Эстәлеккә күсергә

Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(М. Ғ. Ҡорбанғәлиев битенән йүнәлтелде)
Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы Ҡорбанғәлиев
Тыуған көнө

1889({{padleft:1889|4|0}})

Тыуған урыны

Миҙиәк ауылы, Мөхәмәт-Ҡолой улусы, Силәбе өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы)

Вафат булған көнө

22 август 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Вафат булған урыны

Силәбе ҡалаһы, РСФСР

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Рәсәй флагы Аҡтар хәрәкәте
Япония империяһы Япония империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Атаһы

Ҡорбанғәлиев Ғәбиҙулла Ғабдулхәким улы

 Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы Викимилектә

Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы Ҡорбанғәлиев (шулай уҡ Ҡорманғәлиев, 18891972) — күренекле башҡорт дин әһеле, Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре.

Сығышы һәм үҫеш йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы 1889 йылда Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең Мөхәмәт-Ҡолой улусының (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районының) Миҙиәк ауылында имам-хатип ғаиләһендә донъяға килә.

Ғәбиҙулла Ҡорбанғәлиев улдары Абдулвәли, Мөхәмәтһарун, Мөхәмәтғәбделхәй менән.

Мөхәмәтғәбделхәй сығышы менән дин әһелдәре Ҡорбанғәлиевтар нәҫеленән була. Мөхәмәтғәбделхәйҙең ҡарт-ҡартатаһы Хәмит Бурһыҡаев (1737—?) ялан-ҡатай ҡәбиләһе башҡорттарынан һәм Силәбе өйәҙенең Исмәғил ауылында тәүге указлы мулла булған. Уның улдарының береһе Ҡорманғәле/Ҡорбанғәле (1780—?) исеменән нәҫел нигеҙләнгән[1]. Ҡорбанғәленең улы һәм Мөхәмәтғәбделхәйҙең ҡартатаһы Ғабдулхәким (1809—1872) мулла һәм ишан була, 1860 йылда үҙ иҫәбенә Миҙиәк ауылы мәсете янында мәктәп аса. 1870 йылда үҙенең элекке уҡыусыһы Зәйнулла Рәсүлевтың йәдитселек элементтарын индереүҙе тәнҡитләп сыға[2].

Мөхәмәтғәбделхәйҙең атаһы Ҡорбанғәлиев Ғəбиҙулла Ғəбделхəким улы (21.11.1859—7.12.1919), суфыйсылыҡ əһеле, ишан, халыҡта «аҡһаҡ ишан» исеме аҫтында билдәле була. Троицк мəҙрəсəһен тамамлай. 1883 йылдан алып Миҙиəк ауылы мəсетенең имам-хатибы, ә шул уҡ йылда мәсет янындағы Миҙиəк мəҙрəсəһенə нигеҙ һала һəм уның мөҙəрисе булып китә[3][4]. Ғəбиҙулла Ҡорбанғәлиевтың Мөхәмәтғәбделхәй, Мөхəмəтһарун, Ғабдулвәли, Мөхәмәт-Анһар, Зәҡүән һәм Ғабдулла исемле улдары булыуы билдәле[1]. Ғəбиҙулла Ғəбделхəким улы монархия, дини мəғрифəтселек мəсьəлəлəрендə ҡəҙимселек яҡлы була. Башревком бойороғо буйынса улы Ғабдулвәли менән бергә ҡулға алына. Стəрлетамаҡ төрмəһенə ябыла, атыла[5].

Мөхәмәтғәбделхәй башланғыс белемде үҙенең атаһы уҡытҡан Миҙиəк мəҙрəсəһендә ала һәм шул мәҙрәсәлә мөғәлимлек итә. Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы була[6].

1915—1916 йылдарҙа Ырымбур мосолман диниә назараты рәйесе, мөфтөй Мөхәмәтсафа Баязитовтың сәркәтибе була. Мөхәмәтсафа Ғатаулла улы Мөхәмәтғәбделхәйҙе үҙенең вариҫы — Рәсәйҙең баш мөфтөйө итеп әҙерләй. 1916 йылда Санкт-Петербург мосолмандары округының етәксеһе вазифаһын башҡара башлай.

