Эстәлеккә күсергә

Икенсе Балҡан һуғышы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Икенсе Балҡан һуғышы
Төп конфликт: Балҡан һуғыштары
Серб һалдаттары Кратово ҡалаһында. 1913 йылдың 20 июне
Серб һалдаттары Кратово ҡалаһында. 1913 йылдың 20 июне
Дата

29 июнь29 июль 1913

Урыны

Балҡан ярымутрауы

Сәбәбе

Беренсе Балҡан һуғышында ҡатнашҡан илдәрҙең яуланған территорияларҙы яңынан бүлергә ынтылышы

Нәтижә

Болгарияның еңелеүе һәм уның территорияһын бүлеү

Үҙгәрештәр

Македонияның бер өлөшө Сербияға, ә икенсе өлөшө Грецияға күскән. Ғосман империяһы үҙенең элекке Европа биләмәләренең бәләкәй өлөшөн кире ҡайтарған. Румынияға көньяҡ Добруджа күскән.

Ҡаршы тороусылар

Третье Болгарское царство Болгария

Сербия короллеге Сербия
Греция короллеге Греция короллеге
Румыния короллеге Румыния
Ғосман империяһы Ғосман империяһы
Черногория короллеге Черногория

Командирҙар

Болгария Михаил Савов
Болгария Никола Иванов
Болгария Васил Кутинчев
Болгария Радко Дмитриев

Сербия принц Александр
Сербия Радомир Путник
Греция короллеге Константин I
Румыния Александр Авереску
Ғосман империяһы Әхмәт Иззет-паша

Ҡаршы тороусы көстәр

Болгария 500 000

Сербия 220 000
Греция короллеге 150 000
Румыния 450 000
Ғосман империяһы 255 000
Черногория короллеге 12 000
Барлығы: 1 087 000

Юғалтыуҙар

Болгария 20 000 һәләк булған[1]
Барлығы: 53 825 (сирҙәрҙән үлгән (60%) + һәләк булғандар)

Сербия 18500 һәләк булған[1]
Греция короллеге 2500 һәләк булған
Ғосман империяһы 2000 сирҙәрҙән үлгән
Румыния 1500 сирҙәрҙән үлгән
Черногория короллеге 240 һәләк булған, 961 яраланған
Дөйөм: 36 201 һәләк булған, яраланған һәм сирҙәрҙән үлгән

 Икенсе Балҡан һуғышы Викимилектә

Икенсе Балҡан һуғышы, Союздаштар-ара һуғыш (болг. Междусъюзническа война, сер. Други балкански рат, грек. Β΄ Βαλκανικός Πόλεμος рум. Al doilea război balcanic, төр. İkinci Balkan Savaşı) — 1913 йылдың 29 июненән 29 июленә тиклем бер яҡтан Болгария, һәм икенсе яҡтан Черногория, Сербия һәм Греция, шулай уҡ Болгарияға ҡаршы хәрби хәрәкәттәргә ҡушылған Ғосман империяһы һәм Румыния, араһында барған һуғыш. Һуғыш Австро-Венгрия һәм Германия империяһы дипломаттарының ҡотортоуы менән башланған, улар Балҡан союзын тарҡатырға ынтылған.

Һуғышты башлап ебәргән Болгария еңелгән, һөҙөмтәлә Франция, Австро-Венгрия һәм Германия империяһы Балҡан ярымутрауында Рәсәй империяһы позицияларын ҡаҡшатып, үҙ йоғонтоһон арттырғандар. Беренсе Балҡан һуғышында Болгария тарафынан яулап алынған территория, еңеүсе илдәр араһында бүленгән.

Тарихи тәүшарттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғосман империяһы барлыҡҡа килеүенән алып үҙ территорияһын киңәйткәндә, XV быуатта Балҡан ярымутрауын яулаған. Төрөктәр килгәнгә тиклем үк ярымутрауҙа үҙ-ара дошманлашҡан күп кенә халыҡтар йәшәгән. Дөйөм дошман — Ғосман империяһы уларҙы тупланырға мәжбүр иткән. XVII быуатта әкренләп империяның көсһөҙләнеүе башлана. Төрөктәр тарафынан яуланған халыҡтар бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылғандар, шунлыҡтан XVIII быуатта көсһөҙләнгән империяла бер нисә тапҡыр милли аҙсылыҡтарҙың ихтилалдары тоҡанған. XIX быуатҡа ҡарай этнократик дәүләттәрҙең формалашыуы башланған. Халҡының күп өлөшө православие христиан динен тотҡан һәм славяндар булған Балҡан ярымутрауындағы был процесс Рәсәй империяһы булышлығында барған. XIX быуат аҙағына ҡарай Ғосман империяһы үҙенең Европа биләмәләренең ҙур өлөшөн юғалтҡан, был территорияларҙа башта номиналь рәүештә уға буйһоноусы, ә аҙаҡ бойондороҡһоҙ Сербия, Болгария, Румыния, Греция һәм Черногория барлыҡҡа килгән[2][3].

Бөйөк державаларҙың Балҡан ярымутрауындағы үҙ-ара ҡаршылығы Болгария, Сербия, Греция һәм Черногорияның хәрби оборона союзы — Балҡан союзының барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе була. Союз Рәсәй империяһы эгидаһы аҫтында ойошторолған һәм Австро-Венгрияға ҡаршы йүнәлтелгән булған, сөнки яңыраҡ тоҡанған Босния көрсөгө Балҡан ярымутрауында хәлдең тотороҡһоҙланыуына килтергән[2]. Әммә Балҡан союзы Ғосман империяһы менән дошманлаша башлаған. Сөнки көсһөҙләнә барған империяла күп һанлы болгарҙар, гректар һәм сербтар йәшәгән. Бынана башҡа болгар хөкүмәте Балҡан ярымутрауының барлыҡ көнсығыш өлөшөн үҙ эсенә алған Бөйөк (Целокупная) Болгария империяһын төҙөп, Болгарияның сиктәрен максималь рәүештә киңәйтергә теләгән. Сербтар үҙенә Көнбайыш Македонияны һәм Албанияны ҡушып Адриатик диңгеҙгә сығыу юлын алырға теләгән. Черногорҙар Адриатик диңгеҙендәге эре төрөк порттарын һәм Яңы Баҙар (Новопазар) санджагын биләргә ынтылған[2]. Гректарға, болгарҙар кеүек, үҙ илен сиктәрен максималь рәүештә киңәйтеү кәрәк булған. Һуңыраҡ, Беренсе донъя һуғышынан һуң баш ҡалаһы Константинополдә (Истанбулда) булған Византия империяһын тергеҙеү — Венизелостың бөйөк идеяһы барлыҡҡа килгән. Әммә союзда үҙ-ара ҡаршылыҡтарҙа булған. Мәҫәлән, Греция, Болгария һәм Сербия Македония өлкәһе, Греция һәм Болгария Фракия өлкәһе өсөн бәхәсләшкән. Союзға инмәгән Румынияның шулай уҡ Болгарияға үҙ территориаль дәғүәләре булған, ә Беренсе Балҡан һуғышы барышында был дәғүәләрҙе ул Болгарияға сәйәси баҫым өсөн файҙаланған[2][3][4].

Беренсе Балҡан һуғышы эҙемтәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1912 йылдың 9 октябрендә рәсми рәүештә Беренсе Балҡан һуғышы башланған, әммә фактик рүештә Черногрия төрөк ғәскәрҙәре менән алыштарҙы 4 октябрҙә үк башлаған. Тәүге ике ай дауамында барған һуғышта Балҡан союзының хәрби көстәре бөтә йүнәлештәрҙә һөжүм алып барған. Македонияла Ғосман империяһының Көнбайыш (Македон) армияһы, ә Кыркларели янында — Көнсығыш армияһы тулыһынса тар-мар ителгән. Чаталджи нығытмалы һыҙығында һуҙылған алыштар, Эдирне һәм Шкодер ҡалаларын оҙайлы ҡамауҙар яҡтарҙы солох һөйләшеүҙәрен башларға мәжбүр иткән. Һөйләшеүҙәр Ғосман империяһында власты баҫып алған йәш төрөктәр тарафынан өҙөлгән. Империяның яңы хөкүмәте дәүләттең милли аҙсылыҡтарына тиҫкәре ҡарашта булған, шунлыҡтан улар төрөктәрҙе Балҡан ярымутрауында һуғышты дауам итергә һәм империя составына «боласы төбәктәрҙе» ҡайтарырға саҡырған[3]. 1913 йылдың 3 февралендә кисе сәғәт 7-лә хәрби хәрәкәттә йәнә башланған. Уның икенсе фазаһында Балҡан союзы Шкодер һәм Эдирне ҡалаларын бирелергә мәжбүр итә алған. Фронттың ҡалған участоктарында 30 майға ҡәҙәр позицион һуғыш барған. Шулай ҙа 30 майҙа йәш төрөктәр хөкүмәте Лондонда тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйырға ризалашҡан[2][3].

Лондон тыныслыҡ килешеүенә ярашлы, Ғосман империяһы үҙенең Европа биләмәләренең ҙур өлөшөн һәм Эгей диңгеҙендәге барлыҡ утрауҙарҙы юғалтҡан. Европа биләмәләренән төрөктәр ҡулында тик Истанбул һәм уның тирәһе тороп ҡалған. Албания бойондороҡһоҙлоҡ алған, әммә фактик рәүештә ул Австро-Венгрияның һәм Италияның протектораты булған.

Яңы дәүләттең төҙөлөүе Греция, Черногория һәм Сербияны ҡәнәғәтләндермәгән, улар албан ерҙәрен үҙ-ара бүлешергә теләгән. Бынан башҡа килешеү Ғосман империяһының элекке Европа биләмәләре буласаҡта нисек бүленеүен күҙалламаған. Балҡан союзының илдәре оккупацияланған территорияларҙы үҙаллы бүлергә тейеш булған. Был проблема тыуҙырған, сөнки Фракия менән Македония өлкәләре Беренсе Балҡан һуғышы тамамланған һуң уҡ союздаштар өсөн бәхәсле территориялар булып киткән. Был төбәктәрҙә хәл даими рәүештә киҫкенләшкән, Македония өлкәһе бәхәсле демаркация һыҙығы менән Греция, Болгария һәм Сербия араһында бүленгән[3]. Дәүләттәрҙең яңы сиктәре билдәләнмәгән булып ҡалған[2].

XIX быуат аҙағында бөтә Европа ҡоралланыуҙар ярышына ҡушылған Германия империяһы һәм Австро-Венгрия дөөйөм Европа һуғышы етеп килеүен төҫмөрләгән. Рәсәй империяһы уларҙың потенциаль дошманы булған, ә күпкә көслөрәк булып киткән Балҡан союзы уның союздашы булған. Бынан Ғосман империяһы, Германия һәм Австро-Венгрия хәүефләнгән. Стратегик мөһим Балҡан ярымутрауында Рәсәйҙең йоғонтоһон кәметеү өсөн, Балҡан союзын бөтөрөргә кәрәк булған. Австро-Венгрия союзға ҡаршы туранан-тура һуғыш иғлан итә алмаған, сөнки уның дөйөм Европа (фактик рәүештә бөтә донъя) һуғышына тиклем ҙурайыуы мөмкин булған[2][4].

Никола Пашич — серб сәйәсмәне, дипломат, Сербияның премьер-министры

Бындай хәлдә Германия һәм Австро-Венгрия дипломаттары 1912 йылдың аҙағында уҡ союзды эстән тарҡатырға ҡарар иткән. Сербияның баш ҡалаһы Белградта улар серб королен Болгария һәм Грецияға ҡаршы һуғыш асырға өгөтләгән. Был Беренсе Балҡан һуғышында сербтар теләгенә — диңгеҙгә сығыу юлын алыуға ирешә алмауы менән дәлилләнгәндәр, бының өсөн Сербияға үҙенә Македонияны һм Салоникины ҡушырға кәрәк булған. Шулай итеп Сербия Эгей диңгеҙенә сығыу юлы мөмкинлеген ала алыр ине. Бер үк ваҡытта германдар һәм австриялылар тарафынан Болгарияның баш ҡалаһы — Софияла дипломатик эш башҡарған. Болгария хөкүмәтен Сербияныҡы һымаҡ Македоияны алырға өгөтләгәндәр. Астро-Венгрия был һорауҙа Болгарияға ярҙам итәсәген вәғәҙә иткән[4]. Әммә Болгарияның яғы үҙгәрмәгән, ул һаман да Балҡан союзына нигеҙ һалыусы 1912 йылғы Сербия-Болгария союз килешеүҙәренең барлыҡ пункттарын ҡәтғи боҙмау яғында торған[2][4].

Сербтар Германия һәм Австро-Венгрия дипломаттары менән ризалашҡан. Сербия һуғышҡа әҙерләнә башлай. Буласаҡ һуғыш буйынса майҙа уҡ ҡәтғи рәүештә илдең парламентында (скупщинала) фекер алышыуҙар булған. Шул уҡ ваҡытта Болгарияның көсәйеүен теләмәгән һәм Сербия менән дөйөм сиккә эйә булған Греция 1913 йылдың 1 июнедә Болгарияға ҡаршы Сербия менән килешеү төҙөй. Греция һәм Сербияның Балҡан ярымутрауында дөйөм мәнфәғәттәр — тәү сиратта транзит сауҙаһы булған. Рәсәй империяһы үҙ эгидаһы аҫтында ойошторлған Балҡан союзын тарҡатыуға ҡаршы булған. Рәсәй хөкүмәте мәсьәләне тыныс юл менән сисергә саҡырған. Яңы сиктәрҙе урынлаштырыу маҡсатында барлыҡ «ҡыҙыҡһыныусы яҡтарҙың» конференцияһын йыйырға ниәтләнгән. Хәл шулай уҡ йәш төрөктәр хөкүмәтенең реваншизмы менән ҡатмарлашҡан, улар үҙҙәренең юғалтҡан территорияларын ҡайтарырға теләгән[2].

1913 йылдың йәй башында Сербияла хөкүмәттең һәм йәмғиәттең барлыҡ ҡатлмадарының радикаллаштырыуы булған[2]. Төрөктәрҙән яуланған төбәктәрҙә — Көнбайыш Македонияла һәм Косовола көсләүле «серблаштырыу» башланған[5]. Шовинистик идеялар киңәйгән, июнь аҙағында серб короле үҙе дәүләттең сиктәрен максималь рәүештә киңәйтеүенә саҡыра башлаған. «Ҡара ҡул» үтә радикаль төркөмө ойошҡан. Ул серб контрразведкаһы булышлығында барлыҡҡа килгән һәм Сербия хөкүмәтенең ҙур өлөшөн контролдә тотҡан. Унан хатта Ҡарагеоргиевич үҙе хәүефләнгән. Премьер-министр Никола Пашич башлығындағы Сербия хөкүмәтенең бер өлөшө «Ҡара ҡул» сәйәсәте менән риза булмауы менән дәүләттең эске сәйәси хәле киҫкенләшәкән. Гәзиттәрҙә «Пашич кабинетының ватанға хыянат итеүе» тураһында мәҡәләләр сыға башлай[5].

Ниәттәр һәм көстәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәскәрҙәрҙең тупланыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Александр I Ҡарагеоргиевич — Балҡан һуғыштары осоронда серб тәхетенең вариҫы булған. Шәхсән 1-се серб армияһына етәкселек иткән

Беренсе Балҡан һуғышы аҙағына ҡарай Болгарияла 4-се армия, ә һуғыштан һуң 5-се армия ойошҡан. Ике армияла 1-се, 2-се һәм 3-сө армиялар менән бер тигеҙ сығыш яһаған. Фактик рәүештә Ғосман империяһы менән яңыраҡ булған һуғыштан һуң болгар ғәскәрҙәрендә бер ниндәй үҙгәртештәр булмаған. Буласаҡ фронт һыҙығы Сербия-Болгария сигенә болгар ғәскәрҙәре әкрен барған, сөнки улар алыҫта Чаталджа янында урынлашҡандар[2].

Болгарҙарға ҡаршы союздың төп удар көсө булған серб ғәскәрҙәре Болгария менән барлыҡ сик буйлап һуҙылған. Сербияның бөтәһе өс армияһы һәм ике үҙаллы отряды булған. Серб ғәскәрҙәре составына черногор ғәскәрҙәре ингән, уларҙың бер өлөшө королевич Александр Ҡарагеоргиевичтың 1-се армияһы составына эләккән. Серб ғәскәрҙәренең тағы бер өлөшө Скопьела резерв булараҡ ҡалдырылған. Шул уҡ ҡалала болгарҙарға ҡаршы көстәрҙең юғары командование штабы урынлашҡан[2].

Черногорияла Беренсе Балҡан һуғышынан һуң ғәскәрҙәр демобилизацияланып өлгөргән, шунлаҡтан йәнә демобилизация иғлан ителгән. Сербияла һәм Болгарияла көстәрҙе тултырыу маҡсатында өҫтәмә мобилизация уҙғарылған. 23 июндән 27 июнгә тиклем ике ил ғәскәрҙәренең илдәре уртаҡ сиктә туплана башланған[2]. 28 июндә улар осрашҡан, шунда уҡ элекке Балҡан союзы илдәре һәм тыныслыҡ һөйләшеүҙәре аша низағты бөтөрөргә ынтылған Рәсәй империяһы араһында дипломатик көрсөк башланған. Шул уҡ көндө Санкт-Петербургта бәхәсле территориялар буйынса сиктәрҙе аныҡлау буйынса һөйләшеүҙәр датаһы тәғәйенләнгән, әммә һөйләшеүҙәр һуғыш тоҡаныуы менән өҙөлгән.

Болгар командованиеһы дошманға көньяҡта һөжүм итергә һәм Сербия менән Греция араһында бәйләнеште ябырға ниәтләгән. Артабан болгарҙар Скопьеға һөжүм итергә һәм Македонияны тулыһынса биләргә теләгән. Яуланған территорияларҙа болгар идаралығын булдырырға һәм урындағы халыҡ араһында пропоганда алып барырға ниәтләнгән. Төҫмөрләү буйынса, урындағы халыҡ болгар армияһын хупларға тейеш булған. Артабан Болгария хөкүмәте дошмандарына солох тәҡдим итергә һәм тынысылыҡ һөйләшеүҙәрен башларға теләгән. Ил хөкүмәте фаразы буйынса, Скопье ҡалаһын алғандан һуң Сербия баҫым аҫтында болгарҙарҙың барлыҡ шарттарына үтәргә риза буласаҡ[2].

Сербтар һуғыш алдынан бер ниндәй махсус пландар төҙөмәгән. Тик һуғыш башланып серб ғәскәрҙәре Болгария эсенә үтеп ингәндән һуң июль башында Сербия һәм Греция хөкүмәттәре һуғышты дипломатия ярҙамында еңергә ҡарар иткән. Бөтә фронт буйлап болгарҙарҙың һөжүмен туҡтатып, шул уҡ ваҡытта Болгарияны союз килешеүҙәрен боҙоуҙа ғәйепләп, шулай итеп уны изоляциялауға ниәтләнгән[4].

Хәрби хәрәкәттәр барышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Болгар ғәскәрҙәренең һөжүме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:George William Buchanan.jpeg
Джордж Бьюкенен — Рәсәй империяһында Британ империяһының илсеһе

Июндең һуңғы көндәрендә сик буйындағы хәл киҫкенләшкән. 1913 йылдың 29 июнендә иртәнге сәғәт 3-тәболгар ғәскәрҙәре һуғыш иғлан итмәйенсә сиктен Македония участкаһында һөжүмгә күскән. Сербияға был көтөлмәгән хәл булған, ул Петербургта һөйләшеүҙәр башланыуын көткән. Рәсәй империяһында Британ империяһының илсеһе Джордж Бьюкенен һуғыштың башланыуы буйынса ошолай тип иғлан иткән: «Болгария дошманлыҡ эшмәкәрлеге асыу өсөн яуаплы, Греция менән Сербия махсус провокацияла ғәйепләнелеүҙә бик тә лайыҡлы».

Башта болгар һөжүме Македон фронтында 4-се армияның тик биш дивизияһы һәм Салоники йүнәлешендә 2-се армия тарафынан башҡарылған[2]. 4-се армияның частары Злета йылғаһы аша үтеп, ҡаршы ярҙа урынлашҡан серб ғәскәрҙәрен тар-мар иткән һәм ике өлөшкә бүленгән: беренсеһе сербтарға Криволак тирәһендә, икенсеһе Штиб янында һөжүм иткән. Һөжүм бик уңышлы һәм көтөлмәгән була, әммә Злета йылғаһынан 10 километр алыҫлыҡта урынлашҡан сербтарҙың 1-се армияһы дошмандың сик аша үтеүен күреп ҡалған һәм болгарҙарға ҡаршы сыҡҡан. Был армия менән королевич Александр Ҡарагеоргиевич шәхсән командалыҡ иткән.

Шул уҡ көндөң кисендә 19 сәғәттә болгарҙарҙың 2-се армияһы Салоники йүнәлешендә һөжүм башлай. Ҡеүәтле удар менән гректарҙың бөтә алдағы частары юҡ ителгән, ә тере ҡалғандары сигенгән. 2-се болгар армияһының 11-се дивизияһының частары Болгария-Греция сигендә Эгей диңгеҙе ярҙарына һәм Струма йылғаһына сыҡҡан. Болгарҙарға ҙурыраҡ масштабтағы һөжүм яһарға серб артиллерияһы ҡамасаулаған. Унан Салоники ҡалаһындағы болгар көстәренә ут асылған, артабан болгарҙар һөжүмде туҡтатҡан. 30 июндә пост-фактум Сербия, Греция һәм Черногория рәсми рәүештә Болгарияға һуғыш иғлан иткән. Греция короле Константин I шәхсән барлыҡ грек армияһы менән командалыҡ иткән һәм үҙ ғәскәрҙәренә контрһөжүмгә күсергә приказ биргән. Шул уҡ ваҡытта Пирот ҡалаһына һөжүм менән 1-се һәм 5-се болгар армияһы барған. Һөжүм тотҡарланған, армиялар сербтар тарафынан туҡтатылған[2]. 2 июлдә болгарҙарға ҡаршы союз инициативаны үҙ ҡулына алған, һәм серб-грек ғәскәрҙәре әкренләп дошман позицияларына һөжүм итә башлаған. Сербтарға әсиргә айырым болгар частары һәм артиллерия эләккән. Мәҫәлән Велес ҡалаһы тирәһендә болгарҙарҙың 7-се дивизияһы тулыһынса әсирлеккә ала алғандар. Шул уҡ көндө Злета йылғаһы буйында сербтарға дошман көстәрен туҡтарыға ирешкән, ә төндә болгар ғәскәрҙәренең ҙур өлөшө ҡамалған һәм ҡеүәтле артиллерия уты тарфынан юҡ ителгән[2]. Овче яланында 4-се болгар армияһының ҙур өлөшө ҡамауға эләккән.

Килкис янындағы алыш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1913 йылда яһалған болгар фотоһүрәтендә емерелгән Килкис ҡалаһы

Грек фронтындағы болгарҙарҙың бөтә төп көстәре Килкис ҡалаһы эргәһендә урынлашҡанға күрә, Греция командованиеһы уларҙы тар-мар итергә ҡарар иткән. Бының өсөн ҡыҫҡа мөҙәттә план төҙөлгән, уға ярашлы болгар армияһының һул флангалы частары гректарҙың өс дивизияһы тарафынан тотолорға тейеш, шул уҡ ваҡытта грек ғәскәрҙәренең дүрт үҙәк дивизиялары Килкистағы дошман үҙәгенә һөжүм итергә тейеш булған. Шул уҡ ваҡытта 10-сы грек дивизияһы Дойран күлен төньяҡтан уратып серб армияһы менән бәйләнешкә инеп бергәләп һөжүмгә күсергә тейеш булған. Фактик рәүештә план буйынса болгар ғәскәрҙәре ҡуласаға алынып тар-мар итергә ниәтләнгән. Гректар болгарҙарҙың көсөн күпкә артыҡ тип яңылыш иҫәпләгән, улар буйынса болгарҙарҙа 80 мең кеше һәм 150 орудие булған, ә ысынында болгарҙарҙа 35 мең һалдат булған[2].

2 июлдә гректар һәм болгарҙар араһында алыштар яңынан башланған. Тәү башлап һул флангыла 10-сы грек дивизияһы һөжүмгә күскән. Ул Вардар йылғаһы аша үткән, уның ҡайһы бер частары Гавгелиға һөжүм иткән, һәм шулай уҡ болгар ғәскәрҙәре менән планға инмәгән алышҡа ингән. Уң флангыла шулай уҡ 1-се һәм 6-сы дивизияларҙың һөжүме башланған. Алыш төнө буйы дауам иткән, ә 3 июлдә гректар Килкисҡа килеп еткән һәм ҡаланы алырға маташҡан. Кисен үҙәктең һәм уң фланганың болгар ғәскәрҙәре сиккә тиклем сигенгән. Болгар ғәскәрҙәренең һул флангаһы киләһе көнгә тиклем оборонаны дауам иткән. 4 июндә гректар дошмандың ҡалған ғәскәрҙәрен сигенергә мәжбүр иткән. Трофей булараҡ 12 артиллерия орудиелары һәм 3 пулемёт алынған. Алыштан һуң 10-сы һәм 5-се грек дивизиялары һул флагнга төркөмөнә берләшкән һәм бергәләп болгарҙарҙы эҙәрлекләй башлай[2].

Греция армияһының контрһөжүме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Икенсе Балҡан һуғышында болгар армияһы өҫтөндә гректарҙың еңеүенә арналған миҙалда Василий II Болгаробойца һүрәтләнеше. Рәссам Г. Яковидистың эше.
Тулыһынса ирекмәндәрҙән торған Болгария ғәскәрҙәренең Македония-Одрин корпусы
Кавалала грек флотының десанты, 1913. Рәссам В. Хадзистың эше.

6 июлдә Болгарияның ғәскәрҙәре Дойран янында контрһөжүмгә күсергә маташҡан, әммә улар кире ҡағылған һәм сигенеү йәнә дауам ителгән. Болгарҙар Белашиц үткәүелендә нығынырға маташҡан. Урын таулы булған, ә көн эҫе торған, гректарға артиллерияны йәйелдерергә ауыр булған. Быға ҡарамаҫтан улар болгарҙарҙы позицияларҙан ҡыҫырыҡлауға өлгәшкән, ҙур юғалтыуҙарға менән булһа ла үткәүел алынған[2].

7 июлдә гректар Струмицаға ингән. Шул уҡ ваҡытта сигенеүсе һул флангалы болгар дивизияһы үҙенә өс грек дивизияларын йәлеп иткән, шулай итеп үҙәк болгар дивизияһының гректарға ҡаршы тороуын еңеләйткән. Өс көн дауамында ул үҙенә тартылған ғәскәрҙәргә ҡаршы тораған, әммә сигенергә мәжбүр була. Шул уҡ ваҡытта гректарға Струманың көнбайыш ярында Ветрина тирәһендә ҡаршылыҡ күрһәтелгән. 10 июлдә ҡаршылыҡ һындырылған, һәм болгар ғәскәрҙәре көнсығыш яр буйына күскән. Болгарҙар еңеүҙәренә иҫәпләй алмағандар, сөнки уларҙың армияһы көсһөҙләнгән һәм ышанысын юғалтҡан, ә дошман һан буйынса болгар ғәскәрҙәренән күпкә артығыраҡ булған[2].

11 июлдә король Константиндың грек армияһы сербтарҙың 3-сө армияһы менән бәйләнешкә ингән. Шул уҡ көндө гректар диңгеҙ яғынан 1912 йылдан Болгария составында булған Кавала ҡалаһына килеп ингән. Шулай уҡ гректар Серре ҡалаһын алырға ирешкән, ә 14 июндә улар Драма ҡалаһын биләгән[2]. Грек армияһы төньяҡҡа һөжүм иткән һәм 8 июлдән 18 июлгә тиклем Кресне тарлауығында алыштар алып барып Болгарияның баш ҡалаһы Софияға ҡурҡыныс менән янаған.

