын зарарлай, ә иммун системаһы организмды бактериялар, вирустар, сит күҙәнәктәрҙән һаҡлай. ВИЧ өсөн ҡанда мишень булып аҡ ҡан есемдәре — Т-лимфоциттар һәм макрофагтар тора. Т-лимфоциттар шеш ауырыуына ҡаршы иммунитет булдыралар. Вирус лимфоциттарҙы зарарлай. СПИД ауырыуы ваҡытында, гөмумән, иммунитет кәмей, һәм ниндәй ҙә булһа кескенә генә инфекция ла кешелә үпкә, мейе, тире, ашҡайнатыу органдарын зарарлай.

ВИЧ үҙенсәлектәре. Вирус тышҡы тирәлектә насар һаҡлана, 57 °С тиклем йылытһаң — үлә. Спирт, ацетон, эфир, фенол, формалин, лизол һ. б. вирусты тиҙ бөтөрә. Ләкин кипкән хәлдә йәки бүлмә температураһында ул үзенсәлеген 4—7 тәүлек һаҡлай. ВИЧ мутация (нәҫелсәнлек билдәләренең үҙгәреше) быйынса бик актив, грипп вирусына ҡарағанда был үҙенсәлек 5 мәртәбә артығыраҡ. Был иһә ВИЧҡа ҡаршы көрәште бик ныҡ ҡатмарландыра.

ВИЧ эләктереү, СПИД менән ауырыу ҡурҡынысы булған кешеләр махсус медицина контролендә торорға тейеш. Уларга гомо- һәм бисексуалисттар, наркомандар, фәхишәләр керә.

ВИЧ сығанағы булып вирус йөрөтөүсе йәки ауырыу кеше генә була ала. Уның ҡанында, ҡан яһалыусы органдарында, спермаһында, һеләгәйендә, тиреһендә, күҙ йәшендә, күкрәк һөтөндә, арҡа мийеһе шайыҡсаһында, органдарында, туҡымаларында ВИЧ була. Ләкин башҡа кешегә күсә торған ВИЧ ҡанда, спермала һәм ҡайһы бер осраҡтарҙа күкрәк һөтөндә була. Был вирус сәләмәт кешенең тиреһенә эләккән осраҡта уның ҡанына үтеп керә алмай. ВИЧ ҡан күсергәндә, органдар күсереп ултыртҡанда, укол яһағанда (наркомандар бысыраҡ энә ҡулланғанда), медицина инструменттарына стерилизация насар яһағанда күсергә мөмкин. Ләкин ВИЧ башлыса енси контакт ваҡытында күсә. Бер нисә енси партнер булғанда, был ҡурҡыныс тағын да арта. Енес органдарында лайлалы тышса зарарланырға мөмкин, ә ҡанда һәм спермала вирус иң ҙур күләмдә була. Вирус шулай уҡ ҡайһы бер дезинфекция яһалмаған көнкүреш приборҙары: теш щеткалары, ҡырыныу приборҙары, татуировка инструменттары һ. б. аша ла йоғорға мөмкин. Үбешеү, уртаҡ файҙаланыу предметтары (ванна, туалет, уйынсыҡ, телефон трубкаһы, аҡса), сөскөрөү, һауыт-һаба аша ВИЧ йоҡтороу раҫланмаган. Ҡан эсеүе бөжәктәр (серәкәй, москит, бет, борса) аша да вирус йоғорға мөмкин тип әйтеп булмай. Ҡул ҡыҫып иҫәнләшеү, ауырыу менән рәтән тороу ҙа зарарһыҙ. Ауыруҙарҙы изоляциялаү кәрәкмәй, улар ғаиләлә, коллективта ҡала алалар.

