Ибраһим (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ибраһим — киң таралған башҡорт исеме. Төрки халыҡтарҙа ла был исем йыш осрай.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ибраһим башҡорт теленә боронғо йәһүд, ғәрәп теленән килеп ингән. Библиялағы Авраам, Абраһам исеменән үҙгәртелгән. Халыҡтар атаһы тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы (20 сентябрь 1920 йыл — 9 июль 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, драматург. 1947 йылдан — КПСС, 1949 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1978), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1996). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1966) ордендары кавалеры.

Ибраһим Ғәзи (шулай уҡ Ибрай; төп исеме һәм фимилияһы Ибраһим Зарифулла улы Минғәзиев; 4 февраль 1907 йыл — 20 февраль 1971 йыл) — СССР яҙыусыһы, тәржемәсе һәм журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969).

Ибраһим Мерәҫов (? — 1788 йыл) — Өршәк-Мең улусы старшинаһы, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёв полковнигы.

Ғиззәтуллин Ибраһим Ғәзизулла улы (15 сентябрь 1918 йыл — 13 май 1992 йыл) — башҡорт прозаигы, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. III дәрәжә Дан (1943), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1985) ордендары, хәрби миҙалдар менән наградланған, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988) һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1968).

Ибраһим Ейәнбай улы Исхаҡов (1891 йыл — 1921 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан башҡорт офицерҙарының береһе, Беренсе донъя һуғышында (1914—1917) һәм Граждандар һуғышында ҡатнаша, Әхмәтзәки Вәлидиҙең шәхси адьютанты.

Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы (16 август 1943 йыл) — энергетик, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1999—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер‑министры. Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Рәсәй яғыулыҡ—энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1993). Почёт (2004), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры.

Ибраһим (1479 йылда үлгән) — Ҡазан ханы (1467); Мәхмүт хандың улы, ағаһы Хәлилгә вариҫ булған.

Ибраһим (XVI быуат) — Ҡазан илсеһе, Сафа-Гәрәй хан илселегенең Мәскәүгә ҡатнашыусыһы (1528).

Ибраһим I (1382—1417) — Ширван Хөкүмәте, Дербенди династияһына нигеҙ һалыусы.

Ибраһим I (16151648) — Ғосман солтаны (1640); Әхмәд I улы, ағаһы Морад IV вариҫы була.

Ибраһим-паша (1493—1536) — Бөйөк Сөләйман эргәһендә Ғосман империяһының бөйөк вәзире.

Ибраһим-паша (17891848) — Мысырҙың 2-се пашаһы; тәрбиягә бала алган улы Мөхәммәт Али.

Фамилияларҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттарҙа атаһының йәки олатаһының исемен мәңгеләштереү маҡсатында фамилия итеү осраҡтары йыш булған. Шуға бәйле шәхси исемдән яһалған фамилиялар барлыҡҡа килгән. Ибраһимов Азат Әхмәт улы (1959 йыл) — дәүләт хеҙмәткәре, хужалыҡ эшмәкәре.

Ибраһимов Байрас Нәҙим улы (1953 йыл) — актёр, театр режиссёры.

Ибраһимов Ғәли Ғизетдин улы (1919 йыл — 1989 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979) һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969).

Ибраһимов Ғәлимйән Ғирфан улы (1887 йыл — 1938 йыл) — яҙыусы, тәнҡитсе, әҙәбиәтсе, телсе, философ, тарихсы, күп журналдарҙың баш мөхәррире, революционер. Хеҙмәт Геройы (1932).

Ибраһимов Илдус Ғамир улы (1957 йыл) — техник фәндәр докторы (1997), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2009).

Ибраһимов Рәхим Кирәй улы (1904 йыл — 1971 йыл) — БАССР Үҙәк башҡарма комитетының (БашЦИК) 6-cы Рәйесе (1937—1938). БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе (1938—1946).

Ибраһимов Таһир Әсхәт улы (1962 йыл) — хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре, полиция генерал-майоры.

Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы (1894 йыл — 1959 йыл) — композитор, драматург, йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1951).

Ибраһимов Шамил Шамил улы (1922 йыл — 1993 йыл) — хор дирижёры, БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1972).

Ибраһимов Шаһимарҙан Мерәҫ улы (1841 йыл — 1891 йыл) — башҡорт этнограф-ғалимы.

Ибраһимов Әнүәр Камил улы (1965 йыл) — башҡорт совет фехтовальщигы, Олимпия чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған (1988) һәм халыҡ-ара класлы (1984) спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2004).

Ибраһимова Венера Латип ҡыҙы (1940 йыл) — философия фәндәре докторы (1994), профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2009).

Диндә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ибраһим сүрәһе (ғәр. إبراهيم‎, Ибраһим) — Ҡөрьән Кәримдең 14 сүрәһе. Мәккәлә иңгән сүрә, 52 аяттан тора

Ибраһим (ғәр. إبراهيم‎, уҡыла: Ibrāhīm, йәһ. אברהם‎, уҡыла: ʼAḇrāhām) — яҡынса б. э. т. XX быуатта йәшәгән дини шәхес. Ислам динендә Пәйғәмбәр булараҡ, йәһүдилек һәм христианлыҡта иһә бөйөк дини зат буларак ололоҡлана. Исхаҡ һәм Исмәғилдең атаһы. Ғәрәп һәм йәһүд халыктарының тәү атаһы булып иҫәпләнә.

Тораҡ пункттар атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ибраһим (Ғафури районы) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл.

Ибраһим (Илеш районы) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл.

Ибраһим (Кушнаренко районы) — Башҡортостандың Кушнаренко районындағы ауыл.

Ибраһим (Күгәрсен районы) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл.

Ибраһим (Ҡырмыҫҡалы районы) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл.

Ибраһим разъезы — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл.

Ибраһим (Силәбе өлкәһе) — Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы ауыл.

Ибраһим (Шишмә районы) — Башҡортостандың Шишмә районындағы ауыл.

Ибраһим (Хәйбулла районы) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы бөткән ауыл

Ибраһим (Ырымбур өлкәһе) — Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Таңһылыу Күсимова. 2018 йыл 16 май [https://web.archive.org/web/20180516203613/http://bashklip.ru/site/kitap/isembashklip_ru.pdf архивланған. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 35-се бит]]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