Низағҡа Румынияның һәм Ғосман империяһының ҡыҫылыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Румын ғәскәрҙәре Болгарияға баҫып инеү ваҡытында Зимнича янында Дунай аша үтәләр

Румыния короллеге Беренсе Балҡан һуғышы барышында уҡ Ғосман империяһы яғында низағҡа кереү менән Болгарияға баҫым яһаған. Ул Көньяҡ Добруджала сик һыҙығын үҙ файҙаһына үҙгәртеүҙе талап иткән. Икенсе Балҡан һуғышы башланыу менән румын етәкселеге һөжүм инициативаһын юғалтыуҙан хәүефһеҙләнгән, шунлыҡтан Болгарияға баҫып инергә әҙерләнгәнref name="one" />.

1908 йылда Ғосман империяһында түңкәрелеш булған, власҡа йәш төрөктәр килеү менән реваншизм идеялары өҫтөнлөк алған. Ғосман империяһы 1913 йылғы Лондон тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң Европала барлыҡ юғалтылған территорияларын ҡайтара алмаған, шунлыҡтан Икенсе Балҡан һуғышы менән файҙаланған. Фактик рүешт солтан хәрби хәрәкәттәр башлауға бер ниндәй приказ сығармаған. Уның инициаторы йәш төрөктәр ойошмаһының лидеры Әнүәр паша була. Операция менән командалыҡ итеү Иззет-паша тәғәйенләнгән[2].

12 июлдә төрөк ғәскәрҙәре Марица йылғаһы аша үткән. Уларҙың авангарды кавалерияның бер нисә частарынан торған, улар араһында курдтарҙан торған бер иррегуляр часть булған. Бер үк ваҡытта 14 июлдә румын армияһы Добруджа районында Румыния-Болгария сиге аша үткән һәм Ҡара диңгеҙ яры буйлап Варнаға табан йүнәлгән. Румындар ҡаты ҡаршылыҡ көткән, әммә ул булмаған. Бынан башҡа румын кавалерияһының ике корпусы ҡаршылыҡһыҙ Болгарияның баш ҡалаһы Софияға етеп килгән. Румындар ҡаршылыҡ күрһәтелмәгән, сөнки барлыҡ ғәскәрҙәр илдең көнбайышында — серб-болгар һәм грек-болгар фронттарында һуғышҡан. Шул уҡ ваҡытта артабанғы бер нисә көн эсендә Көнсығыш Фракияла төрөктәр тарафынан болгарҙарҙың барлыҡ көстәре юҡ ителгән, ә 23 июлдә Ғосман империяһының ғәскәрҙәре Эдирне ҡалаһын яулап алған[2].

29 июлдә Болгария хөкүмәте солохҡа ҡул ҡуйған, уның артынса Бухарестта тыныслыҡ һөйләшеүҙәре башланған[3].

Тыныслыҡ килешеүҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе Балҡан һуғышы тамамланғандан һуң 1913 йылдың 10 авгусында Румынияның баш ҡалаһы Бухарестта — Бухарест тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйылған. Ғосман империяһы уға ҡул ҡуйыуҙа ҡатнашмай. Болгария һуғышта еңелгән яҡ булараҡ Беренсе Балҡан һуғышы барышында барлыҡ яулап алынған территорияларҙы һәм уларға өҫтәп Көньяҡ Добруджаны юғалтҡан. Шуға ҡарамаҫтан илдең Эгей диңгеҙенә сығыу юлы һаҡланып ҡалған. Килешеүгә ярашлы[2][6]:

Карта 1914 йылда сыҡҡан һәм Балҡан ярымутрауында — «Европаның дары мискәһендәге» бәхәсле территорияларҙы күрһәткән. Өҫтә: һуғыш алдынан Лондон конфренцияһына ярашлы бүленеш һәм аҫта: Икенсе Балҡан һуғышынан һуң Бухарест солохо буйынса сиктәр
  1. Килешеүҙе раҫлағандан һуң элекке дошмандар араһында тыныслыҡ булдырыла[7]
  2. Румыния һәм Болгария араһында Добруджала яңы сик урынлаша: ул көнбайышта Дунайҙағы Туртукай тауынан башлана һәм артабан Краневонан көньяҡтараҡ тура һыҙыҡ буйлап Ҡара диңгеҙгә тиклем үткән. Яңы сикте формалаштырыу өсөн махсус комиссия төҙөлгән, ә бөтә яңы территориаль мәсьәләләрҙе илдәр өсөнсөл судта сисергә тейеш булған. Шулай уҡ Болгария ике йыл дауамында яңы сик тирәһендә барлыҡ нығытмаларҙы бөтөрөргә тейеш булған[7]
  3. Сербия һәм Болгария араһында яңы сик төньяҡтан иҫке, һуғышҡа тиклемге сик буйлап үткән. Македония тирәһендә ул элекке Болгария-Ғосман империяһы сиге буйлап, йәғни Вардар һәм Струма араһындағы һыу айырғыс аша үткәрелгән. Артабан көньяҡта Сербия-Болгария сиге яңы Греция-Болгария сигенә төкөп торған. Территориаль бәхәс барлыҡҡа килгән осраҡта шулай уҡ яҡтар өсөнсөл судҡа мөрәжәғәт итергә тейеш булған. Яңы сикте үткәреү өсөн шулай уҡ махсус комиссия ойошторолған[7]
  4. Сербия һәм Болгария араһында Македониялағы сиктәр буйынса өҫтәмә килешеү төҙөлөргә тейеш булған[7]
  5. Греция һәм Болгария араһындағы яңы сик яңы Сербия-Болгария сигендә башланып Места йылғыһының Эгей диңгеҙе ярындағы тамағында тамамланырға тейеш булған. Территориаль бәхәс барлыҡҡа килгән осраҡта шулай уҡ яҡтар өсөнсөл судҡа мөрәжәғәт итергә тейеш булған. Яңы сикте үткәреү өсөн шулай уҡ махсус комиссия ойошторолған[7]
  6. Яҡтарҙың хәрби командованиеларының фатирҙары шунда уҡ килешеүгә ҡул ҡуйыу тураһында хәбәр алырға тейеш булған, ә Болгарияла киләһе көндә үк — 11 августта — демобилизация башланырға тейеш булған[7]
  7. Болгария дошмандарына тапшырылған территорияларҙан үҙенең хәрби көстәрен һәм предприятиеларын эвакуациялау килешеүгә ҡул ҡуйған көндән башланырға һәм 26 августан һуңыраҡ түгел тамамланырға тейеш булған[7]
  8. Болгария юғалтҡан территорияларҙы аннексиялаған ваҡытта, Сербия, Греция һәм Румыния сығымдарҙы түләмәйенсә Болгарияның тимер юлдары менән файҙаланырға һәм сығымдарҙы тиҙ ҡаплау шарттарында реквизиция уҙғарыуға тулы хоҡуҡҡа эйә булған. Болгария батшаһының подданыйҙары булған һәм союздаштар оккупацияланған территорияларҙа тороп ҡалған барлыҡ сирлеләр һәм яраланғандар оккупант-илдәр армиялары тарафынан ҡарауы аҫтында булырға һәм тәьмин ителергә тейеш булған[7]
  9. Әсирҙәр менән алмашыу булырға тейеш булған. Алмашыуҙан һуң элекке көнәркәш илдәрҙең хөкүмәттәре бер-береһенә әсирҙәрҙе аҫрауға киткән сығымдар тураһында мөғлүмәт тапшырырға тейкш булғандар[7]
  10. Килешеү 15 көн дауамында Бухарестта раҫланырға тейеш[7]

Константинополь (Истанбул) тыныслыҡ килешеүендә тик Болгария һәм Ғосман империяһы араһында сик һәм ошо илдәр араһында солох хаҡында һүҙ барған[7]. Уға 1913 йылдың 29 сентябрендә Истанбулда тик Болгария һәм Ғосман империяһы ҡул ҡуйған. Килешеүгә ярашлы Ғосман империяһы Көнсығыш Фракияның бер өлөшөн һәм Эдирне ҡалаһын кире ҡайтарған[2][3].

Яңы бәхәсле территориялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Солтан Мәхмәт V. Ғосман империяһы менән Балҡан һуғыштары йылдарында хакимлыҡ иткән

Килешеү арҡаһында Сербия территорияһының майҙаны 87 780 км² тиклем артҡан, ҡушылған ерҙәрҙә 1,5 миллион кеше йәшәгән[6]. Греция үҙ биләмәләрен 108 610 км² тиклем киңәйткән, ә уның халҡы 2,66 миллион кешенән 4,363 миллион кешегә тиклем артҡан[6]. 1913 йылдың 14 декабрендә төрөктәрҙән һәм болгарҙарҙан яуланған территорияларҙан тыш, Грецияға Крит утрауы күскән. Румыния Болгариянан майҙаны 6960 км² һәм халҡы 286 мең тәшкил иткән Көньяҡ Добруджаны алған.

Ҙур территориаль юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан Болгария составында Ғосман империяһынан яулап алынған Фракияның үҙәк өлөшө (майҙаны — 25030 км²) ҡалған. Фракияның болгар өлөшөндә 129490 кеше йәшәгән[6]. Шулай итеп был юғалтылған Добруджа өсөн «компенсация» булып торған. Әммә һуңыраҡ Болгария был территорияны ла юғалтҡан.

Балҡан ярмутрауында Беренсе Балҡан һуғышы осоронан уҡ күп кенән сиселмәгән территориаль мәсьәләләре тороп ҡалған. Мәҫәлән, Албанияның сиктәре аҙҙаҡыға тиклем билдәләнмәй ҡалған, Греция һәм Ғосман имерия араһында Эгей диңгеҙендәге утрауҙар бәхәсле булып ҡалған. Шкодер ҡалаһының статусы бөтөнләй билдәләнмәгән. Ҡалала элеккесә бөйөк державалар — Австро-Венгрия, Италия, Франция һәм Бөйөк Британияның ҙур контингенты тороп ҡалған, шулай уҡ уға Черногория дәғүә иткән. Сербия йәнә һуғыш барышында диңгеҙгә сығыу юлын алыуға ирешә алмай, Албанияның төньяғын аннексияларға маташҡан, был Австро-Венгрия һәм Италия сәйәсәтенә ҡапма-ҡаршы барған[6][8].

Беренсе донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыныслыҡ килешеүе Балҡан ярымутрауында сәйәси хәлде ҡәтғи үҙгәрткән. Балҡан союзының тулыһынса тарҡалыуын Германия империяһы һәм Австро-Венгрия хуплаған. Болгария батшаһы Фердинанд I һуғыштың былай тамамланыуы менән ҡәнәғәт булмаған. Раҫлауҙар буйынса килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң ул «Ma vengeance sera terrible» тигән фразаны әйткән. Үҙ сиратында Икенсе Балҡан һуғышында Сербия короллеге Рәсәй империяһының ярҙамын юғалтҡан, әммә күпкә көсәйгән. Австро-Венгрия үҙ сиктәрендә көслө дәүләт барлыҡҡа килеүенән хәүефләнгән, сөнки һуғышта Болгария менән Ғосман империяһы һуғышта еңелгәндән һуң Сербия короллеге Балҡан ярымутрауында иң көслө держава була алған. Шулай уҡ Австрия тажының Воеводина өлкәһендә күп һанлы сербтар йәшәгән. Воеводинаның айырылыуынан, ә артабан империяның тулыһынса тарҡалыуынан хәүефләнеп, Австро-Венгрия хөкүмәтесербтар һуғыш иғлан итеү өсөн сәбәп эҙләгән[2][3][6][8].