1917 йылдың майында Мәскәүҙә уҙғарылған I Бөтə Рəсəй мосолмандар съезында ҡатнаша. Башҡорт милли хəрəкəтенә ҡушыла, унда атаһы менән бергә Әхмәтзәки Вəлидовҡа оппозицияла тора[7].

1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Башҡорт ҡоролтайында һәм шул уҡ йылдың 22—29 авгусында Өфөлә уҙған II Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша. Милли-территориаль автономия идеяларын ҡабул итмәй һәм башҡорттарҙың Рəсəй составындағы мəҙəни‑милли автономияһы өсөн сығыш яһай, ерҙе йəмəғəт милкенə əйлəндереүгə ҡаршы сыға, монархия яҡлы була[8]. Әхмәтзәки Вəлиди буйынса, Мөхәмәтғәбделхәй милли хәрәкәттең программаһының үҙәк урынында дини мәнфәғәтәрҙе яҡлау булырға тейеш тип иҫбатлап ҡарай һәм Ҡорбанғәлиевтар ярҙамы менән Шәриф Манатов Башҡорт мәркәз шураһы рәйесе итеп һайлана[9].

Башҡортостан автономияһының Арғаяш кантонын ойоштороуҙа ҡатнаша[10]. Шул кантон башҡорттарынан делегат булып 1917 йылдың 8—20 декабрендә Ырымбурҙа үткән III Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша. Башҡортостандың автономиялы Диниə назаратын ойоштороуҙы яҡлап сыға. 1918 йылдың йәйендә Башҡорт ғәскәрен ойоштороуҙа ҡатнаша. Ҡорбанғәлиевтар ярҙамы менән 3-сө Башҡорт пехота полкы төҙөлгән. Мөхәмәтғәбделхәйҙең ҡустыһы Мөхəмəтһарун Ҡорбанғәлиев Башҡорт хəрби шураһы составына инә[11], 1-се батальон менән етәкселек итә[1].

Башҡорттарҙың хәрби-милли идаралығы етәкселәре. 1920 йыл. Уңда идаралыҡтың штаб начальнигы Ғ. Таған, уртала идаралыҡтың рәйесе М. Ҡорбанғәлиев һәм һул яҡтан атаман Семёнов янындағы башҡорт вәкиле С. Бикмәев ултыралар.

1919 йылдың февралендә Башҡорт ғәскәрҙәренең һәм хөкүмәте Ҡыҙылдар яғына сығыуына ҡаршы була. Ҡорбанғәлиевтар йоғонтоһо арҡаһында 3-сө Башҡорт полкы Аҡтар хәрәкәтендә ҡала[12]. Бөтә башҡорттар исеменән ул А. В. Колчактың хакимлығын яҡлау тураһында иғлан итә һәм Колчактың ғәскәрҙәренә ҡушылған башҡорт частарының етәкселәренең береһе була. Мөхәмәтғәбделхәйҙең атаһы үҙ иҫəбенə атлы полк («Мөхəммəт полкы») төҙөй, полк уның улы капитан Мөхəмəтһарун[13] командалығы аҫтында һуғыша[5]. Омск ҡалаһындағы Колчактың хәрби штабы янында хеҙмәт итә. Бер үк ваҡытта Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев «Ҡаһарман башҡорт» гәзитенең мөхəррире лә була[14].

Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев 1919 йылдың йәйендә Силәбелә йәнә бер башҡорттар ҡоролтайын ойоштороп маташа. Башҡорттарҙың рухи һәм дини берҙәмлеген һаҡлап ҡалыу өсөн Аҡтар хәрәкәтенең башлыҡтары, атап үткәндә генерал Владимир Каппель, барон Унгерн фон Штернберг, атаман Григорий Семёнов менән хеҙмәттәшлек итә. Йыл аҙағынан Колчак ғәскәрҙәре менән бергә көнсығышҡа сигенә, был ваҡиғаны Ғәлимйән Таған «башҡорт яугирҙәренең боҙло походы» тип исемләй. 1920 йылдың 14 мартында Чита ҡалаһында башҡорт аҡ ғәскәрҙәре етәкселәре Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев һәм Ғәлимйән Таған казак атаманы Г. М. Семенов менән осрашалар, ул айырым башҡорт ғәскәрҙәре төҙөүгә булышлыҡ итәсәген белдерә[15]. Семенов ҡушыуы буйынса 1920 йылдың апрелендә Ҡытайҙың Харбин ҡалаһына бара, һәм ундағы мосолман халҡының «аҡтар» эшенә мөнәсәбәтен һәм уларҙы был эшкә йәлеп итеү ихтималлығын өйрәнеп ҡайта[16]. 1920 йылдың июненəн Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев Рəсəйҙең көнсығыш сиктəрендəге Башҡорттарҙың хəрби‑милли идаралығы рəйесе булып китә[17].

