Дёмина Екатерина Илларионовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дёмина Екатерина Илларионовна
Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

диңгеҙ пехотаһы

Хеҙмәт итеү йылдары

1941—1945

Хәрби звание

СССР Хәрби-Диңгеҙ Флоты, баш старшина

Часть

диңгеҙ пехотаһының 369-сы айырым батальоны

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы
«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
Жуков миҙалы
Жуков миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 65 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 65 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 70 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 70 йыл» юбилей миҙалы
«Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
«Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
«Будапештты алған өсөн» миҙалы
«Будапештты алған өсөн» миҙалы
«Венаны алған өсөн» миҙалы
«Венаны алған өсөн» миҙалы
«Белградты азат иткән өсөн» миҙалы
«Белградты азат иткән өсөн» миҙалы
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
«70 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«70 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
Ҡалып:Медаль имени Флоренс Найтингейл
ранения
Ҡалып:Знак ранения
Отставкала

врач

Екатери́на Илларио́новна Дёмина (Миха́йлова) (22 декабрь 1925 йыл — 24 июнь 2019 йыл) — 369-сы диңгеҙ пехотаһының айырым батальоны һәм Дунай хәрби флотилияһы Яр буйы оҙатыу отряды йыйылма ротаһының элекке өлкән санинструкторы; диңгеҙ пехотаһы разведкаһында хеҙмәт иткән һирәк ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Советтар Союзы Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәшлек йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыуған ҡалаһы Ленинград. Урыҫ. Атаһы хәрби булған, әсәһе врач булып эшләгән. Ата-әсәләрен бик иртә юғалта, балалар йортонда тәрбиәләнә[1], шунан һуң үҙенең табип булып эшләгән өлкән апаһында, 3 июль урамы, 43 йорт адресы буйынса йәшәй .

Шәфҡәт туташтары курстарын тамамлай һәм 1941 йылдың йәйенә 9-сы класты һәм Ҡыҙыл Тәренең Рәсәй йәмғиәтенең мәктәп яны шәфҡәт туташтары курстарын тамамлай. Йәйге каникул осоронда сик буйында лётчик булып хеҙмәт итеүсе өлкән ағаһына Брестҡа барырға тейеш була. Мәскәүҙә бер нисә көн үткәргәндән һуң, Михайлова 21 июндә поезға ултырып Брест ҡалаһына юллана. Киләһе иртәлә Смоленск аръяғында поезд бомба аҫтына эләгә. Смоленск ҡалаһына йәйәү барып, ҡала хәрби комиссариатына килә һәм шәфҡәт туташы итеп фронтҡа ебәреүҙәрен һорай. Хәрби комиссар уның үтенесен кире ҡаға, шунан ул урындағы хәрби госпиталгә йүнәлә һәм үҙе теләп эш башлай, ә фронт яҡынайғас һәм госпиталде бомбаға тотҡас, Смоленск янында оборона биләгән уҡсылар часына килә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ҡыҙыл Армияла 1941 йылдың июненән. Шәхесен һәм йәшен танытыусы документтары (комсомол билеты кеүек) ҡамауҙағы Ленинградта ҡалғанлыҡтан, ул үҙенең 15 йәшенә тағы 3 (өс) йыл өҫтәй[1].

Смоленск өлкәһе Гжатск (1968 йылдан — Гагарин) ҡалаһы янындағы һуғышта 1941 йылдың 13 сентябрендә аяғы ҡаты яралана. Тылға эвакуациялана. Урал һәм Баҡы госпиталдәрендә дауалана. Аяҡҡа баҫҡандан һуң, бала сағынан диңгеҙ тураһында хыялланған Екатерина Илларионовна, Баҡы хәрби комиссарынан үҙен флотҡа ебәреүҙәрен үтенә. Был ваҡытта инде уның ҡулында йәше өҫтәп яҙылған яңы документтары була, шуға иҫкәрмәләр эшләмәйҙәр. 1942 йылдың ғинуарынан Сталинградтан яралыларҙы Волга буйлап Каспий диңгеҙе аша Красноводскиға сығарыусы «Ҡыҙыл Мәскәү» хәрби-санитар судноһында хеҙмәт итә. Шунда уға баш старшина исеме бирелә, ә өлгөлө хеҙмәте өсөн «Хәрби-Диңгеҙ Флоты алдынғыһы» билдәһе тапшырыла.