Болгария батшаһы Фердинанд I

Шул уҡ ваҡытта Сербия үҙе радикалләштерелгән. Бер үк ваҡытта ике һуғыштар һәм дәүләттең ҡапыл көсәйеүе милли күтәрелеш тыуҙырған. 1913 йылдың аҙағында серб ғәскәрҙәре Албанияның бер өлөшөн оккупацияларған маташҡан, һөҙөмтәлә Албания көрсөгө башланған, ул Сербия ғәскәрҙәрен яңы барлыҡҡа килгән дәүләттән сығарыу менән тамамланған[3]. Бер үк ваҡытта серб контрразведкаһы ҡурсаулығы аҫтында һуғыштар барышында «Ҡара ҡул» төркөмө ойошҡан, ул барлыҡ тиерлек власть органдарын контролдә тотҡан[5].

«Млада Босна» булараҡ билдәле булған төркөмдөң бер өлөшө[5], Боснияла эшмәкәрлек иткән һәм үҙ алдынды уны Австро-Венгриянан айырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған[8]. 1914 йылда «Ҡара ҡул» булышлығында Сараевола Австро-Венгрияның крон-принцы үлтерелгән[5]. Һөҙөмтәлә Австро-Венгрия Сербияға ультиматум ебәрә, уның артынан Беренсе донъя һуғышы башланған[3].

Реваншты көткән Болгария яңы һуғышта Австро-Венгрия һәм Германия яғына сыҡҡан. Уның хөкүмәте дәүләтте 1913 йылдың майындағы сиктәрҙә тергеҙергә теләгән, бының өсөн йәнә Сербияны еңер кәрәк булған. Башланған донъя һуғышы ике Балҡан һуғыштары менән сағыштырғанда Балҡан ярымутрауында күпкә ҙурыраҡ үҙгәрештәргә килтергән. Шулай итеп Икенсе Балҡан һуғышы алыҫҡа алға китеүсе эҙемтәләргә эйә булған[2][3].

  1. 1,0 1,1 Secondary Wars and Atrocities of the Twentieth Century (ингл.). Дата обращения: 21 декабрь 2008. Архивировано 21 август 2011 года.
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 2,17 2,18 2,19 2,20 2,21 2,22 2,23 2,24 2,25 2,26 2,27 Балканская война. 1912—1913 гг. — М.: Издание Товарищества издательского дела и книжной торговли Н. И. Пастухова, 1914.
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 Задохин А. Г., Низовский А. Ю. Пороховой погреб Европы. — М.: Вече, 2000. — 416 с. — (Военные тайны XX века). — 10 000 экз. — ISBN 5-7838-0719-2.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Влахов Т. Отношения между България и централните сили по време на войните 1912—1918 г. — София, 1957.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Крсто Којовић. Црна књига. Патње Срба Босне и Херцеговине за време светског рата 1914—1918 године / Војислав Беговић. — Београд: Чигоја штампа, 1996.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Anderson, Frank Maloy and Amos Shartle Hershey. Handbook for the Diplomatic History of Europe, Asia, and Africa 1870—1914. — Washington D.C.: National Board for Historical Service, Government Printing Office, 1918.
  7. 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 7,10 Ключников Ю. В., Собанин А. В. Международная политика новейшего времени в договорах, нотах и декларациях. — М., 1925. — Т. 1.
  8. 8,0 8,1 8,2 Могилевич А. А., Айрапетян М. Э. На путях к мировой войне 1914—1918. — Л., 1940.
  • Бьюкенен Д. У. Мемуары дипломата. — М., 2001. — ISBN 5-1700-8824-8.
  • Мерников А. Г., Спектор А. А. Всемирная история войн. — Минск, 2005.
  • Петросян Ю. А. Османская империя: могущество и гибель. Исторические очерки. — М., 1990.
  • Писарев Ю. А. Великие державы и Балканы накануне Первой мировой войны. — М., 1986.
  • Троцкий Л. Сочинения. — Москва-Ленинград, 1926. — Т. 6.
  • Хальгартен Г. Империализм до 1914 года. Социологическое исследование германской внешней политики до Первой мировой войны. — М., 1961.
  • Балканские народы и европейские правительства в XVIII — начале XX в. — М.: Документы и исследования, 1982.
  • Басханов М. К., Колесников А. А. Накануне Первой мировой: русская военная разведка на турецком направлении. Документы, материалы, комментарии. Тула, Гриф и К., 2014.
  • Виноградов В. Н. Об исторических корнях «горячих точек» на Балканах // Новая и новейшая история. — 1993. — № 4.
  • Котов Б. С. Межсоюзническая война лета 1913 года в восприятии русского общества (по материалам прессы) // Новая и новейшая история. — 2015. — № 3.
  • Поповски В. Историко-правовое и политическое значение Берлинского договора 1878 г. для Македонии // Вопросы истории. — 1997. — № 5.
  • Erickson Edward, Bush Brighton. Defeat in Detail: The Ottoman Army in the Balkans, 1912—1913. — Greenwood Publishing Group, 2003. — ISBN 0275978885.
  • Hall Richard. The Balkan Wars, 1912—1913: Prelude to the First World War. — Routledge, 2000. — ISBN 0415229464.
  • Jacob Gould Schurman. The Balkan Wars 1912 To 1913. — Kessinger Publishing, 2004. — ISBN 1419153455.
  • Joll J. The Origins of the First World War. — London, 1984.

Ҡалып:Беренсе донъя һуғышы