СПИДтың симптомдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аурыуҙың билдәләре төрлө булырға мөмкин. Иммунологтар өсөн СПИД — кеше иммун системаһы дефицитының бер осорағы ғына. Был осраҡта вирус ҡандағы иммунитет күҙәнәктәрен үлтерә, һәм организм микробтарға ҡаршы тора алмай. СПИД кинәт кенә башланмай, вирус эләккәс, инкубацион период өс айҙан 18 йылға тиклем дауам итә. Ҡайһы бер инфекция йоҡҡан кешеләрҙә ауырыу башланмаҫҡа ла мөмкин. Аурыуҙың башланғыс этабында кешенең массаһы кәмей (10 %ка тиклем), муйында умрау һөйәге өҫтөндә, ҡултыҡ аҫтында, терһәк, боттарҙа лимфатик төйөндәр ҙурая. Сирле кешенең 70 % ында тире зарарлана, бит тиреһе ҡубырсыҡлана; ауыз, енес органдарының лайлалы тышсаһында эрен йыйылыу күҙәтелә. Хәлһеҙлек, температура күтәрелеү, төндә тирләү күҙәтелә. Һуңыраҡ ауырыуҙарҙың 50—60 % ында үпкә ялҡынһынуы башлана, 30 % ында тирелә, лайлалы тышсаларҙа Капоши саркомасы (ҡан тамырҙары, эске органдарҙағы тоташтырғыс туҡымала шеш) барлыҡка килә. Шулай ук ауырыуҙарҙың 30 % ында үҙәк нерв системаһы зарарлана (менингит — мейе ялҡынһыныу, шештәр барлыҡка килә, аҡылға зәғифлек күҙәтелә). Ошо билдәләр быйынса ауырыу тураһынса врач ҡанға лаборатор анализ яһағандан һуң әйтә ала — ҡан составында ВИЧ-ҡа антиесемдәр булырға тейеш. Ләкин антиесемдәр булыу быйынса ғына СПИД ауырыуы тип нәтижә яһарға ярамай.

СПИД-ты дауалау ауыр бара. Ауыруҙар ике йылдан артыҡ йәшәмәй. АҠШ-та эшләнә торған препарат АЭТ — азидатимидин ауырыуның барышын ғына еңеләйтә. Австралияғалимдәре вирусҡа ҡаршы яңы препарат — вероден эшләнеләр, һәм ул кешене тулыһынса дауалар тигән өмөт бар. Күпселек осраҡта дауалау яңы ауырыуҙарға ҡаршы (шеш, инфекциялар) йүнәлгән була.

СПИД-ҡа ҡаршы профилактика — дәүләт күләмендә санитар-гигиеник саралар һәм индивидуаль һаҡланыу. Рәсәй Федерацияһында «АнтиСПИД» программаһы эшләй. Уның маҡсаты енси юл менән СПИД таралыуҙы киҫәтеү. Бының өсөн:

  1. киң масштабта халыҡҡа СПИД тураһында информация биреү; мәктәпкәсә учреждениеларҙа, мәктәптәрҙә, махсус урта һәм юғары уҡыу йорттарында енси һәм әхлаҡ тәрбияһе программалары керетеү;
  2. донорҙарҙы, наркомандарҙы ВИЧ-ҡа тикшереү;
  3. ВИЧ инфекцияһын йөрөтөүселәрҙе, СПИД менән ауырыусыларҙы дауалау сараларын яҡшыртыу;
  4. ВИЧ йөрөтөүселәрҙе, СПИД менән ауырыусы кешеләрҙе, медицина хеҙмәткәрҙәрен

хоҡуҡ, социаль яҡтан һаҡлау;

  1. СПИД быйынса фәнни эҙләнеүҙәрҙе киңәйтеү кәрәк.

Тире-венерология диспансерҙарында ВИЧ һәм СПИД ауырыуы быйынса махсус кабинеттар эшләй. Рәсәй Федерацияһындә СПИД 1987 йылда тарала башланы. 23 кеше ВИЧ йөрөтөүсе тип табылды. Был һан 1988 йылда — 47, 1990—303, 1995 — 576-ға етте. 1989—1990 йылдарға инфекция балалар стационарында (229 бала) таралды (Калмыкия, Ростов, Волгоград өлкәләре, Ставрополь крайы).

1999—2000 йылдарға ВИЧ йөрөтөүселәр һаны тағын да артты. 2000 йылда Рәсәйя СПИД таралыу тиҙлеге быйынса лидер булды; ВИЧ менән 49 мең кеше зарарланған, ысын барлыҡта иһә, ВИЧ йөрөтөүселәр һаны Рәсәйҙәә 600 мең кешенән артыҡ тип һанала. Был ситуацияны социаль-иҡтисади хәл менән аңлатырга була (халыҡ миграцияһы, һуғыш усаҡтары, наркомания таралыу һ. б.). СПИД таралыу быйынса беренсе урында Украина тора (1996 йылда 2000 кеше).

  • Вяселева С. М. Действие различных препаратов пенициллина на бледную трепонему // Журнал микробиологии, эпидемиологии, иммунобиологии. 1957. № 4; Казанский медицинский институт. 1814—1989. Казань, 1989;
  • Сергеев В. П. Силокаст для лечения больных алопецией // Казанский медицинский журнал. 1982. № 6.