Шуға ҡарамаҫтан, санитар транспортта хеҙмәт итеүҙе Михайлова бик үҙһенмәй, Сталинград һуғышы тамамланғандан һың, ул 1943 йылдың февраленән Баҡыла үҙҙәре теләгәндәр араһынан формалашыусы 369-сы диңгеҙ пехотаһының айырым батальонына санитар инструктор итеп алыу буйынса үтенес бирә[1]. Комбат башта яуап биреүҙән ҡырҡа баш тартҡанлыҡтан, Михайлова совет хөкүмәте исеменә батальонға ҡабул итеүҙәрен һорап хат яҙа. Мәскәүҙән юллау буйынса ыңғай яуап килә, һәм шулай итеп Екатерина Илларионовна диңгеҙ десантсыһы булып китә. Батальон Азов, артабан Дунай хәрби флотилиялары составына инә. Был батальон менән Михайлова Кавказ һәм Ҡырым, Аҙау һәм Ҡара диңгеҙ, Днестр һәм Дунай һыуҙары һәм ярҙары, азатлыҡ миссияһы менән — Румыния, Болгария, Венгрия, Югославия, Чехословакия һәм Австрия ерҙәре буйлап үтте. Батальон яугирҙәре менән бергә алышҡа ташланды, дошман контратакаларын кире ҡаҡты, һуғыш яланынан яралыларҙы алып сыҡты, уларға беренсе ярҙам күрһәтте. Өс тапҡыр яралана. Тәүге хәрби операция барышында уҡ ҡыҙҙың иң яҡшы яугир сифаттары: сыҙамлығы, батырлығы, фиҙакәрлеге күҙгә ташлана.

Темрюк десант операцияһы барышында күрһәткән батырлығы өсөн 369-сы айырым диңгеҙ пехотаһы бригадаһы командиры майор Судариков ҡыҙҙы Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ тип күрһәтһә лә, әлегә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә: баш старшина Михайлова, үҙе контузияланған көйө, дошмандың көслө уты аҫтында 17 яралы яугиргә беренсе ярҙам күрһәтә һәм тылға эвакуациялай. 1944 йылдың ғинуар аҙағында баш старшина Керчь портына десантта ҡатнаша, бирешмәй, урам һуғыштары барғанда ла батырлыҡ күрһәтә, 85 һалдат һәм офицерҙың яраһын бәйләп өлгөрә, һуғыш яланынан ҡаты яраланған 13 яугирҙе сығарғаны өсөн 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

Ҡырымды азат иткәндән һуң, батальон, Дунай хәрби флотилияһы составына индерелеп, Одессаға күсерелә. 1944 йылдың август аҙағында Аккерманды азат итеү яңы берләшмәнең беренсе хәрби операцияһы була.

1944 йылдың 21 авгусынан 22 авгусҡа ҡарата төндә санинструктор Михайлова Днестр лиманын аша сығыуҙа ҡатнаша. Дунай хәрби флотилияһының 369-сы айырым диңгеҙ пехотаһы бригадаһы десанты составында, яр буйында үҫкән ҡыуаҡлыҡтарҙың тамырҙарына һәм ботаҡтарына йәбешеп, биш метр бейеклегендәге текә йылға һыртына беренселәрҙән булып күтәрелә, башҡа десантсыларға үргә менергә һәм ауыр пулемётты күтәрергә ярҙам итә. Алыш ваҡытында ҡаты йәрәхәтләнгән 17 ҡыҙыл флотсыға (шул иҫәптән ҡаты яраланған отряд штабы начальнигын ҡотҡара) беренсе ярҙам күрһәтә, дошман дзотына гранаталар яуҙырып, станковый пулемёт утын туҡтата, ике тиҫтә дошман һалдатын юҡ итә, 9 гитлерсыны әсирлеккә ала. Шундай көсөргәнешлелек менән Аккерман иртәнсәк яулана. Иҫ киткес батырлыҡ күрһәткәне өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә, әммә был юлы ла Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Бер айҙан Дунай хәрби флотилияһының Яр буйы оҙатыу йыйылма ротаһының өлкән старшинаһы Михайлова Прахово портын баҫып алыу десант ооперацияһында ҡатнаша, ә 1944 йылдың 4 декабрендә Югославияның Илок ҡәлғәһен алғанда яңынан батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Будапешт стратегик һөжүм итеү операцияһы ойоштороласаҡ районға дошман көстәрен яҡынайтмау буйынса алдан хәстәрләү саралары сиктәрендә фараз буйынса дунай буйындағы Опатовац һәм Илок тораҡ пункттарына һөжүм итеү күҙалланған була. Ике ҡаланы ла ҡоро ерҙән яулау кәрәк була, тактик десантсылар дошмандың иғтибарын албырғатыу ролен үтәргә тейеш була. 52 кешенән, шул иҫәптән баш старшина Михайлова, торған десант разведка төркөмөнә Илок өсөн барған һуғыштарҙа айырыуса ҡыйынға тура килә. Десант төшә торған төндә, йылға ташып киткәнлектән, уның уйһыу яры һәм диңгеҙ пехотаһы барып төшөргә тейеш булған ҙур булмаған утрау һыу эсендә ҡалғанлығы асыҡлана. Гитлерсылар һуғыш башланғандан һуң, ҡыҙыл флотсыларҙың көсө ҙур булмағанын аңлап, уларҙы Дунай һыуына ырғытырға тырыша. Десант муйындан боҙло һыу эсендә алыша[2]. 52-се уҡсылар дивизияһының ҡоро ерҙән Илокка һөжүм башлауы тотҡарлана һәм ике сәғәттән һуң, утрауҙа түңәрәк оборона биләгән ярты тиҫтә десантсынан бары 13 яугир сафта тороп ҡала, һәм улар барыһы ла яраланған була. Үҙе ауыр яралы булһа ла, Михайлова яралы һалдаттарға медицина ярҙамын күрһәтә, уларҙың ғүмерен ҡотҡарыу ниәте менән, яр буйындағы һыу эсендә үҫкән ағастарға һәм ҡамыштарға бил ҡайыштары менән уларҙы бәйләп ҡуя. Ә утрауға дошман шлюпкалары яҡынлашһа, ҡулына автомат алып, атаканы кире ҡаға . Автоматтан ут асып, шәхсән 5 һалдатты үлтерә . Моряктар үҙ бурысын үтәй, дошман десантты баҫтырыуға ҙур көсөн йәлеп иткәнлектән, совет-югославия ғәскәрҙәре һөжүм башлағас, тота алмай Илокты үҙ ҡулында тотоп ҡала алмай . Алыш аҙағына алыша алырлыҡ ете яугир ғына сафта ҡала . Яралы, ҡан юғалтыуҙан хәлһеҙләнгән, үпкәһе шешеүҙән йәшәү өмөтө өҙөлгән Михайлованы госпиталгә оҙаталар. 9 декабрҙә Яр буйы оҙатыу йөрөтөү отряды етәкселеге баш старшина Михайлованы ҡабаттан Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим итә, өҫтәүенә, награда битенә Илок өсөн һуғышыу ғына түгел, шулай уҡ ҡыҙҙың Прахово өсөн алышта һәм Днестр лиманы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы һанап кителгәнлектән, Дунай хәрби флотилияһы командующийы вице-адмирал Горшков бүләкләүгә риза булыуын аңлатҡан ҡултамғаһын ҡуя . Шуға ҡарамаҫтан, награда бүлегендә батырлыҡтарын һүрәтләүҙе ысынбарлыҡҡа тап килмәй тип һанап, бүләкләү тәҡдимен флотилия штабына ҡайтаралар. Һөҙөмтәлә, яңы флотилияның яңы командующийы контр-адмирал Холостяков Михайлованы икенсе Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләй 1945 йылдың 8 мартында бойороҡҡа ҡул ҡуйыла.