Япония һәм Маньчжурияла эмиграцияла

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1930 йылдар башы. Японияның национализм лидерҙары һәм илдәге мосолман берләшмәләренең етәкселәре. Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев — артҡы рәттә, һулдан икенсе Алғы рәттә һулдан икенсе — буласаҡ Япония премьер-министры Цуйоши Инукай.

1920 йылдың нояберендә «Аҡтар»ҙың ғәскәрҙәре Чита ҡалаһын «ҡыҙылдар»ға тапшыра. Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев ҡалған 2 мең башҡорттар менән Ҡытай сиген үтеп Маньчжурияға юллана. Атаман Семёнов бөтә хәрби частарҙы ла Приморьеға барырға өгөтләй, әммә 1920 йылдың 20 ноябрендә Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев башҡорттар башҡа Рәсәйҙәге һуғышта ҡатнашмаҫҡа тейеш тип иғлан итә[16].

1938 йылда М. Ғ. Ҡорбанғәлиев булышлығында төҙөлгән Токио йәмиғ мәсетенең бинаһы

Маньчжурияла Мөхәмәтғәбделхәй дин өлкәһендә имам һәм мөҙәрис булараҡ эшмәкәрлек ҡыла, күскен башҡорттарҙы милли ғөрөф-ғәҙәтте тотоу һәм туған телдә уҡытыу өсөн туплай. Манчжурияла яйлап Японияның йоғонтоһо көсәйә. Харбин ҡалаһындағы япон консулы тәҡдиме буйынса, 1920 йылдың нояберендә полковник Бикмәев менән бергә Токио ҡалаһына килә. Бында улар башҡорт вәкилдәре Япония Хәрби көстәре Генераль штабында, Тышҡы эштәре министырлығында осрашыуҙар үткәрәләр. 1921 йылдың февралендә Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев бер нисә офицер (шул иҫәптән полковник Бикмәев, капитан Ғ. Таған, мулла М. Шәмиғолов) менән берлектә тағы ла Японияға бара. Ҡорбанғәлиевҡа Көньяҡ Маньжурия тимер юлдары идаралығында «мосолман эштәре буйынса эксперт» булып эшләргә тәҡдим ителә[16].

1923 йылда Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев Японияға күсә, Токиола мосолман мәхәлләһен туплай һәм 1923—1938 йылдарҙа Токио ҡалаһы имамы була[17].

1927 йылда Япония мосолмандары өсөн Токио ҡалаһында мəҙрəсə аса. 1928 йылда бөтә Япония мосолмандары йыйынын ойоштора. Ғәрәп телендә китап баҫтырыр өсөн махсус типография аса. Ислам динен таратып, бөтөн Японияны йөрөп үтә; урал-алтай халыҡтары һәм уларҙың тарихы тураһында бер нисә китап сығара.

1932—1936 йылдарҙа Манчжоу-Го дәүләтендә (хәҙерге Манчжурияла) мосолмандар ойошмаһын нигеҙләй; ошо дәүләттәге Мукден ҡалаһында мәҙрәсә аса. «Япон Мөхбире» исемле журнал баҫтыра башлай, Алыҫ Көнсығышта беренсе тапҡыр Ҡөрьәнде баҫтыра.

Корея һәм Манчжурияның эре сауҙагәрҙәре менән тығыҙ мөнәсәбәттәр ҡора. Японияның осорҙағы сәйәси һәм ижтимағи етәкселәре (Японияның ғәскәри етәкселәре: Огасавара Наганари, Нанго Здиро; сәйәсмәндәр: граф Окума Сигэнобу, Тояма Мицуру) менән яҡындан таныш була. Японияның финанс олигархияларынан аҡса алып тора[10].

"Башҡорт һәм татар фонетик әлифбаһы"ның титул бите

1938 йылдың 12 майында Токиола уның етәкселегендә төҙөлгән «Исламиә» мәсете асыла һәм Японияның беренсе мөфтөйө булып китә. Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев исламдың Японияла урыны башҡа диндәр менән тиң булырға тейеш, тип эшмәкәрлек йөрөтә. Һөҙөмтәһендә, 1939 йылда илдең премьер-министры Киитиро Хиранума, ислам Японияла буддизм һәм христиан дине менән тиңдәш, тип белдерә.

Ул осорҙа Японияла торған мосолмандар илдең тышҡы сәйәсәтендә әүҙем ҡатнаша һәм тора-бара уның Азия илдәрендә үткәргән баҫҡынсылыҡ сәйәсәтенә йәлеп ителә. Әммә-ләкин Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиевтың әүҙемлеге Японияның мосолмандарға ҡарата берҙәм сәйәсәтенә ҡаршы төшә, һәм илдең эске эштәр министрлығы уны «үҙ ирке менән» Манчжуриялағы Дайрен (Далянь) ҡалаһына күсергә мәжбүр итә һәм 1938—1945 йылдарҙа ҡала имамы була. Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев буйынса һөргөндөң сәбәптәре булып, исламдың япондарҙың дини ҡараштары менән тап килмәүе, берҙәм аллаға ышаныу япон императорын хоҙай тип танымауы булған[16].

Арест һәм тыуған илендәге тормошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1945 йылда Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланғас, Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиевты совет ғәскәрҙәре тотҡонға алалар. Мәскәүгә килтереп, уны 10 йылға хөкөм итәләр. 1955 йылға тиклем Владимир төрмәһендә ултыра. Иреккә сыҡҡас, ул Өфөгә килә, шунан Силәбегә ҡайта. 1956—1972 йылдарҙа Силәбе өлкәһендә мулла вазифаһын башҡара[17].

Японияла йәшәгән осорҙа Гөлсөм (Кореяның Сеул (Кэйдзё) ҡалаһы имамы Мөхәмәтзариф Йәнғуражиның ҡыҙы) менән ғаилә ҡора. Уларҙың Нәжиә һәм Әнисә исемле ҡыҙҙары, улдары Мөхәмәтәсхәт (1934 йылғы) була.

  • Башҡорт һәм татар фонетик әлифбаһы. — Токио, 1936.
  1. 1,0 1,1 1,2 Валеев Г. К. Курбангалиевы. // Ислам на Урале. Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: «Медина», 2009. — С. 179—180. — 404 с. — ISBN 978-5-9756-0054-7.
  2. Юнусова А. Б. Курбангалиевы.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 358. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  3. Миҙиəк мəҙрəсəһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Юнусова А. Б. Медресе д. Медиак.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 391. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  5. 5,0 5,1 Ҡорбанғәлиев Ғәбиҙулла Ғәбделхәким улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Нәҡшбәндиә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — С. 115—118. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
  8. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 76. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  9. Заки Валиди Тоган Воспоминания: Книга I. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994. — С. 197, 212. — 400 с. — ISBN 5-295-01269-7.
  10. 10,0 10,1 Валеев Г. К., Назыров П. Ф. Курбангалиев Мухаммед-Габдулхай.//Челябинск: Энцикл. / Сост.: В. С. Боже, В. А. Черноземцев. — Изд. испр. и доп.. — Челябинск: Каменный пояс, 2001. — 1112 с. — ISBN 5-88771-026-8.
  11. Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — С. 48. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
  12. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 145. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  13. 1920 йылдың 8 апрелендә 3-сө Чита операцияһы барышында һəлəк була
  14. «Ҡаһарман башҡорт» // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  15. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 110. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 Юнусова А. Б. Великий имам Дальнего Востока // «Вестник Евразии» : Журнал. — 2001. — № 4 (15). — С. 83—117. — ISSN 1727-1770.
  17. 17,0 17,1 17,2 Ҡорбанғәлиев Мөхәммәт-Ғабдулхай Ғәбиҙулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.