Эстәлеккә күсергә

Өйлә намаҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зуһр (өйлә) битенән йүнәлтелде)
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Өйлә намаҙы (ғәр. صلاة الظهر[sˤalaːt aðˤðˤuhr] — шәфиғиҙәрҙә зүһр -зәүәлдән (зенит) башлап, икенде ваҡытына тиклем[1]. Ул 4 рәҡәғәт сөннәт, 4 рәҡәғәт фарыз, ике рәҡәғәт сөннәт итеп уҡыла.

Өйлә намаҙын ҡылыу тәртибе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төшкө намаҙҙа (Өйлә, Әз-Зухр) 10 рәҡәғәт: 4 рәҡәғәт элекке сөннәт, 4 рәҡәғәт фарыз, 2 рәҡәғәт һун сөннәт.

Өйлә намаҙының тәүге 4 рәҡәғәт сөннәте: «Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн өйлә намаҙының тәүге сөннәтен ҡылырға ниәт ҡылдым», тип ниәтләнеп, иртәнге намаҙ һымаҡ, шул ук тәртиптә 2 рәҡәғәт уҡыйһың. Шунан, ултырып "Әт-тәхиәт"те уҡыйһың, һуңынан, «Аллаһу Әкбәр» тип әйтеп өсөнсө рәҡәғәткә тораһың. Өсөнсө һәм дүртенсе рәҡәғәт башында «Бисмилләәһи-ррахмәәни-рра-хиим» тип, «Әл-Фатиха» сүрәһен, бер ҡыҫка аят, йә 3 аят уҡырға. Дүртенсе рәҡәғәттән һуң ултырырға, «Әт-тәхиәт», «Аллаһүммә сәлли», «Аллаһүммә бәрик», «Раббәнә әтинә» доғалары уҡыла, сәләм бирелә.

Өйлә намаҙының 4 рәҡәғәт фарызы. Өйлә намаҙының фарызы ла сөннәте кеүек уҡыла. Тик ир-егет иң алда ҡысҡырып ҡамәт уҡый.

«Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн өйлә намаҙының фарызын ҡылыр өсон ниәт иттем», тип ниәтләнәһең. Өйлә намаҙының сөннәте кеүек тәртиптә ҡылаһың, тик өсөнсө һәм дүртенсе рәҡәғәттәрҙә «Әл-Фатиха» сүрәһен генә укырға. Башҡа сүрәләр һәм аяттар уҡылмай.

Өйлә намаҙының һуңғы 2 рәҡәғәт сөннәте. «Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн өйлә намаҙының һуңғы сөннәтен ҡылырға ниәт иттем», тип ниәт әйтергә.

Өйлә намаҙының һуңғы сөннәте иртәнге намаҙҙың сөннәте кеүек үк ҡылына. Аҡшам һәм йәстү намаҙҙарының сөннәттәре лә шулай уҡ ҡылына.

  1. Али-заде, А. А. Зухр // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5
  • Рәшиҙә Исхаҡи. Намаҙ уҡыу тәртибе. «Дәғүәт» нәшриәте. Нәшриәт рәисе Илшат Хәфизи. Корректор Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев
  • Али-заде, А. А. Зухр // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).