Эстәлеккә күсергә

Кейекбаев Морат Жәлил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Морат Жәлил улы Кейекбаев битенән йүнәлтелде)
Кейекбаев Морат Жәлил улы
Тыуған көнө

30 октябрь 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (65 йәш)

Тыуған урыны

Өфө ҡалаһы

Ил

СССР, Рәсәй

Ғилми даирәһе

социология

Эшләгән урыны

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы

Альма-матер

БДУ

Кейекбаев Морат Жәлил улы (30 октябрь 1959 йыл) — ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2006), социология фәндәре докторы (2000), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының 5‑се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Ғалим-төркиәтсе, профессор Жәлил Кейекбаевтың улы.

Морат Жәлил улы Кейекбаев 1959 йылдың 30 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

1982 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған (БДУ). 1987 йылда СССР Фәндәр Академияһы этнология һәм антропология институтының Ленинград бүлексәһендә «этнология»" һөнәре буйынса «тарих фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 2000 йылда Башҡорт дәүләт университетында «социология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

БДУ-ның Социология буйынса диссертация советы ағзаһы.

БДУ-ны тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй башлай. 1990 йылдан Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни Үҙәгендә: тарих, тел һәм әҙәбиәт Институтының ғилми хеҙмәткәре, 1993 йылдан мөдире. Археология һәм этнография Музейының Урал халыҡтары бүлегенең этносоциология бүлеге өлкән фәнни хеҙмәткәре, мөдире. 2001-03 йылдарҙа ЦЭИ директоры. 1998 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының фән, юғары һәм урта белем буйынса Дәүләт комитетында эшләй: Республика уҡытыу-методик фәнни үҙәге директоры урынбаҫары, 2000 йылдан социаль-гуманитар эштәр бүлеге етәксеһе. 2003 — 2007 йылдарҙа - БДУ-ның социаль эштәр кафедраһы мөдире, 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының гуманитар тикшеренеүҙәр Институты директоры.

Кейекбаев Морат Жәлил улының фәнни тикшеренеүҙәре этносоциология проблемаларына, этник төркөмдәрҙең ҡалала эшмәкәрлегенә, хәҙерге заман милләт-ара мөнәсәбәттәргә арналған.

Кейекбаев Морат Жәлил улы — 50-нән ашыу ғилми эш авторы.

Сәйәси эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының, Бөтә Рәсәй сәйәси "Берҙәм Рәсәй" партияһы тәҡдим иткән кандидаттарҙың федераль исемлеге составында, бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланыуы менән бәйле, 2007 йылдан алып ул Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй.  "Берҙәм Рәсәй" фракцияһы ағзаһы. Дәүләт думаһында милләттәр эштәре буйынса комитет ағзаһы.