Венер (исем)
Венер |
Венер — ир-ат исеме. Башҡорт, урыҫ, татар һәм башҡа халыҡтарҙа осрай.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Венер — неологизм, латин теленән ингән, Венера тигән исемдән ҡыҫҡартылған[1]. Башҡорт халҡында ир балаларға йыш ҡушылған исемдәрҙең береһе.
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәнбәков Венер Әхмәт улы (14 сентябрь 1938 йыл — 28 ноябрь 2014 йыл) — шағир һәм журналист. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы.
Ҡашаев Венер Миңлевәзир улы (16 март 1974 йыл) — спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996).
Сафин Венер Рәсих улы (6 октябрь 1964 йыл) — хоккейсы, тренер. Спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. «Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Һаҡсы.
Вахитов Венер Абсатар улы (11 ноябрь 1945 йыл) — ғалим-биохимик, биолог һәм биотехнолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), биология фәндәре докторы (1990), профессор (1993), Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты директоры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
Ғәлиев Венер Зәйнулла улы (1 июль 1975 йыл) — спортсы. Универсаль алыш буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2006), самбо буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2009) һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2010). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2007).
Ғәлин Венер Йәғәфәр улы (2 апрель 1937 йыл) — ғалим-механик-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре кандидаты (1972), өлкән ғилми хеҙмәткәр (1981). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (2000), II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (1999).
Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы (1 ғинуар 1939 йыл — 6 ғинуар 2019 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры. Башҡортостан Республикаһының 1—3‑сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Президент Советы ағзаһы. 2015 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1997), медицина фәндәре докторы (1979), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының (1991) һәм Башҡорт АССР‑ының (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). Почёт (1998), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры.
Камалетдинов Венер Хәйернас улы (рус. Камалетдинов Венер Хаернасович) (20 август 1947 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, 1988—1992 йылдарҙа КПСС-тың Благовар райкомының беренсе секретары, район Советы Халыҡ депутаттарының рәйесе, 1922 йылдан Благовар районы администрацияһы башлығы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының закон, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Хәлилов Венер Рамаҙан улы (8 ноябрь 1939 йыл — 12 апрель 2004 йыл) — хужалыҡ, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1962 йылдан Стәрлетамаҡтағы химия заводында (артабан Каустик производство берләшмәһе яуаплы вазифаларҙа, шул иҫәптән предприятиенең етештереү начальнигы урынбаҫары һәм начальнигы, 1972—1980 йылдарҙа Өфөләге «Химпром» производство берекмәһенең баш инженеры, 1980—1983 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡала комитетының икенсе һәм беренсе секретары. Техник фәндәр кандидаты (1979). Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXV (1976) һәм XXVI (1981) съездары делегаты. СССР-ҙың почётлы химигы. Октябрь Революцияһы (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
Но́рберт Ви́нер (ингл. Norbert Wiener; 26 ноябрь 1894, Колумбия, Миссури штаты, АҠШ — 18 март 1964, Стокгольм, Швеция) — америка математигы, кибернетикаға һәм яһалма интеллект теорияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Венер-Но́йштадт (нем. Wiener Neustadt, бав. Weana Neistod) — Австриялағы ҡала, Түбәнге Австрия федераль ерендә урынлашҡан.
Венер (Weener) — Германиялағы ҡала.
Венер (Venère) — Франциялағы коммуна.
Венер (Wener) — Скандинавиялағы ҙур күл, Каспий, Ладога һәм Онега күлдәренән ҡала Европала иң ҙур күл, көньяҡ Швецияның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Венер Владимир Фёдорович (1926 йыл) — совет махсус хеҙмәт хеҙмәткәре.
Венер Герберт (1906 йыл — 1990 йыл) — немец сәйәсмәне, СДПГ ағзаһы.
Венер Карл (1838 йыл — 1912 йыл) — немец флейтасыһы һәм музыка уҡытыусыһы.
Венер Оливер (1984 йыл) — немец сәйәсмәне (ХДС).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |