Дауыт (исем)
Дауыт — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарында ла киң таралған. Шулай уҡ йәһүттәрҙә лә был исем бар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауыт исеме башҡорт теленә ғәрәп теле аша йәһүд теленән ингән. Һөйөкле тигән мәғәнәне аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауыт (йәһ. דָּוִד; һөйөклө) — Талуттан (рус. Саул) ҡала Исраил халҡының икенсе батшаһы, Бет-Ләхәмдә тыуып үҫкән Йишайҙың (рус. Иессей) кинйә улы.
Дауыт Юлтый (төп исеме Юлтыев Дауыт Исхаҡ улы; 18 апрель 1896 йыл (ҡайһы бер башҡа мәғләмәттәр буйынса 1893 йыл) — 10 июль 1938 йыл) — хәрби, дәүләт һәм партия органдары хеҙмәткәре, журналист һәм яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1919 йылдан РКП (б), 1934 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Беренсе донъя һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт әҙәбиәтенә, милли матбуғатҡа һәм милли театр сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. СССР яҙыусыларының 1-се Бөтә Союз съезы делегаты (Мәскәү, 1934). Сәйәси золом ҡорбаны.
Дауыт Йәналин (18-се быуаттың сиреге — 1800 йылдан һуң) — Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, старшина, марганец мәғдәнен табыусы.
Мортазин Дауыт Лот улы (1893—1926) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт айырым кавалерия бригадаһының эскадрон командиры (1920). Күбәләк-Тиләү улусы башҡарма комитеты рәйесе.
Имелбаев Дауыт Аздархан улы (1908 йыл — 19 декабрь 1949 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.
Тораҡ пункттар атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауыт (рус. Даутово) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Үрге Өпәле ҡала округы ауылы.
Дауыт — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл.
Дауыт-Ҡайып — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |