Эстәлеккә күсергә

Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова битенән йүнәлтелде)
Гөлфиә Юнысова
Исеме:

Иҙелбаева Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы

Тыуған көнө:

10 сентябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (76 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Әлшәй районы Һарыш ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист, шағир, йәмәғәт эшмәкәре

Жанр:

поэзия

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Наградалары:
«Почёт Билдәһе» ордены
Башҡортостандың халыҡ шағиры (2015)

Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы (10 сентябрь 1948 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2015)[1], журналист, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1978—1999 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, 1990—1995 йылдарҙа РСФСРҙың 12-се саҡырылыш (артабан Рәсәй Федерацияһының) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар һәм 1979 йылдан СССР Журналистар союздары ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984), Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Рәсәй Федерацияһының (2005) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2006) һәм Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы (2000) лауреаты. Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2000).

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова (Иҙелбаева) 1948 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Һарыш ауылында тыуған.

1966 йылда Раевка урта мәктәбен тамамлай, артабан Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ балалар өсөн шиғырҙар ижад итә, «Миңә бары өс кенә» (1969) һәм «Зәңгәр тубым» (1971) тигән ике йыйынтығы донъя күрә. 1971—1973 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Шул йылдарҙа балалар өсөн тағы ла ике китап сығара. Г. Юнысова — ике тиҫтәнән артыҡ китап авторы, уның шиғырҙары бик күп телдәргә тәржемә ителгән.

Гөлфиә Юнысованың байтаҡ шиғырҙарына көйҙәр яҙылып, популяр йырҙар булып китте. Шағирә ижтимағи-сәйәси, ғаилә-тәрбиә хаҡында яҙған публицистик мәҡәләләре менән йыш ҡына радио-телевидение аша һәм гәзит-журнал биттәрендә сығыш яһай.

1978 йылдан 1999 йылға тиклем «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире булды.

1979—1990 йылдарҙа Өфө ҡалаһы депутаты, Рәсәй Юғары Советы депутаты һәм Юғары Советы Президиумы ағзаһы булды. 1999 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутат итеп һайланды.

Гөлфиә Юнысова — «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Миәкә районының М. Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (2000)[2].

2015 йылдың 2 декабрендә Гөлфиә Юнысоваға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» маҡтаулы исем бирелде[1].[3]

  • Миңә бары өс кенә: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1969. — 14 бит.
  • Зәңгәр тубым: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1971. — 24 бит.
  • Яҙ хаҡында әкиәт: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1973. — 24 бит.
  • Тылсымлы бүләк: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1975. — 72 бит.
  • Песня березки: Стихи. — М.: Малыш, 1979.  (рус.)
  • Колокольчик: Стихи. — Нукус, 1979.
  • Дома улыбаются: Стихи. — М.: Детская литература, 1980.  (рус.)
  • Бәпембә: Шиғырҙар һәм әкиәт. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982.
  • Һабантурғай йыры: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983.
  • По солнечной радуге: Стихи. — М, 1984.  (рус.)
  • Праздник памяти: Стихи. — Уфа, Башкнигиздат, 1986.  (рус.)
  • Солнечный остров: Стихи. — Уфа, Китап, 1998.  (рус.)
  • С чего начинается дружба: Сказка. — Уфа: Полиграфкомбинат, 2005  (рус.)
  • Һайланма өҫәрҙәр. Ике томда. — Өфө: Китап, 2011—2014.
  • Аҡ ямғыр: шиғырҙар / Г. Юнысова; [мөх. Ф. Исхаҡова]. — Өфө: Китап, 1998. — 303 б.
  • Балаларға йөҙ йыр: Йырҙар йыйынтығы / Г. А. Юнысова .— Өфө: Китап, 2003. — 160 б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 сентябрь 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 сентябрь 2018)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 2 сентябрь 2018)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 сентябрь 2018)
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә