Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Абдулхаҡ Игебаев
Абдулхак Игебаев.jpg
Исеме:

Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы

Тыуған көнө:

2 июль 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Күсәй ауылы

Вафат булған көнө:

27.09.2016[1]

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

шағир

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Дебют:

«Йәшлек йыры» (1954)

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Наградалары:

Башҡортостандың халыҡ шағиры (2010)

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Салауат Юлаев ордены

Абдулхаҡ Игебаев (2 июль 1930 — 27 сентябрь 2016) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2010), Башҡорт АССР-ының (1980) һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1990) һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Йәшләй етем ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә.

1946—1950 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, «Ҡыҙыл таң», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәре һәм «Ағиҙел» журналы редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

1969—1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курсты тамамлап ҡайта. 1971 йылдан 1990 йылға ҡәҙәр «Ағиҙел» журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара.

Абдулхаҡ Игебаев оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 2016 йылдың 27 сентябрендә Өфөлә вафат булды[1].

Ижад юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙары республика матбуғатында 1948—1949 йылдарҙа уҡ күренә башлай. Ә беренсе китабы- «Йәшлек йыры» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Шунан бирле авторҙың Өфө, Ҡазан һәм Мәскәү нәшриәттәрендә башҡорт, татар, урыҫ телдәрендә утыҙҙан артыҡ китабы донъя күрҙе.

1954 йылдан алып уның шиғыр һәм поэмаларҙан, йыр һәм очерктарҙан торған 34 китабы донъя күрә.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән 2010 йылдың 24 июнендә шағир Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаевҡа 80 йәш тулыуы һәм башҡорт әҙәбиәтенә күрһәткән хеҙмәттәре айҡанлы «Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Әҙип һәм уның ижады ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рауил Бикбаев. «...Әммә йыр юлында ғүмер буйы Фәҡәт үҙем булып ҡалырмын». «Башҡортостан» гәзите, 2017, 27 сентябрь[2].

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шағирҙың тыуған ауылында уның хөрмәтенә таҡтаташ ҡуйылған[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелгән 3 октябрь 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелгән 3 октябрь 2017)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелгән 3 октябрь 2017)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелгән 3 октябрь 2017)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.