Был ваҡытҡа баш старшина, сиренән һәм яраларынан көскә аяғына баҫҡан көйө, тыл госпиталенән Измаилға фронтҡа ҡасып китә. Үҙенең батальонын Комарно янында ҡыуып етә. Уның составында операцияларҙа ҡатнаша, уның составына дауам итә, һәм һуңғыһы Вена ҡалаһының Империя күперенә десант була. Һәм 1945 йылдың 9 майында ошонда уҡ Еңеүҙе лә байрам итә[1].

Шулай итеп, исеменә баш старшина Михайлова ике тапҡыр, 1944 йылдың авгусы[3] һәм декабрендә[2] , Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә, ләкин 1990 йылдың 5 майында ғына, СССР Президентының указы менән, Ленин ордены һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы (№ 11 608) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

1945 йылдың ноябрь айында демобилизациялана[1].

Һуғыштан һуңғы осорҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Екатерина Илларионовна 2013 йылдың 9 майында Еңеү парадында.

1950 йылда Мечников исемендәге Ленинград санитар-гигиена институтын тамамлай. Мәскәү өлкәһе, Электросталь ҡалаһында табип булып эшләй. Шунда кейәүгә сыға һәм, иренең фамилияһы буйынса, Дёмина булып йөрөй. 1976 йылдан алып, 1986 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Мәскәүҙә[1] эшләй.

Мәскәүҙә йәшәй. Рәсәй һуғыш ветерандары комитеты, Бөтә Рәсәй һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы ағзаһы булып тора[1].

1964 йылда Екатерина Илларионовна тураһында режиссёр Виктор Лисакович төшөргән «Катюша» (Сергей Смирнов сценарийы буйынса) документаль фильмын төшөрә. лайыҡ булды Фильм Лейпциг халыҡ-ара кинофестивалендә «Алтын тыныслыҡ күгәрсене» призына лайыҡ була. 2008 йылда, Дёмина тураһында тәүге документаль фильм төшөрөлгән саҡтағы, 1964 йылдағы, ваҡиғаларҙы тергеҙгән «Ҙур һәм бәләкәй Катюша» (фильм авторы Ткачёв һәм Фирсова) документаль фильмы төшөрөлә[1].

2017 йылдың 27 ғинуарынан башлап ул хәҙерге көндә лә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ була.

2019 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә ғаиләһе хәстәрлегендә һәм иғтибарында яҡты донъя менән хушлаша. Мәскәүҙә Троекуровский зыяратында (26-сы участка) ерләнә.

Рәсәйҙәге адрестары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Дёмина Екатерина Илларионовна. «Герои страны» сайты.
  2. 2,0 2,1 Наградной лист. в электронном банке документов «Память народа» (архивные материалы: ЦАМО, фонд: 3, опись: 1, дело: 1469, лист 38). Дата обращения: 3 март 2018.
  3. Наградной лист. в электронном банке документов «Память народа» (архивные материалы: ЦАМО, фонд: 3, опись: 1, дело: 1002, лист 657). Дата обращения: 3 март 2018.
  4. Twenty-seventh award of the Florence Nightingale Medal. — International Review of the Red Cross[en], 1979, май-июнь. — № 210. — С. 156. — 168 с.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]